uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 975
Підписники
-224 години
-57 днів
-1830 днів
Архів дописів
Бөрйән районында Ағиҙел буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үтте Экологик акцияла Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризмды үҫтереү үҙәге, Бөрйән районы хакимиәте етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, туроператорҙар ҡатнашты. Бөтәһе 200-гә яҡын кеше. Улар төркөмдәргә бүленеп 80 километрға яҡын яр буйын сүп-сарҙан таҙалап сыҡты. Ағиҙел буйында үткән «Таҙа Бөрйән» акцияһынан репортаж.

Милли кейем көнө быуындарҙы берләштерә Әбейҙәр сыуағы башланып ҡына торған мәлдә бөтә республика халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитенә сума. Ҡала һәм ауыл урамдары милли кейемдәрҙең сағыулығы менән тулылана, ә тирә-йүндә халыҡ йырҙары көйҙәре ағыла. Милли кейем байрамы быуындар бәйләнешен, үткән менән бөгөнгөнө тоташтыра.

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте Әйтер һүҙем етһен кешеләргә. Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте. Унда ғәлимәнең ҡәләмдәштәре, туғандары, ижадташ дуҫтары, район китапханасылары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылды Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш. Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылып, урындағы һыу ятҡылыҡтары, йылғаларҙың ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты, биләмәләге ҡороған ағастарҙы ҡырҡты. Экологик мәҙәниәтте күтәреүгә йүнәлтелгән сара тураһында киләһе яҙмала.

Белорет районы Ломовка ауылында теркәлгән янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән Уҙған төндә күп балалы ғаилә йәшәгән ағас йортто ут ялмап ала. Янғынға ҡаршы көрәшкә 14 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йортта биш кеше булған. 6, 9, 16 йәшлек балалар тәҙрә аша сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ата-әсәһе һәләк була. Әле янғын сәбәбе асыҡлана.

Алдағы төндә республикала һауа температураһы 3 градусҡа тиклем түбәнәйеп ҡырау төшөүе фаразлана Көндөҙ 14-19 градус йылы күрһәтә, яуым-төшөм көтөлмәй. Иртәле-кисле автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшөп, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрғаса сикләнә. Елдең тиҙлеге секундына 12 метрға тиклем етер тип күҙаллана. Быға бәйле белгестәр электр линиялары, ағас, реклама банерҙары һәм конструкциялар янына яҡын барыҙан тыйылырға саҡыра.

Иглин районы йәш армеецтары алғы һыҙыҡ өсөн маскировка селтәрҙәре әҙерләй Иглин районы йәш армеецтары «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» штабында ирекмәндәргә ҡушылып алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә. Улар маскировка селтәрҙәре, шүрәле костюмы өсөн баш кейеме,шлем аҫтынан кейә торған еңел башлыҡтар әҙерләй. Йома һайын өс төркөмгә бүленеп өлкәндәр менән бер рәттән алғы һыҙыҡтағыларға Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.

Т-80 танктары һәм башҡорт яугирҙары фронтта һөжүмде дауам итә Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. 35-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының танк батальоны яугирҙары Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Һөнәри байрам көнөндә лә улар ҡаршы яҡ нығытмаларына һөжүм итте. Танкистар көнө менән яҡташтарыбыҙҙы БЮТ хәбәрселәре лә тәбрикләне.

Максим Серафимов иҫтәлегенә тәүге клип донъя күрҙе Беҙҙең йәштәр иң яҡшыһы һәм һәләтлеһе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «АМА» ижади төркөмө менән «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы балалары уйлап сығарға проект тураһында яҙҙы. «Беҙҙең геройҙар» циклы илдең төрлө төбәктәренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәш ҡатнашыусыларға арналған ете музыкаль видеоклиптан тора.

Өфөнөң нефть заводы биләмәһендә янғын сыҡҡан Бер нисә минут элек Өфөнөң нефть заводы биләмәһендә янғын сыҡҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә пилотһыҙ осоу аппараты сәбәпсе булған. Интернет ҡулланыусылар иң тәүҙә самолетты Дим биҫтәһендә күреүҙәре тураһында хәбәр итә. Әле Башҡортостанда мобиль интернет менән элемтә юғалған. Ялыуҙар республиканың бөтә төбәктәренән килә, был халыҡ араһында борсолоу тыуҙыра. Элемтәнең юҡҡа сығыуы пилотһыҙ осоу аппараты һөжүме хәүефе менән бәйле.

