ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 984
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-17 أيام
-1430 أيام
أرشيف المشاركات
Башҡортостанда күсемһеҙ милек менән операцияларҙы сикләү ғаризалары 2,5 тапҡырға артты Республикала милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш күсемһеҙ милек килешеүҙәрен тыйыу осраҡтары ике ярым тапҡырға артҡан. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, 91 мең кеше ошо турала белгертеп ғариза яҙған. Бындай сикләүҙәр закон нигеҙендә ҡаралған һәм мутлашыусыларҙан һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Ғариза яҙыу менән күсемһеҙ милектең дәүләт реестрында тейешле билдәләр ҡуйыла.

Алдағы төндә Башҡортостанда йәнә һыуыҡтар көтөлә Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы 23-28 градусҡа етә, ә аяҙайтҡанда урыны менән 30, хатта 35 градусҡа тиклем түбәнәйә. Синоптиктар һыуыҡтарҙы республиканың материкка күскән арктик антициклонына бәйләй. Белгестәр фекеренсә, уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 9-12 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. Бөгөн дә республикала сатлама һыуыҡтар күҙәтелә.

Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, тоғро Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.

Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Ғинуарҙан ике ҡатлы учреждениела педиатрҙар ҡабул итә, диагностика кабинеттары эшләй. Яңауылға эш барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы балалар сәнғәт мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Капиталь ремонт үткәрелгән бинала малай-ҡыҙҙҙарға йыр -бейеү, ижади һөнәрҙәр үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы хәтер сараһы үтте Күренекле шағир, мәғрифәтсе һәм дин әһеле иҫтәлегенә. Өфөлә Ғәли Соҡорой-Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер сараһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған осрашыуҙа ғалимдар, тарихсылар, филологтар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып, шәхестең тормош юлы, ижады, ҡулъяҙмалары тураһында фекер алышты.

Саҡмағош районы үҙәгендә «Арт.Кәсептәр» тип исемләнгән яңы оҫтахана асылды Ижади проект муниципалитет ярҙамында тормошҡа ашырыла. Урындағы хакимиәт етәкселеге ҡул эштәре оҫталары Нәфисә Ғилметдинова менән Ләйсән Низаметдинованың башланғысын хуплап, бина мәсьәләһен хәл иткән. Үҙәктә кейеҙ баҫыу, сигеү, тегеү, ағас семәрләү кеүек шөғөлдәрҙе үҙләштерергә мөмкин, күп төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йәрминкәләр уҙғарыу ҡаралған.

Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған. Улар Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан планлы тикшереүҙәрҙең береһендә асыҡлаған. Лаборатор тикшеренеүҙәр ҙә антибиотиктарҙың норманан күпкә юғарыраҡ булыуын асыҡлаған.

Шаран районының тағы ла ике ауылы урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашырға ҡарар итте Ошо уңайҙан Дмитриева Поляна менән Тархан ауылдарының «Еңеү төйөнө» ирекмәндәр клубы ағзалары махсус хәрби операция биләмәһенә маскировка селтәрҙәре үреү, йылы билбау, мендәрҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләү ойошторҙо. Һәр эште берҙәм башҡарырға өйрәнгән биләмә халҡы урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында быйыл Тархан ауылындағы Йылға урамына ҡырсынташ түшәргә ниәтләй.

Башҡортостан тәжрибәһе коррупцияға ҡаршы көрәштә уңышлы миҫал тип танылды Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәш милли маҡсатҡа тиң, ә махсус хәрби операция осоронда уның әһәмиәте тағы ла арта. «Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» генераль директоры Алексей Мухин докладында билдәләүенсә, хоҡуҡ һаҡсылары һәм урындағы власть органдары берҙәм йүнәлештә эшләгәндә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.

Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал. Республика башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, үҙәкте яңыртыу мөһимлеген белдерҙе. 1970 йылда төҙөлгән бинала ҙур һәм бәләкәй тамаша залдары, фотогалерея, тауыш яҙҙырыу студияһы һәм китапхана урынлашҡан.

