uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 983
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-17 kun
-1430 kun
Postlar arxiv
Өфөлә ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә янғын хәүефһеҙлеге буйынса рейд үтте Социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙе хәстәрләп. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә рейд менән барып хәүефһеҙлек саралары хаҡында аңлатыу эше үткәрҙе Белгестәр граждандарға Яңы йыл байрамдары осоронда электр прибоҙарын ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, йортта тәмәке тартмаҫҡа, өйҙән сыҡҡан саҡта утты, гирляндаларҙы һүндерергә кәрәклеге хаҡында иҫкәрмәләр таратты.

Өфөлә Хәрәкәт ниндзя- залы асылды Әй урамындағы бинала урынлашҡан спорт залыа алты йәшәтән өлкәндәр йөрөй ала. Залда кемдәр спорт менән шөғөлләнә?

Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа Шыршы тапшыр ҙа-бүләккә мандарин ал. Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа. Ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү буйынса Өфөлә 11 пункт бар, уларҙың адрестары менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.

Антарктиданан модаға: Артур Исҡужиндың этно-бренд тарихы Хыял артынан Антарктидаға. Артур Исҡужин йыл ярым ваҡытын Ерҙең иң көньяғында урынлашҡан континентта уҙғара. Ҡайҡас, этно элементтары булған заманса кейем етештерә башлай. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн дизайнерға нимә аша үтергә тура килгән?

Донбаста Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙам итеүҙе туҡтатмай Төбәк ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә. Красный Луч ҡала округына ингән Петровское ҡалаһында ла спорт ҡоролмалары комплексында ла йылытыу ҡаҙанлыҡтары яңыртылған. Был ҡала республика өсөн ят түгел. Тап Петровскоела легендар яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яуҙаштары ерләнгән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн хәйриә концерты ойошторолдо Яңы йыл каникулдары уңайынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн хәйриә концерты ойошторолдо. Тылсымлы әкиәт форматында әҙерләнгән сарала яугирҙарҙың яҡындары, тормош иптәштәре ҡатнашты. Тамашаның программаһы яугирҙарыбыҙға дан йырлаған, изге теләктәр юллаған, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙар һәм йырҙарҙан төҙөлгән.

Шишмә районындағы Патриот паркында Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған хәтер саралары үтте Шишмә районындағы Патриот хәрби-илһөйәрлек паркында Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған хәтер саралары үтте. Ҡаһарман яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланып, 2022 йылдың февралендә һәләк була. Ул дошман һөжүме ваҡытында оборона ойоштороп, гранатаны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Патриот хәрби-илһөйәрлек паркына Геройҙың исеме бирелгән.

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды Ике аҙна ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Ғаиләләре, яҡындары менән ял итеп, көс туплағандан һуң, яугирҙар хәрби бурысын үтәргә Башҡортостан етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобуста юлланды.

Киләсәк аграрийҙары: Башҡортостанда агрокластар системаһы үҫә Ауыл хужалығында тармаҡ белгестәрен, буласаҡ лидерҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән үк әҙерләү бурысы тора. Ауылдарҙа төпләнеп йәшәр һәм эшләр өсөн йәштәргә ниндәй мөмкинлектәр, программалар бар?

Республика хужалыҡтарында малдарҙы ҡышлатыу осоро менән бер рәттән, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыҙа Иглин районы»Ҡалтыман«яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә хужалыҡ эшсәндәре һауа шарттарына бәйле көҙҙән килтерелмәй ҡалған бесән төргәктәрен ташый, ремонт цехында тракторҙарҙы капиталь ремонтлауға тотонғандар. Хужалыҡта мал аҙығы, шул иҫәптән бесән, силос һәм фураж бойҙайы етештереү өсөн 1200 гектар майҙанда аҙыҡ һәм иген культуралары сәселгән булған.

2030 йылға Башҡортостанда 50 заманса һөт фермаһы төҙөү бурысы ҡуйыла Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, яңы фермаларҙа малдарҙы дөрөҫ туҡландырыу һәм аҫрау ойошторолорға, яңы белемдәр һәм алдынғы технологиялар ҡулланылған автоматлаштырылған производство процестары үҙләштерелергә тейеш. Ошо шарттар менән аграрийҙар алдында йылына бер миллион тонна һөт етештереү йөкләмәһе ҡуйыла.

