БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 984
Suscriptores
Sin datos24 horas
-17 días
-1430 días
Archivo de publicaciones
1 984
Ишембай районында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына 14 заявка бирелде
Быйыл Ишембай районынан «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашыуға 14 заявка бирелгән. Алаҡай ауылында йәшәүселәр ҙә йыйылыштар уҙғарып, балалар уйын майҙансығына хәүефһеҙ резина ҡатламы түшәтергә ҡарар иткән. Әлегә документтар әҙерләнә. Әйткәндәй, улар былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып 200 мең һумлыҡ дәртләндереү сараһына ла лайыҡ булған. Аҡса балалар уйын майҙансығын ҡойма менән уратыуға йүнәлтелгән.
1 984
Кушнаренко районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, уҙған төндә «Mercedes-Benz» йөк машинаһы водителе туҡтап торған «Лада»ға бәрелмәҫ өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыға. Ошо мәлдә ул «ГАЗель» автомобиле менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән һуңғы транспорт сараһы водителе вафат була. Әлеге ваҡытта юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары авария сәбәптәрен асыҡлай.
1 984
Христиандарҙың крещение байрамында күңелһеҙ ваҡиғаларға юл ҡуйылмаған
Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итә. Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн бөтәһе 99 мәке уйылған. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа торҙо, ә медицина хеҙмәткәрҙәре кәрәк булғанда тиҙ арала ярҙам күрһәтергә әҙер ине. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында, халыҡ араһында аңлатыу эштәре лә алып барылды.
1 984
Радий Хәбиров баш ҡаланан 11 йәшлек Богдан Әбиловтың хыялын тормошҡа ашырҙы
Республика башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланан 11 йәшлек Богдан Әбиловтың хыялын тормошҡа ашырҙы. «Теләктәр шыршыһы»нда ҡатнашҡан малай өсөн Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында махсус рейс ойошторолдо. Терминал һәм музейға экскурсиянан һуң ул һауа судноһының экипаж кабинаһында булды, командирҙан самолет менән идара итеү буйынса оҫталыҡ дәресе алды.
1 984
Башҡортостан мотоуҙышсылары Рәсәй ярышында еңеү яуланы
Никита Богданов, Иван Гаврилов һәм Дмитрий Солянников боҙҙа уҙышыу буйынса 66-сы шәхси чемпионаттың икенсе этабында пьедесталдағы бөтә урындарҙы алды. Был Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тарихындағы тәүге һөҙөмтә. Белгестәр уны шулай уҡ Өфө мотоспортындағы ҙур ҡаҙаныш тип атаны. 24 ғинуарҙа Өфөлә “Ғабдрахман Ҡадыров мемориалы” Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. Турнир СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, боҙҙа мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Фәйзерахман улының 85 йылллығына арнала.
1 984
Республикала киҙеү һәм тын юлы сирҙәренең артыуы көтөлә
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, эпидемиологик хәл тотороҡло, ул контролдә тотола. Грипты йышыраҡ өлкән йәштәгеләр һәм балалар йоҡтора. Вирус таралған осорҙа халыҡ күпләп йөрөгән урындарға бармай торорға кәңәш ителә. Йәмәғәт транспортында битлек кейергә була. Бүлмәләрҙе даими елләтергә, саф һауала йөрөргә, гаджеттарҙы таҙартып торорға кәрәк. Үҙаллы дауаланыу зыянлы. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән табипҡа мөрәғәжәт итергә кәрәк.
1 984
2026 йыл Башҡортостанда Ҙур, татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде
Рәсми мәғлүмәттәр порталында ошо турала указ донъя күргән. Документҡа ярашлы, республика хөкүмәтенә 16 февралгә, ҡала һәм район хакимиәттәренә 27 февралгә тиклем саралар планын төҙөү бурысы йөкмәтелә.
1 984
«Ватанды һаҡлаусылар» фондында МХО ветерандарına адаптив кейем тапшырылды
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында махсус хәрби операция ветерандарына адаптив кейем тапшырылды. Алғы һыҙыҡта яраланып зыян күргән яугирҙар өсөн ҡулланышта уңайлы кейемдең бер нисә комплекты ҡаралған. Ветерандарға костюм, ҡышҡы кейем, джинс, пижама һәм көндәлек әйберҙәр тапшырылды. Тыныс тормошта адаптация үткән ҡаһарман яугирҙарға «Ватанды һаҡлаусылар» фондында башҡа төрлө ярҙам саралары ла күрһәтелә. Социаль координаторҙар ҡатнашлығында ир-егеттәргә психологик, юридик һәм башҡа ярҙам төрҙәре ойошторола.
