es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 984
Suscriptores
Sin datos24 horas
-17 días
-1430 días
Archivo de publicaciones
Федераль именлек хеҙмәте Өфөләге полиция бүлектәренең береһендә терактты иҫкәртте Енәйәтселәрҙең икеһе лә Үҙәк Азия республикаһы гражданы-Рәсәйҙә тыйылған халыҡ-ара террористик ойошма ағзалары булып сыға. Махсус хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, улар ҡорал һәм шартлатҡыс ҡоролма өсөн компоненттар һатып алған, әммә бәхеткә күрә, йыйып өлгөрмәгән. Ҡулға алған ваҡытта ир-аттарҙың береһе ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм яуап уты менән юҡ ителә. Икенсеһе ҡулға алына.

Башҡортостанда 12 йыл эсендә 9 мең ярымдан ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарылған Йәшәү шарттарып яҡшыртып. Башҡортостанда 12 йыл эсендә 9 мең ярымдан ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарылған. Был 2055 йылға тиклем билдәләнгән пландың 55 проценты. Әлегә төбәк операторы алдағы йылдарға яңы объекттарҙың техник торошона баһа биреү һәм проект-смета документтары әҙерләү буйынса күләмле эш алып бара. Программала ҡатнашып, йорттарының ҡыйығын, инженер селтәрҙәрен яңыртыуға ирешкән милекселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

Башҡортостандың һоҡланғыс ғаиләһе — Новиковтар Башҡортостанда ишле ғаиләләр күп. Уларҙың береһе, Өфөнән Новиковтар тураһында Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында яҙған. Марина Владимировна урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы, уның тормош иптәше Андрей Петрович геологтан алып нефть компанияһы етәксе вазифаһына тиклем юл үткән. Новиковтарҙың биш балаһы бар. Улар музыка, спорт һәм бейеү менән мауыға, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары була, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.

Веселовка ауылы урындағы башланғыстар программаһында ҡатнаша Федоровка районы Динес ауыл биләмәһенә ҡараған Веселовка ауылы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнаша. Программаға ауыл клубы бинаһына капиталь ремонт уҙғарыу проекты тәҡдим ителгән. Ауылдаштар фекеренсә, авария хәлендәге бинаны ремонтлау өсөн урындағы башланғыстар программаһы иң ҡулай ысул.

Ватан Геройҙары көнөндә Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында Еңеү мемориалы яңыртылған Төҙөкләндереү эштәре урындағы башланғыстар программаһы буйынса тормошҡа ашырылған. Эш барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 700-ҙән ашыу яугирҙың исеме яҙылған стела һәм «Ҡатын-ҡыҙ -Әсә» скульптура композицияһы тулыһынса яңыртылған. Ауыл биләмәһе хакимиәте быйыл да урындағҫы башланғыстар программаһында ҡатнашырға йыйына.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике баланы бәрҙергән водителде ҡулға алды Күңелһаҙ осраҡ Күмертауҙың Пушкин урамында теркәлгән. 10-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе тиҙлеген кәметмәйенсә, юл аша үтеп барған ҡатынға һәм уның балаһына бәрелә. Водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Авария һөҙөмтәһендә ике һәм алты йәшлек ҡыҙҙар дауаханаға оҙатыла.

Өфөлә парикмахер хәйриә эшен башланы Өфөнән Лилиә Недоспасова Республика мәшғүллек үҙәге аша парикмахер һөнәренә уҡып, хәйриә эшен башлаған. Ул заявкалар буйынса аҙ мобилле граждандар, инвалидтар, хаҡлы ялдағылар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең өйҙәренә барып сәс ҡырҡа. Оҙаҡ йылдар юрист булып эшләгән ҡатынды яңы эшкә ғаиләһендәге ҡатмарлы ваҡиға этәргән. Башта тормош иптәше махсус хәрби операцияға юлланғас, уның менән бергә алғы һыҙыҡҡа барып ирекмәнлек эше алып барған. Ире хәбәрһеҙ юғалғас, ҡайтып яңы һөнәргә уҡыған. Бер йыл дауамында мохтаж кешеләрҙең сәсен ҡырҡҡан яҡташыбыҙ билдәләүенсә, парихмахер булыу күңел тыныслығы өҫтәй.

