fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 953
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-47 روز
-1230 روز
آرشیو پست ها
Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн республика премияһына ғаризалар ҡабул ителә Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн республика премияһы. Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр конкурсы йыл һайын 16 номинация буйынса үткәрелә. Быйыл унда Башҡортостанда теркәлгән һәм йәшәгән Рәсәй граждандары, коммерция булмаған һәм партнерлыҡ ойошмалары вәкилдәре, төбәктә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыусылар ҡатнаша ала.
06 اکتبر 2025, 14:06

Радий Хәбиров металдарҙың үтә һығылмалылығы институтын 40 йыллыҡ менән ҡотланы Радий Хәбиров ғалимдарҙы Рәсәй фәндәр академияһы металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты ойошторолоуҙың 40 йыллығы менән ҡотланы. Әлеге ваҡытта ул Рәсәйҙә материалдарҙы өйрәнеү, металдарҙы һәм иретмәләрҙе эшкәртеү технологиялары өлкәһендәге алдынғы ғилми учреждениеларҙың береһе булып тора.
06 اکتبر 2025, 13:51

Республика көнөнә Өфөлә буласаҡ өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалына Шулай уҡ аркалы күпер аша транспорт хәрәкәте ебәрелә. Оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды, баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары барланды.
06 اکتبر 2025, 13:36

Башҡортостан спортсылары 44 тонналыҡ «Тополь-М» техникаһын һөйрәп рекорд ҡуйҙы Донъя рекорды. Стәрлетамаҡта башҡорт батырҙары «Тополь-М» хәрби техникаһын 8 метр арауыҡҡа һөйрәне. Тамашаны ҡарарға килгән халыҡ алдында Денис Ваһапов, Айҙар Байсурин, Рәил Бикмаев һәм Руслан Садиҡов көс күрһәтте.
06 اکتبر 2025, 06:31

Эльмира Саматова «Домашний» телеканалында төшкән сериалда төп роль башҡара Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмира Саматова «Домашний» телеканалы өсөн төшөрөлгән рус сериалында төп ролдәрҙең береһен уйнай. «Любовь по принуждению» тип исемләнгән сериал киң тамашасыға сентябрь аҙағында күрһәтелде. Режиссерҙар башҡорт актрисаһына тәҡдим менән үҙҙәре сыҡҡан. Билдәле яҡташыбыҙ сериалда үгәй әсә булып уйнай, Режиссерҙар образға тура килгән геройҙы ике ай дауамында эҙләгән. Һөҙөмтәлә социаль селтәрҙә тап Эльмира Саматоваға туҡталалар.
06 اکتبر 2025, 06:21

Хәйбулла районында уҡытыусылар һөнәри байрамдарын билдәләне Рәсәй уҡытыусылары һөнәри байрамын билдәләне. Хәйбулла районында тантаналы сара Бүребай мәктәбендә ойошторолдо. Унда төбәктең белем усаҡтарында йәш быуынға белем биргән һәм был өлкәлә күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ветерандар йыйылды.
06 اکتبر 2025, 06:11

Ҡалтасы районы уҡытыусыһына шифаханаға юллама тапшырылды Һөнәри байрам алдынан-ҡыуаныслы ваҡиға. Ҡалтасы районы Күтәрем ауылы мәктәбе уҡытыусыһына шифаханала һаулығын нығытыу өсөн сертификат тапшырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү инициативаһы менән сығыш яһағайны.
06 اکتبر 2025, 06:03

Өфө пенсионерҙары изге урындар буйлап сәфәргә сыҡты Өфө пенсионерҙары «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында республиканың изге урындары буйлап бер көнлөк турнеға сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә был мөмкинлек менән миллиондан ашыу кеше файҙалана.
06 اکتبر 2025, 05:50

Башҡортосткандан махсус хәрби операция биләмәһенә 163-сө гуманитар ылау оҙатылды Колоннала 11 берәмек техника. Яҡташ хәрбиҙәребеҙгә адреслы ярҙам дәүләт органдары, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған граждандар тарафынан тупланған. Йөк составына 23 автомобиль, ағас материалдары, күсмә мунсалар, маскировка селтәрҙәре, дрон кеүек фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр тейәлгән. Әйткәндәй, республикала гуманитар посылкаларҙы әҙерләүҙә, уларҙы машиналарға тейәүҙә ярҙам күрһәтеүселәр тырышлығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
06 اکتبر 2025, 05:39

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленең төп өлөштәре һүтелә башланы Күләмле һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы эш. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленең төп өлөштәре һүтелә башланы. Скульптураны тергеҙеү сараһы ике йылға иҫәпләнгән. Реставрация барышында республикабыҙ символы булған монументтың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Бер үк ваҡытта майҙан биләмәһен төҙөкләндереү бурысы тора.
04 اکتبر 2025, 23:45

