БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше1 970
Подписчики
Нет данных24 часа
-77 дней
-1930 дней
Архив постов
1 970
"Салауат Юлаев" ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой менән контрактты оҙайтты
Килешеү ике йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгелдә 22 йәшлек хоккейсы юлаевсылар өсөн 28 осрашыу уҙғарҙы. Өфө командаһы лигала бронза миҙалдар яуланы.
1 970
Урал аръяғы урмандарына инеү тыйыла
Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәләрендә сикләү ҡабул ителә. 26 майҙан 15 июнгә тиклем, туристарға һәм һунарсыларға инеү тыйыла. Шулай уҡ транспорт менән үтергә ярамай. Сикләү янғын хәүефе ҙур булыуына бәйле, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Биләмәләрҙә махсус патруль төркөмдәр дежур итәсәк.
1 970
1 сентябргә тиклем 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж яңыртыла
Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау буйынса дәүләт программаһы ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә контракттар төҙөлгән, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Уның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә.
1 970
Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡтың уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты
Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһының уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты. Уны “Дозор” ил сиге һаҡсылары ветерандары ойошторҙо.
1 970
Фәнүзә Баһауетдинова тыуған яғында ижадташтары менән осрашты
Һөйләр һүҙем бар. «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мәхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинованың тыуған яғы - Стәрлебаш районында хеҙмәттәштәре һәм ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында ойошторолған кисә шулай тип аталды.
1 970
Езидтар милли-мәҙәни үҙәгенән МХО яугирҙарына гуманитар ярҙам
Республикака халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Рож» Езиидтар милли-мәҙәни үҙәгенән махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам. Был ярҙамды мили-мәҙәни ойошма вәкилдәре махсус хәрби операция башланғандан алып туллап алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға ебәрә.Маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм аҙыҡ-түлектән тыш, был буханка--уазик фронтҡа оҙатыла.
1 970
Әбйәлилдә Салауат ятҡылығы буйынса халыҡ менән осрашыу үтте
Әбйәлил районында экологтар, биологтар һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә абруй ҡаҙанған белгестәр халыҡ менән осрашты. Район үҙәге Асҡарҙа йәштәр йортонда ла ирҙәр ҡоро уҙҙы. Был хаҡта турылаҡ киләһе яҙмала.
1 970
Өфө Халыҡ-ара «ЗаБег.РФ» ярым марафонына ҡушылды
Быйыл еңел атлетика буйынса күләмле сара 9-сы йыл рәттән ойошторола. Забег.РФ - илдә иң ҙур спорт сараларының береһе. Быйыл ул Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Өфө ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Стартҡа 3 мең 800 кеше сыҡты.
1 970
Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте
Быйылғы уҡыу йылын республикала 16 мең ун беренсе һәм 51 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамланы. Тантаналы линейкаларҙа уҡытыусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм һөнәр һайлау көтә.
1 970
Башҡортостанда Шәйхзада Бабич исемендәге премия алыуға ғаризалар ҡабул ителә
Республика конкурсы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә уҙғарыла. Йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, премия ике йылға бер тапҡыр йәш яҙыусы, рәссам, артист, музыкант һәм режиссерҙарға бирелә. Документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Шәйхзада Бабич исемендәге премияның суммаһы Радий Хәбиров ҡарары менән ярты миллион һумға еткерелде.
1 970
Башҡортостанда сығарылыш уҡыусылары мәктәп менән хушлаша
Бөгөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы уҙа. Мәктәптәрҙә уҡыусылары өсөн тантаналы саралар ойошторола. Быйыл 50 меңдән ашыу уҡыусы 9-ынсы, 15 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ 11-се класты тамамлай.
1 970
Яңауыл районында Энергетик ауылына илткән юлда асфальт һалына
3 километр тәртипкә килтерелә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Ремонтты быйыл тамамлау көтөлә, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Быйыл милли проект буйынса 680 километр юлды төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйыла.
