fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 969
مشترکین
-124 ساعت
-47 روز
-1730 روز
آرشیو پست ها
Республика халҡы мутлашыусыларҙан һаҡлана Бөгөнгә 350 мең кеше үҙ исеменә кредит алыуға сикләү ҡуйған. Был күрһәткес буйынса
Республика халҡы мутлашыусыларҙан һаҡлана Бөгөнгә 350 мең кеше үҙ исеменә кредит алыуға сикләү ҡуйған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында 4-се урында. Рәсәйҙә 10 миллион 300 меңдән ашыу кеше кредит алыуҙан баш тартҡан. Бындай ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин.

Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлында ремонт башланды Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла, әле
Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлында ремонт башланды Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла, әле Шаран районында 5 километрҙан ашыу юл төҙөәкләндерелә. Был трасса Илеш, Саҡмағош Шаран раойндары ауылдарын тоташтыра. Бында көн һайын 1 мең 200-ҙән ашыу машина үтә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.Быйыл был юлдың 12 километры яңыртыла.

Баймаҡ районынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов мотоциклда 16 илде урап ҡайтты Донъя буйлап сәйәхәт. Баймаҡ районынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов мотоциклда 16 илде урап ҡайтты. Грузиянан башланған оҙайлы сәфәр Иран, Һиндостан, Таиланд һәм Сәғүд Ғәрәбстанын да үҙ эсенә алды. Дүрт ай эсендә замандашыбыҙ 37 мең километр самаһы юл үтә. Сәйәхәтсе үҙенең ҡайҙа булыуын, ниндәй мажараларға тарыуы менән социаль селтәрҙәрҙә даими таныштырып барҙы. Тыуған еренә аяҡ баҫыу менән башҡорт байкеры үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Баҡсасыларға дәүләт ярҙамы арта Һуңғы өс йылда ғына республикала баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ярты миллиард һумдан ашҡан, һөҙөмтәлә ярты меңгә яҡын биләмәнең инфраструктураһы яҡшырған. Финанс ярҙам юл участкаларын төҙөкләндереүгә, электр селтәрҙәрен яңыртыуға һәм башҡа киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ граждандар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән уҙғарылған «Иң яҡшы баҡсасылар ширҡәте» конкурсында ла әүҙем ҡатнаша. Грант аҡсаһы биләмәлә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҡаралған. Төбәктә уңышлы эшләгән ширҡәттәрҙең береһендә БЮТ ижади төркөм лә булды.

Ҡотҡарыусылар «Дуҫлыҡ» баҡсасылығында һәм Иҫке Ҡыбауҙа янғынға ҡаршы тикшереү үткәрҙе Уҙған тәүлектә Яңауылда теркәлгән янғында 43 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Әле белгестәр ағас йортта ут сығыу сәбәптәре буйынса тикшереү алып бара. Байрамдар осоронда ҡотҡарыусылар ут менән һаҡ булырға кәңәш итә. Фажиғәле осраҡтарҙы кисектереү маҡсатында инспекторҙар профилактик рейдтар ойоштора. Иглин районында рейдтар «Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәтендә һәм Иҫке Ҡыбау ауылында үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Шаран районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына. Шаран районы Күгәрсенбүләк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Төҙөлөшкә 300 мең һумдан ашыу аҡса тотонолған, сығымдарҙың яртыһы - халыҡ булышлығында, ҡалғаны «Реаль эштәр» программаһы ярҙамында ҡапланған.

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенсәлекле таҡтаташ асылды Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенсәлекле таҡтаташ асылды. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры Сабир Заһиҙуллиндың иҫтәлегенә таҡтаташ ауыл эргәһендәге урман эсендә ҡуйылды.

Бөйөк Еңеү байрамында Өфөнөң бөтә райондарында ла тантаналы саралар уҙҙы Аксаков баҡсаһында быуаға аҡҡоштар ебәрелде. «Тулҡын» паркында халыҡ авиошоуға тамаша ҡылды. Еңеүҙең 80 йыллығына арнап ойошторлған байрам саралары хаҡында киләһе яҙмала.

Асылыкүлдә туристик биләмәләр булдырыла Бының өсөн дәүләт ярҙамы ҡаралған. Проект республика инвестиция кәңәшмәһендә ҡаралды
Асылыкүлдә туристик биләмәләр булдырыла Бының өсөн дәүләт ярҙамы ҡаралған. Проект республика инвестиция кәңәшмәһендә ҡаралды һәм өҫтөнлөклө статус алды. Инвестор 30 миллион һум һалырға әҙер, тип хәбәр итәләр хөкүмәттән. Ял базаһында алты йорт, уйын зонаһы, кафе, ҡунаҡхана һәм кинотеатр була.

