612
Подписчики
Нет данных24 часа
-47 дней
-730 день
Архив постов
Сөмбөлә байрамы менән! ☀️
🌾Бөгөн Сөмбөлә - көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе һәм уңыш байрамы билдәләнә. Был байрам 22-25 сентябрь көндәренә тура килә.
🌾"Сөнбөлә" тигән һүҙ ғәрәп теленән "башаҡ" тип тәржемә ителә, "сөмбөлә" тип уҡыла икән.
✅ Хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙа һәм күп халыҡтарҙа көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе фольклор байрамы булараҡ ҡына ҡалған.
Ә бына Японияла Хиган тип атала һәм милли байрам булып тора.
- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр,
- Утым да бар, ҡуҙым да.
Донъяларым гөрләп тора,
Улым да бар, ҡыҙым да...
- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр,
- Көсөм дә бар, кәрем дә бар...
Ҡуша ғына олоғаябыҙ,
Йәнем тартҡан йәрем бар.
Яҡты ҡояш нурҙарында
Йылт-йылт килә еләндәр.
Яҡты киләсәккә ҡарай
Йылғыр елә ейәндәр...
Тимер ЙОСОПОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
📌Башҡортостанда торна иң күбе ҡайҙа икәнен беләһегеҙме?
Көҙ һайын республикала торналарҙың һанын иҫәпләйҙәр. Быйыл да был эш башланған.
⚡Әлегә иң күп торна Ҡыйғы районында теркәлгән - Яңы Мөхәмәт ауылына яҡын урында 90 баш торна һанағандар.
Шулай уҡ Йүкәлекүл буйындаһәм Иҫке Мөхәмәт ауылы эргәһендә 3-әр, Ҡәҙер ауылында 4, Лағырҙа 6 торнаны тап иткәндәр.
"Һүрәттәр йәнләнһә?"- ти был роликтың авторы Хәйҙәр Сөләймән. Ул Башҡортостан рәссамдарына хөрмәт итеүе, картиналарын ҡыҙыҡ өсөн йәнләндереп ҡарауы тураһында яҙған. Оҡшаймы?
📌 "Янғантау" геопаркы Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән алып ҡайтылған тупраҡ менән капсула күмеү сараһына саҡыра
26 сентябрҙә Башҡортостанда башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың хәтер көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан уның тыуған ауылы Тәкәйҙә тантаналы сара уҙғарыла - батырҙың тоҡомдары тарафынан Балтика диңгеҙе буйынан алып ҡайтылған тупраҡ һалынған капсуланы ҡәбер ташы аҫтына күмәсәктәр.
Был Салауат һәм уның атаһы Юлайҙың хәтерен мәңгеләштереү, тыуған яҡтарына "ҡайтарыу" өсөн эшләнә.📍 Сара 26 сентябрҙә сәғәт иртәнге 11-ҙә башлана.
📌 Иртәгә! Һеҙ әҙерме?
20 сентябрҙә Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Тимур Ямалов концерт ҡуя.
Кем бара?
+8
📌 Урал батырға һәйкәл асылды!
Бөгөн Учалы ҡалаһында башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырға арналған һәйкәл тантаналы рәүештә асылды.
Уның авторы - Фәнил Фәтҡулла улы Мөслимов.
+1
“Беҙ янығыҙҙа. Беҙ бергә. Беҙ рәхмәтлебеҙ”,
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин.
“САВАБ” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә ойошма Махсус хәрби операцияла яугирҙарыбыҙ ғүмерен ҡотҡарыусыларға ярҙам күрһәткән – ялан госпитале табиптарына кәрәкле техника бүләк иткән.
Күп функциялы ҡорамал, монитор һәм кәрәкле техниканан торған комплектты МХО-ла һеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатыны Рүнизә ханым мөрәжәғәтенән һуң йыйғандар.
