ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 022
订阅者
无数据24 小时
-37
-830
帖子存档
Шишмә районы десантсылары махсус хәрби операцияға ярҙам итә Әлеге ваҡытта урындағы Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандары союзы алғы һыҙыҡтағыларға ике машина - Нива менән Уаз әҙерләй. Техниканы ремонтлағандан һуң, ул республиканан оҙатыласаҡ гуманитар ылау составында ил һағында торған яҡташтарыбыҙға еткереләсәк.

Башҡортостанда йәшәгән 472 мең ғаиләнең һәр һигеҙенсеһе күп балалы Ишле ғаиләләр буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын үҫтереү, Халыҡ-ара «Китап» байрамына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы.

Башҡортостанда «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бер юлы 6 поликлиника төҙөлә Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Медицина учреждениелары Благовещен, Яңауыл, Учалы, Әбйәлил, Асҡын һәм Баҡалы райондарында сафҡа индерелә, объекттарҙың дүртәүһе балалар поликлиникаһы. Бер үк ваҡытта Өфө поликлиникалары яңыртыла, төҙөкләндереү тулыһынса республика бюджеты иҫәбенә алып барыла. Һуңғы йылдарҙа беренсел звеноның ландшафтын тулыһынса үҙгәртеү, ошо маҡсатҡа федераль финанстарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге булды. Халыҡтың һаулығын һаҡлау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Өфөлә 10 июнгә тиклем Совет майҙанына яҡын урамдар ябыла 30 майҙан бында "Китап Байрам" халыҡ-ара йәрминкәһе уҙғарыла. 5 июнд
Өфөлә 10 июнгә тиклем Совет майҙанына яҡын урамдар ябыла 30 майҙан бында "Китап Байрам" халыҡ-ара йәрминкәһе уҙғарыла. 5 июндән 8 июнгә тиклем Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале була. Ошо сараларға бәйле майҙанға яҡын урындарҙа машиналар йөрөшө сикләнә.

Башҡорт әҙәбиәтенә ижадсылар әҙерләүсе түңәрәк үҙенең 90 йыллығын билдәләй «Шоңҡар» ижади берләшмәһе шағир, яҙыусы, журналист һәм ғалимдар әҙерләүсе мәккә. Мостай Кәрим, Сәғит Агиш, Һәҙиә Дәүләтшина, Рауил Бикбаев, Гөлназ Ҡотоева, Гөлфиә Янбаева кеүек билдәле әҙиптәр тап ошо ижади коллективта ҡанат нығытҡан. Ул бөгөн дә яңы исемдәр асыуын дауам итә. «Шоңҡарҙар» билдәләүенсә, 90 йыллыҡ юбилей ябай дата ғына түгел, ә ижад, илһам талантлы шағир-яҙыусыларҙың быуындар күсәгилешлеген бәйләгән тотош дәүер.

«Саптар» хореография студияһына – 10 йыл «Торатау» Конгресс-холында Радик Бакиров етәкселегендә «Саптар» өлгөлө хореография студияһының - 10 йыллығы уңайынан юбилей концерты уҙҙы. Бынан тиҫтә йыл элек ҙур сәхнәгә аяҡ баҫҡан коллективтың йөрәге Баймаҡ ҡалаһында. Саптар»ҙар баш ҡалала үҙҙҙәренең сағыу, халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған номерҙары менән сығыш яһаны. Хореография өлкәһендә көслө һәм үҫешкән мәктәптә балалар бәләкәйҙән илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә.

Бөрө районында Ағиҙел йылғаһына ҡыҙыл китапҡа ингән 21 мең уҡбалыҡ ебәрелде Улар Башҡортостанға Мәскәү өлкәһенән Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында килтерелгән. Уҡбалыҡтар бикре тоҡомло ыуылдыҡтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән махсус предприятиела үрсетелгән. Тәбиғи шарттарҙа уларға йәшәүе ауыр, шуға күрә яһалма шарттарҙа үрсетелеп, артабан йылғаға сығарыу - һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙы тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала.

