fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 022
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-47 روز
-730 روز
آرشیو پست ها
Сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт башлана Сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт башлана. Тәүҙә ике һыҙат, ә республика көнөндә бөтә дүрт һыҙат буйынса. Әле объект юғары әҙерлек кимәлендә. Юлдың асылыуын водителдәр генә түгел, ә яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә көтә. Күптән түгел бында ҡаҙылған траншеялар булған, хәҙер асфальт ята, ә эшселәр бордюр ҡоймалар ҡуя.

Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм сервис өлкәһендә яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыласаҡ Ауыл хужалығы тармағында яңы предприятиелар, юл буйын сервисын үҫтереү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә республиканың төрлө төбәктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ 4 проект тикшерелде. Төбәктә яңы автомобиль юлдары һалыныуы юл буйы сервисын үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. «Алан» йәмғиәте Өфө районында ҡунаҡхана комплексы төҙөү проекты менән сығыш яһаны, объект үҙ эсенә туҡланыу нөктәһен һәм минимаркетты ала.

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаковты ҡабул итте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаковты ҡабул итте. Осрашыу барышында һүҙ эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу, ҡануни системаны камиллаштырыу, төбәктең социаль-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тураһында барҙы.

Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр арта Өфөлә йәшәүсе Мәшғүҙә Булатоваға 100 йәш тулды. Был турала социаль селтәрҙә Киров районы башл
Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр арта Өфөлә йәшәүсе Мәшғүҙә Булатоваға 100 йәш тулды. Был турала социаль селтәрҙә Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итә. “Мәшғүҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Саҡмағош районының Яңы Мортаза ауылында тыуған. Бала сағы һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш йылдарына тура килә. Баҫыуҙа тир түгә, сөгөлдөр утай, бесәнен дә саба. Өфөгә күсеп килә, ғаилә ҡора. Тормош иптәше Ғүмәр бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Оҙаҡ йылдар сәс киҫеүсе булып эшләй. Бик күп миҙалдары һәм рәхмәт хаттары бар, хеҙмәт ветераны. Хәҙер уны 5 ейән-ейәнсәре һәм 4 бүлә-бүләсәре һөйөндөрә. Йөҙйәшәргә ҡоростай һаулыҡ, туғандары һәм яҡындары менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйем”-, тип яҙған район башлығы.

Һуңғы 10 йылда йөрәк сирҙәренән вафат булыусылар 22 процентҡа кәмегән Башҡортостан башлығы ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров
Һуңғы 10 йылда йөрәк сирҙәренән вафат булыусылар 22 процентҡа кәмегән Башҡортостан башлығы ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала кардиология ярҙамын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы төҙөлдө, учреждениеның матди-техник нигеҙе нығытылды. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған ҡан тамыры үҙәге селтәрҙәре булдырылды. Башҡортостанда 2030 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш, тине Радий Хәбиров.

Өфө халҡын берәҙәк эттәрҙе ашатмаҫҡа саҡыралар Ҡайһы берәүҙәр хайуандарға подъезд алдында аҙыҡ бирә. Ҡалала хужаһыҙ эттәр һәм
Өфө халҡын берәҙәк эттәрҙе ашатмаҫҡа саҡыралар Ҡайһы берәүҙәр хайуандарға подъезд алдында аҙыҡ бирә. Ҡалала хужаһыҙ эттәр һәм бесәйҙәр артыуы күҙәтелә. Быйыл уларҙың һаны 2 мең ярымға еткән.. Эттәрен ташлаған йәки иреккә сығарып ебәргәндәр бар. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, быйыл ошондай кешеләргә 500-ҙән ашыу штраф һалынған.

Бөгөн республика юлдарында “Ҡаршы һыҙат” акцияһы башланды Ул 27 июлгә тиклем дауам итә. Баш автоинспектор Владимир Севастьяно
Бөгөн республика юлдарында “Ҡаршы һыҙат” акцияһы башланды Ул 27 июлгә тиклем дауам итә. Баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдереүенсә, һәр 4-се юлсы ҡаршы һыҙатҡа сығыу арҡаһында һәләк була. Имгәнгән водителдәр һәм пассажирҙар күп. “Юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында автоинспекторҙар аҙна аҙағына тиклем ҡатмарлы юл өлөштәрендә эшләй”, - тине ул.

Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде. Тантана Шишмә районының Сәлих ауылында үтте. Сара ҡунаҡтары геройҙың тарихи юлын иҫкә төшөрҙө, музейға яңы экспонаттар бүләк итте.

Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро. Бөгөн республикала ҡымыҙ етештертергән 180-гә яҡын хужалыҡ иҫәпләнә. Көн һайын тиҫтәләгән тонна шифалы эсемлек һатыуға сығарыла. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы милли брендты пропагандалауға үҙ өлөшөн индергән алдынғы төбәктәр исемлегендә.