“Был ябай техника ғына түгел, был беҙҙең иғтибар, хәстәрлек, рәхмәтебеҙ. Ихлас ышанам: һаҡлаусы, ҡотҡарыусы һәм хеҙмәт итеүселәр тураһында хәстәрлек күреү – ул имандың сағылышы”,- ти Айнур хәҙрәт һәм иң изге теләктәрен еткергән.
📌Бөгөн иртән Өфөнөң Шәфиев урамындағы 218-се балалар баҡсаһына мышы ҡунаҡҡа килгән.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, октябрь аҙағына тиклем мышыларҙың кеше йәшәгән ергә, трассаға йышыраҡ сығыуы күҙәтелеүе ихтимал. Был уларҙың ҡарығыу осоро менән бәйле, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы.
❗Мышыға яҡын бармағыҙ һәм ҡыуырға тырышмағыҙ. Ашығыс телефон номерына шылтыратып, белгестәрҙе саҡырығыҙ.
Һәр бала үҙ туған телендә бишек йыры тыңлап үҫһен! 🥰
Был видеола Сабина Кучаева "Сәңгелдәк йыры"н башҡара.
Видео: интернеттан.
+8
🌸Зауыҡлы һауыт-һаба...
ҡәҙерләп тотонған сервиз һәр хужабикәлә барҙыр.
Хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылғанда өҫтәлгә сығарып ҡуйып, кире йыйналғандары ла, бүләк итеүселәрҙең күңел йылыһын һәм иҫтәлектәр һаҡлаусылары ла, көн дә күтәренке кәйеф биреп тороусылары ла, ә олпатыраҡ йәштәгеләрҙә хатта йортҡа ингән бер кешенең күҙен ҡыҙҙырып, ялтырап ултырғандары ла юҡ түгелдер.
⚡Бөгөн һауыт-һабаның ниндәйе генә юҡ шул! Хатта пластмасса һәм ҡағыҙҙан да эшләп сығаралар. Шулай ҙа ваҡыт менән һыналғандарына - керамика һәм фарфорҙан яһалған әйберҙәргә бер ни етмәй, улар һәр саҡ модала.🔥
❗Шуға иғтибарығыҙҙы үҙебеҙҙең башҡорт һылыуы тәҡдим иткән зауыҡлы һауыт-һабаға йүнәлтмәксебеҙ.
Өҫтәлегеҙҙе йәмләр, бүләккә алһағыҙ – яҡынығыҙҙы һөйөндөрөр әйберҙәр бында тупланған.✅Түбәндәге һылтанма буйынса ТГ-каналға үтеп ҡарарға мөмкин: t.me/nest4home
📌Дрондарға ҡаршы система яҡшы эшләй
⚡Бөгөн Украина ҡораллы көстәренең Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларына сираттағы һөжүме кисектерелде – “Газпром нефтихим Салауат”ҡа йүнәлтелгән ике пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлдө.
❗Дрондарға ҡаршы система ваҡытында һәм теүәл эшләгән. Иң мөһиме, граждандарҙан береһе лә зыян күрмәгән, объекттарға ла ҡаты теймәгән.
💯Был система предприятиеларҙа актив һәм пассив һаҡлау сараларынан тора:
✅мөһим объекттар тирәләй махсус һаҡлау ҡоролмалары;
✅Рәсәй оборона министрлығы менән берлектә эшләнгән һауа хәүефе тураһында хәбәр итеү механизмы;
✅урындарҙа дрондарҙы юҡ итеүсе махсус командалар эшләй.
💥Әйткәндәй, ваҡ пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәшеү еңел түгел, бының өсөн мәргәнлек кәрәк. Әммә беҙҙең подразделениелар үҙ эшен яҡшы башҡара.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барыһын да шәхси контролгә алған.Дошмандар илебеҙ тылына мәкерле һөжүм итеп, халыҡты ҡурҡытырға һәм ғауға ҡуптарырға маташыуы көн кеүек асыҡ. Бындай мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
