613
Подписчики
+124 часа
+17 дней
-730 день
Архив постов
+6
🦆Ҡоштар атласы төҙөлә
🦅Өфөлә Ҡоштар атласын төҙөү буйынса эш башланған. Был баҫмала орнитологтар тарафынан 215 ҡош төрө тураһында 8 йыл дауамында тупланған ғилми мәғлүмәт урын аласаҡ.
🐦⬛ Проектты Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау берлеге белгестәре бойомға ашыра.
🦉 Тәҡдим ителгән был матур фотоларҙы Башҡортостанда Илья Бурыкин төшөрөп алған.
📌“Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә – 95 йәш тула.
Ошо айҡанлы 19 февраль көнө 14.00 сәғәттә баҫманың юбилейына арналған байрам ойошторола.
Гәзит барлыҡ дуҫтарын көтөп ҡала!📍Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана. Программала: * концерт номерҙары * йәш хәбәрселәргә танытмалар тапшырыу * гәзиттең ветерандары менән осрашыу * йыл лауреаттарын ҡотлау * гәзиткә яҙылыу * уйындар, бүләктәр, оҫталыҡ дәресе * күргәҙмә, һатыу-һатып алыу 0+
Әкиәт һымаҡ итеп ҡараныҡ бынау видеоны. Авторы - туған телебеҙҙе Мәскәү башҡорттарына шулай ҡыҙыҡлы итеп өйрәтеүсе Ләйсән Әхмәҙуллина.
Бөгөн сәғәт 16.30-ҙа айыу бал урларға килә, ти:
"Салауат Юлаев"⚡
"Локомотив"
Видеоларға ҡарағанда, ике яҡ та бал өсөн талашҡа етди әҙерләнгән, буғай ❤️🔥
🌐 Өфө фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО кафедраһы асыла.
"Парижда ғаризаны хупланылар һәм тиҙҙән беҙҙең вузда геопарктар буйынса халыҡ-ара кимәлдәге белгестәрҙе әҙерләй башлаясаҡтар. Ошо арала был турала килешеү төҙөйбөҙ",- тип хәбәр итте сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 🔴 Яңы кафедра - ӨФТУ һәм "Янғантау" геопаркының проекты. Уны асыуҙы Ҡытай, Вьетнам, Уругвай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Гана, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан хуплап сыҡҡан. 🔴 Өфө фән һәм технологиялар университетында беҙҙең уҡытыусылар менән бергә геология, биология, тарих, лингвистика, экологик хәүефһеҙлек буйынса төрлө илдәрҙән белгестәр эшләйәсәк. 🔴 Кадрҙар әҙерләүҙән тыш, кафедра геологик һәм экологик күп төрлөлөктө һаҡлау, тотороҡло туризм һәм этномәҙәни берҙәйлекте һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк. 🔴 Республика етәксеһе геопарктар буйынса белгестәр әҙерләү кафедраһы халыҡ-ара кимәлдә иң яҡшыларҙан булыр, тигән ышанысын белдергән.
🌐 Әбйәлил районы Тупаҡ ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған бәйге уҙғарылған.
✳️Сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Бөрйән, Учалы, Ғафури, Белорет, Архангел райондарынан һәм Силәбе, Ырымбур өлкәләренән ҡатнашыусылар йыйылды.
✳️Бәйгелә йөҙҙән ашыу ат сабышҡан, "Ылаҡ" уйыны ла ойошторолған.
✳️ Күркәм сара тураһында Руслан Хәлилов видеоһы.
Эй, кеше! Ошо юлдарҙы уҡыһаң, башыңды күтәреп күккә ҡара🩵 һәм күргәнең менән бүлеш!
Көнөгөҙ шатлыҡҡа тулы булһын!
📌 Операция яһау бүлмәһенә иң беренсе булып ингән һәм иң һуңғы булып сыҡҡан кеше кем булыуын беләһегеҙме? Ул - операция шәфҡәт туташы.
🎉Бөгөн улар үҙенең һөнәри байрамын билдәләй: 15 федераль - Халыҡ-ара операция шәфҡәт туташы көнө.
✅Башҡортостанда барлығы 854 операция шәфҡәт туташы эшләй. Уларҙың һәр береһе хирургтарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡайһы секундта нимә кәрәк булыуын бер һүҙһеҙ аңлап, етеҙ эш иткән оҫталар.
