БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 977
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-47 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 977
Радий Хәбиров республика вуздарының студенттар үҙидараһы лидерҙары менән осрашты
Ике йөҙҙән ашыу йәш кеше»Патриот«паркында идара итеү күнекмәләрен үҙләштерҙе, квалификацияһын күтәрҙе, яңы белем алды. Аралашыу барышында республика етәксеһе ғорурлана алырлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. Беҙҙең юғары уҡыу йорттары «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһында әүҙем ҡатнаша.
1 977
Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Байрам уңайынан төбәк етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында торған бурыстар билдәләнде, һөҙөмтәләр барланды.
1 977
Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Төбәктең көс структуралары, министрлыҡтары һәм ведомстволары, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре нефть эшкәртеү объекттарын һөжүмдәрҙән һаҡлау буйынса өҫтәмә сараларҙы тикшерҙе.
1 977
Өфөлә Чайковский әҫәрҙәренә арналған ҙур концерт үтте
Республиканың төп концерт залында Дмитрий Крюков етәкселегендәге оркестр Петр Чайковский әҫәрҙәренән төҙөлгән программа менән сығыш яһаны.
Скрипка концертында Корея республикаһынан Чайковский исемендәге 17-се Халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе Ге Хи Ким сығыш яһаны.
1 977
Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылында яңы спорт майҙансығы асылды
Объект «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса сафҡа индерелде. Заманса спорт майҙансығын төҙөүгә ауыл халҡы әүҙем ҡушылған. Меценат, «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе лә төҙөлөшкә 1 миллион һум аҡса йүнәлткән.
1 977
Таулыҡайҙа «Тыуған яҡ өлгөләре» концерты үтте
Тыуған яҡ өлгөләре. Ошондай исем аҫтында Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы мәҙәниәте йортонда «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектына ярашлы концерт-презентация үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 977
Иглин районында көмөш ирекмәндәр хөрмәтләнде
Көмөш ирекмәндәргә иғтибар һәм ихтирам билдәһе. Иглин районында «Барыһы ла Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы ағзалары урындағы хакимиәттең Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары, «Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Берләшмә көсө менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылауҙар туплана, өлкәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй.
1 977
Өфөлә Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам сараһы үтте
Унда абруйлы ҡунаҡтар, мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары ҡатнашты. Сығыш яһаусылар уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, баш ҡала мәктәптәрендә йылдан-йыл белем сифаты үҫеүен билдәләне. Быға йәш быуындың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында даими еңеүҙәре асыҡ дәлил, уҡыусылар шулай уҡ донъя кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай.
1 977
Өфөлә һөнәри белем биреү юбилейына арналған тантана үтте
Һөнәри белем биреүгә-85 йыл. Ошо уңайҙан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар Өфө ҡала мәҙәниәт һарайына йыйылды. Байрамдың тарихы 1940 йылға барып тоташа, 2 октябрҙә СССР Юғары Советы Президиумы «СССР-ҙың дәүләт хеҙмәт резервтары тураһында» Указ ҡабул итә. Тап ошо дата илдә һөнәри-техник белем биреү системаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.
1 977
Туймазынан 20 йәшлек водитель 2025 йылдың 1 декабренә тиклем һаҡ аҫтына алынды
Ул «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 1 октябрҙә Туймазының Комаров урамында теркәлде. «Лада Приора» водителе иң тәүҙә ике йәйәүлегә, һуңынан магазинға бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә юл аша сығып барған 40 йәшлек ҡатын ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була, уның 5 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
1 977
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә яңы бетон заводы төҙөләсәк
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә автоклав бетон һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүсе завод барлыҡҡа киләсәк. Проекттың тормошҡа ашырылыуы Радий Хәбиров уҙғарған «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралды. Төҙөлөш өлкәһен материалдар менән тәьмин итеүгә махсуслашҡан предприятие йылына 400 мең тонна бетон эшкәртәсәк.
1 977
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы ижад миҙгеле асылды
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы ижад миҙгеле асылды. 87-се ижад миҙгелендә филармонияның бәләкәй залында үҙенсәлекле музыка ҡоралы клавесиндың исем туйы үтһә, ҙур залда Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы күрһәтелде.
1 977
Баймаҡ районында Азамат Тажетдинов исемендәге «Халҡына дан йырланы» конкурсына йомғаҡ яһалды
Ижадсылар майҙан тотто. Баймаҡ районында Азамат Тажетдинов исемендәге «Халҡына дан йырланы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Икенсе Этҡол ауылында үткән сарала конкурсанттарҙан тыш, Ырымбур өлкәһе башҡорттары делегацияһы ла ҡатнашты. Киләһе яҙмала.
1 977
Нуриман районында нектар урманы ултыртыла
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль Ғилми-тикшеренеү институтының Өфө ботаника институты менән бергә алып барған проекты төбәктә умартасылыҡҡа ярҙам булараҡ йүнәлтелгән.
1 977
Өфө автотранспорт колледжы 95 йыллығын билдәләне
Асылғандан алып ул автомобиль сәнәғәте, юл хужалығы һәм төҙөлөш өлкәләре өсөн 60 меңгә яҡын белгес әҙерләгән. Юбилей датаһы уңайынан Республика Профсоюздар йортонда тантаналы йыйылыш үтте. Уҡыу йорто тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында киләһе яҙмала.
1 977
9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы Рәсәй төбәктәрен продукция менән тәьмин итә
Иҡтисадта яңы мөмкинлектәр. 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында етештерелгән тауар әйләнеше әле 296 миллион һумға еткән. Йыллыҡ табыш 320 миллион тәшкил итә. Урында етештерелгән продукциялар тотош Рәсәй төбәктәренә оҙатыла.
1 977
Радий Хәбиров Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһен һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһен һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе мәрхүмәнең яҡындары һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
1 977
Республика йәмәғәтселеге күренекле актер, режиссер Олег Хановты һуңғы юлға оҙатты
Башҡорт дәүләт академия драма театрына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы менән бәхилләшеүгә йөҙҙәрсә кеше килде. Матәм митингында төбәк башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, Олег Закир улы бар булмышы менән театрҙы, үҙ эшен яратҡан кеше булып хәтерҙә ҡаласаҡ тине. Һуңғы йылдарҙа талант эйәһе Ырымбур өлкә театрында эшләүгә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла башҡорт драма театры менән бәйләнешен өҙмәгән. Ошо көндәрҙә Өфө сәхнәһендә уйнарға тейеш булған.
1 977
Кушнаренко районында «Сабиров» фермер хужалығы үҫешен дауам итә
Атаһынан күргән - уҡ юнған. Ике тиҫтә йыл самаһы элек Кушнаренко район Иҫке Ҡормаш ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Айрат Сабиров етәкләгән ойошма бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтә, үҫә һәм нығына. Хәҙер атаһы башлаған эште улы Илнур дауам итә.
1 977
Республика йәмәғәтселеге күренекле актер, режиссер Олег Хановты һуңғы юлға оҙатты
Башҡорт академия драма театрына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы менән бәхилләшеүгә йөҙҙәрсә кеше килде. Матәм митингында төбәк башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, Олег Закир улының күп яҡлы талант эйәһе булыуын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа талант эйәһе Ырымбур театрында эшләүгә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла башҡорт драма театры менән бәйләнешен өҙмәгән. Ошо көндәрҙә Өфө сәхнәһендә уйнарға тейеш булған.
