БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше1 964
Подписчики
-124 часа
Нет данных7 дней
-1030 дней
Архив постов
1 963
Республикала үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгәндәр ҙә түләүле больничный алырға хоҡуҡлы
Был мөмкинлек быйыл ирекле страховкалау экспериментында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған. Аҡсалата компенсация алыу өсөн Рәсәй пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә теркәлергә кәрәк. Уны «Минең һалымым» ҡушымтаһы ярҙамында эшләү уңайлы.
1 963
Өфөләге менталь сәләмәтлек үҙәге өс йыллығын билдәләне
Учреждениела аутизмдан яфаланған балаларға дауалау һәм реабилитация курсы уҙғарыла. Әлегә өс меңдән ашыу кескәй пациентҡа ярҙам күрһәтелгән. Улар өсөн массаж, физио-, арт-терапия кабинеттары эшләй, дауалау физкультураһы ойошторола. Телмәр үҫтереү дәрестәре ҡаралған.
1 963
«Кесе Ватан – Рәсәй көсө» форумы ҡунаҡтары Республика идара итеү үҙәге менән танышты
«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумында ҡатнашыусы ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Делегация ағзалары заманса үҙәк мөмкинлектәрен юғары баһалап иң яҡшы тәжрибәләрҙе башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыу теләген белдерҙе.
1 963
Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә
Бөгөн Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ.
1 963
Республикала хоккей майҙансыҡтары тикшерелә
Йәмәғәт палатаһы ошондай эш башланған, ул 16 февралгә тиклем дауам итә. Бөгөн комиссия Нуриман районында була. Боҙ сифаты, хәүефһеҙлек, яҡтыртыуға иғтибар бирелә. Башҡортостанда хоккей ҡумталары башлыса Саҡмағош, Әлшәй, Илеш һәм Өфө райондарында булдырылған.
1 963
Башҡортостан халҡын киләһе айҙа 3 көн ял көтә
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 21, 22 һәм 23 февраль ял һәм байрам көндәре тип иғлан ителде. Артабан ҡыҫҡа эш аҙнаһы була. Мартта ла оҙайлы ял көндәре бар. 7, 8 һәм 9 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ял итәбеҙ. 20 мартта мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй. Республикала был көн ял була.
1 963
Башҡортостан кибеттәрендә 300 литрҙан ашыу сифатһыҙ һөт һатыуҙан алынды
Былтыр республика кибеттәрендә ҡулланыусылар талаптарына яуап бирмәгән 300 литрҙан ашыу һөт һатыуҙан алынған. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре һөт продукцияһын һайлағанда эсемлектең составына һәм файҙаланыу ваҡытына иғтибарлы булырға кәңәш итә. Сифатлы һөт һайлағанда нимәгә иғтибар итергә?
1 963
Өфөлә «Мин хәтерләйем, мин ғорурланам» олимпиадаһының муниципаль этабы старт алды
Баш ҡаланың 21-се лицейында уҙған тантана Ленинградты блокаданан азат итеүгә 82 йыл тулған көндә ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде һынауға ҡоролған олимпиадала 600 уҡыусы ҡатнаша. Һынау йәш быуында ил тарихы, ата-бабаларының данлы үткәненә ҡыҙыҡһыныу уята.
1 963
Өфөлә Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу саралары үтте
Теүәл 81 йыл элек Ҡыҙыл Армия нацистарҙың «Освенцим» үлем лагерын азат итә. Тарихи дата уңайынан Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫкә алынды. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған сарала «Хәтер шәме» тип исемләнгән мемориаль концерт ҡуйылды. Сәхнәлә милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, билдәле артистар сығыш яһаны.
1 963
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә контракт буйынса хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,яңы төр ғәскәр былтыр ил Президенты һәм Ҡораллы көстәр министры ҡарары буйынса ойошторолдо. Ғафури районында йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаров махсус операция башланғандан алып һуғышта дрондар менән ҡулланған. Хәҙер ул яугирҙарҙың һәм уларҙың яҡындарының мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итә. Фронттан ҡайтҡас, ир хәрби комиссариатта эшләй документтар рәсмиләштерә һәм Ватанды яҡларға барырға йыйынғандарға консультациялар бирә.
1 963
Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте. Ватан һаҡсылары ял осоронда ғаиләре менән булып көс-дәрт туплаған, көндәлек эштәр башҡарған. Яугирҙар алдында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһап, яҡташтарыбыҙға хәйерле юл теләне.
1 963
30 ғинуарҙа Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда Радий Хәбиров республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләйәсәк.
Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция төбәк башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
1 963
Өфөлә урамдарҙы төҙөкләндереү һәм тарихи биналарҙы яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды
Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә Өфө урамдарын төҙөкләндереү һәм тарихи биналарҙы яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, ҡаланың 450 йыллығына 19 мәҙәни мираҫ объектының фасадтары ремонтланған.
1 963
Башҡортостандың дүрт яугиры Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде
Рәсәйҙең юғары дәүләт наградалары тағы дүрт яҡташыбыҙға бирелде. Владимир Путин Указына ярашлы, сержант Фәрит Ғәбделбаянов, рядовойҙар Сергей Медведев менән Шамил Тимербаев һәм ефрейтор Руслан Юлдашев һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ ордены» менән блдәләнде. Наградаларҙы яугирҙарҙың ғаиләләре ҡабул итте. Дәрәжә, ғәскәрҙәр төрлө, әммә уларҙы бер тойғо -тыуған илгә һөйөү, батыр йөрәк берләштерә, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
1 963
Владимир Путин Владислав Бочаровҡа үлеменән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙе
Владимир Путин Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән Владислав Бочаровҡа үлеменән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙе. Алтын йондоҙҙо бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған гвардия капитанының ата-әсәһенә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Балтик флоты командующийы Сергей Липилин тапшырҙы.
1 963
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы урындағы башланғыстар программаһы буйынса МТЗ тракторы алырға ниәтләй
Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе йыл һайын урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнаша. Уның ярҙамында байтаҡ эштәр башҡарыла, атап әйткәндә һыу башняһы һатып алынған, зыяраттар ҡоймаһы яңыртылған, мәҙәниәт йорто тәҙрәләре алмаштырылған.
1 963
Башҡорт хореография колледжы «Бейеү күңеле» абруйлы премияһына лайыҡ булды
Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы «Бейеү күңеле» премияһына лайыҡ булды. Абруйлы награда Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы менән «Балет» журналы мөхәрририәте тарафынан 30 йыл элек булдырылған.
1 963
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы эшенә йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне
Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттар ҡоролтай эшенә йомғаҡ яһап, киләсәккә бурыс-маҡсаттар билдәләне. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошманың отчет конференцияһы үтте. Тәүҙә Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе һайланды. Хәҙер ойошманы Дәүләт мәғариф университеты уҡытыусыһы Алһыу Буш етәкләй.
1 963
Иҫке Абзанда Урындағы башланғыстар программаһы буйынса һыу башняһын яңыртырға ниәтләйҙәр
Благовар районының Иҫке Абзан ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса һыу башняһын алыштырырға иҫәп тота. 55 йыл элек төҙөлгән башня сафтан сыҡҡан. Ауылда йәшәүселәр быйыл конкурста ҡатнашып уны яңыртырға ниәтләй. Ауыл халҡы республика программаларында әүҙем ҡатнаша. Быға тиклем улар конкурста еңеп зыяратты кәртәләгән.
1 963
Республика балалар дауаханаһында ваҡытынан алда тыуған игеҙәктәрҙе аяҡҡа баҫтырҙылар
Республика балалар дауаханаһы табиптары ваҡытынан алда тыуған игеҙәктәрҙе стационар шартарҙа ҡарап тейешле ауырлыҡҡа еткерҙе. Яңы тыуған сабыйҙар санавиация менән Мәсетле районынан килтерелгән. Башта уларҙың ауырлығы 1 кг 800 грамм була. Әммә табиптарҙың тырышлығы менән сабыйҙар күҙгә күренеп үҫә башлай. Аҙна аҙағында улар дауахананан әсәләре менән бергә өйҙәренә ҡайтасаҡ. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү һәм медицна хеҙмәтләндереүе нисек ойошторолған?
