fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
617
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
Белорет төлкөһө йомроикмәктәргә сәләм юллаған 🤭 Һоҡланғыс кадрҙар авторы - Елена Перминова
+2
Белорет төлкөһө йомроикмәктәргә сәләм юллаған 🤭 Һоҡланғыс кадрҙар авторы - Елена Перминова

Әкиәт донъяһымы ни, Белорет ҡалаһы ❄️ ❓Көндәр нисек үтә, төркөмдәштәр? Эштәһегеҙме, әллә оҙайлы ялдар тәтенеме? Фото: Эдуард
+1
Әкиәт донъяһымы ни, Белорет ҡалаһы ❄️Көндәр нисек үтә, төркөмдәштәр? Эштәһегеҙме, әллә оҙайлы ялдар тәтенеме? Фото: Эдуард Дәүләтбаев.

📌 Бушты бушҡа ауҙармайбыҙ, ғаилә һәм дуҫтар менән ваҡытты күңелле, файҙалы үткәрәбеҙ. Бының өсөн һылтанмаға баҫ.
📌 Бушты бушҡа ауҙармайбыҙ, ғаилә һәм дуҫтар менән ваҡытты күңелле, файҙалы үткәрәбеҙ. Бының өсөн һылтанмаға баҫ.

📌 Толоп кейеп ярыштылар Бөгөн Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының "Турахан" визит үҙәгендә "Толоп байрамы" үтте. Берен
+4
📌 Толоп кейеп ярыштылар Бөгөн Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының "Турахан" визит үҙәгендә "Толоп байрамы" үтте. Беренсе тапҡыр ойошторолған сараға һандыҡ төбөнән толоптарын сығарып кейеп килеүселәр аруҡ күп булған. Улар толоп кейеп, саңғыла ярышты, милли уйындарҙа ҡатнашты һәм тәмле былау, эҫе сәй менән һыйланған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаилә менән күңелле һәм файҙалы ял итеп ҡайтҡан. 💯Был фестивалдең төп маҡсаты - атай-әсәйҙәрҙең, олатайҙарҙың йылы ҡышҡы кейемен һандыҡтарҙан сығарыу һәм киләсәктә музейға ҡомартҡылар туплау, тип билдәләй Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Толоп байрамы оҙон ғүмерле булыр, тип ышанабыҙ🙏
Фото: Олег Яровиков.

Ҡыш.Ҡар. Ҡош. ❄️

Күңелебеҙгә яҡын күренештәр 🥰 Видео: Алһыу Зөфәровна.

ИДИЛЛИЯ ❤️
ИДИЛЛИЯ ❤️

Бәләкәй Ләйлә Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" шиғырын яттан һөйләй 😍
Күҙ теймәһен был балаға 😇
Видео: Азамат Мөхәмәтйәнов.

Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителә. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл ҡотлауы сиктәрендә белдерҙе. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылы концепцияһын үҙ эсенә ала. Сөнки, Башҡортостан беренсе сиратта күп милләтле ҙур һәм берҙәм ғаилә булараҡ данлы. Икенсенән, бөгөн ил кимәлендә күп балалы ғаиләләргә иғтибар беренсе урында. Тимәк, быйыл Башҡортостанда ла ошондай ғаиләләргә айырым илтифат буласаҡ. Ошо ике йүнәлеште бергә ҡушып төрлө милләт вәкилдәренең ишле ғаиләләр парадын (конкурсын) ойошторорға мөмкин. Ғаилә йолаларын пропагандалау, махсус йылды тамамлаусы сағыу тамаша булыр ине.

📌 "Толоп байрамы"на барығыҙ! Иртәгә, 3 ғинуарҙа, Шишмә районындағы "Турахан" визит үҙәгендә башҡорт халҡының традицион ҡышҡы
📌 "Толоп байрамы"на барығыҙ! Иртәгә, 3 ғинуарҙа, Шишмә районындағы "Турахан" визит үҙәгендә башҡорт халҡының традицион ҡышҡы кейеменә арналған фестиваль ойошторола. Унда һеҙҙе толоптарҙа саңғы уҙышы, иң яҡшы толоптар конкурсы һәм бүләктәр, милли уйындар, сәй һәм концерт көтә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. ✅ Башлана: 12:00.
Толобоңдо кей ҙә, байрамға бар! 🔥

Ҡарһылыумы әллә?❄️ Видео: Нурания һылыуҙан.

🌙"Башланған ай - туралған ит", ти. Ғинуарҙың икеһе булып та китте. "Йыл башында эшләйем", - тип әйткән вәғәҙәләрегеҙ бар ине
+1
🌙"Башланған ай - туралған ит", ти. Ғинуарҙың икеһе булып та китте.
"Йыл башында эшләйем",
- тип әйткән вәғәҙәләрегеҙ бар инеме? Башланығыҙмы? Фото: Гөлнара Вәхитова. Яһалма интеллект ярҙамында эшләнгән уйынсыҡтар - башҡорт милли кейемендәге милләттәштәребеҙ.

Йылдың иң төп ҡаҙанышы - AY YOLA төркөмө❤️ Кисә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың сығышынан алда ғына илдең Беренсе каналында сығыш яһанылар.
Ҡурай бар илгә яңғыраны.