Башҡортостан йәштәрен "иВолга" форумында ҡатнашырға саҡыралар Округ йәштәре йыйыны быйыл Һамар өлкәһендә июль аҙағында уҙғары
Башҡортостан йәштәрен "иВолга" форумында ҡатнашырға саҡыралар Округ йәштәре йыйыны быйыл Һамар өлкәһендә июль аҙағында уҙғарыла. төп тема - тарихи хәтерҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау. Беҙҙең республика делегацияһы был форумда 2013 йылдан алып ҡатнаша. Һуңғы биш йылда Башҡортостан йәштәре тәҡдим иткән проекттар 250 миллион һумға лайыҡ булған.

МХО яугирҙарының әсәләре — улдары өсөн оло һөйөү ҡалҡаны Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн көс, ышаныс һәм ныҡлыҡ сығанағы. «Еңеү яҙы» телемарафоны ҡунаҡтары — дүрт улын яуға оҙатҡан Наталья Иванова һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Фәниә Фәтхетдинова. https://vk.com/video-85076499_456257444?access_key=d7b2476f0b048431f0

Өфөлә йөҙөүсе-ҡотҡарыусыларҙы әҙерләй башланылар Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйен пляждарҙа
Өфөлә йөҙөүсе-ҡотҡарыусыларҙы әҙерләй башланылар Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйен пляждарҙа даими дежур ойошторола. Әле йөҙөүселәр әҙерлек үтә. Һыуға батҡандарға, башына эҫе ҡапҡандарға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр уҙғарыла. Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән асыла.

Сталинград һуғышы — Ватан тарихының дәһшәтле биттәренең береһе Башҡортостан яугирҙарының Сталинград бәрелешендә ҡатнашыуы хаҡында ошо һуғыштың ҡаһарман ветеранының улы Владимир Семин һәм БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов һөйләй. https://vk.com/video-85076499_456257441?access_key=b774a79ed830b969ee

«Батырҙар» МХО геройҙарына бағышлана Өфө мэры урынбаҫары Денис Ғәниев һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов МХО яугирҙарына арнап йыр яҙған. Халыҡ артисы был хаҡта телемарафон студияһында һөйләне. Шулай уҡ йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү хаҡында «Масксети Щит Уфа» ирекмәндәр хәрәкәте ағзаһы Миңзифа Мәхмүтова һөйләне. https://vk.com/video-85076499_456257439?access_key=221623088712a8b09c

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында музыкаль-концерт бригадалары яугирҙарҙың рухын күтәргән. Ул йылдарҙа алғы һыҙыҡта һуғыш йырҙары Ватан саҡырыуы булған, тине Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миңзифа Ҡадырова. Патриотик тәрбиә һәм һуғыш киноһы, атап әйткәндә, «Фәрзәнә Көнбайышҡа табан бара» фильмы хаҡында БСТ эфирында кинорежиссер Булат Йосопов һөйләне. https://vk.com/video-85076499_456257438

Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне. Халыҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып, ғорурлыҡ менән ата-бабаларының портреттарын һауаға күтәрҙе. Һуғыш йылдары йырҙарын яңғыратты, хәтерҙе яңыртты.

Мәсетлелә Еңеүҙең 80 йыллығына ҙур байрам үтте Совет һалдаттарының вариҫтары 45-се йылдың яҙындағы Еңеү өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Улар бөгөн күтәренке кәйефтә үҙәк майҙандарҙа парадта, «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашты. Байрам саралары Башҡортостандың һәр төбәгендә уҙҙы.

17 йәшенән фронтҡа юлланған Ҡотлогилде Төхвәтуллин Ҡыйыу яугир 210-сы гвардия уҡсылар полкы составында рядовой булып хеҙмәт итә. БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән репортаж уның турала. https://vk.com/video-85076499_456257436?access_key=3d7b577f6475d3761b

Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте. Киске программа ҡалала әле лә дауам итә һәм ул төнгә тиклем барасаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итергә 157 мең кеше ҡушылды.

Башҡортостанда Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы ултырышта батырҙар иҫкә алынды Башҡортостан - батырҙар төйәге һәм Ватандың ышаныслы ҡалҡаны, тине Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. Ысынлап та, республика батыр ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығын бөгөн махсус хәрби операцияла уларҙың вариҫтары дауам итә. Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла һәләк булған Илдар Суфияровҡа Рәсәй геройы исеме тапшырылды, бер төркөм яугирҙарға дәүләт наградалары бирелде.