fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 964
مشترکین
-224 ساعت
-47 روز
-1930 روز
آرشیو پست ها
Дмитрий Медведев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы Рәсәйҙең именлек советы рәйесе Дмитрий Медведев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Әле яугирҙар яраланғандан һуң республиканың хәрби бәрелештәр ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтә. Дмитрий Медведев яҡташтарыбыҙҙы өс «Ҡаһарманлыҡ өсөн», ике «Батырлыҡ өсөн « һәм бер Жуков миҙалы менән бүләкләне. Ил именлеге советы рәйесе яугирҙарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне һәм һис икеләнмәй ватан һағына баҫыуҙары өсөн ихтирамын белдерҙе

Өфө хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яңы йыл каникулында урамдарҙа дежур итә Улар биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыуҙы күҙәтә, тип хәбәр итәл
Өфө хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яңы йыл каникулында урамдарҙа дежур итә Улар биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыуҙы күҙәтә, тип хәбәр итәләр коммуналь хужалыҡ идаралығынан. Бындай дежур көн һайын ойошторола. Юл таҙартыуҙа тотҡарлыҡтар булғанда өҫтәмә техника йәлеп ителәсәк.

❄ Мегасело. Яңы сығарылыш. Әбйәлил районы Был 25 йәшлек егетте республикала иң өмөтлө йылҡысыларҙың береһе тип атайҙар. Тапшырыу геройы Айтуған Фәттәхов ысынлап та өмөттәрҙе аҡлай) 💙 Ғөмүмән, урындағы халыҡ бик тырыш, ышаныслы, ныҡышмал. Ауылдарҙа хужалыҡты ла тергеҙә, халҡыбыҙ йолаларын да ҡәҙерләп һаҡлай. Әбйәлил район халҡының йәшәйеше хаҡында яңы сығарылышыбыҙҙа бәйән итәбеҙ. Тулы яҙманы бында ҡарағыҙ 👉 https://vk.com/video-224884924_456239075

Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Рәмзиә Кәримова уҡыусыларға үҙенең премияһын тапшырҙы Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова уҡыусыларға үҙенең премияһын тапшырҙы. Коллегабыҙ үҙенең тыуған мәктәбендә премияны өсөнсө йыл рәттән тапшырып килә. Аҡсалата бүләк уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, китап уҡырға яратҡан, матбуғат баҫмаларына яҙышҡан өс балаға бирелә. Ул йәш быуында әҙәбиәткә, ижадҡа һөйөү уятыу, дәртләндереү маҡсатын ҡуя.

Өфөлә Әнүәр Әсфәндиәровтың ғүмере һәм фәнни ижады тураһындағы китаптың исем туйы үтте Өфөлә танылған ғалим, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әнүәр Әсфәндиәровтың ғүмере һәм фәнни ижады тураһындағы китаптың исем туйы үтте. «Ғилемгә арналған ғүмер» тип исемләнгән баҫма шәхестең тыуыуына 90 йыл уңайынан ойошторолған конференцияла тәҡдим ителде.

Декабрь өсөн балалар пособиеларын республика халҡы ваҡытынан алда аласаҡ Декабрь өсөн балалар пособиеларын республика халҡы ваҡытынан алда, ә пенсияларҙы билдәләнгән график буйынса аласаҡ. Был хаҡта социаль фондтың Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итә. Шулай итеп, балаларға түләүҙәр 25 декабрҙә барып етергә тейеш.

Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнә Республикабыҙ үҫешен, заманса йөҙөн билдәләгән төп закондың ҡабул ителеүенә 31 йыл тулды. Байрам менән төбәк халҡын Радий Хәбиров ҡотланы. Төп закон Башҡортостандың илдең терәк төбәге булараҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне. Быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәре бер ерҙә татыу йәшәй, уртаҡ йортобоҙ мәнфәғәтендә ҙур, берҙәм Рәсәй төҙөй. Башҡортостан Конституцияһы ата-бабаларыбыҙ мираҫын, телдәрҙе, мәҙәниәтте, халыҡтар дуҫлығын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлай. Беҙ бергә эшләйбеҙ, алға барабыҙ, һәр кем үҙ урынында уртаҡ Ватаныбыҙҙы яҡлай. Һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән, тип яҙған Башҡортотсан башлығы.

Башҡортостанда яңы йылға 570 боҙ ҡаласығы төҙөлә Был турала хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Республика торлаҡ-
Башҡортостанда яңы йылға 570 боҙ ҡаласығы төҙөлә Был турала хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова әйтеүенсә, боҙ ҡаласыҡтарының күбеһе асылған, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа һауа торошона бәйле эштәр тотҡарланған. Республикала 1 мең 700-ҙән ашыу шыршы ҡуйылған, 1 мең боҙ ҡумта һәм һырғалаҡ урынлаштырылған.

