ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
612
Подписчики
Нет данных24 часа
-47 дней
-730 день
Архив постов
Миндек бәйләнегеҙме?🌿
Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә уны «миңлек», «минлек», «япраҡ» та тиҙәр.
Элек ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерләр ваҡытты йүкә ағасының сәскә атыуына ҡарап билдәләгәндәр: ҡайын, имән, йүкә ағастарын алырға була. 🍃Ҡайын миндек мускул һәм быуындар ауыртҡанда файҙалы. Тән тиреһен дауалай, тын юлын киңәйтә, үпкәне таҙарта, кәйефте күтәрә. 🍃Имән миндек тән тиреһе артыҡ майлы, аяҡтар тирләп йонсотҡанда кәрәк. Ул ҡан баҫымын төшөрә, стрестан арынырға ярҙам итә. 🍃Йүкә миндек баш ауыртыуын баҫа, бәүел юлдарын дауалай, тынысландыра, һалҡын тейгәндә файҙалы. 🍃Ылыҫлы миндек (пихта, ҡарағас һ.б.) ҡан әйләнешен яҡшырта, һауаны таҙарта, респиратор ауырыуҙарына ҡаршы тора. Уны шулай уҡ радикулит, умыртҡа ауыртҡанда ҡулланалар. 🍃Миләш миндеге энергия бирә. Тик айына 1 тапҡыр ғына, уныһында ла көндөң беренсе яртыһында сабынырға кәңәш ителә.
Мунсала сабынырға яратыусылар төрлө шифалы үләндәрҙе лә ҡушып бәйләй.
Видео: Ғилман Дәүләткилдин.

Бәхил бул, батыр! 💔 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостан" Дәүләт концерт залына ҡаһарман яҡташыбыҙ Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатырға килде. Ул "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводы командирының табутына сәскәләр һалды. Республика етәксеһе батыр хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Хушлашыу тантанаһы тамамланғас, яугирҙы Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратына ерләйҙәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өлкән лейтенант Илдар Суфияров 2024 йылдың апрелендә Шәкирйән Мөхәмәтйәнов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин ҡаһарманлығын ҡабатлап, Махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булды. Рәсәй Геройы исеме уға үлгәндән һуң бирелде.

📌 Дағстан тауҙарында башҡорт бейеүен башҡарғандар "Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле Дағстан Республикаһына сәйәхәте барышында Гоор ауылын күрергә барғанда тау башын бер итеп бейеп төшкән.
Әйткәндәй, был коллектив Ҡытай урамдары буйлап та гөрләтеп үткәйне.

Хәйерле көн! 🍁 Ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн, 18 сентябрҙә, Халыҡ-ара эш хаҡын тигеҙ түләү көнө. Бер үк хеҙмәт өсөн ир-атҡа ҡатын
+2
Хәйерле көн! 🍁 Ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн, 18 сентябрҙә, Халыҡ-ара эш хаҡын тигеҙ түләү көнө. Бер үк хеҙмәт өсөн ир-атҡа ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда эш хаҡы 20 процент тирәһенә күберәк түләнә, тип иҫәпләп сығарғандар. Шулай уҡ электрон китап көнө дә билдәләнә икән. 📍 Нуриман районы.

🔥Булған хәл! 🔥 Видео: "Күршеләр" - Ҡарасуриндар.

📌Яҡут фильмын башҡортса ҡарайыҡ! 18 сентябрҙән Башҡортостан кинотеатрҙарында "Аҡ торналар бейегән ерҙә" - "Там, где танцуют стерхи" тигән яҡут фильмы күрһәтелә башлай. 📍 Фильмды рус һәм башҡорт телдәрендә ҡарарға мөмкин.
Был 2025 йылда Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Саха Республикаһы (Якутия) Айсен Николаев араһында төҙөлгән креативных иҡтисад өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеү һөҙөмтәһе.
🎬Фильмда Ваня исемле малай ауырып китә һәм әсәйһеҙ ҡала. Әммә атаһы уға изге аҡ торналар бейегән ил тураһында әкиәти тарих һөйләй һәм малайҙың әсәһе шул ҡоштарҙың береһенә әүерелгән, тип ышандыра. Аҡ торна-әсәй бейеүен күреү хыялы малайға йәшәү көсө бирә. Мотлаҡ ғаилә менән барып ҡарағыҙ! 🔥

"Тора- тора мендем башына", - тип сәләм юллаған төркөмдәштәребеҙҙең береһе Фирүзә Ҡотлова-Мәхмүтова. ❓Ә һеҙ сәйәхәттәр яратаһ
+4
"Тора- тора мендем башына",
- тип сәләм юллаған төркөмдәштәребеҙҙең береһе Фирүзә Ҡотлова-Мәхмүтова.Ә һеҙ сәйәхәттәр яратаһығыҙмы һәм республикабыҙҙың ҡайһы иҫтәлекле урындарын барып күрергә кәңәш итер инегеҙ? Бигерәк тә өлкән йәштәгеләр һәм балалар өсөн уңайлы урындарҙы яҙып китегеҙ әле😉