Өфөлә Раштыуа көнөнә арналған саңғы ярышы үтте Бөтә ғаилә менән саңғыға. Өфөлә Раштыуа көнөнә арналған саңғы ярышы үтте. Уны Яңы йыл каникулының айырылғыһыҙ өлөшө тип әйтергә мөмкин. 2013 йылдан уҙғарылып килгән спорт сараһы саңғы шыуырға яратыусыларҙың көтөп алған байрамына әүерелгән. Эстафетала хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар ҙур. Ярышта өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты.

Раштыуа байрамында Өфөлә морждар боҙло һыуҙа көс һынашты Боҙло һыуҙа морждар. Өфөнөң Яҡутов паркындағы Һалдат күлендә Раштыуа байрамы уңайынан республиканың көслө рухлы кешеләре һыу инеү йолаһын үтәне. Һалҡын көндө боҙло һыуға төшөргә йөрьәт иткән йөҙөүселәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Башҡортостанда каникулдар спорт рухында уҙа Башҡортостан яңы йыл каникулында ла илдең иң яҡшы спорт төбәге булып ҡала. Йылдың тәүге көнөндә уҙғарылған «Вәғәҙәләр уҙышында» ҡатнашыусылар һаны буйынса республиканың баш ҡапаһы Өфө Мәскәүҙән ҡала икенсе урынға сыҡҡан. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Баймаҡтың өлкән быуын аралашыу үҙәге ике йыллығын билдәләне Баймаҡтың өлкән быуын аралашыу үҙәгенә 2 йыл. Уның иң әүҙемдәре йыл дауамындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Тулыраҡ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.

Мишкә районының Сурай ауылында Яныш Ялкайн исемендәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылды Объект урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә булдырылған. Ауыл тарихын һаҡлаған музей ойоштороу дөйөм йыйылышта хәл ителгән. Ул 1892 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Земство етәксеһенең элекке йортон төҙөкләндереү өсөн программа буйынса бүленгән аҡсанан тыш, Яныш Ялкайндың туғаны, урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам иткән. Уҙған быуатта Сурай ауылында тыуған Яныш Ялкайн -марый яҙыусыһы, тәржемәсе, фольклорсы, этнограф һәм библиограф булараҡ билдәле.

Иглин районы ауылдарында юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә Республикала урындағы башланғыстарға ярҙам итеү програмаһы дауам итә. Иглин районында был программа буйынса 9 ауылда юлдарҙы тәртипкә килтереү планы әҙерләнгән. Еленинский ауылында былтыр программа сиктәрендә юл участкаһы төҙөкләндерелгән.

Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Улар балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторола. Әммә төрлө ғаилә мәшәҡәттәре оҫта ҡуллы ханымдың эшен туҡтатып торорға мөжбүр итә. Шөғөлдө яңынан тергеҙеүгә дәүләт ярҙамлаша. Атап әйткәндә, льготалы заем бирелә.

Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте. Ир-егеттәр яңы йылды ғаиләләре менән бергә ҡаршылап, йорт эштәре менән булырға, төрлө мәсьәләләрен хәл итергә өлгөргән. Яугирҙар алдында республика хәрби комиссариаты вәкилдәре сығыш яһап, яҡташтарыбыҙға хәйерле юл теләне.

Өфөлә етештерелгән трансформаторҙарҙың тәүге партияһы Белоруссияға оҙатыла Ғинуарҙа Өфөлә етештерелгән трансформаторҙарҙың тәүге партияһы Белоруссияға оҙатыла. Предприятие экспорт йүнәлешен үҫтереүҙән тыш, производство ҡеүәтен дә арттыра. Күләмле модернизация эштәренән һуң заводта 750 киловольтҡа тиклем көсөргәнешле трансформаторҙар һәм юғары вольтлы реакторҙар сығарыла башлай. Электр энергияһы менән тәьмин итеүсе подстанцияларҙы етештереү майҙансығында БЮТ ижади төркөмө лә булды.