Марат Кәримов юбилейы «Һәнәк»тең 100 йыллығы менән бәйләнде Көлә-көлә «Һәнәк» һәм уның авторҙары килә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашыу үтте. Сара әҙәбиәт аҡһаҡалының 95 йәшлек юбилейына һәм «Һәнәк» журналы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды.

Быйыл «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын билдәләй Юбилей уңайынан төбәктә күләмле мәҙәни саралар үтә. 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексында концерт көтөлһә, бөгөндән Башҡортостан Милли музейына килеп, радионың тарихы, бөгөнгөһөнә арналған күргәҙмә менән танышырға була.

Башҡортостанда нәзәкәтлек һәм мәҙәни мираҫ байрамы үтте Нәзәкәтлек һәм йолалар байрамы. Милли кейем көнө -Башҡортостандың мәҙәни тормошонда йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнгән үҙенсәлекле байрам. Был көн рәсми рәүештә 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса булдырылды һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа, үҫтереүҙә мөһим аҙым булды. Республикала милли кейем көнө уңайынан үткәрелгән саралар хаҡында киләһе яҙмла.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республика халҡын Милли костюм көнө менән тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республика халҡын Милли костюм көнө менән тәбрикләне. Республикала үткәрелгән иң матур байрамдарҙың береһе беҙҙә 2020 йылдан ойошторола. Бишенсе йыл инде республикала йәшәүселәр апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында ғорурлыҡ менән үҙ халҡының кейемдәрен кейә. Бер уңайҙан Башҡортостанда күргәҙмәләр, флешмобтар һәм башҡа сағыу саралар үтә.

Өфөлә Еңеү диктанты ҡатнашыусылары һәм ойоштороусылары бүләкләнде «Берҙәм Рәсәй» партияһы штабында Еңеү диктантында ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар бүләкләнде. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә бағышланған халыҡ-ара сара 2019-сы йылдан ойошторола. Уның маҡсаты еңеү геройҙарының исемен мәңгеләштереү, йәш быуынға тарихи мәғлүмәт еткереү.

Төбәк операторҙары сүп-сар контейтейнерҙарын тәртиптә тотоу яуаплығынан бушатыла 1 сентябрҙән көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса үҙгәрештәр индерелә. Төбәк операторҙары сүп-сар контейтейнерҙарын тәртиптә тотоу яуаплығынан бушатыла. Сүп майҙансыҡтары таҙалығы муниципалитет, идарасы компанияға һәм граждандарға йөкмәтелә.

Радий Хәбиров «Белавиа» авиакомпанияһы директоры Игорь Чергинец менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Белавиа» авиакомпанияһы директоры Игорь Чергинец менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан менән Белоруссия араһында авиахеҙмәттәшлек мәсьәләһенә туҡталды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Минск ҡалаһына тура рейстар Башҡортостан өсөн оло әһәмиәткә эйә.

Өфө табиптары Милли кейем көнөн флешмоб менән билдәләне Башҡортостанда Милли кейем көнөнә арналған флешмоб иғлан ителгәйне. Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башланғысын һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә күтәреп алған. Өфөнөң 5-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары һәм шәфҡәт туташтары аҡ халаттарын милли кейемгә алмаштырып, клип төшөргән. Дауалау учреждениеһы баш табибы Салауат Өмөтбаев билдәләүенсә, видеояҙмала төрлө милләт вәкилдәре-барлығы тиҫтәгә яҡын белгес ҡатнашҡан.

Лицей уҡыусылары изге эштәрен дауам итә Уҡытыусыға картуф ҡаҙышырға. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының «Тимур командаһы»мәғариф ветерандарын шефлыҡҡа алған. Уҡыусылар быйыл да «Шәфҡәтлелек»айлығы барышында күп изге эштәр башҡарып өлгөргән. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.

Башҡортостанда иң яҡшы инженер-инспектор исеменә Өфө хеҙмәткәре лайыҡ булды Башҡортостанда Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының иң яҡшы инженер-инспекторы билдәләнде. Һайлап алыу этаптарын 83 кешенең 14-е генә үткәйне. Улар финалға саҡырылды.