612
Подписчики
-124 часа
-57 дней
-830 день
Архив постов
❓Яңы үрҙәр яуларға әҙерһегеҙме, дуҫтар?
✅ Яңы йылдың тәүге эш һәм уҡыу көнө уңышлы үтһен!
💯Әйткәндәй, Алиса кәңәш итә:
🔹Беренсе аҙнаға план төҙөргә - бер юлы барыһын да эшләргә тырышмаҫҡа, төп 3-5 мәсьәләгә туҡталырға.
🔹Эш урынын тәртипкә килтерергә - был стресты кәметә.
🔹Ябайҙан башларға - ҙур яуаплылыҡ талап итмәгән эштәрҙән башлау яҡшы.
🔹Тәнәфескә туҡталырға - һәр 1-1,5 сәғәт һайын 5-10 минутҡа эштән ял итеп алыу арымаҫҡа ярҙам итер.
🔹Һыу эсергә һәм дөрөҫ туҡланырға - оҙайлы ялдарҙа һуң организмға был мөһим.
🔹Үҙеңде башҡалар менән сағыштырмаҫҡа - башҡалар ат кеүек эшләй тип, һеҙ ҙә егелмәгеҙ. Яйлап һәүетемсә эшләгеҙ, бер нисә көндән күнегеп китерһегеҙ.
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
"Бик күп минең быуын кешеләре - етәкселәр - ул нисек етәкселек итеүен, эшенә ниндәй мөнәсәбәттә булыуын күреп үҫте. Йыш ҡына тышта әле ҡараңғы, ә уның уты яна. Кис ҡараңғы төшкән, ә уның уты һаман яна. Ул эше менән йәшәне тиерлек - йәкшәмбелә лә, дүшәмбелә лә, байрам көндәрендә лә.
Мин унда хакимиәт етәксеһе булып эшләгән саҡта бер яңы йыл осоронда 31 декабрь бер-беребеҙҙе ҡотлап, хушлаштыҡ. Мин әйтәм: "Мин киттем?" Ул: "Ярай, иртәгә төшкә күрешербеҙ". 1 ғинуар! Бына шундай кеше ине ул.
Шул уҡ ваҡытта уҡырға ла ваҡыт таба ине, интеллектуаль йәһәттән үҫешкән кеше ине. Шуға ул беҙҙең өсөн - унан күп нәмәгә өйрәнгән уҡытыусы, өлкән иптәшебеҙ. Шул уҡ ваҡытта - бик яҡын, туған кешебеҙ", - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
📍 Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаҙа Рәхимовтың баҡыйлыҡҡа күскән көнө. Рухына доға ҡылайыҡ.
Бәйләнештә социаль селтәрендә" Ил ағаһы Мортаза Рәхимов" төркөмөнән.
Эх, һағындыра инде күптәрҙе хәҙер...❓Ауылға ҡайтып ял итә алдығыҙмы? Видео: Нурзилә Усманова.
+4
📌МХО яугирҙарына ярҙам итеүсе турахында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яҙған
Сибай ҡалаһынан Фәхретдин Моратов 11170 квадрат метрҙан ашыу 110 маскировка селтәренә нигеҙ, 7200 квадрат метрлыҡ 72 дронға ҡаршы селтәр үргән. Уға 74 йәш, ғүмер буйы ҡаланың төрлө ойошмаларында водитель-машинист булып эшләгән кеше.Тәүҙә Фәрхетдин Зыяитдин улы үҙе йәшәгән ҡатлы йорттоң подвалында дрондарға ҡаршы юрағандар һәм маскировка селтәрҙәренә нигеҙҙәр эшләй башлай. Был урынды һыу баҫҡас, Сибай крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан "Ватан" өлкән йәштәге ирекмәндәр төркөмөнә ҡушыла. Бөтә эшләгән әйберҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреп торалар, Фәрхетдин Моратов башҡаларҙы ла был эшкә өйрәтә, тип яҙған РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм ирекмәнгә исемле сәғәт бүләк итеүе тураһында белдергән.
БАЛАЛАР КИТКӘС…
Ҡапыл ҡойон үтеп киткән кеүек,
Ҡолаҡтарҙы киҫкән шикелле,
Тып-тын ҡалды донъя.
