es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 973
Suscriptores
Sin datos24 horas
-67 días
-1830 días
Archivo de publicaciones
Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән. Ул тиҙ арала һүндерелгән. Төбәктәге оператив хәл буйынса көнүҙәк мәғлүмәтте Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән. Быйыл дөйөм майҙаны 26 гектарҙан ашыу булған 11 урман янғыны һәм 1 мең 200 гектарҙан ашыу 306 ҡоро үҫемлек янғыны барлыҡҡа килгән. Алдан хәбәр ителгәнсә, республикала алдағы көндәрҙең яуым-төшөмлө булыуы көтөлә.

Абитуриенттар республикабыҙ колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза биргән Абитуриенттар республикабыҙ колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза биргән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы менән бер рәттән илдә лидерҙар иҫәбенә инде. Ҡабул итеү кампанияһы 15 авгусҡа тиклем дауам итә, шуға күрә һан тағы ла артыр тип көтөлә.

Үзбәкстанда йәшәгән башҡорт балалары Башҡортостан менән таныша Тамырҙарға сәйәхәт. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Үзбәкстанда йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың балалары Өфөгә ҡунаҡҡа килде. Уларҙы ҡаршы алыу ике төбәк араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Сәйәхәттең төп маҡсаты-үҫеп килеүсе быуындың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен формалаштырыу, Башҡортостан территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың тәбиғәт ҡомартҡылары, йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырыу. 9 бала һәм уларҙы оҙатып барыусы 4 кешенән торған делегация Өфөгә кисә килеп етте.

Республикала йыландар әүҙемләшә: белгестәр халыҡҡа һаҡ булырға кәңәш итә Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә йыл башынан төбәктә 13 кешене йылан саҡҡан. Башҡортостан халҡы һөйрәлеүселәрҙең саманан тыш үрсеүенә һәм кеше йәшәгән урындарҙа күпләп осрауына зарлана.. 2025 йылда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә граждандарҙан йыландар тураһында 60-тан ашыу хәбәр килгән. Йыш ҡына һүҙ ағыулы булмаған туҙбаш йылан тураһында бара. Йыландар менән осрашҡанда ниндәй һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәклеге хаҡында киләһе матераилда..

Республика аграрийҙары 1,2 миллион тонна мал аҙығы туплаған Бер баш малға 12 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Башҡортостан аграрийҙары 445 мең гектар майҙанда мал аҙығы культураларын сабып алған. 371 мең тонна бесән һәм 872 мең тонна сенаж һалынған. Эш Тәтешле һәм Ҡалтасы райондарында ла йылдам бара. Күрһәткестәр планға ярашлы 78% тәшкил итә.

Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды. Уға ярашлы, предприятие хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек тупланмаларын әҙерләү буйынса уйында ҡатнашып, социаль яуаплылығын күрһәтә ала. Мәрхәмәтлек сараһында тәүгеләрҙән булып башҡарма власть органдары вәкилдәре, депутаттар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды. Йәш депутаттар советына республиканың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар инә. Шул уҡ ваҡытта депутаттың ниндәй партиянан булыуы мөһим түгел.

«Защитник» үҙәгендә асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү нисек ойошторолған? Һорауға яуап «Защитник» үҙәгендә ойошторолған асыҡ ишектәр көнөндә бирелде. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Защитник» үҙәге мөмкинлектәре менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров ҡатнашлығында һаулыҡ һаҡлау советы үтте Яңы заманса медицина учреждениелары, юғары технологиялы ҡоролмалар, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса совет ултырышында халыҡтың сәләмтлеген һаҡлауға ҡағылған ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, табиптарҙы видеорежимда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш кардиологы тәбрикләне. Совет Республика кардиология үҙәгенең күптән түгел генә асылған яңы хирургия корпусында үтте.

Салауат ҡалаһында табиптарға бер миллион һум түләнә Дәртләндереү сараһы дауаханаларға белгестәр йәлеп итергә тейеш. Сумма эшк
Салауат ҡалаһында табиптарға бер миллион һум түләнә Дәртләндереү сараһы дауаханаларға белгестәр йәлеп итергә тейеш. Сумма эшкә урынлашҡандан һуң бирелә башлай. Ай һайын 20 мең һум күсерелә. Яңы түләү Салауат ҡалаһында ғына булдырылған. Бөгөн бындағы дауаханаларға 62 табип һәм 69 шәфҡәт туташы етмәй. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында комиссия медицина белгестәренә фатир бүлергә ҡарар иткән. Салауат ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама һәм Өфөнән табиптар килгән. Августа уларға тағы ла өс белгес ҡушыла.

