612
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-77 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!❤️
Видео: Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов тормош иптәше менән.
📌 Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында йәшәүсе башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының уңғанлығы кейемдәрендә уҡ сағыла: сигеүле алъяпҡыстар һәм балитәктәр, зауыҡлы яға, шулай уҡ биҙәлгән ҡушъяулыҡ.
Әйткәндәй, борон ептәргә һәм туҡымаға төҫ биреү өсөн тәбиғи буяуҙар ҡулланылған.Башҡорттар төҫтәрҙе шулай алған: ❤️ҡыҙыл - бөрмәкәй (русса подмаренник йәки марена), 💛һары - һыйыр теле (серпуха), 💚йәшел - артыш һәм көкөрт үләне (плаун). Буяу сағыуыраҡ ултырһын һәм уңмаһын өсөн көл менән эсеүташ (квасцы) ҡулланғандар. Минераль буяуҙарҙан хромлы тимер тотонолған. ✅ Этнограф Светлана Шитова яҙыуынса, башҡорттарҙа ҡыҙыл, охра төҫөндәге һары һәм йәшел төҫтән торған йәйғорло теҙмә өҫтөнлөк иткән. Кейемдә ҡара туҡымалар менән аралаштырған осраҡта улар айырыуса сағыу күренгән. Видео: "Гөлдәр" төркөмөнән.
📌"Башкиравтодор" - республиканың төп предприятиеларының береһен һаҡлап ҡала алғандар.
Был турала кисә республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Төбәкте юлдар менән тәьмин итеүсе һәм 5 мең кешегә эш биреүсе предприятие республика етәкселеге, федераль именлек һағы һәм прокуратураның килешеп эшләүе һөҙөмтәһендә бөгөн банкротлыҡтан ҡотола алған. Республика етәксеһе "Башкиравтодор" яйлап эш хаҡтары буйынса бурыстарын да ҡайтарыр, аяҡҡа баҫыр, тип ышаныслы белдерҙе.
Дүшәмбелә уҡыу һәм эш көнө тамамланыуға табан күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ 💚
Видео: Эмиль.
📌 "Хайканутые" тапшырыуының яңы миҙгеле Башҡортостанда төшөрөлгән һәм бөгөн яңы серияһы көтөлә!
🔹Реалитиҙың алып барыусыһы Ян Дилан. Ә билдәле блогерҙар Лена Самчук һәм Макс Гурьянов - ҡатнашыусылар. Уларға Рәис Ғәбитов Көньяҡ Урал һуҡмағын үтергә ярҙам итә.
📍 Ҡатнашыусылар 16 көндә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе буйлап йәйәү 500 километр үтергә тейеш. Иң күп мәрәй туплаусыны еңеүсе исеме һәм 600 мең һум аҡса көтә.
🎬Тапшырыуҙың беренсе серияһын ошонда ҡарарға мөмкин: https://vkvideo.ru/video-190046520_456239125?list=cc2546072dff2d21f0
Видео: Лена Самчук.
📌 Хәбировтың тауышын яһалма интеллект ярҙамында яҙҙырып, ЯЛҒАН тараталар
"Фактчекинг по-башкирски" төркөмө хәбәр итеүенсә, ЦИПСО һәм экстремистик телеграм-каналдарҙа Башҡортостан етәксеһе төшкән видеоның тауышын үҙгәртеп, ялған хәбәр таратҡандар.
✅ Ысынында, төп нөсхәләге видеола республика Башлығы Радий Хәбировтың VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезындағы сығышы төшөрөлгән. Унда ул Украина тарафынан беҙҙең республикаға ҡарата юғары иғтибарҙың сәбәптәре тураһында һөйләй.
Яуыздар иһә, шул сығышты алып, дипфейк технологиялары ҡулланған һәм икенсе мәғәнә һалған.Ысын видеола республика етәксеһе халыҡтың берҙәмлеге, ныҡлығы, йәмғиәтебеҙҙе бүлгеләргә тырышыусыларҙың мәкере килеп сыҡмаясағы тураһында әйтә.
📌 ӨФӨЛӘ БЕРЕНСЕ АКСАКОВ ФЕСТИВАЛЕ БАРА
Фестиваль 30 сентябргә тиклем дауам итә. Уның сиктәрендә мәҙәни, эшлекле, белем биреү, конкурс һәм күңел асыу саралары үтә.
