es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 023
Suscriptores
-124 horas
-37 días
-630 días
Archivo de publicaciones
Өфөнөң нефть заводы биләмәһендә янғын сыҡҡан Бер нисә минут элек Өфөнөң нефть заводы биләмәһендә янғын сыҡҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә пилотһыҙ осоу аппараты сәбәпсе булған. Интернет ҡулланыусылар иң тәүҙә самолетты Дим биҫтәһендә күреүҙәре тураһында хәбәр итә. Әле Башҡортостанда мобиль интернет менән элемтә юғалған. Ялыуҙар республиканың бөтә төбәктәренән килә, был халыҡ араһында борсолоу тыуҙыра. Элемтәнең юҡҡа сығыуы пилотһыҙ осоу аппараты һөжүме хәүефе менән бәйле.

Марат Кәримов юбилейы «Һәнәк»тең 100 йыллығы менән бәйләнде Көлә-көлә «Һәнәк» һәм уның авторҙары килә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашыу үтте. Сара әҙәбиәт аҡһаҡалының 95 йәшлек юбилейына һәм «Һәнәк» журналы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды.

Быйыл «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын билдәләй Юбилей уңайынан төбәктә күләмле мәҙәни саралар үтә. 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексында концерт көтөлһә, бөгөндән Башҡортостан Милли музейына килеп, радионың тарихы, бөгөнгөһөнә арналған күргәҙмә менән танышырға була.

Башҡортостанда нәзәкәтлек һәм мәҙәни мираҫ байрамы үтте Нәзәкәтлек һәм йолалар байрамы. Милли кейем көнө -Башҡортостандың мәҙәни тормошонда йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнгән үҙенсәлекле байрам. Был көн рәсми рәүештә 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса булдырылды һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа, үҫтереүҙә мөһим аҙым булды. Республикала милли кейем көнө уңайынан үткәрелгән саралар хаҡында киләһе яҙмла.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республика халҡын Милли костюм көнө менән тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республика халҡын Милли костюм көнө менән тәбрикләне. Республикала үткәрелгән иң матур байрамдарҙың береһе беҙҙә 2020 йылдан ойошторола. Бишенсе йыл инде республикала йәшәүселәр апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында ғорурлыҡ менән үҙ халҡының кейемдәрен кейә. Бер уңайҙан Башҡортостанда күргәҙмәләр, флешмобтар һәм башҡа сағыу саралар үтә.

Өфөлә Еңеү диктанты ҡатнашыусылары һәм ойоштороусылары бүләкләнде «Берҙәм Рәсәй» партияһы штабында Еңеү диктантында ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар бүләкләнде. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә бағышланған халыҡ-ара сара 2019-сы йылдан ойошторола. Уның маҡсаты еңеү геройҙарының исемен мәңгеләштереү, йәш быуынға тарихи мәғлүмәт еткереү.

Төбәк операторҙары сүп-сар контейтейнерҙарын тәртиптә тотоу яуаплығынан бушатыла 1 сентябрҙән көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса үҙгәрештәр индерелә. Төбәк операторҙары сүп-сар контейтейнерҙарын тәртиптә тотоу яуаплығынан бушатыла. Сүп майҙансыҡтары таҙалығы муниципалитет, идарасы компанияға һәм граждандарға йөкмәтелә.

Радий Хәбиров «Белавиа» авиакомпанияһы директоры Игорь Чергинец менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Белавиа» авиакомпанияһы директоры Игорь Чергинец менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан менән Белоруссия араһында авиахеҙмәттәшлек мәсьәләһенә туҡталды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Минск ҡалаһына тура рейстар Башҡортостан өсөн оло әһәмиәткә эйә.

Өфө табиптары Милли кейем көнөн флешмоб менән билдәләне Башҡортостанда Милли кейем көнөнә арналған флешмоб иғлан ителгәйне. Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башланғысын һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә күтәреп алған. Өфөнөң 5-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары һәм шәфҡәт туташтары аҡ халаттарын милли кейемгә алмаштырып, клип төшөргән. Дауалау учреждениеһы баш табибы Салауат Өмөтбаев билдәләүенсә, видеояҙмала төрлө милләт вәкилдәре-барлығы тиҫтәгә яҡын белгес ҡатнашҡан.

Лицей уҡыусылары изге эштәрен дауам итә Уҡытыусыға картуф ҡаҙышырға. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының «Тимур командаһы»мәғариф ветерандарын шефлыҡҡа алған. Уҡыусылар быйыл да «Шәфҡәтлелек»айлығы барышында күп изге эштәр башҡарып өлгөргән. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.

Башҡортостанда иң яҡшы инженер-инспектор исеменә Өфө хеҙмәткәре лайыҡ булды Башҡортостанда Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының иң яҡшы инженер-инспекторы билдәләнде. Һайлап алыу этаптарын 83 кешенең 14-е генә үткәйне. Улар финалға саҡырылды.