Барлыҡ операция шәфҡәт туташтарын ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! 🌹🌹🌹
🟥ӘБЙӘЛИЛДӘР ШУЛАЙ УЛ
🔸Тик әбйәлилдәр генә бер һүҙ менән күпте аңдата ала:
🔹яҡ – юҡ тигәндә,
🔹яҡ – ут тоҡандыр тигәндә,
🔹яҡ – яғыңа тондорайым тигәндә,
🔹яҡ – теяҡҡамы, быяҡҡамы барғанда.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: һыуҙы ижау менән эсә.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: бетте икмәк ашай.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: дамбал кейә.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: иртАнсАҡ менән тора.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: көмөш ҡалаҡ менән уәринйә ашай.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: кешене холҡона ҡарап айыра белә:
🔹Нимтуй – ауыҙынан ял теләгән наҙан кеше,
🔹Баҫымсаҡ – баҫалҡы кеше,
🔹Ендеғужа – киҙ көйөп барған кеше,
🔹Күҙҙе бүкән – иҫәпкә бар, һанға юҡ кеше,
🔹Өтөк – ҡабалан кеше,
🔹Сөрәкә баш – аҡылһыҙ кеше,
🔹Ялбырҙаҡ – ҡунаҡсыл.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: әгүрсә үҫтерә.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: тамағысә, утыра, тажырайя, йоҡтай, аҫҡандай.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: ҡомған менән тәһәрәт ала.
🔸Тик әбйәлилдәр генә: әсей, атый, апый, ағый тей.
🔸Тик әбйәлилдәрҙә генә: апа – ҡатын түгел, ә ир кеше!
🔸Тик әбйәлилдәр генә: Баймаҡтарға кейәүгә сыҡмай (шайтты тей!)
🔸Тик әбйәлилдәрҙә генә: гурыт йәки Мәғнит - Магнитогорск, ҡала йәки завут - Белорет
🔵Быларҙы яҙғанса, күкрәк баймаҡтарҙыҡы шикелде була яҙҙы 😁
📌ТАҒЫ ЛА ТИК ӘБЙӘЛИЛСӘ НИМӘ БЕЛӘҢ? ЯҘ!
"Теге ней" төркөмөнән.
+3
➡️Дыуан районындағы Сабаҡай ҡаяһы.
✔️Бында "Вечный зов" фильмы төшөрөлгән, ҡая унда Звенигора тип йөрөтөлә.
✳️Ялдарығыҙ күңелле үтһен!🥳
Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов тураһында документаль фильм.
“Дан өсөн тыуғандар” (“Рождённые для славы”) трилогияһынан, 2005 йыл, “Башҡортостан” ДТРК-һы тарафынан төшөрөлгән.
+1
📌 Мәскәүҙәге "Рәсәй" Милли үҙәгендә Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында "Һинең юлдар" ("Пути твои") тип аталған фильм күрһәтелгән.
✅ Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙҙың рухи аталары тураһындағы документаль фильмды "Ватанды һаҡлаусылар" фонды башланғысы менән Рәсәй дин-ара совет һәм Интернетты үҫтереү институты менән берлектә төшөргәндәр.
✅ Был - фильм-сәйәхәт. Беҙҙең дин әһелдәре Өфөнән Донецкҡа гуманитар ярҙам алып бара, уларҙы фильм төшөрөүсе төркөм һәм актер Илья Глинников оҙата бара.
"Был уйлап ысын патриотлыҡ, дуҫлыҡ һәм дин ағалары тураһында уйлап сығарылмаған тарих. Алғы һыҙыҡта һәм тылда улар көн һайын рухи ҡаһарманлыҡ эшләй, көтөлгән еңеүҙе яҡынлаштырырға ярҙам итә. Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланам. Уларҙы Хоҙай һаҡлаһын. Оҙаҡ йәшәгеҙ!"- тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров.
📌Балалар баҡсаһында эшләгән йәш педагогтар Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итә ала.
✅1 февралдән БР Мәғариф һәм фән министрлығы ғаризалар ҡабул итә башлаған.
✅Конкурста өлкән тәрбиәсе, тәрбиәсе, педагог-психолог, уҡытыусы-логопед, уҡытыусы-дефектолог, музыка етәксеһе, физик культура буйынса инструктор булып 2 йылдан да кәм эшләмәгән, тулы ставка йөкләмә алған, 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала.
✅Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылдың 1 ғинуарындағы указына ярашлы, йыл һайын мәктәпкә тиклем белем биргән педагогтарға 575 мең һумлыҡ гранттар бирелә.
📌Документтар 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә.
"Улым "Шайморатов гҽнҽрал"ды өйрәнҽп маташа. Бҽҙгә 3 йәш",- тип яҙған сәхифәһендә Әлфиә Мырҙабаева. Күҙ теймәһен был батырға! ❤️
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
