fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 983
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-1430 روز
آرشیو پست ها
Уҙған төндә бөтә донъяла православ диндарҙары Христос Раштыуаһын билдәләне Башҡортостандабыл байрам Раштыуа һәр ваҡыт ҙурлап үткәрелә. Байрам саралары республиканың барлыҡ сиркәүҙәрендә, шул иҫәптән Өфөнөң 19 ҡорамында ойошторолдо. Ҡорам, сиркәүҙәргә килә алмаусылар байрамды экрандарҙан ҡарай алды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы йылдағыса Рождество Богородицы кафедраль ҡорамынан тура трансляция алып барҙы.

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәргә Раштыуа байрамы уңайынан ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәргә Раштыуа байрамы уңайынан ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә: «Беҙҙең Башҡортостан-күп милләтле, күп конфессиялы республика. Бында быуаттар дауамында төрлө халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙҙең маҡсаттарыбыҙ һәм ҡиммәттәребеҙ уртаҡ. Ниндәй генә дингә ҡарамаҫтан, республикала йәшәүселәр өсөн ышаныс, өмөт, мөхәббәт, илһөйәрлек һәм шәфҡәтлелек ҡаҡшамаҫ рухи таяныс булып ҡала. Бәхет һәм именлек, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һау-сәләмәт булыуын теләйем. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек.»-тип яҙған республика етәксеһе.

Белорет районы Абҙаҡ ауылында 50-се хоккей миҙгеле асылды Белорет районы Абҙаҡ ауылында 50-се хоккей миҙгеле асылды. Иптәштәрсә осрашыуҙа йәштәр һәм үҫмерҙәр командалары сыҡты. Боҙҙағы алыш өс осорҙа ла көсөргәнешле барҙы. Тиҙҙән урындағы спортсылар «Күбәләк» хоккей лигаһында ҡатнашасаҡ. Унда күрше ауылдарҙың, шул иҫәптән Әбйәлил районы командалары көс һынашасаҡ.

Өфөлә кескәй тау саңғысылар өсөн Яңы йыл карнавалы үтте Старт һыҙығында-кескәйҙәр. Өфөләге тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүселәре-өс йәштән ете йәшкәсә балалар өсөн Яңы йыл карнавалы ойошторолдо. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан улар төрлө милләтрҙең кейемдәрендә килгәйне. Малай-ҡыҙҙарҙы Ҡыш бабай сәләмләп, физик күнекмәләр яһатты.

Шишмә районының «Турахан» визит үҙәге биләмәһендә Республика Толоп байрамы үтте Иң йылы һәм боронғо толоп, биҙәлгән һәм төпләнгән быйма, спорт ярыштары. Шишмә районының «Турахан» визит үҙәге биләмәһендә Республика Толоп байрамы үтте. Сара тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Халҡыбыҙҙың боронғо ҡышҡы кейемдәрен танытыу, популярлаштырыу масатында ойошторолған байрам ысын мәғәнәһендә миҙгелдең иң тарихи һәм сағыу сараһына әүерелде. Тән һәм йән йылыһын һаҡлаған толоп, быйма һәм шәл фестиваленән беҙҙең киләһе репортаж.

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында «Ҡар батшалығы» ҡышҡы фестивале үтте Бөрйән районының данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ҡышҡы фестиваль йыл һайын ойошторола, сараны ҡышҡы һабантуй тип атарға ла мөмкин. Байрамдың программаһы ғәҙәтегесә спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла бай. Ойоштороусылар сараға килеүселәр өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы ла әҙерләгән, ҡунаҡтар алдында билдәле сәхнә йондоҙҙары ла, райондың һәүәҫкәр артистары ла сығыш яһаны.

Ейәнсура районында саф һауала ял итергә яратыусылар өсөн яңы йүнәлеш асылды Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Айсыуаҡ Өмөтбаев квадрациклдар алып туристар өсөн тәбиғәт ҡосағында сәйәхәт маршруттары ойошторған. Эшҡыуар туристар өсөн ҡунаҡхана ла төҙөргә ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

«Красноусол» – Донъяның иң яҡшы сәләмәтлек йорто Ғафури районындағы «Красноусол» шифаханаһы сираттағы тапҡыр Донъяның иң яҡшы сәләмәтлек йорто тип танылды. Шифахана-һауыҡтырыу учреждениеһы был юғары награданы Сыуаш республикаһы баш ҡалаһы Чебоксарҙа үткән «Диво Евразия» халыҡ-ара фестивалендә яуланы.

Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң мобилизация буйынса хеҙмәт икән Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды. Күптәре 2022 йылдан алып тәүге тапҡыр Яңы йылды тыуған яғында, ғаиләләре, яҡындары эргәһендә ҡаршылаған. Улар әйтеүенсә, байрам ысын мәғәнәһендә яҡты һәм күңелле үткән. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер.

