ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 027
Подписчики
-124 часа
-27 дней
-730 день
Архив постов
Башҡортостанда «Гос Старт» йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумы үтте Ҡоро отчеттар заманы үтте. Уның урынына йәнле аралашыу, фекер алышыу. Был турала Радий Хәбиров «Патриот» паркында үткән йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумында белдерҙе. «Гос Старт» тип исемләнгән йыйында тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Бөгөн форумдың йомғаҡлау көнө үтте.

Баймаҡ районында махсус операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ат сабышы үтте Геройҙы хөрмәтләп. Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында 30-ға яҡын һыбайлы махсус хәрби операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ойошторолған ат сабышында ҡатнашты. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Ишембайҙың «Благодарим» ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа дронға ҡаршы япмалар оҙата Ишембай ҡалаһының «Благодарим» ирекмәндәр хәрәкәте гуманитар ылау ебәрелгән һайын йөҙҙән ашыу дронға ҡаршы һаҡланыу саралары оҙата. Алғы һыҙыҡта тепловизорҙан һаҡлаусы япмаға ихтыяж юғары. Улар яугирҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итә. Хәйриә эшен уңышлы алып барған ирекмәндәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.

Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һалдаттар ғаиләләре, балалары менән бергә ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, мәктәп уҡыусылары алдында батырлыҡ дәрестәре уҙғарған. Тыуған ерҙән көс туплап, малай-ҡыҙҙарҙан йылы йөкмәткеле хаттар, яуҙаштарына ғаиләләренән исемле посылкалар алып Донбасҡа алғы һыҙыҡҡа юл тота.

Дмитриевка уҡыусылары «Бәхет әфлисуны» акцияһы менән йортһоҙ хайуандарға ярҙам итә «Бәхет әфлисуны» Мәктәп уҡыусыһынан социаль хәйриә проекты. Уны Өфө районы Дмитриевка ауылы мәктәбе уҡыусыһы Камилә Хөсәйенова дуҫтары һәм мәктәп уҡыусылары ярҙамында тормошҡа ашырған. Урамда ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.

Башҡортостан башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен өйрәнә башланы Башҡортса һүҙҙәр менән ролик рәсми аккаунттарға һалынған. Тәүге һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр-«Һыуыҡ», «Ныҡ һыуыҡ» һәм «Бөгөн ныҡ һыуыҡ». Акаунтҡа яҙылыусыларға һүҙҙәрҙе ҡабатларға тәҡдим ителә. Уларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова уҡый

Ҡытайға рапс майы экспортлау 60 процентҡа артҡан Республиканан сит илгә 15 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған. Экспортҡа оҙатылыр алдынан рапс майы лабораторияларҙа етди тикшереү үтә. Белгестәр әйтеүенсә, сеймалдың сифатын күҙәтеү сәсеүлектәрҙә үк башлана.

«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн уҡыуҙар башланды Ике көн дауам иткән форумда 35 йәшкә тиклем белгестәр идара итеү системаһында белемен камиллаштырып оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Эшлекле майҙансыҡта йәш етәәкселәрҙең уңышлы проекттары презентацияһы үтә, власть органдары етәкселәре менән аралашыу ойошторола.

Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрендә контракт буйынса хеҙмәткә студенттар ҙа ҡабул ителә Пилотһыҙ системалар ғәскәрендәге хеҙмәткә контракт төҙөүсе студенттар академик отпускка иҫәп тотоу хоҡуғына эйә. Хәрби хеҙмәттән һуң улар түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсә ала. Был турала республиканың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү башланды. Төбәк уҡыу йорттарында пилотһыҙ осоу аппаратына идара итеү операторы һөнәренә уҡыу мөмкинлеге бар.

Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» ултырышында туристик һәм сауҙа проекттарын хупланы Бөгөн Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәтене»нең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда туристик тармаҡта, сауҙала һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Тәүҙә кәңәшмәлә Нефтекама миҫалында бизнес-шерифтың эшмәкәрелеге ҡаралды. Муниципалитеттың эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүгә етәкселек иткән Лилиә Петрова әйтеүенсә, ҡалала дөйөм инвестициялар күләме 24 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 50 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан сәйәси һәм иҡтисади блоктарҙа позицияларын нығытты Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Рәсәй субъекттарында идара итеү һөҙөмтәлелегенең йыллыҡ рейтингын иғлан итте. Башҡортостан бер нисә күрһәткестең дөйөм үҫеше буйынса 19-сы урындан 12-гә күтәрелеп, позицияларын күпкә яҡшыртты. Рейтинг сәйәси-идара итеү, социаль һәм финанс-иҡтисад блоктарына бүленгән.