180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә Шифалы эсемлек етештереү буйынса республика илдә беренсе урында. Әбйәлил, Әлшәй,
180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә Шифалы эсемлек етештереү буйынса республика илдә беренсе урында. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраталар. Ул мөһим экспорт продуктына әйләнә. Мәҫәлән, былтыр Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанға 6 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлеге оҙатылған. “Ҡымыҙ бешеүселәргә ярҙам итәбеҙ. Йылҡысылыҡ - милли традиция ғына түгел. Был беҙҙең иҡтисадтың ҙур өлөшө. Уның киләсәге лә өмөтлө. Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙыу бара. Уны эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Өфө – Иглин - Ҡыҙыл Яр - Павловка юлы тәртипкә килтерелгән Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡары
Өфө – Иглин - Ҡыҙыл Яр - Павловка юлы тәртипкә килтерелгән Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарылған. Эшселәр Иглин һәм Нуриман райондарында 4 участкала юл ҡатламын яңыртҡан. “Ауыл халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды. Был трассанан Павловка һыуһаҡлағысына һәм башҡа матур урындарға бик күп туристар йөрөй”, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Бөрө районында археологик экспедиция бара Бөрө районында археологик экспедиция бара. Биләмәлә Башҡортостан милли музейы менән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих тел һәм әҙәбиәт институты белгестәре эшләй.

«Аҫылташ» форумында Башҡортостан йәштәре 3,5 миллион һумлыҡ грант отто Йылайыр районында үткән «Аҫылташ» форумында «Рәсәй йәштәр гранты» Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы һөҙөмтәләре билдәләнде. Быйыл Башҡортостандан 7 еңеүсе 3 миллион ярым һумлыҡ приз фондын бүлеште.

Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте Йәмәғәт башланғыстарын һәм социаль проекттарҙы яҡлап. Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте. Әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм муниципаль учреждениелар берләшеп, ҡалала уңайлы мөхит булдырыу, социаль-иҡтисади үҫеш тәьмин итеү буйынса идеяларҙы ҡараны.

Бишбүләк районының Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте Бишбүләк районының Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте. Сараға республиканың ғына түгел, хатта илдең төрлө төбәктәенән ҡунаҡтар йыйылды. Ғәтиәутллиндар ырыуы Айыт ауылында, Бишбүләк районында ғына түгел, тотош республикала билдәле нәҫел. Улар араһындан билдәле табиптар, ғалимдар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Туғандар шәжәрә байрамын нәҫелдең бай тарихын йәштәргә еткереү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау маҡсатында ойоштора.

Һауа-десант ғәскәрҙәре 95 йыллығын билдәләй Һауа-десант ғәскәрҙәре 95 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 2 август республиканың барлыҡ район-ҡалаларында байрам программаһы, һәйкәл һәм обелисктарға сәскә һалыу, мәҙәни, спорт саралары үтәсәк.

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары менән осрашты Республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары менән осрашты. Яңы быуын идарасылары Шишмә районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы биләмәһендә әҙерләнә. Курс программаһы дүрт уҡытыу модуленән тора, тәүгеһе ун көнгә иҫәпләнгән. Проектта ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә тәҡдим-һорауҙары менән мөрәжәғәт итә алды. Шулай уҡ сара барышында ике махсус хәрби операция ветеранына «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондынан ҡул менән идара ителгән автомобиль тапшырылды.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе эш сәфәре менән бөгөн Учалы районында булды Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе эш сәфәре менән бөгөн Учалы районында булды. Олег Казанов төбәктең файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы иң ҙур предприятиеларының береһендә алтын мәғдәне сығарыуҙа файҙаланылған техник мөмкинлектәр менән танышты. Оҙаҡ йылдар дауамында компания муниципалитетҡа ярҙам итә, халыҡ өсөн социаль объекттар төҙөй.

Радий Хәбиров Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Сарала дәүләт власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, көньяҡ райондар башлыҡтары, файҙалы ҡаҙылмалар менән эшләгән компаниялар етәкселәре ҡатнашты.