БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 965
مشترکین
-124 ساعت
-37 روز
-1730 روز
آرشیو پست ها
1 964
Эльвира Айытҡолова Иглин районында йәшәгән малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы
Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Иглин районында йәшәгән малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Төбәккә эш сәфәре барышында халыҡ һайланыусыһы балалар өсөн яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү менән танышты. Эльвира Ринат ҡыҙы «Теләктәр шыршыһы»нда ла ҡатнашты. Ул Урман ауылы малайының иң ҙур хыялы яҙылған шарҙы алды.
1 964
Өфөлә Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры Ринат Фәхрисламовтың исеме мәңгеләштерелде
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хөрмәт менән. Бөгөн Өфөлә Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры Ринат Фәхрисламовтың исеме мәңгеләштерелде. Мемориал таҡтаташ Өфөлә, яугир йәшәгән Арыҫлан Мөбәрәков урамындағы 5-се күп ҡатлы йорт диуарына беркетелде.
1 964
Башҡортостанда медицина ойошмаларының автопаркы 43 яңы автомобиль менән тулыланды
Транспорт саралары «Сәләмәтлек» милли проектының «һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы ярҙамында һатып алынған. LADA Granta Лифтбек асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тапшырҙы. Автомобилдәр күп функциялы. Уларҙы фельдшерҙарҙы йөрөтөү, анализдар һәм пациенттарҙы ташыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
1 964
Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды
Бөгөн Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Тәүге өй туйлаусыларға фатир асҡыстарын Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко тапшырҙы.
1 964
Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап: Башҡортостанда ойоштороу комитеты ултырышы үтте
Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙғарҙы. Унда республика хөкүмәте ағзалары, яуаплы ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм хәрби бәрелештәр ветерандары ҡатнашты.
1 964
Келәш ауылының моделле китапханаһы: мәҙәниәт һәм белем үҙәге
Илдең иң күп китап уҡыған төбәге. Республика бындай баһаға X Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса лайыҡ булды. Башҡортостанда китапхана селтәре яҡшы үҫешкән. Төбәктә 3200-ҙән ашыу китапхана иҫәпләнә. Һуңғы йылда яңы быуын китапханаларға тағы ла өсәү өҫтәлде. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ере Шишмә районы Келәш ауылындағыһының эшмәкәрлеге хаҡында репортаж.
1 964
Профилактик медицина тикшереүе һәм диспансеризация яңы йыл байрамдарында ла үтәсәк
Табиптар 30 һәм 31 декабрҙә, шулай уҡ киләһе йылдың 2, 3 , 4, 6 һәм 8 ғинуарында ҡабул итә. Быйыл диспансеризацияла 70-тән ашыу медицина ойошмаһы һәм 30-ға яҡын мобиль бригада ҡатнаша.
1 964
Башҡортостан тәжрибәһе: Татарстан властары яңы идара итеү алымдарын өйрәнә
Татарстан властары республика менән идара итеү үҙәге тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Башҡортостанға эшсе төркөм ебәрергә ниәтләй. Был хаҡта Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов Өфөгә сәфәре барышында хәбәр итте. Күрше субъект етәксеһе социаль-иҡтисади үҫештең төп күрһәткестәрен сағылдырған интеграцияланған мәғлүмәт системаларын һәм берҙәм майҙансыҡта бөтә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың үҙ-ара эш итеү кимәлен юғары баһаланы. Кеше ишетелергә тейеш, муниципалитет башлыҡтары һәм ведомство етәкселәре менән ултырыштарҙа һәр ваҡыт ошо хаҡта һөйләйбеҙ, - тип билдәләне Рөстәм Миңлеханов.
1 964
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы
Яңы йылға юғары исем менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Йыл тамамланыуға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Республика һәм ил өсөн ул еңелдән булманы. Әммә тап һеҙҙең кеүек эшһөйәр һәм илһөйәрҙәр менән бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин, тине Радий Хәбиров.
1 964
Башҡортостан туңдырмаһы тәүге тапҡыр Вьетнамға һатылды
Өфөлә етештерелгән 6 тонна тауар оҙатылды, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Продукция лабораторияла тикшерелгән. Ул һатып алыусы дәүләт билдәләгән бөтә талаптарға яуап бирә. Быға тиклем Башҡортостандан тәүге тапҡыр Афғанстанға етен экспортланды.