Маҡар ауылында ҡатын-ҡыҙҙар фронт өсөн изге эштәрҙе бергә башҡара Ишембай районы Маҡар ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәнлек эшен алып бара. Алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам даими оҙатыла. Маскировка селтәрҙәрен үреү, окоп шәмдәре эшләү булһынмы, ойоҡбаштар бәйләүме-гүзәл заттар изге теләктәрен әйтеп бар эштәрҙе лә берҙәм башҡара.

Республиканың ауыл хужалығы тармағын һайлаған йәштәр студенттар сафын тулыландырҙы Студенттарға бағышлау Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курс студенттары тормошонда мөһим ваҡиға. Был көндән буласаҡ аграрийҙар йәшәйешендә яңы этап башлана, егеттәр һәм ҡыҙҙар ауыл хужалығы эшсәндәре сафына ҡабул ителә. Традицион йола студенттарҙы университет тормошона иртә яраҡлаштырыу программаһы ярҙамында яңы һулыш ала.

Мәләүез яр буйы Архиwood премияһына лайыҡ булды Мәләүез ҡалаһы яр буйы биләмәһе «Мөхит дизайны» категорияһында Архиwood абруйлы архитектура премияһына лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Ағастан эшләнгән иң яҡшы архитектура ҡоролмалары конкурсы йыл һайын уҙғарыла. Юғары награда Башҡортостандан иҫәп буйынса өсөнсө объектҡа тапшырылды.

Өфөлә 10 йәшлек ирекмән өләсәһе менән хоспис пациенттарына терәк була Өфө хосписында ғаиләләре менән бергә ирекмәнлек эшен алып барыусылар бар. Баш ҡаланан Оксана Пономарёва 10 йәшлек ейәне менән бергә ауыр хәлдәге пациенттарға ярҙам күрһәтә. Үҫмер тәрбиәләнеүселәргә ҡарата иғтибарлы, улар менән төрлө темаларға һөйләшә, медицина персоналы менән бер рәттән пациенттарҙы транспортировкалауҙа булыша.

Башҡорт батырҙары «Тополь-М» ракетаһын һөйрәп донъя рекорды ҡуйырға йыйына Башҡорт батырҙары «Тополь-М» ракета комплексын буксирлау буйынса донъя рекордын ҡуйырға йыйына. 4 кешенән торған команда октябрь башында үтәсәк сараға әҙерлек эшен башлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған күнекмәлә Айҙар Байсурин, Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев менән Руслан Садиҡов ҡатнашты. Тап улар 44 тонна ауырлыҡтағы хәрби машинаны алға һөйрәп, донъя рекордын ҡуйырға ниәтләгән. Әле МАЗ 7917 шассиһындағы 27 метрлыҡ ракета комплексы уҡыу техникаһы булараҡ файҙаланыла. «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулына күп тапҡыр эйә булған спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин башҡорт атлеттарын әҙерләүҙә ҡатнаша.

Был аҙнала республикалағы һауа торошон төньяҡ антициклон билдәләй Уралға арктик һауа күсеүгә бәйле, көндәр һиҙелеп һыуынды. Шуға ҡарамаҫтан, синоптиктар аҙна аҙағына төбәккә көньяҡтан йәнә йылы һауа массалары килеүен күҙаплай. Метеосайттар мәғлүмәттәренә ярашлы, аладғы ял көндәрендә республикала көн яуым-төшөмһөҙ һәм йылы була. Шәмбе көндөҙ термомтер бағаналары 16 грудсҡаса күтәрлә, йәкшәмбе 18 градусҡа тиклем йылыта. Еңелсә иҫкән елдең тиҙлеге секундына 3 метрға етеүе көтөлә.

Дәүләт һунар инспекторҙары Өфө буйлап йүгереп йөрөгән мышыны эҙләй Яҡынса ике йәшлек хайуанды кешеләр Рудольф Нуриев урамында күргән. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре урынға килгән, ләкин мышыны тап итмәй. Әле белгестәр хайуанды эвакуациялау буйынса хәүефһеҙ план әҙерләгән.

Хәрби пенсионер тәбиғәттә туристар өсөн әкиәт донъяһы булдырған Бында ял итергә ҡунаҡтар донъяның төрлө мөйөштәренән килә. Хәрби пенсионер Артур Фәйзрахманов Ҡариҙел районында Павловка һыуһаҡлағысы янында тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар өсөн ҡунаҡ йорто менән ял базаһы ойошторған. Артур хәләле менән бергә биләмәне рус халыҡ әкиәттәре стилендә биҙәгән, ылыҫлы ағастар ултыртҡан.Оҫта ҡуллы хужа буш ваҡыттарында эскәмйәләр, ултырғыстар, биҙәү элементтары эшләү менән мәшғүл. Был урындың туристарҙы йәлеп итеү серҙәре тураһында репортаж.

Бөрйән районы Ырғыҙлы ауыл биләмәһенә өр-яңы «МТЗ-82» тракторы ҡайтарылды Төбәк халҡы «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын яуланы. Шулай итеп ырғыҙлылар «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында 2 миллион ярым һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.