613
المشتركون
+124 ساعات
+17 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
📌Ни өсөн Салауат театры "хайп тотмай", йәштәрҙе нисек йәлеп итергә, бөгөн режиссерҙарға нимә мөһим?
Был һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуапты Салауат дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина менән ҡыҙыҡлы әңгәмәлә табырһығыҙ.
Видео: ДТРК "Башҡортостан".
📌 Туймазы районының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова һәм райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары бетеүҙәр эшләү һәм туҡыу станогында эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.
Сара Бәйрәкәтүбә ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үткән.
Оҫтабикәләр һарыҡ йөнөн йыйып, шуны эшкәртеп, туҡыма һуғып, Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға йөн билдектәр ҙә эшләп ебәрә.
📌 "Мөғжизәләр яланы" редакцияһына ҡатнашырға теләүселәрҙән көнөнә 700 хат килә, ти.
Бына шундай бихисап хаттар араһынан Башҡортостандан булғандарын да һайлап, саҡырып торалар.
📍 2021 йылда Белорет ҡалаһынан Юлия Васильевна Ломакина ҡатнашҡайны. Уның менән бергә райондың билдәле "Елмерҙәк" этно-төркөмө барып, дәртле сығыштары менән биҙәгәйне.
❓Оҙаҡ йылдар барған был тапшырыуҙы ҡарайһығыҙмы?
📌 Салауат Юлаев һәйкәле тураһында документаль фильм ҡабатлап күрһәтелә.
🟢"Мин ҡайтырмын!" фильмын бөгөн БСТ каналында сәғәт киске 5-тә ҡарарға мөмкин.
Сериалдың бер серияһы👍
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырылған.
https://vk.com/bashkortkino?w=wall-216556762_926
📌Башҡортостан кинематографсылар союзы йәштәр өсөн web-сериал төшөргән.
"Һин, мин һәм бар донъя"/"Ты, я и весь мир" тип аталған сериал башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итә!
Ҡарайбыҙ!
+5
📌 Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин "Әр-Рахим" мәсете төҙөлөшө тураһында шәхси сәхифәһендә былай тип яҙған:
"Эштәр график буйынса бара. Манараларҙа эштәр тамамланғандан һуң, мөһим этап - ҡыйығын эшләү булып тора. Беҙ был эштәрҙе быйыл апрелдә үк тамамларға иҫәп тотабыҙ. Бер юлы мәсеттең көмбәҙен формалаштырыу буйынса ла эштәр алып барыласаҡ. Республика Башлығы төп маҡсатты билдәләне - фасад эштәрен 2025 йылға тамамларға. Беҙ проект яҡшы темптар менән барыуын күрәбеҙ һәм Хоҙай ярҙамы менән осона сығып ҡуйырбыҙ",- ти Айнур хәҙрәт. Шулай уҡ ул был ябай төҙөлөш булмауын, ә барлыҡ мосолмандар өсөн мөһим ваҡиға икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Был эшкә ярҙам иткән һәм көсөн, хеҙмәтен һалған барлыҡ кешеләргә лә рәхмәтен белдергән.
‼ӨЛГӨРӨП ҠАЛ‼
📌Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар дәүләт ансамбле логотибы буйынса конкурс 10 ФЕВРАЛГӘ тиклем ОҘАЙТЫЛҒАН.
✅Әлеге ваҡытта Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән,Ҡаҙағстандан барлығы 100 ижади эш килгән.
✅Ҡатнашырға теләгән бер ижадсы ла ситтә тороп ҡалмаһын, өлгөрөп эшен тапшыра алһын өсөн конкурстың ҡабул итеү мөҙҙәте оҙайтылған.
✅Конкурс тураһында барлыҡ мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма буйынса белергә мөмкин:
bashgf.ru/novosti/vn...
Уңыштар!💯
Тыуған еребеҙҙән хозур урын юҡ!
Белорет районының ҡышҡы романтикаһы❄️
Видео: Айгөл Моратова.
Бөйөк башҡорт шағиры Бабичтың хаҡ һүҙҙәре бер быуаттан һуң да көнүҙәк.
Видео: Шәйехзада Бабичтың шиғырын күренекле ауылдашы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов һөйләй.
💚"Салауат Юлаев" командаһының һаҡсыһы Алексей Василевский сатрашлап сигергә ярата икән.
"Бик тынысландыра. Ғәҙәттә, күсмә матчтар булғанда сигәм. Автобус менән Екатеринбургтан Силәбегә барғанда бесәй балаһын сатрашлап сиктем",- ти хоккейсы.
📌М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры күңелдәргә ятырлыҡ йылы видеояҙма менән уртаҡлашҡан.
Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, театр хеҙмәткәрҙәре Руслан Юлтаев һәм Динара Ҡәйүмова Ейәнсура районында ижади сәфәрҙә булған. Улар яратҡан яҙыусыбыҙ, профессиональ тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашҡан.
Бер нисә сит телде, шул иҫәптән инглиз һәм тәүрат яҙылған боронғо иврит телдәрен, камил белгән ғәжәйеп талантлы шәхестең ауыл тормошонан йәмле күренештәрҙе һеҙ ҙә күрмәй ҡалмағыҙ.
Ҡайһы саҡта донъя ығы-зығыһына әүрәп, үҙебеҙҙе уратҡан ошо ябайлыҡтың ғәжәйеп хазина булыуын онотоп китәбеҙ кеүек, юғиһә...
Театр хеҙмәткәрҙәре Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәрҙәре буйынса киләсәктә яңы сәхнә әҫәре тыуыуына өмөт белдергән. Шулай булһын!
Видео: М. Ғафури исемендәге БДАДТ.
+1
Изге йомала яҡшы хәбәр!
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең шәхси сәхифәһендә "Әр-Рахим" мәсетенең төҙөлөш барышы тураһында хәбәр итте: 4 манараһында ла эштәр тамамланған.
Хәҙер мәсеттең ҡыйығын төҙөкләндерергә кәрәк. Шулай уҡ быйыл фасадын көпләү эштәренә тотонорға тейештәр.
"Хоҙай ярҙамы менән эшләрбеҙ. Ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт", -тине республика етәксеһе.
📌Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә.
"Бабич феномены - шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре" тип аталған ҡорҙо Башҡортостандың Милли әҙәби музейы ойоштора.
Сара Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабич һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Унда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай сығыш яһаны.
"Торатау" конгресс-холында "Ал да нур сәс халҡыңа!" тигән күргәҙмә лә ойошторолдо: Ш. Бабич музейы, БР Милли музейынан үҙенсәлекле ҡомартҡылар урын алған.
📌 Башҡортостан уҡсылары бронза миҙалдар яулаған!
🏹Орел ҡалаһында уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселеге үткән. Унда илдең 39 төбәгенән 500 кеше ҡатнашҡан.
🏹Командалар менән ярышта (блоклы яң) Арыҫлан Шәйәхмәтов, Эмиль Сидоркин, Илдар Хәмиҙуллин өсөнсө урын яулаған.
Афариндар! 🌹
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