Тынлыҡ, бушлыҡ…
Шатлыҡмы был һиллек? Икеле…
Орсоҡ кеүек бер туҡтауһыҙ зырлап
Әйләнергә түгел. Ял итәм.
Арығанмын икән. Тынлыҡ кәрәк.
Ҡуҙғалырлыҡ хәл дә юҡ бүтән.
Әле генә гөрләп торған өйҙә
Шомло тынлыҡ. Ҡалдым бер үҙем.
Өндәшергә ҡурҡам. Шаңдау булып,
Ҡайтауазын бирер һәр һүҙем.
Балаларым бөтәһе бер юлы
Һыпырылып сығып киттеләр,
Киттеләр ҙә минең күңелемде
Көтмәгәндә етем иттеләр.
Ни эшләйһең? Беҙҙең яҙмыш шундай,
Әсәйҙәр беҙ. Көтөп йәшәйбеҙ.
Берсә ямғыр булып бысҡылдайбыҙ,
Берсә йәшен булып йәшнәйбеҙ.
Тындар менән тартып еткерерҙәй,
Балаларҙы көтөп алабыҙ,
Эй шатланып көтөп алабыҙ ҙа,
Хәлдән тайып тороп ҡалабыҙ.
…Беҙҙе лә бит әсәй көтә ине,
Бына яҙмыш ниҙәр эшләтә…
Ҡайтыр кешең булыу – үҙе бәхет,
Көтөр кешең булыу - бишләтә!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Ишек алды боҙлауыҡ,
Коньки шыуа бер тауыҡ
Ҡолаһа ла иламай -
Тора ла тағы шыуа!
Өйрәнеү еңел түгел ,
Тырыша тауыҡ шуға!
Видео: Ш. Бабич премияһы лауреаты, йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит шиғыр һөйләй-һөйләй конькиҙа йөрөргә өйрәнә.
❓Салауат нисә йәшендә айыу алған?
Йәштәр яһалма интеллект мөмкинлектәрен әүҙем ҡуллана башланы. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев тураһында бына ошондай бик мауыҡтырғыс Видео килеп сыҡҡан.
Авторҙары: Bash_ai_ һәм burek. rb
Мысыр түгел, Әбйәлил! 🔥Әбйәлил районынан фермер Айтуған Фәттәховтың дөйәләре ҡышҡыһын да иректә йөрөй. Уның хужалығында шулай уҡ йөҙәрләгән баш йылҡы бар.
📌 Бөгөн Бөрөлә тәмле сара үтә!
"Бөрө билмәне" фестивале сәғәт иртәнге 11-ҙә асылды. Уның сиктәрендә саралар сәғәт 4-кә тиклем дауам итә, өлгөрәһегеҙ әле😉
Билмән яратаһығыҙмы?
+4
📌
"Әр-Рахим" мәсетендә эштәр оҙайлы ялдарға ҡарамайса, дауам итә,- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Ул изге йома мөбәрәк булһын, дөйөм тырышлыҡ һәм Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән был изге эште тамамларбыҙ, тип ышаныс белдергән.
📌Өфөлә "Ҡайтарылған исемдәр" музейы буйынса эштәр дауам итә.
Ул төрлө сәбәптәр арҡаһында исемдәре етерлек кимәлдә мәңгеләштерелмәгән шәхестәргә бағышланасаҡ. Концепцияға ярашлы был музейҙа республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған бик күп милләттәштәребеҙгә лә урын бүленәсәк.
"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
🎄Шыршыңды тапшыр ҙа мандарин ал🍊
Иртәгәнән башлап Өфөлә экологик акция үтә - артабан эшкәртеү маҡсатында Яңы йыл шыршыларын ҡабул итәләр.📍 Эш ваҡыты: сәғәт көндөҙгө 12-нән 4-кә тиклем. Беренсе көндә мандарин да бирәләр 🍊
"Яңы йыл байрамдарында данлыҡлы Ҡатай ырыуы батыры менән көс һынашыу бәхете тейҙе. Көсөргәнешле ярышта , урман киҫеп, таш аҡтарып үҫкән Рәнис Алтынбаевты, мин тал киҫеп, тиҙәк ырғытып үҫкән Юрматы улы еңдем !!!))))"- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. ❓Ә һеҙҙең ялдар нисек үтә?
Изге йомала Салауат әйтегеҙ.Видео: йырсы Йәмил Баймырҙин Салауат батырыбыҙға арналған кенотаф эргәһендә ҡурай уйнаған.