1 964
Яңы йыл байрамы уңайынан ял көндәрендә хәмер һатыу сикләнә
Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бындай тәртип 4 көн буйы ғәмәлдә була. 3 ғинуарҙа алкоголь иртәнге 8-ҙән киске бишкә тиклем һатыла. 4-6 ғинуарҙа уны көндөҙ сәғәт ундан бишкә тиклем алырға мөмкин. Башҡа көндәрҙә сауҙа ғәҙәти тәртиптә алып барыла. Бындай сикләү бер нисә йыл ғәмәлдә. Ул һөҙөмтәле тип табылды, - тине Константин Толкачев.
1 964
Яңы йыл алдынан Өфө хосписында байрам ойошторолдо
Ауыр сир менән ауырыған пациенттарҙы Башҡортостан ҡурайсылар ансамбле, Балалар фонды ағзалары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары тәбрикләне. Улар пациенттар менән аралашты, бүләк тапшырҙы.
1 964
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы балаларға Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итә
Мәғлүм булыуынса, «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы 2018 йылдан ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ойошторола. Уның төп маҡсаты - етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, физик мөмкинлеге сикләнгән, аҙ тәьмин ителгән, аталары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балаларҙың яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.
1 964
Өфөлә «Был минең донъя: биләмәләр, телдәр һәм мәҙәниәттәр тотороҡло үҫештә» форумы үтте
Мәҙәниәт, мәғариф, экология, фән вәкилдәре бер майҙанда. Өфөлә «Был минең донъя: биләмәләр, телдәр һәм мәҙәниәттәр тотороҡло үҫештә» тип исемләнгән форум үтте. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойошторған Халыҡ-ара форумға тәжрибә уртаҡлашырға Ҡытай, Иран, Малайзия илдәренән дә ҡушылдылар.
1 964
Радий Хәбиров тәҡдиме менән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә дәүләт пограммаһы нигеҙендә ярҙам
4 йыл элек программа эшләй башлағанда түләү ярты миллион булһа, былтырҙан бер миллионға етте. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» республика программаһы сиктәрендә миллиондар 120 белгескә тапшырылды. Быйыл иһә был бәхет йәнә 30 кешегә йылмайҙы. Миллион һумға Стәрлетамаҡ районы Яңы Уҫылы ауылыннан торлаҡ һатып алған Зәлиә Әхмәтшинаның йәшәү һәм хеҙмәт шарттары тураһында киләһе яҙмала.
1 964
Ялға ҡайтҡан яугир Ғафури районында йәшәүсе Алһыу Ғәлимоваға ноут-бук бүләк иткән
Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир Ғафури районында йәшәүсе Алһыу Ғәлимоваға ноут-бук бүләк иткән. 9 -сы класста уҡыусы Алһыуға был хәрбиҙең илһөйәрлек хаты өсөн Яңы йыл бүләге. Яугир әйтеүенсә, гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа килеп еткән хаттар Ватан һаҡсыларына рухи көс-дәрт бирә.
1 964
Өфөлә бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда үтте. Ир-егеттәр хеҙмәт урынына уңайлы автобустарҙа барасаҡ. Хәрбиҙәрҙең отпускыһы ике аҙнаға иҫәпләнгән.
1 964
Дмитрий Медведев Өфөлә хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты
Рәсәйҙең Именлек Советы рәйесе Дмитрий Медведев Өфөлә «Һаҡсы» граждандарҙы хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.
Үҙәк быйыл октябрҙә асылды. Бында Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр өсөн тулы спектр хеҙмәт күрһәтелә. Ошонда уҡ документтар тултырыу һәм медицина тикшереүе үтеү ҙә ойошторолған.
1 964
Дмитрий Медведев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы
Рәсәйҙең именлек советы рәйесе Дмитрий Медведев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Әле яугирҙар яраланғандан һуң республиканың хәрби бәрелештәр ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтә.
Дмитрий Медведев яҡташтарыбыҙҙы өс «Ҡаһарманлыҡ өсөн», ике «Батырлыҡ өсөн « һәм бер Жуков миҙалы менән бүләкләне. Ил именлеге советы рәйесе яугирҙарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне һәм һис икеләнмәй ватан һағына баҫыуҙары өсөн ихтирамын белдерҙе
