БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 973
Suscriptores
Sin datos24 horas
-67 días
-1830 días
Archivo de publicaciones
1 973
Александр Бабаков һәм Константин Толкачев Өфөлә осрашты
Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков Өфөгә эш сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашты. Яҡтар федераль йыйылыштың түбәнге палатаһының төбәк парламенты менән берлектә эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Александр Бабаков депутаттарҙың төҙөлөш, транспорт һәм энергетика өлкәһендәге башланғыстары тураһында һөйләне.
1 973
Киләһе йылға эш һәм ял көндәре календары проекты әҙерләнде
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 Март уңайынан ҡыҫҡа эш аҙналары көтөлә. Май байрамдарында ил халҡы өсәр көн эшләмәй. 1 майҙан 3-өнә, 9 майҙан 11-енә тиклем ял ҡаралған. Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем дауам итә. Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем була.
1 973
Башҡортостанда Тәфтишселәр көнө уңайынан тантаналы сара үтте
Бөгөн тәфтишселәр һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Торатау» конгрес холында тантаналы ултырыш үтте. Башҡортостан буйныса тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәрен Республика башлығы Радий Хәбиров, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре тәбрикләне.
1 973
Алһыу Минәзова Мәскәү өлкәһендә алтын миҙал яулаған
Ул Көслөләр Кубогында ҡатнашҡан. Республика Спорт министрлығы Алһыуҙы сираттағы еңеүе менән ҡотлаған. Ярыштар ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге барышында уҙған.
1 973
Өфө сәнғәт институтында «Оскар һәм Алһыу ханым» спектакле сәхнәләштерелде
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Эрик-Эмманюэль Шмитт әҫәре буйынса ҡуйылған «Оскар һәм Алһыу ханым» спектакленең премьераһы үтте.
Ижад юлына баҫҡан буласаҡ сәхнә оҫталары был әҫәрҙе юҡҡа ғына һайламаған. Ул кешенең рух көсө, һынауҙар, ауырлыҡтар алдында һынмау, юғалып ҡалмау тураһында.
1 973
Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» яңы проекты өҫтөндә эш башланы
Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» тип исемләнгән яңы проект өҫтөндә эш башланы. Диниә назаратының рәсми сайты һәм мобиль ҡушымтаһында тормошҡа ашырылған яңылыҡ менән һәр кем файҙалана ала. Проект Ислам тәғлимәттәре буйынса халыҡҡа төплө белем биреүгә йүнәлтелгән.
1 973
Өфөлә йәш табиптарҙың стратегик сессияһы үтте
Өфөлә йәш табиптарҙың стратегик сессияһы үтте. Төрлө дауаханаларҙан йыйылған белгестәр ауыл медицинаһы, диспансеризация, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм медицина коммуникациялары буйынса белемдәрен күрһәтте. Йәш кадрҙар тәҡдим ителгән йүнәлештәрҙең һәр береһе буйынса төп проблемаларҙы билдәләргә, ә һуңынан һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса үҙ проекттарын әҙерләргә тейеш була.
1 973
Совет районында газ мәсьәләһе киҫкенләште
Зәңгәр яғыулыҡһыҙ. Өфөнөң Комсомол урамы, 35 адресы буйынса йәшәүселәр газһыҙ ҡалыуға зарлана. Өҫтәүенә йылы һыу селтәрендә лә ике аҙна самаһы планлы ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Совет районында йәшәүселәрҙең газ тәьминәте тирәләй күтәргән мәсьәләһен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде.
1 973
Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы 5 белем усағы яңырыу кисергән
Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау йылдам бара, ҡайһы бер уҡыу йорттары эштәрҙе графиктан алда тамамлай. Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы 5 белем усағы яңырыу кисергән. Уларҙы төҙөкләндереү өсөн һәр береһенә 120 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был федераль, республика һәм ҡала бюджетынан бүленгән сумма.
1 973
Сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт башлана
Сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт башлана. Тәүҙә ике һыҙат, ә республика көнөндә бөтә дүрт һыҙат буйынса. Әле объект юғары әҙерлек кимәлендә. Юлдың асылыуын водителдәр генә түгел, ә яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә көтә. Күптән түгел бында ҡаҙылған траншеялар булған, хәҙер асфальт ята, ә эшселәр бордюр ҡоймалар ҡуя.
1 973
Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм сервис өлкәһендә яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыласаҡ
Ауыл хужалығы тармағында яңы предприятиелар, юл буйын сервисын үҫтереү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә республиканың төрлө төбәктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ 4 проект тикшерелде.
