БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 027
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-630 روز
آرشیو پست ها
2 027
Өфөлә Раштыуа көнөнә арналған саңғы ярышы үтте
Бөтә ғаилә менән саңғыға. Өфөлә Раштыуа көнөнә арналған саңғы ярышы үтте. Уны Яңы йыл каникулының айырылғыһыҙ өлөшө тип әйтергә мөмкин. 2013 йылдан уҙғарылып килгән спорт сараһы саңғы шыуырға яратыусыларҙың көтөп алған байрамына әүерелгән. Эстафетала хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар ҙур. Ярышта өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты.
2 027
Раштыуа байрамында Өфөлә морждар боҙло һыуҙа көс һынашты
Боҙло һыуҙа морждар. Өфөнөң Яҡутов паркындағы Һалдат күлендә Раштыуа байрамы уңайынан республиканың көслө рухлы кешеләре һыу инеү йолаһын үтәне. Һалҡын көндө боҙло һыуға төшөргә йөрьәт иткән йөҙөүселәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
2 027
Башҡортостанда каникулдар спорт рухында уҙа
Башҡортостан яңы йыл каникулында ла илдең иң яҡшы спорт төбәге булып ҡала. Йылдың тәүге көнөндә уҙғарылған «Вәғәҙәләр уҙышында» ҡатнашыусылар һаны буйынса республиканың баш ҡапаһы Өфө Мәскәүҙән ҡала икенсе урынға сыҡҡан. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
2 027
Баймаҡтың өлкән быуын аралашыу үҙәге ике йыллығын билдәләне
Баймаҡтың өлкән быуын аралашыу үҙәгенә 2 йыл. Уның иң әүҙемдәре йыл дауамындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Тулыраҡ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
2 027
Мишкә районының Сурай ауылында Яныш Ялкайн исемендәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылды
Объект урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә булдырылған. Ауыл тарихын һаҡлаған музей ойоштороу дөйөм йыйылышта хәл ителгән. Ул 1892 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Земство етәксеһенең элекке йортон төҙөкләндереү өсөн программа буйынса бүленгән аҡсанан тыш, Яныш Ялкайндың туғаны, урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам иткән. Уҙған быуатта Сурай ауылында тыуған Яныш Ялкайн -марый яҙыусыһы, тәржемәсе, фольклорсы, этнограф һәм библиограф булараҡ билдәле.
2 027
Иглин районы ауылдарында юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә
Республикала урындағы башланғыстарға ярҙам итеү програмаһы дауам итә. Иглин районында был программа буйынса 9 ауылда юлдарҙы тәртипкә килтереү планы әҙерләнгән. Еленинский ауылында былтыр программа сиктәрендә юл участкаһы төҙөкләндерелгән.
2 027
Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә
Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Улар балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторола. Әммә төрлө ғаилә мәшәҡәттәре оҫта ҡуллы ханымдың эшен туҡтатып торорға мөжбүр итә. Шөғөлдө яңынан тергеҙеүгә дәүләт ярҙамлаша. Атап әйткәндә, льготалы заем бирелә.
2 027
Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте. Ир-егеттәр яңы йылды ғаиләләре менән бергә ҡаршылап, йорт эштәре менән булырға, төрлө мәсьәләләрен хәл итергә өлгөргән. Яугирҙар алдында республика хәрби комиссариаты вәкилдәре сығыш яһап, яҡташтарыбыҙға хәйерле юл теләне.
2 027
Өфөлә етештерелгән трансформаторҙарҙың тәүге партияһы Белоруссияға оҙатыла
Ғинуарҙа Өфөлә етештерелгән трансформаторҙарҙың тәүге партияһы Белоруссияға оҙатыла. Предприятие экспорт йүнәлешен үҫтереүҙән тыш, производство ҡеүәтен дә арттыра. Күләмле модернизация эштәренән һуң заводта 750 киловольтҡа тиклем көсөргәнешле трансформаторҙар һәм юғары вольтлы реакторҙар сығарыла башлай. Электр энергияһы менән тәьмин итеүсе подстанцияларҙы етештереү майҙансығында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
2 027
Уҙған төндә бөтә донъяла православ диндарҙары Христос Раштыуаһын билдәләне
Башҡортостандабыл байрам Раштыуа һәр ваҡыт ҙурлап үткәрелә. Байрам саралары республиканың барлыҡ сиркәүҙәрендә, шул иҫәптән Өфөнөң 19 ҡорамында ойошторолдо. Ҡорам, сиркәүҙәргә килә алмаусылар байрамды экрандарҙан ҡарай алды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы йылдағыса Рождество Богородицы кафедраль ҡорамынан тура трансляция алып барҙы.
2 027
Радий Хәбиров республикала йәшәүселәргә Раштыуа байрамы уңайынан ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәргә Раштыуа байрамы уңайынан ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә: «Беҙҙең Башҡортостан-күп милләтле, күп конфессиялы республика. Бында быуаттар дауамында төрлө халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙҙең маҡсаттарыбыҙ һәм ҡиммәттәребеҙ уртаҡ.
