es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 023
Suscriptores
-124 horas
-37 días
-630 días
Archivo de publicaciones
Башҡорт яугирҙары быуындар батырлығын дауам итә Ҡарт олатаһы аттарҙа үткән яу юлын бүләһе «Ҡоштар» менән ҡабатлай. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводында хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ нацизм ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәшә. Ошо уҡ Донбасс ерҙәрен азат итеүҙә уның кавалерист ҡарт олатаһы ла ҡатнашҡан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлыҡтарын хәҙер беҙ ҡабатлайбыҙ. Дошман шул уҡ, ләкин заманса алымдар, ҡорал, технологиялар менән, ти «Гриша» ҡушаматлы яугир.

Радий Хәбиров республика колледждары студенттары менән осрашты Төбәк етәксеһе йәштәр менән аралашып, эшсе һөнәрҙәрҙең киләсәгенә бәйле һорауҙар буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты, студенттар тәҡдим иткән ҡыҙыҡлы проекттар менән танышты. Республика етәкселеге хеҙмәт баҙарын көслө кадрҙар менән тәьмин итеү бурысын ҡуя. Бының өсөн республикалағы колледждар тәртипкә килтерелә, уларҙың матди-техник базаһы яңыртыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2022 йылдан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла.

Башҡортостанда федераль журналистар фәнгә сәйәхәт ҡылды Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы Рәсәйҙең билдәле журналистарын һәм блогерҙарын ҡабул итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан фәненә сәйәхәтен республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан башланы. Төбәк етәксеһе ҡунаҡтарға фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләп, ғилми-популяр маршруттар иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Федераль ҡунаҡтар өсөн ойошторолған брифинг һәм экскурсияла БЮТ ижади төркөмө лә булды.

Туймазының «Спартак» футбол клубы икенсе йыл рәттән Башҡортостан кубогын яуланы Ҡыҙыллы-аҡлылар хәл иткес уйында үҙҙәренең күптәнге дәғүәсеһе-Жуков ауылының «Старт» командаһын еңде. Осрашыу башында иҫәпте Өфө районы футболсылары асты. Уңышҡа Эмиль Ғәлиәкбәров өлгәште. Күп тә үтмәй Артур Шәйхлисламов яуап тубы индерҙе. Тәнәфестән һуң Туймазы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Линар Мөхәмәтшин үҙ командаһын 2:1 иҫәбе менән алға сығарҙы.

Тәфтиш Комитеты 14 йәшлек Камилла Рафиҡованың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүгә туғандары, полиция һәм ирекмәндәр ҡушылған, урындарҙы тикшереү өсөн пилотһыҙ техника ҡулланыла. Әсәһе әйтеүенсә, 9 сентябрҙә уҡыусы бала Нижегородка биҫтәһендәге өйөнән мәктәпкә китә. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.

Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Ырымбур юлында «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып «ДАФ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Ҡурҡыныс фажиғә һөҙөмтәһендә еңел транспорт сараһының 35 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

11 сентябрь — Рәсәй именлек хеҙмәтенә нигеҙ һалыусының тыуған көнө 11 сентябрҙә күренекле дәүләт эшмәкәре, Рәсәй именлек хеҙмәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Феликс Дзержинскийҙың тыуған көнө билдәләнә. Тарихи шәхестең тыуыуына 148 йыл тулыу уңайынан именлек хеҙмәте ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре уның һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды.

Башҡортостан Вуз-ара кампусы Рәсәйҙең алдынғы журналистарын ҡабул итте Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәйҙең билдәле жуналистарын һәм блогерҙарын ҡабул итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың ғилми-популяр туризм маршруты менән танышыуҙы төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан башланы. Республика етәксеһе ҡунаҡтарға фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.

Үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй бизнес өсөн кредит каникулдары ғәмәлгә инә 1 октябрҙән үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит каникулдарын рәсмиләштерә аласаҡ. Ошо туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында башҡорт теле өҫтәл уйындары барлыҡҡа килде Башҡорт телен өйрәнеүгә Башҡортостан Башлығы гранты проекттары. Республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында «Өҫтәл уйындары» проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Был уйындар туған телде дуҫтар, туғандар менән бергәләп уйын форматында төплө өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башҡорт телен заманса алымдарға таянып, өҫтәл уйындары ярҙамында өйрәнеүселәр янында беҙҙең ижади төркөм дә булды.

Шишмә районының Келәш ауылында янғын һүндереү депоһы асылды Яңы объект тиҙ йыйыла торған заманса конструкцияларҙан төҙөлгән. Келәш район үҙәгенән 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда ут сыға ҡалһа янғын һүндереү техникаһы килеп еткәнсе ваҡыт талап ителә, уттың ныҡлап таралыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе ихтимал.

Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты. Илһөйәрлек рухында яҙылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр махсус хәрби операция темаһына бағышланған. Ижади эштәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡта, хәрби шарттарҙа яҙылған.

Эльвира Айытҡолова һәм Әлфит Ниғәмәтйәнов Иглин халҡы менән аралашты Иглин районында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов халыҡты ҡабул итте, махсус хәрби операция ветераны менән осрашты. Халыҡты ҡабул итеү ваҡытында төрлө һорауҙар күтәрелде.

«Башҡортостан» полкы дрондарға ҡаршы ҡоралды камиллаштыра Көндән-көн үҙгәреп торған хәрби бәрелеш шарттары техниканы даими камиллаштырыуҙы талап итә. «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы дрондарҙан һаҡланыу сараларын тағы ла нығыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп үҙгәртә.

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә бер тәүлектән ашыу 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсә полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Мәктәпкә юлға сыҡҡан уҡыусы Шепетов урамында юғалған. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр минисрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.

Тәтешле районында үлемесле авария теркәлгән Бөгөн көндөҙ Тәтешле районында үлемесле авария теркәлгән. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәтенә ярашлы, Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлдында «Лада Гранта» автомобиле 7-се модель «ВАЗ» менән бәрелешә. Фажиғә һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһы водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була, тағы ла ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспорт командаһы ағзалары менән осрашты Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспорт командаһы ағзалары менән осрашты. Көн тәртибендә төбәктә компьютер спорты үҫеше һорауҙары ҡаралды.

Радий Хәбиров «Креатив индустрия» сәғәтендә айти-технологиялар белгестәре менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Креатив индустрия» сәғәтендә айти-технологиялар белгестәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Һанлы технологиялар үҫешкән осорҙа хеҙмәт баҙарында айти-белгестәргә ихтыяж арта. Республикала йәш програмистарға ярҙам саралары ойошторолған. Гранттар, махсус уҡыуҙар, льготалы ипотека һәм башҡа саралар булдырылған.

Шаран районында Сәләмәтлек поезы эш башланы Һаулыҡ һаҡлау программаһы буйынса урындағы халыҡ ауылдан йыраҡ китмәй табиптарға күренә ала. Бында анализдар бирергә, маммография үтергә, кардиологҡа, онкологҡа, гинекологҡа күренергә, грипттан прививка яһатырға мөмкин. Пациенттарға алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙең менән паспорт һәм полисың булыуы ғына шарт.

Башҡортостан менән Татарстан араһындағы күпер ваҡытынан алда сафҡа инәсәк Октябрьский ҡалаһы эргәһендә объекты төҙөкләндереү 85 процентҡа тамамланған. Күләмле реконструкция «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла. Бының өсөн 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән.