БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más2 021
Suscriptores
-124 horas
-27 días
-930 días
Archivo de publicaciones
2 021
Илгә яу килгәндә, халҡыбыҙ берҙәм булған
Бөйөк Еңеүҙә тылда хеҙмәт иткән халыҡтың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Тап ошо шәхестәр тураһында «Тамыр» каналы өр-яңы проект тәҡдим итергә әҙер.
Студияла ҡунаҡта «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, билдәле башҡорт нефтсеһе Мәғрифә Мәүлетованың бала сағын уйнаған Әминә Хисмәтуллина һәм Ғүмәр Ҡыуатовтың туғаны — Камила Ҡыуатова.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257414
2 021
Өфөлә хәрби техника күргәҙмәһе дауам итә
Еңеүҙең 80 йыллығына Өфөлә Ленин майҙанында һәм Рус драма театры алдында хәрби техника һәм ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе дауам итә. Был ябай күргәҙмә түгел, ә ҡеүәтле көс һәм берҙәмлек символы. Тап бында Рәсәй армияһының ҡеүәтен күрергә мөмкин.
Айнур Кәбиров «Көс ғәҙеллектә – ғорурлыҡ һәм Еңеү» НАТО трофей техникаһы күргәҙмәһе менән таныштыра.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257412
2 021
Кем ул Әнүәр Абдулла улы Абдуллин?
Илеш районын хәҙер Муса Гәрәев исеме аша ғына түгел, Әнүәр Абдуллин исеме аша ла беләсәктәр. Кем ул Әнүәр Абдулла улы Абдуллин? Ниндәй батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған?
Был турала Наил Юнысов менән әңгәмәлә Гүзәл Моталлапова һәм Әхсән Нәсибуллин һөйләне.
https://vk.com/video-85076499_456257402
2 021
Еңеү көнөнә тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты: тура эфир
БСТ каналында «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан тура эфир.
Трансляция 14:00 сәғәттә башлана.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289988
2 021
Утыҙ өйҙән торған бәләкәй генә Кинйәабыҙ ауылынан өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан
Улар — Ғәфиәтулла Арыҫланов, Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеров сыҡҡан. Ошо батырҙар төйәгенең хикмәте тураһында Көйөргәҙе районынан килгән ҡунаҡтар — Фәнис Рахманғолов һәм Харрас Биктимеров һөйләй.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257406
2 021
Бер ғаиләгә — алты ҡара хат
Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан Хәлиулла Бикбулатовтың ете улы ла һуғышта ҡатнаша.
«Еңеү Яҙы» телемарафоны ҡаһарман яугирҙар хаҡында бәйән итә.
https://vk.com/video-85076499_456257400
2 021
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: көндөҙгө эфир
Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған марафондың көндөҙгө бүлеге дауам итә. Эфирҙа — «Тамыр» телестудияһының йәш алып барыусылары.
Трансляция башланыу ваҡыты: 9 май 12:45 сәғәт.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289987
2 021
«Еңеү Яҙы» телемарафоны һәм «Үлемһеҙ полк»: тура эфир
Башҡортостандың баш ҡалаһы «Үлемһеҙ полк» сафына баҫты. Акция бер нисә йыл онлайн үткәрелде, ә быйыл, ниһайәт, ҡала урамдарына әйләнеп ҡайтты. Ветерандарҙы бергәләп БСТ каналында иҫкә алайыҡ.
Трансляция башланыу ваҡыты: 9 май, 11:00.
Тура эфирға һылтанма:
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289986
2 021
Мишкә яугиры 7 йыл фронтта хеҙмәт итә
Мишкә районы Бәләкәй Шаҙы ауылында йәшәүсе Ғәбделислам Нурисламов 1944 йылда фронтҡа китә һәм 1951 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының оҙон ғүмере ауыр ҙа, йөкмәткеле лә, һоҡланғыс та.
2 021
Бөйөк Еңеү парады: тура эфир
Өфөлә Еңеү көнөндәге иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе Октябрь проспектынан башлана. Эфирға ҡушылығыҙ, барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ.
