ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 025
المشتركون
-124 ساعات
-37 أيام
-430 أيام
أرشيف المشاركات
Туймазынан 20 йәшлек водитель 2025 йылдың 1 декабренә тиклем һаҡ аҫтына алынды Ул «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 1 октябрҙә Туймазының Комаров урамында теркәлде. «Лада Приора» водителе иң тәүҙә ике йәйәүлегә, һуңынан магазинға бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә юл аша сығып барған 40 йәшлек ҡатын ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була, уның 5 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә яңы бетон заводы төҙөләсәк «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә автоклав бетон һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүсе завод барлыҡҡа киләсәк. Проекттың тормошҡа ашырылыуы Радий Хәбиров уҙғарған «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралды. Төҙөлөш өлкәһен материалдар менән тәьмин итеүгә махсуслашҡан предприятие йылына 400 мең тонна бетон эшкәртәсәк.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы ижад миҙгеле асылды Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы ижад миҙгеле асылды. 87-се ижад миҙгелендә филармонияның бәләкәй залында үҙенсәлекле музыка ҡоралы клавесиндың исем туйы үтһә, ҙур залда Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы күрһәтелде.

Баймаҡ районында Азамат Тажетдинов исемендәге «Халҡына дан йырланы» конкурсына йомғаҡ яһалды Ижадсылар майҙан тотто. Баймаҡ районында Азамат Тажетдинов исемендәге «Халҡына дан йырланы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Икенсе Этҡол ауылында үткән сарала конкурсанттарҙан тыш, Ырымбур өлкәһе башҡорттары делегацияһы ла ҡатнашты. Киләһе яҙмала.

Нуриман районында нектар урманы ултыртыла Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль Ғилми-тикшеренеү институтының Өфө ботаника институты менән бергә алып барған проекты төбәктә умартасылыҡҡа ярҙам булараҡ йүнәлтелгән.

Өфө автотранспорт колледжы 95 йыллығын билдәләне Асылғандан алып ул автомобиль сәнәғәте, юл хужалығы һәм төҙөлөш өлкәләре өсөн 60 меңгә яҡын белгес әҙерләгән. Юбилей датаһы уңайынан Республика Профсоюздар йортонда тантаналы йыйылыш үтте. Уҡыу йорто тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында киләһе яҙмала.

9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы Рәсәй төбәктәрен продукция менән тәьмин итә Иҡтисадта яңы мөмкинлектәр. 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында етештерелгән тауар әйләнеше әле 296 миллион һумға еткән. Йыллыҡ табыш 320 миллион тәшкил итә. Урында етештерелгән продукциялар тотош Рәсәй төбәктәренә оҙатыла.

Радий Хәбиров Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһен һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһен һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе мәрхүмәнең яҡындары һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Республика йәмәғәтселеге күренекле актер, режиссер Олег Хановты һуңғы юлға оҙатты Башҡорт дәүләт академия драма театрына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы менән бәхилләшеүгә йөҙҙәрсә кеше килде. Матәм митингында төбәк башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, Олег Закир улы бар булмышы менән театрҙы, үҙ эшен яратҡан кеше булып хәтерҙә ҡаласаҡ тине. Һуңғы йылдарҙа талант эйәһе Ырымбур өлкә театрында эшләүгә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла башҡорт драма театры менән бәйләнешен өҙмәгән. Ошо көндәрҙә Өфө сәхнәһендә уйнарға тейеш булған.

Кушнаренко районында «Сабиров» фермер хужалығы үҫешен дауам итә Атаһынан күргән - уҡ юнған. Ике тиҫтә йыл самаһы элек Кушнаренко район Иҫке Ҡормаш ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Айрат Сабиров етәкләгән ойошма бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтә, үҫә һәм нығына. Хәҙер атаһы башлаған эште улы Илнур дауам итә.

Республика йәмәғәтселеге күренекле актер, режиссер Олег Хановты һуңғы юлға оҙатты Башҡорт академия драма театрына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы менән бәхилләшеүгә йөҙҙәрсә кеше килде. Матәм митингында төбәк башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, Олег Закир улының күп яҡлы талант эйәһе булыуын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа талант эйәһе Ырымбур театрында эшләүгә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла башҡорт драма театры менән бәйләнешен өҙмәгән. Ошо көндәрҙә Өфө сәхнәһендә уйнарға тейеш булған.