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
AY YOLA ҡалыптарҙы емереүен һәм ышаныслы аҙымдар менән Рәсәй шоу-бизнес донъяһын яулауын дауам итә - башҡортса һәм башҡорт моңо менән.
Улар Яңы йыл төнөндә илдең төп каналында туған телебеҙҙә сығыш яһаны - башҡорт халҡының боронғолоҡ паспорты булған "Урал батыр" эпосы буйынса ижад ителгән "Һомай" йыры менән.
AY YOLAға ҡушылып Дима Билан сығыш яһаны, шулай уҡ үҙ туған телендә. Ошо төркөм менән һоҡланып, үҙе лә башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурланып Ләйсән Үтәшева тапшырыуының бер сығарылышын AY YOLA артистарына бағышланы. Күптәрҙең тамырҙарында ҡанын ҡайнатып, аң төпкөлөндә йәшеренеп ятҡан ҡан хәтерен уятып, үҙ асылдарына мөрәжәғәт итергә әйҙәй алған уникаль төркөм өр-яңы клип сығарҙы. Был юлы билдәле Рәсәй йондоҙо - тамырҙары менән башҡорт иленән булған Алсу менән берлектә. Клип шәп, башҡарыу үҙенсәлекле - әҙерәк акцент менән - әммә быны беҙ етешһеҙлек тип ҡабул итергә ашыҡмайбыҙ. Башҡорт телен һәм моңон донъя кимәленә сығарыу - ул оло ҡаҙаныш. Эйе, АY YOLAға әле һаман иғтибар ҙур. Был ижадтары ла тиҙ арала, бер нисә сәғәт эсендә, тренд клиптар исемлеген тулыландырҙы. Һөйөндөргәне - уны тыуҙырыуҙа башҡа башҡорт ижадсылары ла ҡатнаша. Һәр хәлдә титр буйынса фекер йөрөткәндә Адель менән Алсу образын беҙҙең ҡыҙҙар Сәлимә Усманова һәм Гөлсөм Хөсәйенова булдырған. Афарин!
Ә "Ай, былбылым"ға килгәндә, ул башҡорт халыҡ йырымы, әллә татар ҡәрҙәштәребеҙҙекеме? Күп интернет сығанаҡтарҙа башҡорт - татар халҡының йыры тип билдәләнә.
Тарихи сығанаҡтарға ҡараһаң, ул беренсе тапҡыр Ҡазан университеты ойошторған этнография экспедицияһы сиктәрендә 1913 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙендә яҙылып алына. Башҡарыусыһы Солтангәлиев (исеме билдәһеҙ) фамилиялы башҡорт була. Йәнә ул сығышы менән Йәлембәт ауылынан булған тиелә. Тағы ун йылдан, 1923 йылда был йыр Мария Берг туплап нәшер иткән "Һигеҙ татар-башҡорт йыры" ноталар йыйынтығында донъя күрә.
Бәлки, был йырҙың айырым каталогка эләгеүе, популярлыҡ яулауында Ҡазан экспедицияһы роле ҙурҙыр. Әммә тулы ышаныс менән уны татар халыҡ йыры тип атарға һис юл ҡуймай. Беренсенән, йыйынтыҡ татар-башҡорт йырҙары тупланмаһы тип атала. Тимәк, унда башҡорт халыҡ йырҙары ла ингән. Икенсенән, Стәрлебаш районында урынлашҡан Йәлембәт ауылы юрматы ырыуы вәкилдәре йәшәгән боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Өсөнсөнән, Ағиҙел шул уҡ Урал батыр, Аҡбуҙат йә Һомай ише башҡорттоң символы, уның рухи асылы, милли коды.
📌 Бөгөн, 8 ғинуарҙа, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир, мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына - 200 йыл.
Ғәли Соҡорой, йәки ысын исеме Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы.
📍 Үҙе тураһында «Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») тигән ҡулъяҙма китабының баш һүҙендә шулай яҙған:
«Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндәр. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, Аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-яраҡтары һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...»🔹Иғтибарығыҙға БР Милли музейының Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге видеоһын тәҡдим итәбеҙ. 📍 Әйткәндәй, әле бында Ғәли Соҡоройға арналған күргәҙмә эшләй. Унда уның ҡулъяҙмалары ҡуйылған.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