Ниндәй генә дингә ҡарамаҫтан, республикала йәшәүселәр өсөн ышаныс, өмөт, мөхәббәт, илһөйәрлек һәм шәфҡәтлелек ҡаҡшамаҫ рухи таяныс булып ҡала.
Бәхет һәм именлек, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һау-сәләмәт булыуын теләйем. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек.»-тип яҙған республика етәксеһе.
2 027
Белорет районы Абҙаҡ ауылында 50-се хоккей миҙгеле асылды
Белорет районы Абҙаҡ ауылында 50-се хоккей миҙгеле асылды. Иптәштәрсә осрашыуҙа йәштәр һәм үҫмерҙәр командалары сыҡты. Боҙҙағы алыш өс осорҙа ла көсөргәнешле барҙы. Тиҙҙән урындағы спортсылар «Күбәләк» хоккей лигаһында ҡатнашасаҡ. Унда күрше ауылдарҙың, шул иҫәптән Әбйәлил районы командалары көс һынашасаҡ.
2 027
Өфөлә кескәй тау саңғысылар өсөн Яңы йыл карнавалы үтте
Старт һыҙығында-кескәйҙәр. Өфөләге тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүселәре-өс йәштән ете йәшкәсә балалар өсөн Яңы йыл карнавалы ойошторолдо. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан улар төрлө милләтрҙең кейемдәрендә килгәйне. Малай-ҡыҙҙарҙы Ҡыш бабай сәләмләп, физик күнекмәләр яһатты.
2 027
Шишмә районының «Турахан» визит үҙәге биләмәһендә Республика Толоп байрамы үтте
Иң йылы һәм боронғо толоп, биҙәлгән һәм төпләнгән быйма, спорт ярыштары. Шишмә районының «Турахан» визит үҙәге биләмәһендә Республика Толоп байрамы үтте. Сара тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Халҡыбыҙҙың боронғо ҡышҡы кейемдәрен танытыу, популярлаштырыу масатында ойошторолған байрам ысын мәғәнәһендә миҙгелдең иң тарихи һәм сағыу сараһына әүерелде. Тән һәм йән йылыһын һаҡлаған толоп, быйма һәм шәл фестиваленән беҙҙең киләһе репортаж.
2 027
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында «Ҡар батшалығы» ҡышҡы фестивале үтте
Бөрйән районының данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ҡышҡы фестиваль йыл һайын ойошторола, сараны ҡышҡы һабантуй тип атарға ла мөмкин. Байрамдың программаһы ғәҙәтегесә спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла бай. Ойоштороусылар сараға килеүселәр өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы ла әҙерләгән, ҡунаҡтар алдында билдәле сәхнә йондоҙҙары ла, райондың һәүәҫкәр артистары ла сығыш яһаны.
2 027
Ейәнсура районында саф һауала ял итергә яратыусылар өсөн яңы йүнәлеш асылды
Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Айсыуаҡ Өмөтбаев квадрациклдар алып туристар өсөн тәбиғәт ҡосағында сәйәхәт маршруттары ойошторған. Эшҡыуар туристар өсөн ҡунаҡхана ла төҙөргә ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2 027
«Красноусол» – Донъяның иң яҡшы сәләмәтлек йорто
Ғафури районындағы «Красноусол» шифаханаһы сираттағы тапҡыр Донъяның иң яҡшы сәләмәтлек йорто тип танылды. Шифахана-һауыҡтырыу учреждениеһы был юғары награданы Сыуаш республикаһы баш ҡалаһы Чебоксарҙа үткән «Диво Евразия» халыҡ-ара фестивалендә яуланы.
2 027
Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң мобилизация буйынса хеҙмәт икән Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды. Күптәре 2022 йылдан алып тәүге тапҡыр Яңы йылды тыуған яғында, ғаиләләре, яҡындары эргәһендә ҡаршылаған. Улар әйтеүенсә, байрам ысын мәғәнәһендә яҡты һәм күңелле үткән. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер.
2 027
Өфөнөң үҙәк авария-ҡотҡарыу идаралығы отрядында дүрт аяҡлы йән эйәһе Лаки исемле эт барлыҡҡа килде
Изге һәм яуаплы хеҙмәттә ярты йылдан ашыу. Өфөнөң үҙәк авария-ҡотҡарыу идаралығы отрядында дүрт аяҡлы йән эйәһе Лаки исемле эт барлыҡҡа килде. Ул алты ай йыл элек ҡотҡарыусылар командаһына ҡушыла һәм шул ваҡыттан алып бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең айырылғыһыҙ дуҫына әүерелә. Тәүлек әйләнәһенә республиканың именлеген тәьмин итеүселәр өсөн Лаки «стресҡа ҡаршы дауа» ролен дә үтәй.
2 027
Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда янғындар һаны кәмегән
Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда янғындар һаны кәмегән. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм төбәктең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда яңы йылдың тәүге көндәрендә теркәлгән янғындар һәм юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле оператив мәсьәләләр тикшерелде.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