Өфөлә республиканың грамоталы пенсионерҙары асыҡланды Баш ҡалала финанс белемде тикшереү буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы үтте. Акция республикала тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ике йөҙләп кеше ҡатнашты. Улар сентябрь дауамында барған лекцияларҙа мутлашыусылар схемаһына эләкмәү һәм гаджеттар менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ысулдарына төшөндө. Һ

Башҡортостан Урман хужалығы эш һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында Был турала һөнәри байрам уңайынан «Торатау» Конгресс-холында үткән тантанала билдәләнде. Республика йәшел ҡалҡанды етди контролдә тотоуы һәм урманды файҙаланыу өлкәһенә бәйле мәсьәләләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. 2019 йылдан алып Башҡортостан «Урманды һаҡлау» федераль проектын да уңышлы тормошҡа ашырыуға ирешкән.

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш өс мең ярымдан ашыу егеткә ҡағыла Башта йәштәр уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрелә. Унда улар заманса хәрби техниканы үҙләштерә, һөнәр ала, ә һуңынан әҙерлек буйынса хеҙмәтен дауам итә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы йыйыу пунктынан ғәскәрҙәргә оҙатыу октябрь уртаһында башлана. Әлеге ваҡытта хәрби комиссариаттарҙа йәштәр медицина тикшереүе үтә.

Хәстәрлек поездары» 11 районда 21 тораҡ пунктта халыҡты ҡабул иткән Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Республика башлығы белдереүенсә, социаль өлкә белгестәренең күсмә хеҙмәтләндереү форматы ете йыл уңышлы эшләгән «Сәләмәтлек поезы» миҫалында барлыҡҡа килде. Акция сиктәрендә төпкөл ауылдарға Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Социаль фонд, медик-социаль экспертизаһы һәм башҡа хеҙмәттәр вәкилдәре бара.

Башҡортостан санкциялар шартында ла үҫеш юлдарын таба Ҡатмарлы заман ябай булмаған ҡарарҙар талап итә. Башҡортостан башлығы политологтар һәм республиканың эксперт берләшмәһе вәкилдәре менән төбәктең ағымдағы социаль-иҡтисади хәлен тикшерҙе. Осрашыу башында Радий Хәбиров, бөгөн Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, илдең оборона һәләтен нығытыу буйынса әүҙем эш алып барыуын билдәләне.

Олег Ханов менән хушлашыу 2 октябрҙә Өфө драма театрында үтәсәк Күренекле актер, режиссер Олег Ханов менән хушлашыу, 2 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтә. Матәм митингы сәғәт 12-гә билдәләнгән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы 75-се йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Бөгөн танылған яҡташыбыҙ менән хушлашыу Максим Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында үтте.

Башҡортостан предприятиелары һаҡсыл производствоны индереү буйынса федераль проектта ҡатнаша Етештереү процесын оптималләштереү, ваҡытты һәм материалдарҙы юҡҡа сарыф итмәүгә йүнәлтелгән программала быйыл 23 предприятие ҡатнашырға теләк белдергән. Ил кимәлендә уникаль продукция сығарған завод эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

Башҡортостан алдағы өс йылда илдең иҡтисади йәһәттән иң тиҙ үҫешкән ун төбәге иҫәбенә инәсәк Өҫтәүенә, республика был исемлектә Волга буйы федераль округы субъекттарынан берҙән-бер төбәк. Бындай фараздарҙы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре бирә. Эксперттар эске төбәк продуктының үҫеш темптары йылына дүрт процентҡа тиерлек етәсәк тип фаразлай. Ғалимдар фекеренсә, республикала иҡтисадты үҫтереү өсөн кәрәкле ресурстар бар. Атап әйткәндә, инфраструктура булдырыла, юғары уҡыу йорттарына кампус төҙөлә, фән һәм сәнәғәт предприятиелары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла.

Башҡортостанда энергетика инфраструктураһына 20 миллиард һум инвестиция йүнәлтелде Республиканың энергетика тармағы ил кимәлендә иң күләмле һәм һөҙөмтәле эшләгәндәр иҫәбендә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында билдәләне. Алдынғы компанияларҙың экспозициялары менән танышыуҙан тыш, ул телекүпер режимында электр уты менән тәьмин итеүсе яңы объекттарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнашты.