БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 977
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-47 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 977
Өфөлә республиканың грамоталы пенсионерҙары асыҡланды
Баш ҡалала финанс белемде тикшереү буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы үтте. Акция республикала тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ике йөҙләп кеше ҡатнашты. Улар сентябрь дауамында барған лекцияларҙа мутлашыусылар схемаһына эләкмәү һәм гаджеттар менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ысулдарына төшөндө. Һ
1 977
Башҡортостан Урман хужалығы эш һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында
Был турала һөнәри байрам уңайынан «Торатау» Конгресс-холында үткән тантанала билдәләнде. Республика йәшел ҡалҡанды етди контролдә тотоуы һәм урманды файҙаланыу өлкәһенә бәйле мәсьәләләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. 2019 йылдан алып Башҡортостан «Урманды һаҡлау» федераль проектын да уңышлы тормошҡа ашырыуға ирешкән.
1 977
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш өс мең ярымдан ашыу егеткә ҡағыла
Башта йәштәр уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрелә. Унда улар заманса хәрби техниканы үҙләштерә, һөнәр ала, ә һуңынан әҙерлек буйынса хеҙмәтен дауам итә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы йыйыу пунктынан ғәскәрҙәргә оҙатыу октябрь уртаһында башлана. Әлеге ваҡытта хәрби комиссариаттарҙа йәштәр медицина тикшереүе үтә.
1 977
Хәстәрлек поездары» 11 районда 21 тораҡ пунктта халыҡты ҡабул иткән
Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Республика башлығы белдереүенсә, социаль өлкә белгестәренең күсмә хеҙмәтләндереү форматы ете йыл уңышлы эшләгән «Сәләмәтлек поезы» миҫалында барлыҡҡа килде. Акция сиктәрендә төпкөл ауылдарға Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Социаль фонд, медик-социаль экспертизаһы һәм башҡа хеҙмәттәр вәкилдәре бара.
1 977
Башҡортостан санкциялар шартында ла үҫеш юлдарын таба
Ҡатмарлы заман ябай булмаған ҡарарҙар талап итә. Башҡортостан башлығы политологтар һәм республиканың эксперт берләшмәһе вәкилдәре менән төбәктең ағымдағы социаль-иҡтисади хәлен тикшерҙе. Осрашыу башында Радий Хәбиров, бөгөн Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, илдең оборона һәләтен нығытыу буйынса әүҙем эш алып барыуын билдәләне.
1 977
Олег Ханов менән хушлашыу 2 октябрҙә Өфө драма театрында үтәсәк
Күренекле актер, режиссер Олег Ханов менән хушлашыу, 2 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтә. Матәм митингы сәғәт 12-гә билдәләнгән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы 75-се йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Бөгөн танылған яҡташыбыҙ менән хушлашыу Максим Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында үтте.
1 977
Башҡортостан предприятиелары һаҡсыл производствоны индереү буйынса федераль проектта ҡатнаша
Етештереү процесын оптималләштереү, ваҡытты һәм материалдарҙы юҡҡа сарыф итмәүгә йүнәлтелгән программала быйыл 23 предприятие ҡатнашырға теләк белдергән. Ил кимәлендә уникаль продукция сығарған завод эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
1 977
Башҡортостан алдағы өс йылда илдең иҡтисади йәһәттән иң тиҙ үҫешкән ун төбәге иҫәбенә инәсәк
Өҫтәүенә, республика был исемлектә Волга буйы федераль округы субъекттарынан берҙән-бер төбәк. Бындай фараздарҙы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре бирә. Эксперттар эске төбәк продуктының үҫеш темптары йылына дүрт процентҡа тиерлек етәсәк тип фаразлай. Ғалимдар фекеренсә, республикала иҡтисадты үҫтереү өсөн кәрәкле ресурстар бар. Атап әйткәндә, инфраструктура булдырыла, юғары уҡыу йорттарына кампус төҙөлә, фән һәм сәнәғәт предприятиелары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла.
1 977
Башҡортостанда энергетика инфраструктураһына 20 миллиард һум инвестиция йүнәлтелде
Республиканың энергетика тармағы ил кимәлендә иң күләмле һәм һөҙөмтәле эшләгәндәр иҫәбендә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында билдәләне. Алдынғы компанияларҙың экспозициялары менән танышыуҙан тыш, ул телекүпер режимында электр уты менән тәьмин итеүсе яңы объекттарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнашты.
1 977
Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфө кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын ҡараны
Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы эшмәкәрлеге менән танышты.
1 977
Башҡортостандың баш федераль инспекторы итеп Александр Окатьев тәғәйенләнде
Ведомствоның яңы етәксеһе менән Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы. Александр Окатьев хеҙмәт юлын 1993 йылда прокуратурала башлай.
1 977
Иглин районы Таутөмән ауылында төҙөкләндереүҙән һуң мәҙәниәт йорто асылды
1979 йылда сафҡа ингән бина Кесе Ватан мәҙәниәте федераль проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелде. Ремонт барышында ауыл клубының матди-техник базаһы яңыртылған. Тамашасылар залына яңы мебель, видеоҡоролмалар, музыка ҡоралдары һәм сәхнә костюмдары һатып алынған. Дөйөм алғанда, Кесе Ватан мәҙәниәт проекты буйынса республикала бөтәһе 19 мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән.
1 977
Шаран районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен хөрмәтләү тантанаһы үтте
Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһендә Алексей Кондратьев исемендәге мәктәптә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен хөрмәтләү тантанаһы үтте. Кисә халыҡ-ара ололар көнөнә арналды. Өлкәндәр алдында мәктәп уҡыусылары йыр-бейеү менән сығыш яһаны.
1 977
«Восход» етәкселегендәге Башҡортостан мотоуҡсылар полкы алдынғылар рәтендә
Рәсәй Оборона министры 67-се мотоуҡсылар дивизияһы яугирҙарын Донецк Халыҡ республикаһының Кировск тораҡ пунктын азат итеү уңайынан тәбрикләне. «Берләшмә хәрбиҙәре юғары һөнәри оҫталыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, Ватанға, хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө булып тора»,-тиелә министрҙың ҡотлау телеграммаһында. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы 67-се дивизия составында алыша. Полк менән бер йылдан ашыу инде «Восход» ҡушаматлы командир идара итә. Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө уңыйынан хәрби хәбәрсебеҙ полк менән идара итеү үҙәгендә булды.Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 977
Балаҡатай районы Түбәнге Исҡуш ауылында теркәлгән янғында 73 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Хаҡлы ялдағы ҡатындың кәүҙәһен ҡотҡарыусылар ут ялмап алған ағас йорт эсендә тапҡан. Тикшереү фаразына ярашлы янғын иҫке мейестән сығыуы ихтимал.
Андрей Зайцев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре
Янғын осраҡтарын кисектереү өсөн йылытыу ҡорамалдары һәм мейестәр менән һаҡ эш итергә кәңәш ителә. Электр линияларына көсөргәнеш тыуҙырмаҫ өсөн йылытыу ҡоролмаларын төнгөлөккә һүндерергә, мейестәрҙе даими таҙартып торорға кәрәк.
1 977
Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтар үтә
Суд приставтары республика буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урынына бара. Бурысты түләүҙән баш тартҡан осраҡта түләмәүселәргә ҡарата мәжбүри саралар ҡулланыла: банк иҫәптәренә арест һалына, сит илгә сығыуға сикләү индерелә, мөлкәт тартып алына. Йыл башынан суд приставтары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыслыларҙан 722 миллион һум аҡса түләткән, мөлкәткә 1088 арест һалған.
1 977
Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумын һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһен асты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» 31-се Халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Телекүпер режимында ул йылытыу электр станция ҡорамалдарын яңыртыу федераль программаһы буйынса реконструкцияланған Ҡарман дәүләт район электр станцияһының-энергия блогы эшенә старт бирҙе.
1 977
Өфөлә "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы
Бөгөн Торатау Конгресс-холында өлкәндәрҙең "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Ижади бәйгелә быйыл 55 йәштән өлкән 2580 кеше ҡатнашҡан. Республика төбәктәрендәге этаптарҙа еңеп финалға сыҡҡандар баш ҡала сәхнәһендә тормошто яратыуын иҫбатланы.
1 977
Башҡортостан халыҡ артисы Олег Ханов вафат булды
Бөгөн башҡорт сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле актер, режиссер һәм педагог Олег Ханов вафат булды. Уға 74 йәш була.
1 977
Салауат Юлаев исемендәге премияға Рита Өмөтбаева һәм Сулпан Асҡарова тәҡдим ителде
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салуат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән конкурстың йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар һайлап алынған. Улар араһында билдәле продюсерҙар һәм хореографтар ҙа бар. «Байыҡ» телевизион проекты авторы һәм продюсеры Рита Өмөтбаева, «Салауат Юлаев» көндәре республика байрамының ҡуйыусы режиссеры Сулпан Асҡарованың ижади порттретары хаҡында киләһе яҙмала.
