БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше2 022
Подписчики
Нет данных24 часа
-37 дней
-830 день
Архив постов
2 022
Шишмә районы десантсылары махсус хәрби операцияға ярҙам итә
Әлеге ваҡытта урындағы Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандары союзы алғы һыҙыҡтағыларға ике машина - Нива менән Уаз әҙерләй. Техниканы ремонтлағандан һуң, ул республиканан оҙатыласаҡ гуманитар ылау составында ил һағында торған яҡташтарыбыҙға еткереләсәк.
2 022
Башҡортостанда йәшәгән 472 мең ғаиләнең һәр һигеҙенсеһе күп балалы
Ишле ғаиләләр буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын үҫтереү, Халыҡ-ара «Китап» байрамына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы.
2 022
Башҡортостанда «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бер юлы 6 поликлиника төҙөлә
Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Медицина учреждениелары Благовещен, Яңауыл, Учалы, Әбйәлил, Асҡын һәм Баҡалы райондарында сафҡа индерелә, объекттарҙың дүртәүһе балалар поликлиникаһы. Бер үк ваҡытта Өфө поликлиникалары яңыртыла, төҙөкләндереү тулыһынса республика бюджеты иҫәбенә алып барыла. Һуңғы йылдарҙа беренсел звеноның ландшафтын тулыһынса үҙгәртеү, ошо маҡсатҡа федераль финанстарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге булды. Халыҡтың һаулығын һаҡлау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала, тип билдәләне Радий Хәбиров.
2 022
Өфөлә 10 июнгә тиклем Совет майҙанына яҡын урамдар ябыла
30 майҙан бында "Китап Байрам" халыҡ-ара йәрминкәһе уҙғарыла. 5 июндән 8 июнгә тиклем Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале була. Ошо сараларға бәйле майҙанға яҡын урындарҙа машиналар йөрөшө сикләнә.
2 022
Башҡорт әҙәбиәтенә ижадсылар әҙерләүсе түңәрәк үҙенең 90 йыллығын билдәләй
«Шоңҡар» ижади берләшмәһе шағир, яҙыусы, журналист һәм ғалимдар әҙерләүсе мәккә. Мостай Кәрим, Сәғит Агиш, Һәҙиә Дәүләтшина, Рауил Бикбаев, Гөлназ Ҡотоева, Гөлфиә Янбаева кеүек билдәле әҙиптәр тап ошо ижади коллективта ҡанат нығытҡан. Ул бөгөн дә яңы исемдәр асыуын дауам итә. «Шоңҡарҙар» билдәләүенсә, 90 йыллыҡ юбилей ябай дата ғына түгел, ә ижад, илһам талантлы шағир-яҙыусыларҙың быуындар күсәгилешлеген бәйләгән тотош дәүер.
2 022
«Саптар» хореография студияһына – 10 йыл
«Торатау» Конгресс-холында Радик Бакиров етәкселегендә «Саптар» өлгөлө хореография студияһының - 10 йыллығы уңайынан юбилей концерты уҙҙы.
Бынан тиҫтә йыл элек ҙур сәхнәгә аяҡ баҫҡан коллективтың йөрәге Баймаҡ ҡалаһында. Саптар»ҙар баш ҡалала үҙҙҙәренең сағыу, халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған номерҙары менән сығыш яһаны. Хореография өлкәһендә көслө һәм үҫешкән мәктәптә балалар бәләкәйҙән илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә.
2 022
Бөрө районында Ағиҙел йылғаһына ҡыҙыл китапҡа ингән 21 мең уҡбалыҡ ебәрелде
Улар Башҡортостанға Мәскәү өлкәһенән Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында килтерелгән. Уҡбалыҡтар бикре тоҡомло ыуылдыҡтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән махсус предприятиела үрсетелгән. Тәбиғи шарттарҙа уларға йәшәүе ауыр, шуға күрә яһалма шарттарҙа үрсетелеп, артабан йылғаға сығарыу - һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙы тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала.