Башҡортостандан Донбассҡа 150-се юбилей ылауы оҙатылды Яугирҙар өсөн адреслы ярҙам Республика Башлығы ҡушыуы буйынса тупланған. Гуманитар конвойҙы йыйыуҙа Башҡортостан Башлығы хакимиәте, дәүләт органдары, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ярҙам күрһәткән. Махсус хәрби операция башланғандан алып республиканан алғы һыҙыҡҡа 17 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам ебәрелгән.

Башҡортостан яугирҙары сираттағы хәрби бурысын үтәргә китте Ике аҙналыҡ ялдан һуң Башҡоротостандан мобилизацияланыусы ир-егеттәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы тантаналы оҙатыу «Өфө-арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы.

Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса программа әҙерләнгән Ул ауылдарҙа спорт инфраструктураһын яҡшырты
Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса программа әҙерләнгән Ул ауылдарҙа спорт инфраструктураһын яҡшыртыуға, ауыл йәштәрен спортҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелә. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн өс йылда 840 миллион һум тотонола. - Халыҡ өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырыу - өҫтөнлөклө бурыс, тип белдерҙе Вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов.

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре билдәләнде Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Быйыл мәртәбәле бәйгенең финалына 53 ауыл сыҡҡайны, уларҙың 12-һе дүрт номинацияла еңеүсе тип танылып, аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Проектта ҡатнашып, барыһына ла өлгө күрһәткән замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

"Салауат Юлаев" ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой менән контрактты оҙайтты Килешеү ике йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгелдә 22 йәшлек х
"Салауат Юлаев" ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой менән контрактты оҙайтты Килешеү ике йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгелдә 22 йәшлек хоккейсы юлаевсылар өсөн 28 осрашыу уҙғарҙы. Өфө командаһы лигала бронза миҙалдар яуланы.

Урал аръяғы урмандарына инеү тыйыла Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәләрендә сикләү ҡабул ителә. 26 майҙан 15
Урал аръяғы урмандарына инеү тыйыла Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәләрендә сикләү ҡабул ителә. 26 майҙан 15 июнгә тиклем, туристарға һәм һунарсыларға инеү тыйыла. Шулай уҡ транспорт менән үтергә ярамай. Сикләү янғын хәүефе ҙур булыуына бәйле, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Биләмәләрҙә махсус патруль төркөмдәр дежур итәсәк.

1 сентябргә тиклем 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж яңыртыла Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау буйынса дәүләт
1 сентябргә тиклем 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж яңыртыла Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау буйынса дәүләт программаһы ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә контракттар төҙөлгән, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Уның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә.

Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡтың уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһының уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты. Уны “Дозор” ил сиге һаҡсылары ветерандары ойошторҙо.

Фәнүзә Баһауетдинова тыуған яғында ижадташтары менән осрашты Һөйләр һүҙем бар. «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мәхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинованың тыуған яғы - Стәрлебаш районында хеҙмәттәштәре һәм ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында ойошторолған кисә шулай тип аталды.

Езидтар милли-мәҙәни үҙәгенән МХО яугирҙарына гуманитар ярҙам Республикака халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Рож» Езиидтар милли-мәҙәни үҙәгенән махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам. Был ярҙамды мили-мәҙәни ойошма вәкилдәре махсус хәрби операция башланғандан алып туллап алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға ебәрә.Маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм аҙыҡ-түлектән тыш, был буханка--уазик фронтҡа оҙатыла.

Әбйәлилдә Салауат ятҡылығы буйынса халыҡ менән осрашыу үтте Әбйәлил районында экологтар, биологтар һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә абруй ҡаҙанған белгестәр халыҡ менән осрашты. Район үҙәге Асҡарҙа йәштәр йортонда ла ирҙәр ҡоро уҙҙы. Был хаҡта турылаҡ киләһе яҙмала.

Өфө Халыҡ-ара «ЗаБег.РФ» ярым марафонына ҡушылды Быйыл еңел атлетика буйынса күләмле сара 9-сы йыл рәттән ойошторола. Забег.РФ - илдә иң ҙур спорт сараларының береһе. Быйыл ул Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Өфө ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Стартҡа 3 мең 800 кеше сыҡты.

Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте Быйылғы уҡыу йылын республикала 16 мең ун беренсе һәм 51 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамланы. Тантаналы линейкаларҙа уҡытыусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм һөнәр һайлау көтә.