Саҡмағош районы аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен башланы Саҡмағош районы аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен башланы. Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы игенселәре ужым арышын сабыуға төштө. Быйыл улар яҡшы уңыш алырға өмөтләнә, сөнки бөтә эштәр ҙә сифатлы үтәлгән, һауа шарттары ла ужым культуралары үҫешенә ыңғай тәьҫир иткән. Әлеге ваҡытта уңышты ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн киң йәмәғәтселек алдында сығыш яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәр өсөн сараны махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторған. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар алдында билдәле алып барыусылар, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Юлия Краснова, Артур Ғәлиев һәм башҡа эксперттар сығыш яһаны. Улар махсус хәрби операция ҡаһармандары аудитория алдында үҙеңде тотоу, фекереңде аныҡ итеп еткерә белеү буйынса кәңәштәрен еткерҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән. Ул тиҙ арала һүндерелгән. Төбәктәге оператив хәл буйынса көнүҙәк мәғлүмәтте Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән. Быйыл дөйөм майҙаны 26 гектарҙан ашыу булған 11 урман янғыны һәм 1 мең 200 гектарҙан ашыу 306 ҡоро үҫемлек янғыны барлыҡҡа килгән. Алдан хәбәр ителгәнсә, республикала алдағы көндәрҙең яуым-төшөмлө булыуы көтөлә.

Абитуриенттар республикабыҙ колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза биргән Абитуриенттар республикабыҙ колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза биргән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы менән бер рәттән илдә лидерҙар иҫәбенә инде. Ҡабул итеү кампанияһы 15 авгусҡа тиклем дауам итә, шуға күрә һан тағы ла артыр тип көтөлә.

Үзбәкстанда йәшәгән башҡорт балалары Башҡортостан менән таныша Тамырҙарға сәйәхәт. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Үзбәкстанда йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың балалары Өфөгә ҡунаҡҡа килде. Уларҙы ҡаршы алыу ике төбәк араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Сәйәхәттең төп маҡсаты-үҫеп килеүсе быуындың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен формалаштырыу, Башҡортостан территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың тәбиғәт ҡомартҡылары, йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырыу. 9 бала һәм уларҙы оҙатып барыусы 4 кешенән торған делегация Өфөгә кисә килеп етте.

Республикала йыландар әүҙемләшә: белгестәр халыҡҡа һаҡ булырға кәңәш итә Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә йыл башынан төбәктә 13 кешене йылан саҡҡан. Башҡортостан халҡы һөйрәлеүселәрҙең саманан тыш үрсеүенә һәм кеше йәшәгән урындарҙа күпләп осрауына зарлана.. 2025 йылда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә граждандарҙан йыландар тураһында 60-тан ашыу хәбәр килгән. Йыш ҡына һүҙ ағыулы булмаған туҙбаш йылан тураһында бара. Йыландар менән осрашҡанда ниндәй һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәклеге хаҡында киләһе матераилда..

Республика аграрийҙары 1,2 миллион тонна мал аҙығы туплаған Бер баш малға 12 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Башҡортостан аграрийҙары 445 мең гектар майҙанда мал аҙығы культураларын сабып алған. 371 мең тонна бесән һәм 872 мең тонна сенаж һалынған. Эш Тәтешле һәм Ҡалтасы райондарында ла йылдам бара. Күрһәткестәр планға ярашлы 78% тәшкил итә.

Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды. Уға ярашлы, предприятие хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек тупланмаларын әҙерләү буйынса уйында ҡатнашып, социаль яуаплылығын күрһәтә ала. Мәрхәмәтлек сараһында тәүгеләрҙән булып башҡарма власть органдары вәкилдәре, депутаттар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды. Йәш депутаттар советына республиканың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар инә. Шул уҡ ваҡытта депутаттың ниндәй партиянан булыуы мөһим түгел.

«Защитник» үҙәгендә асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү нисек ойошторолған? Һорауға яуап «Защитник» үҙәгендә ойошторолған асыҡ ишектәр көнөндә бирелде. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Защитник» үҙәге мөмкинлектәре менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров ҡатнашлығында һаулыҡ һаҡлау советы үтте Яңы заманса медицина учреждениелары, юғары технологиялы ҡоролмалар, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса совет ултырышында халыҡтың сәләмтлеген һаҡлауға ҡағылған ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, табиптарҙы видеорежимда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш кардиологы тәбрикләне. Совет Республика кардиология үҙәгенең күптән түгел генә асылған яңы хирургия корпусында үтте.