Баймаҡта демобилизацияланған яугирҙар менән осрашыу үтте Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов махсус хәрби операциянан демобилизацияланған яугирҙар менән осрашты. Етди һынауҙар аша үткән яугирҙарҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү төп бурыс. Осрашыу асыҡ аралашыу формаһында барҙы. Төрлө ведомство белгестәре льготалар алыу тәртибе, эшкә урынлашыу, психологик яраҡлашыу тураһында һөйләне һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Башҡортостанда пенсионер мутлашыусылар тоҙағына эләккән 78 йәшлек ханым ҡыҙының барлыҡ аҡсаһын таныш булмаған кешеләргә тотто
Башҡортостанда пенсионер мутлашыусылар тоҙағына эләккән 78 йәшлек ханым ҡыҙының барлыҡ аҡсаһын таныш булмаған кешеләргә тоттороп сығарған. Мутлашыу схемаһы үҙен курьер итеп таныштырған ирҙең шылтыратыуынан башлана. Посылканы алыу һылтауы менән ул пенсионерҙан смс-хәбәрҙе раҫлаусы кодты һорай. Һуңынан ҡатынға банктан, полициянан ялған шылтыратыуҙар була. Мутлашыусылар пенсионерҙы телефонына ҡушымта ҡуйырға мәжбүр итә һәм көн буйына уның менән видеобәйләнештә була. Ышанысҡа инеп ханымдан йыйылған аҡсаларын курьерға тапшырырға ҡушалар. Ул таныш булмаған кешегә 1 миллион ярым һум аҡсаһын биреп сығара.

Илдар Абдразаҡов “Тауыш” проектында остаз булды Беренсе каналда был аҙнала популяр телешоуҙың яңы миҙгеле башлана. Яҡташыбыҙ,
Илдар Абдразаҡов “Тауыш” проектында остаз булды Беренсе каналда был аҙнала популяр телешоуҙың яңы миҙгеле башлана. Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Әмир улы унда жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаша. Башҡарыусыларҙың сығышын шулай уҡ Анна Асти, Пелагея һәм Владимир Пресняков баһалай. “Тауыш – үтә нескә эш. Ул йәнле һәм һүҙҙәргә ҡарағанда ла күпте һөйләй. Бында йырсыларҙы тыңлайбыҙ, һайлайбыҙ, бәхәскә инәбеҙ, шатланабыҙ һәм көйәбеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Илдар Абдразаҡов. “Тауыш” проектының яңы сығарылышы 23 ғинуарҙа була.

Өфө автобустарында юл хаҡы арта Был турала ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығынан хәбәр итәләр. Яңы норма феврал
Өфө автобустарында юл хаҡы арта Был турала ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығынан хәбәр итәләр. Яңы норма февралдән ғәмәлгә инә. Индексация ташламаға хоҡуғы булғандарға ҡағылмай. Берҙәм социаль юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрмәй, 600 һум була. Ҡиммәтләнеүҙе запас частар, яғыулыҡ, ремонт өсөн сығымдар артыуы менән аңлаталар. Күп маршруттарҙа 46 һум түләргә кәрәк була, ҡайһы бер автобустарҙа йөрөү хаҡы 50 һумға тиклем күтәрелә.

Өфөнөң «Китап» нәшриәтендә «Әлифба төрки» китабының исем туйы үтте Уны полиграфия һәм палеография миҫалдары ҡулланып нәшер ителгән иҫке төрки алфавиты тип атарға мөмкин. Баҫманың авторҙарының береһе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоротай депутаты Шамил Вәлиев.