Александр Бабаков Радий Хәбировтың эшен юғары баһаланы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһының беренсе урынбаҫары, өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков менән осрашты. Көн тәртибендә яҡтар Башҡортостан менән Рәсәй парламенты хеҙмәттәшлеге, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм спорт йүнәлешендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле һорауҙарға туҡталды.

Башҡортостанда «Гос Старт» йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумы үтте Ҡоро отчеттар заманы үтте. Уның урынына йәнле аралашыу, фекер алышыу. Был турала Радий Хәбиров «Патриот» паркында үткән йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумында белдерҙе. «Гос Старт» тип исемләнгән йыйында тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Бөгөн форумдың йомғаҡлау көнө үтте.

Баймаҡ районында махсус операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ат сабышы үтте Геройҙы хөрмәтләп. Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында 30-ға яҡын һыбайлы махсус хәрби операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ойошторолған ат сабышында ҡатнашты. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Ишембайҙың «Благодарим» ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа дронға ҡаршы япмалар оҙата Ишембай ҡалаһының «Благодарим» ирекмәндәр хәрәкәте гуманитар ылау ебәрелгән һайын йөҙҙән ашыу дронға ҡаршы һаҡланыу саралары оҙата. Алғы һыҙыҡта тепловизорҙан һаҡлаусы япмаға ихтыяж юғары. Улар яугирҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итә. Хәйриә эшен уңышлы алып барған ирекмәндәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.

Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һалдаттар ғаиләләре, балалары менән бергә ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, мәктәп уҡыусылары алдында батырлыҡ дәрестәре уҙғарған. Тыуған ерҙән көс туплап, малай-ҡыҙҙарҙан йылы йөкмәткеле хаттар, яуҙаштарына ғаиләләренән исемле посылкалар алып Донбасҡа алғы һыҙыҡҡа юл тота.

Дмитриевка уҡыусылары «Бәхет әфлисуны» акцияһы менән йортһоҙ хайуандарға ярҙам итә «Бәхет әфлисуны» Мәктәп уҡыусыһынан социаль хәйриә проекты. Уны Өфө районы Дмитриевка ауылы мәктәбе уҡыусыһы Камилә Хөсәйенова дуҫтары һәм мәктәп уҡыусылары ярҙамында тормошҡа ашырған. Урамда ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.

Башҡортостан башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен өйрәнә башланы Башҡортса һүҙҙәр менән ролик рәсми аккаунттарға һалынған. Тәүге һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр-«Һыуыҡ», «Ныҡ һыуыҡ» һәм «Бөгөн ныҡ һыуыҡ». Акаунтҡа яҙылыусыларға һүҙҙәрҙе ҡабатларға тәҡдим ителә. Уларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова уҡый

Ҡытайға рапс майы экспортлау 60 процентҡа артҡан Республиканан сит илгә 15 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған. Экспортҡа оҙатылыр алдынан рапс майы лабораторияларҙа етди тикшереү үтә. Белгестәр әйтеүенсә, сеймалдың сифатын күҙәтеү сәсеүлектәрҙә үк башлана.

«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн уҡыуҙар башланды Ике көн дауам иткән форумда 35 йәшкә тиклем белгестәр идара итеү системаһында белемен камиллаштырып оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Эшлекле майҙансыҡта йәш етәәкселәрҙең уңышлы проекттары презентацияһы үтә, власть органдары етәкселәре менән аралашыу ойошторола.

Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрендә контракт буйынса хеҙмәткә студенттар ҙа ҡабул ителә Пилотһыҙ системалар ғәскәрендәге хеҙмәткә контракт төҙөүсе студенттар академик отпускка иҫәп тотоу хоҡуғына эйә. Хәрби хеҙмәттән һуң улар түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсә ала. Был турала республиканың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү башланды. Төбәк уҡыу йорттарында пилотһыҙ осоу аппаратына идара итеү операторы һөнәренә уҡыу мөмкинлеге бар.