uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-57 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
📌 Операция яһау бүлмәһенә иң беренсе булып ингән һәм иң һуңғы булып сыҡҡан кеше кем булыуын беләһегеҙме? Ул - операция шәфҡә
📌 Операция яһау бүлмәһенә иң беренсе булып ингән һәм иң һуңғы булып сыҡҡан кеше кем булыуын беләһегеҙме? Ул - операция шәфҡәт туташы. 🎉Бөгөн улар үҙенең һөнәри байрамын билдәләй: 15 федераль - Халыҡ-ара операция шәфҡәт туташы көнө. ✅Башҡортостанда барлығы 854 операция шәфҡәт туташы эшләй. Уларҙың һәр береһе хирургтарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡайһы секундта нимә кәрәк булыуын бер һүҙһеҙ аңлап, етеҙ эш иткән оҫталар. Барлыҡ операция шәфҡәт туташтарын ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! 🌹🌹🌹

Башҡорттар Ҡытай урамында бейей 🔥🔥🔥 Видео: "Аманат" милли бейеү халыҡ ансамбле.

Психолог Наҙгөл Ҡасимова Урал батыр характеры тураһында һөйләй. Килешәһегеҙме?

🟥ӘБЙӘЛИЛДӘР ШУЛАЙ УЛ 🔸Тик әбйәлилдәр генә бер һүҙ менән күпте аңдата ала: 🔹яҡ – юҡ тигәндә, 🔹яҡ – ут тоҡандыр тигәндә, 🔹яҡ – яғыңа тондорайым тигәндә, 🔹яҡ – теяҡҡамы, быяҡҡамы барғанда. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: һыуҙы ижау менән эсә. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: бетте икмәк ашай. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: дамбал кейә. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: иртАнсАҡ менән тора. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: көмөш ҡалаҡ менән уәринйә ашай. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: кешене холҡона ҡарап айыра белә: 🔹Нимтуй – ауыҙынан ял теләгән наҙан кеше, 🔹Баҫымсаҡ – баҫалҡы кеше, 🔹Ендеғужа – киҙ көйөп барған кеше, 🔹Күҙҙе бүкән – иҫәпкә бар, һанға юҡ кеше, 🔹Өтөк – ҡабалан кеше, 🔹Сөрәкә баш – аҡылһыҙ кеше, 🔹Ялбырҙаҡ – ҡунаҡсыл. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: әгүрсә үҫтерә. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: тамағысә, утыра, тажырайя, йоҡтай, аҫҡандай. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: ҡомған менән тәһәрәт ала. 🔸Тик әбйәлилдәр генә: әсей, атый, апый, ағый тей. 🔸Тик әбйәлилдәрҙә генә: апа – ҡатын түгел, ә ир кеше! 🔸Тик әбйәлилдәр генә: Баймаҡтарға кейәүгә сыҡмай (шайтты тей!) 🔸Тик әбйәлилдәрҙә генә: гурыт йәки Мәғнит - Магнитогорск, ҡала йәки завут - Белорет 🔵Быларҙы яҙғанса, күкрәк баймаҡтарҙыҡы шикелде була яҙҙы 😁 📌ТАҒЫ ЛА ТИК ӘБЙӘЛИЛСӘ НИМӘ БЕЛӘҢ? ЯҘ! "Теге ней" төркөмөнән.

➡️Дыуан районындағы Сабаҡай ҡаяһы. ✔️Бында "Вечный зов" фильмы төшөрөлгән, ҡая унда Звенигора тип йөрөтөлә. ✳️Ялдарығыҙ күңел
+3
➡️Дыуан районындағы Сабаҡай ҡаяһы. ✔️Бында "Вечный зов" фильмы төшөрөлгән, ҡая унда Звенигора тип йөрөтөлә. ✳️Ялдарығыҙ күңелле үтһен!🥳

Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов тураһында документаль фильм. “Дан өсөн тыуғандар” (“Рождённые для славы”) трилогияһынан, 2005 йыл, “Башҡортостан” ДТРК-һы тарафынан төшөрөлгән.

Киске сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥰

📌 Мәскәүҙәге "Рәсәй" Милли үҙәгендә Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында "Һинең юлдар" ("Пути твои") тип аталған фильм күр
+1
📌 Мәскәүҙәге "Рәсәй" Милли үҙәгендә Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында "Һинең юлдар" ("Пути твои") тип аталған фильм күрһәтелгән. ✅ Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙҙың рухи аталары тураһындағы документаль фильмды "Ватанды һаҡлаусылар" фонды башланғысы менән Рәсәй дин-ара совет һәм Интернетты үҫтереү институты менән берлектә төшөргәндәр. ✅ Был - фильм-сәйәхәт. Беҙҙең дин әһелдәре Өфөнән Донецкҡа гуманитар ярҙам алып бара, уларҙы фильм төшөрөүсе төркөм һәм актер Илья Глинников оҙата бара.
"Был уйлап ысын патриотлыҡ, дуҫлыҡ һәм дин ағалары тураһында уйлап сығарылмаған тарих. Алғы һыҙыҡта һәм тылда улар көн һайын рухи ҡаһарманлыҡ эшләй, көтөлгән еңеүҙе яҡынлаштырырға ярҙам итә. Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланам. Уларҙы Хоҙай һаҡлаһын. Оҙаҡ йәшәгеҙ!"
- тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров.

