БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 977
订阅者
无数据24 小时
-47 天
-1630 天
帖子存档
1 977
Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһендә ҡатындарҙы үлемдән ҡотҡарған
Яу ҡырында яралған дуҫлыҡ ғүмерлеккә һаҡлана. Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһенең Новоивановка ауылын азат иткәндә ике ҡатынды үлемдән алып ҡала.
1 977
Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 25 ноябргә тиклем оҙайтылды
26 колледжда барлығы 680 бюджет урын ҡалған. Был, тәү сиратта, сентябрҙә Дөйөм дәүләт имтихандары тапшырған 9-сы синыф уҡыусыларына урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге бирә. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ла абитуриенттарҙы көтәләр.
1 977
Өс йыл элек яңы төбәктәр Рәсәйгә ҡушылды
Өс йыл өйҙә. 2022 йылдың 30 сентябрендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына инде. Был ҡарар референдум һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Халыҡтың 99 проценттан ашыуы берләшеү өсөн тауыш бирә. Йәғни тарихи ғәҙеллек тергеҙелә. Әммә Киев режимы йәмәғәтселек ҡарарын таныуҙан баш тарта һәм тыныс ҡалаларҙы, уларҙың халҡын тағы ла ҡатыраҡ бомбаға тота башлай. Күптәр емерелгән йорттарын ташлап күсеп китергә мәжбүр була.
1 977
Әлшәй районы Мәндән ауылында йәшәүсе Фәниә Нурғәлиева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне
Оло быуын вәкиле әүҙем тормош алып бара. Ул һәр таңды ҡыуаныс менән ҡаршылай, сәләмәтлеген нығытыу өсөн күп хәрәкәт итә. Өләсәйҙең иң яратҡан шөғөлө-ҡош-ҡорт аҫрау һәм баҡса үҫтереү. Уның ҡулдары тере һыу кеүек-нимә генә ултыртһа ла, барыһы ла сәскә ата.
1 977
Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйы ике көнгә әүҙем ял итеүселәр үҙәгенә әйләнде
Балыҡ тотоу бәйгеһе 1-се Халыҡ-ара Аксаков фестиваленең финал ваҡиғаһы булды. Ғаилә байрамында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә-йәрминкә, уха бешереү буйынса кулинар алыш ойошторолдо. Билдәле булыуынса, Сергей Аксаков
балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡты үҙ итә, уның ижады ла был мауығыуҙар менән тығыҙ бәйле була. Шуға ла сараны ойоштороусылар яҡташыбыҙҙы рус әҙәбиәте классигы ғына түгел, ә тәбиғәтте яратыусы булараҡ та күрһәтергә тырышҡан.
1 977
Баймаҡ районы «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһына ҡушылды
Өмәлә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов, ҡаланың хеҙмәт коллективтары һәм уның битараф булмаған халҡы ҡатнашты. Баймаҡтың Есенин урамына ултыртылған 70 төп йәш миләш үҫентеләре ныҡлы тамыр йәйеп, нығынып ҡаланың бер нисә быуынын ҡыуандырасаҡ.
1 977
Шаран районы Баҙғый ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Яңы бина «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты буйынса сафҡа ингән. Бында халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Иркен яҡты бүлмәләр медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар өсөн дә уңайлы.
1 977
Архангел районында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек комбайнерҙы тотҡан
Эскән килеш рулгә ултырған аграрий тураһында инспекторҙарға битараф булмаған замандашыбыҙ хәбәр итә. Комбайнерҙы трассала туҡтатҡан автоинспкекторҙар 58 йәшлек ирҙең ысынлап та эскән булыуын дәлилләй. Тағы ла бер комбайнерҙың водитель таныҡлығы булмауы асыҡлана. Ике иргә ҡарата ла административ протоколдар төҙөлгән.
1 977
Бөгөн төндә республикала ҡырау төштө
Һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -4, -9, таулы райондарҙа 10 градусҡаса тиклем ҡырау төштө. Ирәмәл тауында һәм Сибай ҡалаһында бер көн элек ҡар яуыуы күҙәтелгәйне.
Башгидромет фараздары буйынса,алдағы көндәрҙә яуым төшөмһөҙ, аяҙлы- болотло һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы төндә 0, +5° тирәһе, көндөҙ +7, +12° градусҡаса йылыта.