Өфө уҡытыусыһы заманса педагогика өлгөһөн күрһәтә Белем биреүҙә яңы алымдар. Өфөнөң 40-сы мәғариф үҙәгенең Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Анастасия Конобееваның һәр дәресе үҙенсәлекле программаға ҡоролған. Педагог үҙенең уңыштары менән үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә лә бүлешә. Ул көтмәгәндә халыҡ һөйөүен яулап, яҙылыусылар һанын арттыра.

Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү кластерҙарын арттырыу мөһим Уҡыу йорттарына заманса технологиялар, эш биреүселәргә әҙер белгестәр. Кластерҙарға берләшеү һөҙөмтәһе ике яҡ өсөн дә отошло. Башҡортостанда улар һанына арттырыу мөһим. Был турала урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында билдәләнде. Кәңәшмә Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында үтте.

Башҡортостанда янғындар һаны артыуы күҙәтелә Бер тәүлек эсендә күп балалы ике ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды. Сәбәбе-янғын. Бәхетһеҙ осраҡ Иглин һәм Шаран райондарында теркәлде. Зыян күреүселәр бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан алып янғын сығыу осраҡтары, утта һәләк булыусылар артыуы кҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Хәйбулла районы Бүребай ауылы мәктәбендә «Селтәр-ул тормош» акцияһы уҙҙы Сара «Беҙ бергә-көс» хәйриә фонды башланғысы менән ойошторолдо. Ирекмәндәр Миңлеғәле Шайморатов класы уҡыусыларына хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Өфөнөң Октябрь районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы асылды Өфөнөң Октябрь районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы асылды. Үҙәктә ветерандар ойошмаһы, мәғариф учреждениелары менән берлектә гуманитар ярҙам йыйыу, илһөйәрлек саралары уҙғарыу буйынса комплекслы эш алып барыласаҡ. Яңы бинаға күсенгән штабта беҙҙең ижади төркөм дә булды.

Башҡортостандың урман фонды 100 процентҡа йыһан мониторингына алынған Башҡортостандың урман фонды 100 процентҡа йыһан мониторингына алынған. Был төбәктең федераль урман хужалығы агентлығы менән системалы эш һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 2018 йылда урман фондының ни бары 6 проценты ғына спутник күҙәтеүендә булһа, бөгөн ул 5,7 миллион гектар тәшкил итә.

Быйыл республика мәғрифәтселәренә арналған байтаҡ саралар ойошторола 2026 йылда Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына - 195, Мөхәмә
Быйыл республика мәғрифәтселәренә арналған байтаҡ саралар ойошторола 2026 йылда Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына - 195, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаетың тыуыуына 185 йыл тула. Василий Катаринскийҙың 180 йыллығы билдәләнә. Яҙыусы Сергей Аксаковтың 235 йыллығына бағышланған саралар планлаштырылған. Ҡурайсы Ишмөхәмәт сәсәндең 245 йыллығы ла киң билдәләнә. Режиссер Яков Протазановтың тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған юбилей осрашыуҙары ҡаралған. Быйыл балерина Нинель Юлтыева, бейеүсе Закир Исмәғилев һәм рәссам Анатолий Романовтың - 100, Ғәзизә Насрованың 110 йыллығы билдәләнә. Танылған педагог, бик күп опера йондоҙҙарын тәрбиәләгән Миләүшә Мортазинаның бер быуатлыҡ юбилейы була.

Архангел районының Асҡын ауылы халҡы автомобиль күпере хаҡында хыяллана Архангел районының Асҡын ауылы халҡы автомобиль күпере хаҡында хыяллана. Сөнки ауылға йылға кисеүе йәки йәйәүлеләр өсөн һалынған ағас күпер аша ғына эләгергә мөмкин. Асҡындар проблеманы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып хәл итергә ниәтләй. Ауыл бөтә Рәсәйгә билдәле мәмерйә янында урынлашыуы менән үҙенсәлекле, бында илдең төрлө төбәктәренән ғалимдар, туристар килә.