2 022
Башҡортостандан Донбассҡа 150-се юбилей ылауы оҙатылды
Яугирҙар өсөн адреслы ярҙам Республика Башлығы ҡушыуы буйынса тупланған. Гуманитар конвойҙы йыйыуҙа Башҡортостан Башлығы хакимиәте, дәүләт органдары, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ярҙам күрһәткән. Махсус хәрби операция башланғандан алып республиканан алғы һыҙыҡҡа 17 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам ебәрелгән.
2 022
Башҡортостан яугирҙары сираттағы хәрби бурысын үтәргә китте
Ике аҙналыҡ ялдан һуң Башҡоротостандан мобилизацияланыусы ир-егеттәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы тантаналы оҙатыу «Өфө-арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы.
2 022
Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса программа әҙерләнгән
Ул ауылдарҙа спорт инфраструктураһын яҡшыртыуға, ауыл йәштәрен спортҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелә. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн өс йылда 840 миллион һум тотонола. - Халыҡ өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырыу - өҫтөнлөклө бурыс, тип белдерҙе Вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов.
2 022
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Быйыл мәртәбәле бәйгенең финалына 53 ауыл сыҡҡайны, уларҙың 12-һе дүрт номинацияла еңеүсе тип танылып, аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Проектта ҡатнашып, барыһына ла өлгө күрһәткән замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
2 022
"Салауат Юлаев" ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой менән контрактты оҙайтты
Килешеү ике йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгелдә 22 йәшлек хоккейсы юлаевсылар өсөн 28 осрашыу уҙғарҙы. Өфө командаһы лигала бронза миҙалдар яуланы.
2 022
Урал аръяғы урмандарына инеү тыйыла
Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәләрендә сикләү ҡабул ителә. 26 майҙан 15 июнгә тиклем, туристарға һәм һунарсыларға инеү тыйыла. Шулай уҡ транспорт менән үтергә ярамай. Сикләү янғын хәүефе ҙур булыуына бәйле, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Биләмәләрҙә махсус патруль төркөмдәр дежур итәсәк.
2 022
1 сентябргә тиклем 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж яңыртыла
Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау буйынса дәүләт программаһы ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә контракттар төҙөлгән, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Уның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә.
2 022
Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡтың уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты
Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһының уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты. Уны “Дозор” ил сиге һаҡсылары ветерандары ойошторҙо.
2 022
Фәнүзә Баһауетдинова тыуған яғында ижадташтары менән осрашты
Һөйләр һүҙем бар. «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мәхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинованың тыуған яғы - Стәрлебаш районында хеҙмәттәштәре һәм ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында ойошторолған кисә шулай тип аталды.
2 022
Езидтар милли-мәҙәни үҙәгенән МХО яугирҙарына гуманитар ярҙам
Республикака халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Рож» Езиидтар милли-мәҙәни үҙәгенән махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам. Был ярҙамды мили-мәҙәни ойошма вәкилдәре махсус хәрби операция башланғандан алып туллап алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға ебәрә.Маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм аҙыҡ-түлектән тыш, был буханка--уазик фронтҡа оҙатыла.
2 022
Әбйәлилдә Салауат ятҡылығы буйынса халыҡ менән осрашыу үтте
Әбйәлил районында экологтар, биологтар һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә абруй ҡаҙанған белгестәр халыҡ менән осрашты. Район үҙәге Асҡарҙа йәштәр йортонда ла ирҙәр ҡоро уҙҙы. Был хаҡта турылаҡ киләһе яҙмала.
2 022
Өфө Халыҡ-ара «ЗаБег.РФ» ярым марафонына ҡушылды
Быйыл еңел атлетика буйынса күләмле сара 9-сы йыл рәттән ойошторола. Забег.РФ - илдә иң ҙур спорт сараларының береһе. Быйыл ул Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Өфө ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Стартҡа 3 мең 800 кеше сыҡты.
2 022
Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте
Быйылғы уҡыу йылын республикала 16 мең ун беренсе һәм 51 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамланы. Тантаналы линейкаларҙа уҡытыусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм һөнәр һайлау көтә.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
