es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 977
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-1630 días
Archivo de publicaciones
Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһендә ҡатындарҙы үлемдән ҡотҡарған Яу ҡырында яралған дуҫлыҡ ғүмерлеккә һаҡлана. Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһенең Новоивановка ауылын азат иткәндә ике ҡатынды үлемдән алып ҡала.

Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 25 ноябргә тиклем оҙайтылды 26 колледжда барлығы 680 бюджет урын ҡалған. Был, тәү сиратта, сентябрҙә Дөйөм дәүләт имтихандары тапшырған 9-сы синыф уҡыусыларына урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге бирә. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ла абитуриенттарҙы көтәләр.

Өс йыл элек яңы төбәктәр Рәсәйгә ҡушылды Өс йыл өйҙә. 2022 йылдың 30 сентябрендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына инде. Был ҡарар референдум һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Халыҡтың 99 проценттан ашыуы берләшеү өсөн тауыш бирә. Йәғни тарихи ғәҙеллек тергеҙелә. Әммә Киев режимы йәмәғәтселек ҡарарын таныуҙан баш тарта һәм тыныс ҡалаларҙы, уларҙың халҡын тағы ла ҡатыраҡ бомбаға тота башлай. Күптәр емерелгән йорттарын ташлап күсеп китергә мәжбүр була.

Әлшәй районы Мәндән ауылында йәшәүсе Фәниә Нурғәлиева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне Оло быуын вәкиле әүҙем тормош алып бара. Ул һәр таңды ҡыуаныс менән ҡаршылай, сәләмәтлеген нығытыу өсөн күп хәрәкәт итә. Өләсәйҙең иң яратҡан шөғөлө-ҡош-ҡорт аҫрау һәм баҡса үҫтереү. Уның ҡулдары тере һыу кеүек-нимә генә ултыртһа ла, барыһы ла сәскә ата.

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйы ике көнгә әүҙем ял итеүселәр үҙәгенә әйләнде Балыҡ тотоу бәйгеһе 1-се Халыҡ-ара Аксаков фестиваленең финал ваҡиғаһы булды. Ғаилә байрамында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә-йәрминкә, уха бешереү буйынса кулинар алыш ойошторолдо. Билдәле булыуынса, Сергей Аксаков балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡты үҙ итә, уның ижады ла был мауығыуҙар менән тығыҙ бәйле була. Шуға ла сараны ойоштороусылар яҡташыбыҙҙы рус әҙәбиәте классигы ғына түгел, ә тәбиғәтте яратыусы булараҡ та күрһәтергә тырышҡан.

Баймаҡ районы «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһына ҡушылды Өмәлә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов, ҡаланың хеҙмәт коллективтары һәм уның битараф булмаған халҡы ҡатнашты. Баймаҡтың Есенин урамына ултыртылған 70 төп йәш миләш үҫентеләре ныҡлы тамыр йәйеп, нығынып ҡаланың бер нисә быуынын ҡыуандырасаҡ.

Шаран районы Баҙғый ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды Яңы бина «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты буйынса сафҡа ингән. Бында халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Иркен яҡты бүлмәләр медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар өсөн дә уңайлы.

Архангел районында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек комбайнерҙы тотҡан Эскән килеш рулгә ултырған аграрий тураһында инспекторҙарға битараф булмаған замандашыбыҙ хәбәр итә. Комбайнерҙы трассала туҡтатҡан автоинспкекторҙар 58 йәшлек ирҙең ысынлап та эскән булыуын дәлилләй. Тағы ла бер комбайнерҙың водитель таныҡлығы булмауы асыҡлана. Ике иргә ҡарата ла административ протоколдар төҙөлгән.

Бөгөн төндә республикала ҡырау төштө Һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -4, -9, таулы райондарҙа 10 градусҡаса тиклем ҡырау төштө. Ирәмәл тауында һәм Сибай ҡалаһында бер көн элек ҡар яуыуы күҙәтелгәйне. Башгидромет фараздары буйынса,алдағы көндәрҙә яуым төшөмһөҙ, аяҙлы- болотло һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы төндә 0, +5° тирәһе, көндөҙ +7, +12° градусҡаса йылыта.

1 октябрҙән республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла йылытыу миҙгелен башларға бурыслы Йылы менән тәү сиратта социаль учреждениелар тәьмин ителә. Был балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары. Ә бына торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыла.