Белоретта яугир исеме мәңгеләштерелде Райондың Аҙналы ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Руслан Әхмәтши
Белоретта яугир исеме мәңгеләштерелде Райондың Аҙналы ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Руслан Әхмәтшинға иҫтәлекле банер асылды. Руслан 2022 йылдың октябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡораллы көстәргә саҡырыла. Донбаста хеҙмәт итә. Быйыл августа штурм ваҡытында ғүмере өҙөлә. Фронтта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителә. “Ул беҙҙең өсөн ысын герой. Ҡустыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, - ти Русландың туғаны Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостандан яҙыусы МХО-ла һәләк булған Махсус хәрби операция барышында башҡорт яҙыусыһы Сабит Фазлыев һәләк булған. «Баши
Башҡортостандан яҙыусы МХО-ла һәләк булған Махсус хәрби операция барышында башҡорт яҙыусыһы Сабит Фазлыев һәләк булған. «Башинформ» агентлығына БР Яҙыусылар союзында хәбәр итеүҙәренсә, ул 2024 йылдың ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Сабит Мағаз улы 26 декабрҙә Ейәнсура районында ерләнәсәк. Яҙыусы Сабит Фазлыев әҙәбиәт һөйөүселәргә «Ҡара этап» тарихи романы авторы булараҡ билдәле.

Башҡортостанда Ҡыш бабай резиденцияһы асылды Быйыл ул баш ҡалала түгел, ә Торатау итәгендә урынлашҡан. Ҡыш бабай менән күрешергә республиканың төрлө нөктәһенән киләләр. Резиденцияны асыу тантанаһында ҡунаҡтарға байрам программаһы, ҡышҡы һабантуй, мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Улар Яңы йыл байрамдарында ла дауам итә. Күңелле тамашалар иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 10-ға тиклем бара.

Яңы йылға Башҡортостанда 570 байрам ҡаласығы асыу күҙаллана Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, республикала бөтәһе 1703 шыршы ҡуйылған, 633 һырғалаҡ һәм 347 каток төҙөлгән. Иглин районы үҙәгендә иһә ҡунаҡтарҙы бер юлы ике боҙ ҡаласығы ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә «Кем ул Ватанды һаҡлаусы?» балалар видеоконкурсы һөҙөмтәләре барланды Башҡортостандағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды тарафынан ойошторолған бәйге талаптарына ярашлы, балалар рус һәм башҡорт телдәрендә «Кем ул Ватанды һаҡлаусы?» тигән һорауға яуап бирә. 3 ай дауамында баһалама комиссияһы республика район-ҡалаларынан 400-гә яҡын заявка ҡабул иткән. Төрлө йәш категорияһында уларҙың тик алтауһы ғына еңеүсе тип таныла.

Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 141-се гуманитар конвой оҙатылды Ылауҙағы фураларҙың күп өлөшө - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ҡалғаны райондарҙан ирекмәндәр ярҙамында тупланған. Кәрәк-яраҡ яугирҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм яңы төбәктәрҙә эшләгән яҡташтарыбыҙ заказы буйынса йыйылған.

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника филиалдары асылған Күп фатирлы йорттарға медицина ярҙамы яҡыная. Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә «Йортта доктор» проекты тормошҡа ашырылып, балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника филиалдары асылған. Унда участка педиатрҙары һәм терапевтарҙан консультация алыуҙан тыш, УЗИ, ЭКГ кеүек тикшеренеүҙәр үтергә була.

Башҡортостандың 4 спорт мәктәбе бөгөн микроавтобуслы булды Һуңғы йылдарҙа ғына ошондай уҡ транспорт асҡыстары 20 мәғариф учреждениеһына тапшырылған. Бөгөн шулай уҡ Иглин районы үҙәгендә яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эш башланы. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән төп темалар хаҡында репортаж.

Өфөлә Яңы йыл алдынан йәрминкә уҙғарыла Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә ул 28 декабрҙә"Артерия" күп функциялы үҙәге янында
Өфөлә Яңы йыл алдынан йәрминкә уҙғарыла Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә ул 28 декабрҙә"Артерия" күп функциялы үҙәге янында ойошторола. Бында ҡатнашыу бушлай, сауҙа өсөн палаткалар һәм өҫтәлдәр ҡаралған. Продукция сифатын тикшереү өсөн күсмә ветеринария лабораторияһы эшләйәсәк.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы йылдағыса тура эфирҙа йомғаҡлау тапшырыуын күрһәтте Өс сәғәт дауамында белгестәр гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген, ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡлау, заман һынауҙарына ҡарамаҫтан яҡшы кәйефтә ҡалыу серҙәре менән уртаҡлашты. Асыҡ академия сиктәрендә быйыл республика район-ҡалаларында йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырылды. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Илеш районы Иләкшиҙе ауылы эргәһендә Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды «Көнсығыш» федераль трассаның яңы участкаһында - Илеш районы Иләкшиҙе ауылы эргәһендә ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Легендар летчик-штурмовиктың тыуған яғында монументаль композиция ҡуйыу башланғысы менән урындағы хакимиәт һәм «Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығы сыҡҡайны. Башланғысты төбәк етәксеһе лә күтәреп алды. «Муса Гәрәев тураһында хәтер мәңге ҡәҙерләп һаҡланасаҡ.»-тине үҙ сығышында Радий Хәбиров.

Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» трассаһын асыуҙа ҡатнашты Өфө менән Мәскәү араһы яҡыная. Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостан аша үткән участогында транспорт хәрәкәтенә старт бирҙе. Ил башлығы видеобәйләнеш аша төрлө төбәктәрҙә һауа һәм автомобиль юлдары инфраструктураһы объекттарын асыуҙа ҡатнашты. Башҡортостан аша үткән яңы участок 65 километрға һуҙыла. Уның әҙерлеге тураһында Илеш районынын республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.