1 970
Ғилемгә тәүге аҙым: балалар күренекле башҡорт ғалимдары менән таныша
Үҫмерҙәр өсөн өр-яңы проект! «Тамыр»телеканалының мөһим йүнәлеше - үҫеп килеүсе быуынды патриотик яҡтан тәрбиәләү. Шуға ла»Бишек» коммерция булмаған ойошмаһы менән берлектә йәш тикшеренеүселәр өсөн билдәле башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимов исемендәге «Асыш» медиапроекты ойошторолдо. «Родина» кинотеатрында Баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары өсөн күренекле ғалимдар тураһында документаль фильмдарҙың исем туйы үтте
1 970
Башҡортостанда студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестры асылды
Өфөнөң Аксаков паркында үткән байрамда һәр отрядҡа хеҙмәт урындарына юллама тапшырылды. Йәштәр байрамында республиканың бөтә студент отрядтары ҡатнашты. Быйыл республиканың студент отрядтары хәрәкәте ун йыллығын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә унда ҡатнашыусылар һаны алты меңгә тиклем артҡан. Йыл аҙағына күрһәткесте 9 меңгә еткереү бурысы ҡуйылған.
1 970
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы ойошторолоуға ике йыл
Ойошманың эш йүнәлештәре күп яҡлы: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү, медик-психологик реабилитация, реабилитацияның техник саралары менән тәьмин итеү, юридик мәсьәләләр, торлаҡ биналарҙы яраҡлаштырыу һәм башҡалар. 2023 йылда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең проблемалары менән 40 социаль координатор шөғөлләнһә, бөгөн улар 107. Төбәк филиалының функциялары ла киңәйә. Хеҙмәткәрҙәр махсу схәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү менән әүҙем шөғөлләнә башлай.
1 970
Йәмәғәт контроле көсәйә: Әбйәлилдәге комбинат төҙөлөшө халыҡ күҙәтеүендә
Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө ихтималлығына бәйле хәл йәмәғәт күҙәтеүенә алынасаҡ, айырым совет булдырыла. Был турала бөгөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев менән осрашыуында билдәләне.
1 970
Башҡортостанда юлдар яңырыуы туристик ағымға этәргес бирә
Республика юл инфраструктураһының яңырыуы төбәк туризмы үҫешен дә яйға һала. Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында алып барылған төҙөлөш эштәре урындағы тәбиғәт һәйкәлдәренә юл аса. Архангел районының Абҙан шарлауығы ял көндәрендә генә туғыҙ меңләп кешене ҡабул итә.
1 970
Башҡортостан сәнәғәт күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбендә
Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан менән бер рәттән сәнәғәт производствоһының тотороҡло күрһәткестәренә өлгәште. Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге әҙерләгән доклад йомғаҡтары буйынса ошондай һығымта яһалды. Эш 2025 йылдың яҙында Рәсәй субъекттарында сәнәғәт производствоһы торошон анализлауға арналған.
1 970
Башҡортостанда авария хәүефе ҙур булған юл участкаларына иғтибар арта
Дәүләт автоинспекцияһы "Ҡаршы һыҙат" тигән операция башланы. Ул 28 майға тиклем дауам итә. Баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдереүенсә, республика юлдарында һәләк булыу осраҡтарының 25 проценты машинаның ҡаршы һыҙатҡа сығып аварияға тарыуы менән бәйле. - Юл билдәләренә иғтибар итергә, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә кәрәк, - тине ул.
1 970
Өфөнөң «Мирас» йыр һәм бейеү ансамбле ижад миҙгелен сағыу концерт менән тамамланы
Ҡала мәҙәниәт һарайындағы сара аншлаг менән үтте. Быйыл коллектив Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәй мәҙәниәттәренең берҙәмлегенә арналған махсус программа тәҡдим итте. «Офицерҙар» хор йырының премьераһын тамашасылар баҫып тыңланы. Миҙгелдең тағы бер премьераһы - ҡалмыҡ бейеүе. Был миҙгелдә коллектив «Беҙ - Рәсәй» федераль проекты буйынса, Татарстанда һәм Төмән өлкәһендә гастролдәрҙә уңышлы сығыш яһай.