1 977
1 октябрҙән республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла йылытыу миҙгелен башларға бурыслы
Йылы менән тәү сиратта социаль учреждениелар тәьмин ителә. Был балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары. Ә бына торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыла.
1 977
Башҡортостан менән яңы төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек үҫә
Бөгөн Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре халҡы бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булырға ҡарар итеүенә өс йыл тулды.
Ошо мөһим ваҡиға менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ тураһында даими хәстәрлек күрелә. Беҙҙең яугирҙар ҡулдарына ҡорал алып, биләмәләрҙе нацистарҙан азат итә, тыныс халыҡты дошмандан һаҡлай.
1 977
"Ағиҙел" Свердловск өлкәһе хоккейсыларын 13-2 иҫәбе менән еңде
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселек дауам итә. Бөгөн был командалар араһында тағы бер уйын ҡаралған. Лигала 7 команда сығыш яһай. "Ағиҙел" үткән миҙгелдә чемпион булды.
1 977
Һуғыш балалары тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде
Уға ярашлы, айырым категория граждандарға күп функциялы үҙәктәрҙә дәүләт хеҙмәттәре сиратһыҙ күрһәтелә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бындай норма өлкән йәштәгеләр һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға бюрократик кәртәләрҙе кәметеү мөмкинлеген бирә. Башҡортостанда әле һуғыш балаһы статусында булған 113 меңдән ашыу кеше йәшәй. Был исемлеккә 1927 йылдың 22 июненән 45-се йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә.
1 977
Республикала туристик объекттар арта
4 инвестиция проектына ҡуртымға ер участкаһы бирелә. Белорет районы Асы ауылында ял базаһы төҙөү ҡарала. Инвестор был проектҡа 620 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Әбйәлил районында “Эко ауыл-2” тигән ял үҙәге төҙөлә. Дыуан районында глэмпинг-парк асыла. Уның майҙаны 3 гектарға яҡын. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Өфө районында юл яны комплексы һалына. “Туристик инфраструктураны киңәйтеү сәйәхәтселәр һанын арттырырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ республика иҡтисады үҫешенә йоғонто яһай”, - ти эксперттар.
1 977
«Юлдаш» – 25 йыл тыңлаусылар менән бергә
Башҡортостандың төп милли радиостанцияһы – «Юлдаш»ҡа 25 йыл! Сирек быуат дауамында ул тыңлаусыларҙы йыр-моң, хәбәрҙәр һәм тура эфир менән ҡыуандырҙы. Бөгөн «Юлдаш» – һәр өйҙәге яҡын дуҫ, рухи юлдаш.
1 977
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 87-се ижад миҙгелен асты
Башҡортостан дәүләт концерт залында үткән тамашала легендар балетмейстр ҡуйған композициялар менән бергә, донъя халыҡтары бейеүҙәре башҡарылды. Ижад миҙгеленең тәүге премьераһы сәхнәләштерелде.
1 977
Өфөлә коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү һорауҙарына арналған семинар үтте
Белгестәр әйтеүенсә, гранттар фондына төрлө йүнәлештәге ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл тәү сиратта ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яҡлауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләүгә йүнәлтелгән проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк.
1 977
Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбенә-100 йыл
Тарихи дата айҡанлы белем усағында мәктәп коллективы, мәғариф ветерандары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашлығында күләмле байрам сараһы үтте.
Тантана яу ҡаһармандары һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Ә мәктәп алдында ҡунаҡтарҙы 100 йыллыҡ юбилей менән 100 ҡурайсы тәбрикләне.
1 977
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 620 лифт алмаштырыласаҡ
Уларҙың барыһының да файҙаланыу ваҡыты тамамланған. Заманса яңы лифттар хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла. Өфөнөң Адмирал Макаров урамында программаға ингән күп фатирлы йорттарҙағы эш барышы хаҡында киләһе яҙмала.
1 977
«Торатау» геопаркының Юнеско глобаль селтәренә инеүе-илдең тышҡы сәйәсәтен яҡшыртыуға тос өлөш индерә
Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы абруйлы статус алыуға ҙур көс һалған фән эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Торатау геопаркын Юнеско исемлегенә индереү тураһындағы ҡарар 6 сентябрҙә Чили республикаһында үткән 11-се халыҡ-ара конференцияла ҡабул ителде.