Башҡортостан менән яңы төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек үҫә Бөгөн Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре халҡы бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булырға ҡарар итеүенә өс йыл тулды. Ошо мөһим ваҡиға менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ тураһында даими хәстәрлек күрелә. Беҙҙең яугирҙар ҡулдарына ҡорал алып, биләмәләрҙе нацистарҙан азат итә, тыныс халыҡты дошмандан һаҡлай.

"Ағиҙел" Свердловск өлкәһе хоккейсыларын 13-2 иҫәбе менән еңде Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселек дауам итә. Бөгө
"Ағиҙел" Свердловск өлкәһе хоккейсыларын 13-2 иҫәбе менән еңде Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселек дауам итә. Бөгөн был командалар араһында тағы бер уйын ҡаралған. Лигала 7 команда сығыш яһай. "Ағиҙел" үткән миҙгелдә чемпион булды.

Һуғыш балалары тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде Уға ярашлы, айырым категория граждандарға күп функциялы үҙ
Һуғыш балалары тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде Уға ярашлы, айырым категория граждандарға күп функциялы үҙәктәрҙә дәүләт хеҙмәттәре сиратһыҙ күрһәтелә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бындай норма өлкән йәштәгеләр һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға бюрократик кәртәләрҙе кәметеү мөмкинлеген бирә. Башҡортостанда әле һуғыш балаһы статусында булған 113 меңдән ашыу кеше йәшәй. Был исемлеккә 1927 йылдың 22 июненән 45-се йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә.

Республикала туристик объекттар арта 4 инвестиция проектына ҡуртымға ер участкаһы бирелә. Белорет районы Асы ауылында ял база
Республикала туристик объекттар арта 4 инвестиция проектына ҡуртымға ер участкаһы бирелә. Белорет районы Асы ауылында ял базаһы төҙөү ҡарала. Инвестор был проектҡа 620 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Әбйәлил районында “Эко ауыл-2” тигән ял үҙәге төҙөлә. Дыуан районында глэмпинг-парк асыла. Уның майҙаны 3 гектарға яҡын. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Өфө районында юл яны комплексы һалына. “Туристик инфраструктураны киңәйтеү сәйәхәтселәр һанын арттырырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ республика иҡтисады үҫешенә йоғонто яһай”, - ти эксперттар.

«Юлдаш» – 25 йыл тыңлаусылар менән бергә Башҡортостандың төп милли радиостанцияһы – «Юлдаш»ҡа 25 йыл! Сирек быуат дауамында ул тыңлаусыларҙы йыр-моң, хәбәрҙәр һәм тура эфир менән ҡыуандырҙы. Бөгөн «Юлдаш» – һәр өйҙәге яҡын дуҫ, рухи юлдаш.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 87-се ижад миҙгелен асты Башҡортостан дәүләт концерт залында үткән тамашала легендар балетмейстр ҡуйған композициялар менән бергә, донъя халыҡтары бейеүҙәре башҡарылды. Ижад миҙгеленең тәүге премьераһы сәхнәләштерелде.

Өфөлә коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү һорауҙарына арналған семинар үтте Белгестәр әйтеүенсә, гранттар фондына төрлө йүнәлештәге ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл тәү сиратта ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яҡлауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләүгә йүнәлтелгән проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбенә-100 йыл Тарихи дата айҡанлы белем усағында мәктәп коллективы, мәғариф ветерандары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашлығында күләмле байрам сараһы үтте. Тантана яу ҡаһармандары һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Ә мәктәп алдында ҡунаҡтарҙы 100 йыллыҡ юбилей менән 100 ҡурайсы тәбрикләне.

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 620 лифт алмаштырыласаҡ Уларҙың барыһының да файҙаланыу ваҡыты тамамланған. Заманса яңы лифттар хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла. Өфөнөң Адмирал Макаров урамында программаға ингән күп фатирлы йорттарҙағы эш барышы хаҡында киләһе яҙмала.

«Торатау» геопаркының Юнеско глобаль селтәренә инеүе-илдең тышҡы сәйәсәтен яҡшыртыуға тос өлөш индерә Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы абруйлы статус алыуға ҙур көс һалған фән эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Торатау геопаркын Юнеско исемлегенә индереү тураһындағы ҡарар 6 сентябрҙә Чили республикаһында үткән 11-се халыҡ-ара конференцияла ҡабул ителде.