Өфө радиоэлектроника колледжы «Профессионалитет» проектының ил лидерҙары иҫәбендә Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы «Профессионалитет» проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алты лидерҙың береһе тип танылды. Уҡыу йорто студенттарын һәм уҡытыусыларын оло уңыштары менән Радий Хәбиров ҡотланы. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, йыл һайын колледждарҙы ремонтлауға төбәк бюджетынан аҡса бүленә.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яҙғы сессияның тәүге ултырышын үткәрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бөгөн яҙғы сессияның тәүге ултырышын үткәрҙе. Парламент ултырышында 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Депутаттар граждандарҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса закон проекттарын тикшерҙе, Экология кодексына үҙәрештәр индереү буйынса фекер алышты. Шулай уҡ Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк ҡануни башланғыстар ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Архангелда эскән водитель буксирҙа барһа ла яуаплылыҡтан ҡотолманы Юл-патруль хеҙмәте экипажы Архангел районы үҙәгендә буксирҙа барған 12-се модель «ВАЗ»-ды туҡтата. Инспекторҙар рулдәге егеттең эскән булыуына шик белдерә. Экспертиза үтеүҙән баш тартҡан водитель машинаһы ватылыуына һылтанып, танышын өйөнә тиклем һөйрәп алып барыуҙы һорай. Транспорт сараһы буксирҙа барһа ла, водителдең эскән килеш идара итеүе ҡағиҙә боҙоу һанала.

Мәләүез районы «Беҙҙең ауыл» программаһын Бөтә Рәсәй форумында тәҡдим итә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» өсөнсө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының Төбәктәр көнөндә Мәләүез районы «Беҙҙең ауыл» программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Форум 28-30 ғинуарҙа Өфөлә үтә һәм унда төбәктең иҡтисади үҫеш өлкәһендә ҡаҙаныштары күрһәтелә.

Ауырғазы районы ауылдары урындағы башланғыстар программаһында әүҙем ҡатнаша Урындарҙа халыҡ башланғыстары хуплана. Ауырғазы районы ауыл биләмәләре урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл унда Нуғаҙаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Үтәймулла ауылында йәшәүселәр ҙә һынау тота. Улар ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрергә ниәтләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан халҡын аномаль һыуыҡтар көтөлөүе хаҡында иҫкәртте 26 ғинуарға тиклем арктик һауа массаһының республика биләмәһенә үтеп инеүе һөҙөмтәһендә һалҡын һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк, уртаса һауа температураһы климат нормаһынан 6-12 градусҡаса түбәнәйә. Термометр бағанаһы төндә урыны менән 30-35, көндөҙ 15-20, төньяҡ төбәктәрҙә 25 градусҡа тиклем тиклем түбәнәйә. Бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе янғындарҙың артыуына килтереүе ихтимал.

Контрактлы хеҙмәткә студенттарҙы ҡабул итеү шарттары аңлатылды Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүгә контракт төҙөүсе студенттар академик отпускка иҫәп тотоу хоҡуғына эйә. Хәрби хеҙмәттән һуң улар түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсә ала. Был турала республиканың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе.

Өфөлә мәктәп уҡыусыһы ата-әсәһенең аҡсаһын мутлашыусыларға биргән Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә ҡ
Өфөлә мәктәп уҡыусыһы ата-әсәһенең аҡсаһын мутлашыусыларға биргән Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә ҡыҙ балаға шылтыратыусы үҙен һатыусы тип таныштыра, тауарҙы килтерер өсөн смс-кодты әйтергә күндерә. Бынан һуң йәнәһе лә дәүләт хеҙмәттәре порталына үтеп инеүҙәре тураһында хәбәр алына, "ҡыҙыу элемтә" һандары күрһәтелә. Бала шул номерға шылтырата, уның ғаиләһенә енәйәт яуаплылығы янауы тураһында хәбәр итәләр, ата-әсәләргә һөйләмәҫкә ҡушалар. Даими әңгәмәләр барышында фатирҙа аҡса һаҡланған ике сейф барлығын асыҡлайҙар, баланың өйҙә яңғыҙ ҡалыуын көтөп аҡсаны тикшереү һылтауы менән курьер ебәрәләр. Бала 3 миллион һум аҡса һаҡланған сейфтарҙы мутлашыусыға биреп сығара.

Быйыл Башҡортостанда 16 колледж яңыртыла Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, беҙҙә 92 һөнәри белем биреү ойошмаһ
Быйыл Башҡортостанда 16 колледж яңыртыла Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, беҙҙә 92 һөнәри белем биреү ойошмаһы бар. Уларҙы ремонтлау өсөн йыл һайын бюджеттан аҡса бүлеү тураһында килешелде. - Әле 29 колледж тәртипкә килтерелгән. Уларҙа 30 меңдән ашыу студент белем ала. Һөнәри белемгә иғтибар арта. Беҙҙең бурыс - ошо юлды һайлаған балаларға уҡыу өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, - ти Радий Хәбиров.