❓Ҡайҙа?
🔹С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы
🔹"Беренсе май" паркы
🔹Ленин исемендәге майҙан
🔹С. Орджоникидзе исемендәге майҙан
🔹Ағиҙел буйы
❓Нимә?
▪️ Эшлекле программа сиктәрендә һәр кесе аҙна һайын "Креатив индустрияларҙа һөнәрселәрҙең тәүге аҙымдары" тип аталған лекциялар үтә.
▪️Белем биреү программаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар уҡыла. Мәктәптәрҙә Аксаковтарҙың рухи мираҫына бағышланған дәрестәр ойоштороласаҡ. "Аксакова уҡыуҙары" уҙғарыла.
▪️Конкурс программаһы сиктәрендә "Тамға" Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы, "Туған ер иртәктәре" сәсәндәр бәйгеһе, "Аксаков уҡыуҙары сиктәрендә тасуири һөйләүселәр, "Бөгөл формаһы" форумының ағас һындар эскиздары, Аксаков әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр конкурстары ойошторола.
▪️Күңел асыу программаһы ла төрлө булмаҡсы.
▪️Фестиваль "Балыҡсы һәм һунарсы көнө" менән тамамланасаҡ. Ул Аксаковтың әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән шөғөлдәргә арнала. Балыҡ тотоу буйынса ярыш, ҡармаҡтар әҙерләргә өйрәтәсәктәр, һунарсы кәрәк-яраҡтары тураһында һөйләйәсәктәр һәм иң тәмле балыҡ ашы, усаҡта бешерелгән ризыҡтар буйынса ярыштар ойоштороласаҡ.
✅ Ә 20 сентябрҙә Ленин исемендәге майҙанда ("Ҡала Советы" туҡталышы) ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторола. "Башҡорт миҙгелдәре" һөнәрселәр йәрминкәһе сәғәт иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.
📍 Өҫтәлмә мәғлүмәтте ошонда табырға мөмкин: https://vk.com/ufatvorit
📌 Бәләкәй башҡорт ҡыҙҙары - хәҙергесә принцессалар нисек кейенгән?
Был турала "Балалар" проектының бик матур видеоһынан өҙөк.
+1
📌 Һиҙҙермәй генә сентябрҙең уртаһы ла килеп етте 🥰
Көҙгө уңыштарға һөйөнөр мәл - ҡыуанысығыҙ менән комментарийҙарҙа уртаҡлашып, фото-видеолар һалығыҙ әле!
❓Беләһегеҙме, бөгөн ниндәй көн?
Бөтә донъя торна көнө икән, баҡтиһәң.📸Фотола былтыр Башҡортостандың Дәүләкән районында
Күпме генә болот ҡабармаһын,
Ниндәй ел-дауылдар ҡупмаһын,
Ҡояш сыҡмай ҡалмай көн һайын,
Тик һынмаһын бәхет тотҡаһы.
Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА.
Фото: Елена Соколова.
+6
⚜️Милли кейем көнө менән! Башҡортостанда был дата 2020 йылдан алып билдәләнә. Байрамдың төп әһәмиәте һәм йөкмәткеһе хаҡында этник кейем белгестәренән, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән һораштыҡ.
Баймаҡ районында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр нисек йәшәй? "Башҡорт аты"нда уларҙың береһе менән һөйләштек.
+3
Милли кейем көнөндә ниндәй саралар үтәсәк?
12 сентябрь 11:00-17:00
📍БР Милли музейы, Совет урамы, 14
Стилле көн
✔️Программала: төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фотосессия, экскурсиялар
12 сентябрь 11:00-17:00
📍Археология һәм этнография музейы, К.Маркс урамы, 6
Этнографик байрам
✔️Программала: лекция, сәй эсеү, оҫталыҡ дәрестәре, фотозона
12 сентябрь 17:00
📍С.Т.Аксаков ис. баҡса, Пушкин урамы, 112
«Билбау» - Аксаков фестивале сиктәрендә ҡала сараһы
✔️Программала: концерт,оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, фото-зоналар
12 сентябрь 11:00-18:00
📍 «Тура-хан» визит үҙәге
Башкортостан халыҡтарының милли кейем көнө
✔️Программала: Тематик күргәҙмәләр, башҡорт милли биҙәүестәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фотосессия һәм концерт
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