📌Балалар баҡсаһында эшләгән йәш педагогтар Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итә ала. ✅1 февралдән БР Мәғариф һәм фән мини
📌Балалар баҡсаһында эшләгән йәш педагогтар Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итә ала. ✅1 февралдән БР Мәғариф һәм фән министрлығы ғаризалар ҡабул итә башлаған. ✅Конкурста өлкән тәрбиәсе, тәрбиәсе, педагог-психолог, уҡытыусы-логопед, уҡытыусы-дефектолог, музыка етәксеһе, физик культура буйынса инструктор булып 2 йылдан да кәм эшләмәгән, тулы ставка йөкләмә алған, 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. ✅Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылдың 1 ғинуарындағы указына ярашлы, йыл һайын мәктәпкә тиклем белем биргән педагогтарға 575 мең һумлыҡ гранттар бирелә. 📌Документтар 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә.

"Улым "Шайморатов гҽнҽрал"ды өйрәнҽп маташа. Бҽҙгә 3 йәш",
- тип яҙған сәхифәһендә Әлфиә Мырҙабаева. Күҙ теймәһен был батырға! ❤️

📌Бөгөн Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимов донъяға килгән. ✅Таһир Тайып улы 1909 йылда Ырымбур губе
+1
📌Бөгөн Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимов донъяға килгән. ✅Таһир Тайып улы 1909 йылда Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында (хәҙер Башҡортостандың Әбйәлил районы) тыуған. ✅Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән һуғыш юлын башынан аҙағынаса үткән яугир.

📌Бөгөн Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимов донъяға килгән. ✅Таһир Тайып улы 1909 йылда Ырымбур губе
+1
📌Бөгөн Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимов донъяға килгән. ✅Таһир Тайып улы 1909 йылда Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында (хәҙер Башҡортостандың Әбйәлил районы) тыуған. ✅Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән һуғыш юлын башынан аҙағынаса үткән яугир.

❗Китап бүләк итегеҙ! Бөгөн Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. 📚З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте "Ватанды һаҡла
+1
Китап бүләк итегеҙ!
Бөгөн Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә.
📚З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте "Ватанды һаҡлаусылар" фондының БР-ҙығы филиалы менән берлектә "Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ" тигән акция ойоштора. 📚Йыйылған барлыҡ китаптарҙы фонд Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталенә тапшырасаҡ һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ярҙамға йүнәлтәсәк. 📌АКЦИЯЛА ҠАТНАШЫУ ӨСӨН: 14-23 февралдә китапты ҡабул итеү урындарына алып килергә кәрәк. 📚ИҒТИБАР: 2022 йылдан алып нәшер ителгән китаптар яҡшы торошта булырға тейеш. 📚АДРЕСТАР: 📍 «Китап» магазины, Өфө ҡ., Ленин ур., й. 26 📍 «Китап» киоскы, Өфө ҡ., Туҡай ур., й. 46 📍 «Китап» нәшриәте, Өфө ҡ., Октябрҙең 50 йыллығы ур., й. 13.

Хәйерле иртә! ☀️Нарыташ тауы (1171 м). Белорет районы. Фото: Анатолий Ермоленко
+4
Хәйерле иртә!
☀️Нарыташ тауы (1171 м). Белорет районы. Фото: Анатолий Ермоленко

Ошо видеоны күргәс, бала саҡ хәтергә төштө 🥰 Видео: Арыҫлан Тимеров.

"Салауаттың рухы башҡорт, Шайморатов генарал"
тип йыр сығарған "ағайға ҡунаҡҡа килгән" егет 🔥🔥🔥

"Асылыкүл" тәбиғәт паркында мышыларҙы төшөрөп алғандар 🫎 Бында ысын ҡыш 🩵

Бөгөн Бәра'әт кисе - гонаһтарҙан таҙарыныу кисе. 🌙Был Шәғбан айының 14-се һәм 15-се көнө араһында булған кисенә тап килә. Бы
Бөгөн Бәра'әт кисе - гонаһтарҙан таҙарыныу кисе. 🌙Был Шәғбан айының 14-се һәм 15-се көнө араһында булған кисенә тап килә. Быйыл ул февраль айының 13-нән 14-нә ҡараған төндә үтә. 🌙БЫЛ ИЗГЕ КИСТӘ НИМӘ ЭШЛӘРГӘ? ✅ тәүбә ҡылырға ✅ намаҙ уҡырға Махсус уҡыла торған был кистә намаҙҙар юҡ. Кемдең күпме хәленән килә, шул тиклем уҡый ала. Ҡөръәндән оҙон сүрәләрҙе уҡып, рүҡүғ һәм сәждәлә булыу хуплана. ✅ Ҡөрьән уҡырға ✅ зикр әйтергә ✅ доғалар ҡылырға

"Уйын ҡоралы "көйһөҙләнеп" торһа ла, үҙең көйһөҙләнеп йөрөмәһәң булды",
- ти икән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов. Ул ялға ҡайтҡан һәм "Юлдаш" радиоһына ҡунаҡҡа инеп сыҡҡан. Видео: "Юлдаш" радиоһы.

📌19 февраль Башҡортостандың Милли музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм М.А. Буранғоловтың «Урал батыр» башҡорт халыҡ
📌19 февраль Башҡортостандың Милли музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм М.А. Буранғоловтың «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосының яҙып алыуына 115 йыл тулыуға арнап, «Урал батыр» эпосы - хазиналар байлығы» уйыны ойошторола. 💥Квиз уйынында ҡатнашығыҙ һәм белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! 💥Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә: төп приз – атта һыбай йөрөү өсөн сертификат! ✅Сара "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын йәштәргә танытыу маҡсатында ойошторола. Ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы уйын, тәмле самауыр сәйе, күтәренке кәйеф вәғәҙә итәләр. ⏰Уйын киске сәғәт 7-лә башлана. ✅Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша үтеп командаларҙы теркәргә кәрәк. forms.yandex.ru/u/67ac1f45... ✅Командалар һаны сикле, инеү хаҡы - 300 һум. Пушкин картаһы ғәмәлдә. 📍Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт. Бәйләнеш өсөн телефон һандары: 89639076965