БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más2 021
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-830 días
Archivo de publicaciones
2 021
Башҡортостан йәштәрен "иВолга" форумында ҡатнашырға саҡыралар
Округ йәштәре йыйыны быйыл Һамар өлкәһендә июль аҙағында уҙғарыла. төп тема - тарихи хәтерҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау. Беҙҙең республика делегацияһы был форумда 2013 йылдан алып ҡатнаша. Һуңғы биш йылда Башҡортостан йәштәре тәҡдим иткән проекттар 250 миллион һумға лайыҡ булған.
2 021
МХО яугирҙарының әсәләре — улдары өсөн оло һөйөү ҡалҡаны
Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн көс, ышаныс һәм ныҡлыҡ сығанағы. «Еңеү яҙы» телемарафоны ҡунаҡтары — дүрт улын яуға оҙатҡан Наталья Иванова һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Фәниә Фәтхетдинова.
https://vk.com/video-85076499_456257444?access_key=d7b2476f0b048431f0
2 021
Өфөлә йөҙөүсе-ҡотҡарыусыларҙы әҙерләй башланылар
Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйен пляждарҙа даими дежур ойошторола. Әле йөҙөүселәр әҙерлек үтә. Һыуға батҡандарға, башына эҫе ҡапҡандарға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр уҙғарыла. Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән асыла.
2 021
Сталинград һуғышы — Ватан тарихының дәһшәтле биттәренең береһе
Башҡортостан яугирҙарының Сталинград бәрелешендә ҡатнашыуы хаҡында ошо һуғыштың ҡаһарман ветеранының улы Владимир Семин һәм БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов һөйләй.
https://vk.com/video-85076499_456257441?access_key=b774a79ed830b969ee
2 021
«Батырҙар» МХО геройҙарына бағышлана
Өфө мэры урынбаҫары Денис Ғәниев һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов МХО яугирҙарына арнап йыр яҙған. Халыҡ артисы был хаҡта телемарафон студияһында һөйләне.
Шулай уҡ йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү хаҡында «Масксети Щит Уфа» ирекмәндәр хәрәкәте ағзаһы Миңзифа Мәхмүтова һөйләне.
https://vk.com/video-85076499_456257439?access_key=221623088712a8b09c
2 021
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында музыкаль-концерт бригадалары яугирҙарҙың рухын күтәргән. Ул йылдарҙа алғы һыҙыҡта һуғыш йырҙары Ватан саҡырыуы булған, тине Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миңзифа Ҡадырова.
Патриотик тәрбиә һәм һуғыш киноһы, атап әйткәндә, «Фәрзәнә Көнбайышҡа табан бара» фильмы хаҡында БСТ эфирында кинорежиссер Булат Йосопов һөйләне.
https://vk.com/video-85076499_456257438
2 021
Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне
Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне. Халыҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып, ғорурлыҡ менән ата-бабаларының портреттарын һауаға күтәрҙе. Һуғыш йылдары йырҙарын яңғыратты, хәтерҙе яңыртты.
2 021
Мәсетлелә Еңеүҙең 80 йыллығына ҙур байрам үтте
Совет һалдаттарының вариҫтары 45-се йылдың яҙындағы Еңеү өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Улар бөгөн күтәренке кәйефтә үҙәк майҙандарҙа парадта, «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашты. Байрам саралары Башҡортостандың һәр төбәгендә уҙҙы.
2 021
17 йәшенән фронтҡа юлланған Ҡотлогилде Төхвәтуллин
Ҡыйыу яугир 210-сы гвардия уҡсылар полкы составында рядовой булып хеҙмәт итә. БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән репортаж уның турала.
https://vk.com/video-85076499_456257436?access_key=3d7b577f6475d3761b
2 021
Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте
Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте. Киске программа ҡалала әле лә дауам итә һәм ул төнгә тиклем барасаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итергә 157 мең кеше ҡушылды.
2 021
Башҡортостанда Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы ултырышта батырҙар иҫкә алынды
Башҡортостан - батырҙар төйәге һәм Ватандың ышаныслы ҡалҡаны, тине Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. Ысынлап та, республика батыр ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығын бөгөн махсус хәрби операцияла уларҙың вариҫтары дауам итә. Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла һәләк булған Илдар Суфияровҡа Рәсәй геройы исеме тапшырылды, бер төркөм яугирҙарға дәүләт наградалары бирелде.
2 021
Өфөлә «Үлемһеҙ полк» 200 мең кешене берләштерҙе
Өфөнөң Октябрь проспектында ойошторолған «Үлемһеҙ полк» акцияһы 200 меңгә яҡын кешене берләштерҙе. Һуғышта ҡатнашып, Ватан данын яҡлаған ата-бабаларҙың, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булғандарҙың фотоларын тотоп сыҡҡан халыҡ - берҙәмлек һәм рух ныҡлығын сағылдырҙы. Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң уҙған илһөйәрлек сараһынан репортаж.
2 021
Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парад үтте
Бөгөн Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парад үтте. Тантананы ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡараны.
2 021
Өфөлә Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан илһөйәрлек митингы үтте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡы исеменән «Мәңгелек үт» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды. Һуғыш ҡорбандары, ҡаһарман һалдаттар, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
2 021
Өфөлә Еңеү көнө Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды
Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөн байрам итеүҙең рәсми өлөшө Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Ватан өсөн яуҙа һәләк булыусылар һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте, Федерация Советы вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ветеран ойошмалары ағзалары һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты.
2 021
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: киске эфир
Киске эфир Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башлана, ә студияла алып барыусылар Стәрлетамаҡтан эҙәрмәндәрҙең эше менән танышасаҡ һәм саҡырылған ҡунаҡтар аралашасаҡ.
Эфир башланыу ваҡыты: 9 май 19:25 сәғәт.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289990
2 021
Бөгөн илебеҙҙең төрлө нөктәләрендә байрам саралары, үлемһеҙ полк акцияһы үтә. Мәсетле районы халҡы ла 9 майҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алған.
БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова студия менән тура бәйләнештә ошо хаҡта һөйләй.
https://vk.com/video-85076499_456257422?access_key=78a0863a743981577b
2 021
«Тамыр» телеканалы өр-яңы «Асыш» проекты өҫтөндә эшләй
Беренсе геройы – Мәғрифә Мәүлетова. Билдәле нефтсе, инженер- химик, Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институтының тәүге директоры. Һуғыш ваҡытында нефть эшкәртеү буйынса осһоҙ реагент уйлап табыусы талантлы химик. Шуның менән ул Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән.
https://vk.com/video-85076499_456257419
2 021
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: көндөҙгө эфир дауамы
Театрҙар һәм агитбригадалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нисек эшләгән? Ошо һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр хаҡында БСТ каналында байрам телемарафонында һөйләйбеҙ.
Трансляция 16:30 сәғәттә башлана.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289989
2 021
«Мостай Әлифбаһы» – «Тамыр» телеканалының яңы проекты
Башҡорт алфавитының һәр хәрефенә халыҡ яҙыусыһы әҫәрҙәре буйлап сәйәхәт. Ҡыҫҡа ғына, әммә шул тиклем йөкмәткеле сәйәхәт. Режиссер Ләйсән апай Солтанғолова менән мөхәррир Гөлназ Ишемғолова төшөргән.
Студияла ҡунаҡта Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары. «Мостай Әлифба»һында ҡатнашыусы рухлы егет-ҡыҙҙар: Зарина Ғөбәйҙуллина, Алмаз Ҡарасов, Наза Байтурина.
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