Өфөнөң үҙәк авария-ҡотҡарыу идаралығы отрядында дүрт аяҡлы йән эйәһе Лаки исемле эт барлыҡҡа килде Изге һәм яуаплы хеҙмәттә ярты йылдан ашыу. Өфөнөң үҙәк авария-ҡотҡарыу идаралығы отрядында дүрт аяҡлы йән эйәһе Лаки исемле эт барлыҡҡа килде. Ул алты ай йыл элек ҡотҡарыусылар командаһына ҡушыла һәм шул ваҡыттан алып бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең айырылғыһыҙ дуҫына әүерелә. Тәүлек әйләнәһенә республиканың именлеген тәьмин итеүселәр өсөн Лаки «стресҡа ҡаршы дауа» ролен дә үтәй.

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда янғындар һаны кәмегән Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда янғындар һаны кәмегән. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм төбәктең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда яңы йылдың тәүге көндәрендә теркәлгән янғындар һәм юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле оператив мәсьәләләр тикшерелде.

Башҡортостанда ҡатмарлы һауа торошо: юлдарҙа сикләүҙәр индерелә Республика биләмәһендә ҡатмарлы һауа шарттары күҙәтелә. Епшек ҡар яуыуы, һепертмә буран һәм боҙлауыҡ айырыуса автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ел секундына 20 метрға тиклем етеүе, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарайыуы ихтимал. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе оло юлға сыҡмаҫҡа саҡыра. Уҙған тәүлектә генә төбәк һәм федераль кимәлдәге юлдарҙың 33 участкаһында сикләүҙәр индерелгәйне. Шул уҡ ваҡытта коммуналь хеҙмәттәргә лә көсөргәнешле режимда эшләргә тура килә. Уҙған тәүлек эсендә баш ҡала урамдарынан ғына 17 мең ярым кубометр ҡар сығарылған.

Милли проекттар һөҙөмтәһе: Башҡортостанда яңы объекттар сафҡа инде Яңы йылдың беренсе дүшәмбеһе-киләсәккә йомғаҡ яһарға һәм пландар төҙөргә ваҡыт. Былтыр Башҡортостанда милли проекттар ярҙамында 6 яңы поликлиника һәм 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 35 ремонтланған мәктәп, 170 төҙөкләндерелгән биләмә, юлдар, күперҙәр, коммуналь инфраструктура һәм башҡа объекттар сафҡа ингән. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, бөтәһе 12 яңы милли проект буйынса эш алып барылған.

Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы халҡы яңы йылдың тәүге көнөн үҙ сәләмтлегенә бағышланы Ҡалған салаттарҙы ашау урынына йүгереү. Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы халҡы яңы йылдың тәүге көнөн үҙ сәләмтлегенә бағышланы. Барса халыҡ йүгерергә сыҡты. Йылды нисек ҡаршы алаһың, шулай үтәсәк, ти Яңы Йәлдәктәр. Шуға күрә улар был башланғысты айыҡ тормошҡа бағышлай.

Красный Лучта Башҡортостан ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә Донбаста Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙам итеүҙе туҡтатмай. Төбәк ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә. Красный Луч ҡала округына ингән Петровское ҡалаһында ла спорт ҡоролмалары комплексында ла йылытыу ҡаҙанлыҡтары яңыртылған. Был ҡала республика өсөн ят түгел. Тап Петровскоела легендар яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яуҙаштары ерләнгән.

4 ғинуарҙа Бөтә Донъя Брайль Азбукаһы көнө билдәләнә Тактиль шрифт ярҙамында һуҡыр һәм күреү һәләте насар булғандар уҡырға, яҙырға өйрәнә, һөнәр үҙләштереп, йәмғиәткә яраҡлаша. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһының төбәк бүлексәһендә бөгөн биш меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күп төрлө әҙәби баҫмалар тупланған.

Айрат Рәхмәтуллин Өфөнөң 43-сө поликлиникаһында пациенттарҙы ҡабул итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры баш ҡалалағы 43-се поликлиниканың Максим Рыльский урамында урынлашҡан корпусы эшмәкәрлеге менән танышып, пациенттарҙы ҡабул итте. Айрат Рәхмәтуллин шәхси консультация барышында министр булараҡ ҡына түгел, табип-невролог кәңәштәрен дә бирҙе.

Яңы йыл каникулдарында Өфөлә сүп-сар сығарыу көсәйтелгән контроль аҫтында Сүп-сар ваҡытында сығарыламы? Яңы йыл каникулдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса эш айырыуса контролдә тотола. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов баш ҡаланың ихата биләмәләрендә төбәк операторҙарының эшен тикшерҙе.

Башҡортостанда Яңы йыл каникулы тамамланғансы янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала Был осорҙа фейерверктарҙы махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына ҡулланырға мөмкин. Ошо уҡ ҡағиҙә ут яндырыуға ла ҡағыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешенә бәйле, республикала ведомство-ара профилактик рейдттар үтә.

Яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнде Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай норма бер нис
Яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнде Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай норма бер нисә көн ғәмәлдә була. Бөгөн спиртлы эсемлектәрҙе сәғәт 8-ҙән 5-кә тиклем алырға мөмкин. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа һатып алыу ваҡыты сәғәт 10-дан 5-кә тиклем билдәләнгән. Башҡа көндәрҙә хәмер ғәҙәти тәртиптә һатыла. Законды боҙоусылар өсөн ҙур штраф ҡаралған.

БСТ | Яңылыҡтар - آمار و تحلیل کانال تلگرام @bashbst