📌Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашалар Ил сиген һаҡлап вафат булған "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының өлкән л
📌Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашалар Ил сиген һаҡлап вафат булған "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының өлкән лейтенанты Илдар Суфияров менән хушлашыу сараһы 18 сентябрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында сәғәт иртәнге 10-да ойошторола.
Илдар Филорет улын күреп белгәндәр һәм геройҙы хөрмәт иткән һәр кем хушлашыу тантанаһына килә ала.
"Башҡортостан" полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводы командиры Илдар Суфияров 2024 йылдың апрелендә Махсус хәрби операция зонаһында һәләк була. Ҡаһарман үҙ посын ташлап китмәй, һан буйынса күпкә көслөрәк дошманға ҡаршы ут аса һәм тамам яҡынлашҡастары, граната шартлатып, үҙе менән тағы өс ВСУ һалдатының ғүмерен өҙә.
Үткән йылдың октябрь айында РФ Президенты Владимир Путин Указы менән Илдар Суфияровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның дүшәмбеһендә үткән оператив кәңәшмәне герой хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ менән башланы.

"Туҡмасы һөткә буялған"
ашты ярата торғайнығыҙмы? 🤭 Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.

Һәр миҙгелдең үҙ йәме 💛

📌 Эльбрус Ниғмәтуллин 27 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, милләттәшебеҙ Эльбрус Хәмит улы баҡсаһынан алғ
+2
📌 Эльбрус Ниғмәтуллин 27 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, милләттәшебеҙ Эльбрус Хәмит улы баҡсаһынан алған мул уңыш ҡыуаныстары менән бүлешкән.
"Ғаиләбеҙ менән 27 кг 600 грамлыҡ ҡабаҡ үҫтерҙек. Бер орлоҡтан 12 ҙур ҡабаҡ үҫте. Дөйөм ауырлығы 150 килограмдан ашыу",
- тип яҙған ул сәхифәһендә. 📍 Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә көҙгө уңыштар менән бүлешегеҙ! Фото-видеолар көтәбеҙ, ҡайһы яҡтан булыуығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ🥰

Әбейҙәр сыуағы башланды, көҙгө ҡояш ялтырап йылытып, тора. Уңышлы көн теләйбеҙ! 📍 Нуриман районы.
+2
Әбейҙәр сыуағы башланды, көҙгө ҡояш ялтырап йылытып, тора. Уңышлы көн теләйбеҙ! 📍 Нуриман районы.

😘😘😘

+1
📌Айыҡ ауылға трактор килгән!
Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы халҡы был ваҡиғаға ҡыуанып, урамға сыҡҡан.
Өр-яңы техника "Айыҡ ауыл" республика конкурсында өсөнсө урын яулаған өсөн бирелгән 2.5 млн һум аҡсаға һатып алынған. Беҙ ҙә ауылдаштарҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм техника мәнфәғәттәренә яҙһын, тип теләйбеҙ!

Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!❤️ Видео: Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов тормош иптәше менән.

📌 Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында йәшәүсе башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының уңғанлығы кейемдәрендә уҡ сағыла: сигеүле алъяпҡыстар һәм балитәктәр, зауыҡлы яға, шулай уҡ биҙәлгән ҡушъяулыҡ.
Әйткәндәй, борон ептәргә һәм туҡымаға төҫ биреү өсөн тәбиғи буяуҙар ҡулланылған.
Башҡорттар төҫтәрҙе шулай алған: ❤️ҡыҙыл - бөрмәкәй (русса подмаренник йәки марена), 💛һары - һыйыр теле (серпуха), 💚йәшел - артыш һәм көкөрт үләне (плаун). Буяу сағыуыраҡ ултырһын һәм уңмаһын өсөн көл менән эсеүташ (квасцы) ҡулланғандар. Минераль буяуҙарҙан хромлы тимер тотонолған. ✅ Этнограф Светлана Шитова яҙыуынса, башҡорттарҙа ҡыҙыл, охра төҫөндәге һары һәм йәшел төҫтән торған йәйғорло теҙмә өҫтөнлөк иткән. Кейемдә ҡара туҡымалар менән аралаштырған осраҡта улар айырыуса сағыу күренгән. Видео: "Гөлдәр" төркөмөнән.

📌"Башкиравтодор" - республиканың төп предприятиеларының береһен һаҡлап ҡала алғандар. Был турала кисә республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәкте юлдар менән тәьмин итеүсе һәм 5 мең кешегә эш биреүсе предприятие республика етәкселеге, федераль именлек һағы һәм прокуратураның килешеп эшләүе һөҙөмтәһендә бөгөн банкротлыҡтан ҡотола алған. Республика етәксеһе "Башкиравтодор" яйлап эш хаҡтары буйынса бурыстарын да ҡайтарыр, аяҡҡа баҫыр, тип ышаныслы белдерҙе.

🍃🍂🍃🍂

Хәйерле көн! 🍂 Фото: Елена Перминова.
+2
Хәйерле көн! 🍂 Фото: Елена Перминова.

Дүшәмбелә уҡыу һәм эш көнө тамамланыуға табан күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ 💚 Видео: Эмиль.