613
Подписчики
Нет данных24 часа
+17 дней
-730 день
Архив постов
📌 Республикала "Ете ҡыҙ" социаль проекты булдырылған.
Проекттың маҡсаты — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова битараф булмаған рухлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған.
Проект сиктәрендә беренсе сара үткән: Махсус хәрби операцияла йөрөгән, хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Осрашыуҙа улар өсөн көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләшеү үткән.
"Ете ҡыҙ" социаль проекты ошондай осрашыуҙарҙан тыш, һәр кемгә юридик, психологик, мәғлүмәти һәм башҡа өлкәләрҙә ярҙам ҡулы һуҙыр. Бында ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ серҙәре менән бүлешер, күңел ялы алыр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, театр-тамашаларға йөрөү, балалар менән ял итеү мөмкинлеге лә биреләсәк. Шулай уҡ егеттәргә гуманитар ылау йыйыуҙа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ,- тип вәғәҙәләй "Ете ҡыҙ" проектының ойоштороусылары.
+7
Иртәләрегеҙ матур башланһын, бының өсөн хозур тәбиғәт күренешенә ҡарау ҙа ҡайсаҡ етә.
Йөрәккүлдәге боҙбармаҡтар 🩵🩵🩵
Фото: Владимир Тимкин
+1
Ҡотлайбыҙ! 🌹
Бөгөн Белорет районы Бирҙеғол ауылында йәшәүсе Мәфтүхә Хажина үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Уға 100 йәш тулды.
Юбилярҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, балаларының изгелеген, игелеген күреп йәшәүен теләйбеҙ!
АРАЛА БОҘҘАР ИРЕЙ❄️
📍 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективтары 3 февраль көндө “Динамо” һырғалағында төрлө уйындар, ярыштар уҙғарып, ҡыштың бер көнөн оло байрамға әйләндерәсәк.
🔴Һүрәткә һүҙҙе тап килтереп йәбештереп ал!
🟢Кем тиҙерәк?
🟡Балалар менән башҡорт телен өйрәнеүҙең бер мауыҡтырғыс ысулын Белорет ҡалаһынан Баныу Астанова сәхифәһенән күреп ҡалдыҡ.
📌Ни өсөн Салауат театры "хайп тотмай", йәштәрҙе нисек йәлеп итергә, бөгөн режиссерҙарға нимә мөһим?
Был һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуапты Салауат дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина менән ҡыҙыҡлы әңгәмәлә табырһығыҙ.
Видео: ДТРК "Башҡортостан".
📌 Туймазы районының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова һәм райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары бетеүҙәр эшләү һәм туҡыу станогында эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.
Сара Бәйрәкәтүбә ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үткән.
Оҫтабикәләр һарыҡ йөнөн йыйып, шуны эшкәртеп, туҡыма һуғып, Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға йөн билдектәр ҙә эшләп ебәрә.
📌 "Мөғжизәләр яланы" редакцияһына ҡатнашырға теләүселәрҙән көнөнә 700 хат килә, ти.
Бына шундай бихисап хаттар араһынан Башҡортостандан булғандарын да һайлап, саҡырып торалар.
📍 2021 йылда Белорет ҡалаһынан Юлия Васильевна Ломакина ҡатнашҡайны. Уның менән бергә райондың билдәле "Елмерҙәк" этно-төркөмө барып, дәртле сығыштары менән биҙәгәйне.
❓Оҙаҡ йылдар барған был тапшырыуҙы ҡарайһығыҙмы?
📌 Салауат Юлаев һәйкәле тураһында документаль фильм ҡабатлап күрһәтелә.
🟢"Мин ҡайтырмын!" фильмын бөгөн БСТ каналында сәғәт киске 5-тә ҡарарға мөмкин.
Сериалдың бер серияһы👍
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырылған.
https://vk.com/bashkortkino?w=wall-216556762_926
📌Башҡортостан кинематографсылар союзы йәштәр өсөн web-сериал төшөргән.
"Һин, мин һәм бар донъя"/"Ты, я и весь мир" тип аталған сериал башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итә!
Ҡарайбыҙ!
+5
📌 Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин "Әр-Рахим" мәсете төҙөлөшө тураһында шәхси сәхифәһендә былай тип яҙған:
"Эштәр график буйынса бара. Манараларҙа эштәр тамамланғандан һуң, мөһим этап - ҡыйығын эшләү булып тора. Беҙ был эштәрҙе быйыл апрелдә үк тамамларға иҫәп тотабыҙ. Бер юлы мәсеттең көмбәҙен формалаштырыу буйынса ла эштәр алып барыласаҡ. Республика Башлығы төп маҡсатты билдәләне - фасад эштәрен 2025 йылға тамамларға. Беҙ проект яҡшы темптар менән барыуын күрәбеҙ һәм Хоҙай ярҙамы менән осона сығып ҡуйырбыҙ",- ти Айнур хәҙрәт. Шулай уҡ ул был ябай төҙөлөш булмауын, ә барлыҡ мосолмандар өсөн мөһим ваҡиға икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Был эшкә ярҙам иткән һәм көсөн, хеҙмәтен һалған барлыҡ кешеләргә лә рәхмәтен белдергән.
‼ӨЛГӨРӨП ҠАЛ‼
📌Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар дәүләт ансамбле логотибы буйынса конкурс 10 ФЕВРАЛГӘ тиклем ОҘАЙТЫЛҒАН.
✅Әлеге ваҡытта Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән,Ҡаҙағстандан барлығы 100 ижади эш килгән.
✅Ҡатнашырға теләгән бер ижадсы ла ситтә тороп ҡалмаһын, өлгөрөп эшен тапшыра алһын өсөн конкурстың ҡабул итеү мөҙҙәте оҙайтылған.
✅Конкурс тураһында барлыҡ мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма буйынса белергә мөмкин:
bashgf.ru/novosti/vn...
Уңыштар!💯
Тыуған еребеҙҙән хозур урын юҡ!
Белорет районының ҡышҡы романтикаһы❄️
Видео: Айгөл Моратова.
Бөйөк башҡорт шағиры Бабичтың хаҡ һүҙҙәре бер быуаттан һуң да көнүҙәк.
Видео: Шәйехзада Бабичтың шиғырын күренекле ауылдашы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов һөйләй.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