Төбәктә яңы автомобиль юлдары һалыныуы юл буйы сервисын үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. «Алан» йәмғиәте Өфө районында ҡунаҡхана комплексы төҙөү проекты менән сығыш яһаны, объект үҙ эсенә туҡланыу нөктәһен һәм минимаркетты ала.
1 973
Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаковты ҡабул итте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаковты ҡабул итте. Осрашыу барышында һүҙ эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу, ҡануни системаны камиллаштырыу, төбәктең социаль-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тураһында барҙы.
1 973
Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр арта
Өфөлә йәшәүсе Мәшғүҙә Булатоваға 100 йәш тулды. Был турала социаль селтәрҙә Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итә. “Мәшғүҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Саҡмағош районының Яңы Мортаза ауылында тыуған. Бала сағы һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш йылдарына тура килә. Баҫыуҙа тир түгә, сөгөлдөр утай, бесәнен дә саба. Өфөгә күсеп килә, ғаилә ҡора. Тормош иптәше Ғүмәр бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Оҙаҡ йылдар сәс киҫеүсе булып эшләй. Бик күп миҙалдары һәм рәхмәт хаттары бар, хеҙмәт ветераны. Хәҙер уны 5 ейән-ейәнсәре һәм 4 бүлә-бүләсәре һөйөндөрә. Йөҙйәшәргә ҡоростай һаулыҡ, туғандары һәм яҡындары менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйем”-, тип яҙған район башлығы.
1 973
Һуңғы 10 йылда йөрәк сирҙәренән вафат булыусылар 22 процентҡа кәмегән
Башҡортостан башлығы ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала кардиология ярҙамын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы төҙөлдө, учреждениеның матди-техник нигеҙе нығытылды. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған ҡан тамыры үҙәге селтәрҙәре булдырылды. Башҡортостанда 2030 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш, тине Радий Хәбиров.
1 973
Өфө халҡын берәҙәк эттәрҙе ашатмаҫҡа саҡыралар
Ҡайһы берәүҙәр хайуандарға подъезд алдында аҙыҡ бирә. Ҡалала хужаһыҙ эттәр һәм бесәйҙәр артыуы күҙәтелә. Быйыл уларҙың һаны 2 мең ярымға еткән.. Эттәрен ташлаған йәки иреккә сығарып ебәргәндәр бар. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, быйыл ошондай кешеләргә 500-ҙән ашыу штраф һалынған.
1 973
Бөгөн республика юлдарында “Ҡаршы һыҙат” акцияһы башланды
Ул 27 июлгә тиклем дауам итә. Баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдереүенсә, һәр 4-се юлсы ҡаршы һыҙатҡа сығыу арҡаһында һәләк була. Имгәнгән водителдәр һәм пассажирҙар күп. “Юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында автоинспекторҙар аҙна аҙағына тиклем ҡатмарлы юл өлөштәрендә эшләй”, - тине ул.
1 973
Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде
Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде. Тантана Шишмә районының Сәлих ауылында үтте. Сара ҡунаҡтары геройҙың тарихи юлын иҫкә төшөрҙө, музейға яңы экспонаттар бүләк итте.
1 973
Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро
Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро. Бөгөн республикала ҡымыҙ етештертергән 180-гә яҡын хужалыҡ иҫәпләнә. Көн һайын тиҫтәләгән тонна шифалы эсемлек һатыуға сығарыла. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы милли брендты пропагандалауға үҙ өлөшөн индергән алдынғы төбәктәр исемлегендә.
1 973
Саҡмағош районы аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен башланы
Саҡмағош районы аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен башланы. Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы игенселәре ужым арышын сабыуға төштө. Быйыл улар яҡшы уңыш алырға өмөтләнә, сөнки бөтә эштәр ҙә сифатлы үтәлгән, һауа шарттары ла ужым культуралары үҫешенә ыңғай тәьҫир иткән. Әлеге ваҡытта уңышты ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 973
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн киң йәмәғәтселек алдында сығыш яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте
Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәр өсөн сараны махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторған. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар алдында билдәле алып барыусылар, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Юлия Краснова, Артур Ғәлиев һәм башҡа эксперттар сығыш яһаны. Улар махсус хәрби операция ҡаһармандары аудитория алдында үҙеңде тотоу, фекереңде аныҡ итеп еткерә белеү буйынса кәңәштәрен еткерҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