Өфөлә Вәсил Ханнановтың һирәк эштәренән күргәҙмә асылды Сәнғәт белгестәре Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановты шулай баһалай. Вәсил Мирғәзиән улының тыуған көнөндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Эрмитаж» күргәҙмә залында бығаса тамашасы күрмәгән һирәк эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды.
04 اکتبر 2025, 23:30

Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында Миңһылыу Усманова менән осрашыу үтте Профессор, тел белгесе, ғалимә. Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында Миңһылыу Усманова менән осрашыу үтте. Кисә Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының 75 йәшлек юбилейына арналды.
04 اکتبر 2025, 23:15

«Изге эштәрҙең дүрт миҙгеле» төбәк проектының икенсе миҙгелендә ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә Проекттың маҡсаты-төрлө район-ҡалаларҙа йәшәүсе 12-18 йәшлек үҫмерҙәрҙе үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу аша ирекмәнлек эшенә йәлеп итеү. Хәүефһеҙ бала саҡ, мәҙәниәт һәм төҙөкләндереү-өс йүнәлеш һайлап алынған. Проектта остаз-уҡытыусылар, вожатыйҙар, директор кәңәшселәре етәкселегендә 5-10 кешенән торған командалар ҡатнаша.
04 اکتبر 2025, 23:01

Ишембайҙа кадеттар Ватанға тоғролоҡҡа ант бирҙе Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре хәрби ант бирҙе. Ишембай ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йортонда уҙған тантанаға курсанттарҙың ата-әсәләре, яҡындары, көс структуралары, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре, хәрбиҙәр саҡырылғайны.
04 اکتبر 2025, 15:42

Өфөлә следж-хоккей менән шөғөлләнеүселәргә сана һәм экипировка тапшырылды Комплектты «Булат» клубының дүрт хоккейсыһы алды. Ветеран яугирҙарҙы спорт йыһаздары менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тәьмин итте. Быға тиклем экипировка һораған 8 яугирҙан ғариза килгән булған. Төбәк филиалының эксперт советы һәр мөрәжәғәтте спортсының физик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уға яраҡлы форма һайлай. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки следж-хоккей махсус хәрби операциянан яраланып ҡайттыусылар өсөн реабилитация йүнәлештәренең береһе булып тора.
04 اکتبر 2025, 15:32

Октябрьский ҡалаһының «Бетеү» ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операцияға өс меңенсе селтәр оҙатҡан Лилиә менән Константин Вельбойҙар 2022 йылдың көҙөндә мәҙрәсәлә хәрбиҙәргә һәм госпиталдәргә гуманитар ярҙам ойоштора башлай. Йыйылған әйберҙәрҙе Константин Анатольевич махсус хәрби операция биләмәһенә үҙе алып барып тапшыра, ирекмән өс йыл эсендә хәрбиҙәр янына 15 тапҡыр барып ҡайта. Ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр тарафынан маскировка селтәрҙәре, дрондан йәшенеү костюмдары, окоп шәмдәре, юрғандар, беләҙектәр, кейем-һалым тегеү буйынса производство яйға һалынған.
04 اکتبر 2025, 15:22

Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә иҫәп буйынса 162-се гуманитар ылау оҙатылды Башҡорт батальондары транспорт сараларынан тыш, дрондар һәм эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк. Хәрбиҙәргә адреслы ярҙам республика дәүләт органдары, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр тырышлығы менән ойошторолған. Колонна составында 6 йөк автомобиле. Хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән 3 юғары үтемле техника оҙатылды.
04 اکتبر 2025, 15:13

Уҙған төндә Бишбүләк районында ҡот осҡос авария теркәлде «Лада Приора» автомобиленә идара иткән 24 йәшлек водитель юл буйында торған атҡа бәрелә. машина юлдан ситкә сығып түңкәрелә. Салонда 17-шәр йәшлек ҡыҙ менән егет ултырған була Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙең өсөһө лә фажиғә урынында һәләк була. Тикшереү барышында транспорт хужаһының водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡлана. Әлеге ваҡытта прокуратура ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын билдәләй.
04 اکتبر 2025, 14:56

Ҡалтасы районындағы «Восход» кооперативы «тоҡомсолоҡ хужалығы» статусын алған Ауыл хужалығы компанияһы малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешендә эшләй. Унда етештерелгән продукция эске баҙарҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә һатыла.
04 اکتبر 2025, 14:49

Тажикстан эшҡыуарҙары Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән танышты Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Үҙәк Азия дәүләтенә эш сәфәре барышында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса төбәк мөмкинлектәрен тәҡдим итте.
04 اکتبر 2025, 14:38