Трансляция башланыу ваҡыты: 9 май, 10:00.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289985
2 021
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: иртәнге эфирҙың дауамы
БСТ-ла бөйөк Еңеүгә бағышланған телемарафон дауам итә. Байрам сараларынан тура бәйләнеш, герой-ветерандар хаҡында сюжеттар — ҡарамай ҡалмағыҙ!
Трансляция 9 май 9:30 сәғәттә башлана. https://vkvideo.ru/video-27097047_456289984
2 021
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: иртәнге эфир
БСТ телеканалында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған телемарафон старт ала: тамашасыларҙы һуғыш хәтирәләре, ветерандар менән осрашыуҙар һ.б. көтә.
Эфир 9 май 7:00 сәғәттә башлана.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289982
2 021
Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Баймаҡ-Өфө велоуҙышы» тамамланды
Баймаҡ районынан ете ир-уҙаман бөгөн иртәнге сәғәт 12-лә Өфөгә килеп етте.Дуҫлыҡ монументында велосипедсыларҙы Баймаҡ районы районы хакимиәте, Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, баш ҡалала йәшәүсе яҡташтары ҡаршы алды.
2 021
Өфөлә Еңеү вальсы республика акцияһы үтте
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Еңеү вальсы республика акцияһы үтте. Өфөнөң Совет майҙанында колледж һәм вуз студенттары вальс бейеп оло быуын вәкилдәренә рәхмәт һәи ихтирам хистәрен еткерҙе. Байрамса кейенгән биш йөҙ пар билдәле йырҙар көйөнә вальс әйләнде. Майҙанда «Катюша», «Өфө йүкәләре», «Шайморатов генерал» һәм башҡа йырҙар яңғыраны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2 021
Өфө районы Волков ауылында «Быуындар ҡыңғырауы» мемориалы асылды
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған илһөйәрлек комплексы оло быуын вәкилдәренең ҡаһарманлығы, туған илгә һөйөү, батырлыҡ тураһында һөйләй. Быуындар ҡыңғырауы мемориалында 1945-2025 һандары яҙылған, ә уртаһында СССР-ҙың юғары хәрби наградаһы «Еңеү» ордены урын алған. Бронза мемориал Вадим Гәрәев тәҡдиме менән төҙөлгән.
2 021
Ғафури районында батырҙар иҫтәлегенә арналған яңы обелиск барлыҡҡа килде
Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм яуҙан ҡайтып мәрхүм булған яугирҙарға Хәтер мемориалы асылды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡаранйылға ауылынан 118 ир-егет фронтҡа киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 64-е яу яланында батырҙарса һәләк булған.
2 021
Өфөнән Шайморатов ауылына тиклем автоуҙыш Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды
Бөгөн Өфөнән Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылына тиклем Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған автоуҙыш ойошторолдо. Өфөнөң йәмәғәт палатаһы уҙғарған акцияға йөҙҙәрсә кеше ҡушылды. Автоколонна Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙандан ҡуҙғалды. «Беҙ бергә» тип аталған патриотик акция тураһында репортаж.
2 021
Мәләүез районы Һарыш ауылында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолдо
Унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ата - бабаларының портреттарын күтәреп урамдар буйлап үтте. Был төбәк бер юлы ике геройҙың - Миңлетдин Әминев менән Андрей Мигуновтың тыуған яғы.
2 021
Ишембай районы Әхмәр ауылы «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды
Башҡортостан ауылдары «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды ла инде. Ишембай районы Әхмәр ауылында йәшәүселәр ата-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп мәктәптән алып ауыл үҙәгенә тиклем үтте. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандар ҙа уҙған быуат геройҙары менән бер сафта барҙы.
2 021
«Үлемһеҙ полк» акцияһы Өфөлә 200 меңдән ашыу кешене йыясаҡ
Өфөлә Еңеү парады иртәгә сәғәт 10-да башлана. Артабан «Үлемһеҙ полк» хәрәкәте дауам итә. Колонна иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем теҙелә, шунан һуң - бер минутлыҡ тынлыҡ. Сара 11-се 12 минутта башлана һәм сәғәт 1-ҙәр тирәһендә тамамлана. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, унда 200 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