❄️Иң яҡшы теләк!
Был теләкте йыл да ҡабатлайбыҙ, уңайы сыҡҡан һайын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
"Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Голов һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Видео: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.

Иҫке йылға йомғаҡтар, яңыһына теләктәр - Марсель Мөхәмәтйәновтан 🔥

С Новым годом! Яңы йыл менән!

Йылҡы йылында Башҡортостан йылҡыһы 🔥 Видео: интернеттан.

🎄Салауаттар Яңы йыл менән ҡотлаған 🎄 Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт батальоны яугирҙары етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлаған. Уларҙың ихлас теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм имен-аман еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Аяҙ күк йөҙө 🕊️

📌Планетарийға барығыҙ! Яңы йыл каникулдарында бөтә ғаилә менән файҙалы һәм күңелле ял итергә теләһәгеҙ, Өфө ҡалаһындағы план
+5
📌Планетарийға барығыҙ!
Яңы йыл каникулдарында бөтә ғаилә менән файҙалы һәм күңелле ял итергә теләһәгеҙ, Өфө ҡалаһындағы планетарийҙың программаһына иғтибар итегеҙ.
Бында 1-5 ғинуар көндәрендә ойошторолған саралар теҙмәһе бирелгән. Әммә планетарий 11 ғинуарға тиклем мауыҡтырғыс программа әҙерләгән. ✅ Урындар һаны сикле: сайттан ufaplanetarium.ru/ һәм +7 987-10-24-888, +7 (347) 235 70 23 телефон һандарына шылтыратып алдан белешегеҙ. 📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 79/2

2025 йыл йомғаҡтарына байҡау Йыл тамамланыр алдынан төбәктәрҙә алып барылған сәйәсәткә анализ тәҡдим ителде. Топ-20 губернатор исемлегенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инде – тотороҡландырыу номинацияһында. Ысынлап та, Башҡортостан өсөн йыл сәйәси йәһәттән тотороҡло үтте. Уғаса экология темаһын милли мәсьәләләргә бәйләп төбәктә болғаныштар ойоштороусылар бар ине (исемдәрен атап тороу урынһыҙ тип иҫәпләйбеҙ). Һатыулашыуҙың ошондай ысулын һайлап, нисәмә йылдар дауамында шул алым менән етәкселәрҙе шантажларға күнеккән бер төркөм «экоактивистар» менән иҫәпләшеү юлынан республикала тулыһынса баш тартылды. Мәғлүм, был хәл уларға оҡшаманы, 2019 йылдан алып башҡорт «экоактивистары» төбәктәге тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыу өсөн туҡтауһыҙ эш алып барҙы. Уларҙың бары үҙ мәнфәғәтен хәстәрләүен Баймаҡ ваҡиғалары асыҡтан-асыҡ дәлилләне. Үҙҙәрен үҙҙәре «милли герой» кимәленә күтәргәндәр алдағына ҡапҡан бер ҡатлы һәм бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡазаға осрағас ҡына күптәрҙең күҙҙәре асылды. Республика етәкселегенең үҙ принцибына тоғро ҡалыуы аныҡ һөҙөмтә бирҙе – ул тотороҡлоҡ.  2025 йыл тап шуныһы менән хәтерҙә ҡалды.Ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуғанда конструктив фекер алышыу, аңлатыу һәм аңлашыу юлы булыуын киң йәмәғәтселек аңланы. Сөнки власть асыҡтан-асыҡ диалог юлын беренсе урынға ҡуйҙы. Социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Был йыл бик күп мөһим проекттарҙы тамамлау осоро булды – көтөлгән социаль объекттар сафҡа инде, күпер, юлдар тапшырылды, халыҡ-ара кимәлдә яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килде. Социаль-иҡтисади һәм сәйәси йомғаҡтар буйынса төҙөлгән федераль рейтингка ярашлы Башҡортостан Топ-5 төбәк исемлегенә индерелде. Бында үрҙә билдәләнгән сәйәси ҡаҙаныштар ҙа, инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән алып барылған эштәр ҙә, төбәк иҡтисадын нығытыу буйынса үҙләштерелгән яңы йүнәлештәр ҙә күҙ уңында тотолған. Тағы ла республика етәкселеге эшмәкәрлеге федераль үҙәк тарафынан әүҙем хуплана, айырыуса 2025 йылда төбәккә ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостан мәҙәни һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙе халыҡ-ара кимәлдә танытыусы республика тип танылды. Шулай тигәндә әлеге геополитик шарттарҙа беҙҙең республиканың ЮНЕСКО менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге юғары баһаланыуын билдәләйбеҙ.Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан тыш Тажикстан менән бәйләнештәр нығына. Улай ғына түгел, Башҡортостан Рәсәй яғынан төп партнер булараҡ сығыш яһай. Шулай итеп, эске һәм тышҡы сәйәсәт күрһәткестәре буйынса Башҡортостан 2025 йылды уңыштар менән тамамлай, һәр йәһәттән әүҙем эшмәкәрлектең 2026 йылда ла ошондай уҡ темпта дауам итеүен теләйбеҙ.