1 984
Башҡортостан Милли музейында журналистар өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте
Башҡортостан Милли музейында республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте. Журналистарға учреждение буйлап махсус экскурсия ойошторолдо. Улар фондтарҙа һаҡланған экспонаттар менән яҡындан танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.
1 984
Ауырғазы районында ҙур һәм татыу ғаиләләр йылы сағыу итеп башланды
Ижади ҡараш һәм берҙәмлек. Республикала Башҡортостан Башлығы иғлан иткән ҙур һәм татыу ғаиләләр йылын Ауырғазы районының Татар Нуғаҙағы ауылында йәшәүселәр күңелле һәм сағыу итеп ҡаршылаған. Олоһо-кесеһе тырышлығы менән ихаталар, йәмәғәт биләмәләре байрамса биҙәлгән.
1 984
Салауат Шербаков ТВЦ-ла «Минең герой» тапшырыуында ҡатнашты
Билдәле скульптор Салауат Шербаков ТВЦ каналында яҙыусы Татьяна Устинованың авторлыҡ программаһында ҡатнашты. «Минең герой» тип аталған тапшырыуҙа ул рәссам булараҡ тарихи дәүерҙе тойоуы, ни өсөн һәр самбист бер аҙ скульптор булыуы, рәссамдың кеше образдарында нимә күреүе, шулай уҡ скульптор өсөн ижадта тыйылған темалар бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында һөйләне.
1 984
Махсус хәрби операция башланыу менән республикала ирекмәнлек хәрәкәте көсәйҙе
Ишембай районы Алаҡай ауылында йәшәүселәр ҙә көн һайын мәҙәниәт йортонда йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрә, ойоҡбаштар бәйләй, окоп шәмдәре яһай. Ирекмәндәр араһында эшләгән, шулай уҡ хаҡлы ялда булған гүзәл заттар ҙа бар. Улар шәхси ваҡытын йәлләмәй, алғы һыҙыҡтағыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, заказдар буйынса эш итә.
1 984
Башҡортостанда иң һөҙөмтәле эшләгән муниципаль берәмектәр иғлан ителде
Еңеүселәр федераль һәм республика кимәлендә биләдәләнә. Башҡортостан конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә үтте. Улар Республика етәксеһенең «Йыл ҡаҙанышы» грантына лайыҡ булды. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ креатив индустрияларҙы үҫтереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы.
1 984
Башҡортостанда иң һөҙөмтәле эшләгән муниципаль берәмектәр иғлан ителде
Еңеүселәр федераль һәм республика кимәлендә биләдәләнә. Башҡортостан конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә үтте. Улар Республика етәксеһенең «Йыл ҡаҙанышы» грантына лайыҡ булды. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ креатив индустрияларҙы үҫтереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы.
1 984
20 ғинуарҙан 14 йәшкә тиклем балалар сит илдәргә нәҡ сит ил паспорты буйынса ғына сыға ала
Яңы ҡағиҙәләр буйынса ял. 20 ғинуарҙан 14 йәшкә тиклем балалар сит илдәргә нәҡ сит ил паспорты буйынса ғына сыға ала. Әгәр быға тиклем Рәсәй сиген үтеп, ҡайһы бер илдәргә, шул иҫәптән Абхазия, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Көньяҡ Осетияға юлланғанда тыуыу тураһында таныҡлыҡ күрһәтеү ҙә етһә, хәҙер талаптар үҙгәрә. Ә бына 14 йәштән өлкәнерәктәргә Рәсәй гражданының эске паспорты буйынса был илдәргә инеү мөмкинлеге һаҡлап ҡалынған.
1 984
Кушнаренко районында өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмовтың исеме мәңгеләштерелде
Урамға-батыр исеме. Кушнаренко районында өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмовтың исеме мәңгеләштерелде. Танк взводы командиры махсус хәрби операция башланған йылда һәләк булғайны, бала саҡтан спорт, илһөйәрлек сараларында әүҙем ҡатнашҡан егетте ауылдаштары йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Офицер иҫтәлегенә биләмәлә күләмле ярыштар ҙа уҙғарыла. Тулыраҡ киләһе материалда
1 984
Баймаҡта уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы
Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы. Ярыш тәүгә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы призына ойошторолдо. Тулыраҡ,киләһе яҙмала.
1 984
Белорет районы Манышты ауылында милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика ярышы үтте
Белорет районы Манышты ауылында Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика ярышы үтте. Шәхестең исеме күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт һунарсыһы» картинаһы аша таныш. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан 150-нән ашыу кеше ҡатнашты.
1 984
17 ғинуарҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Артист көнө билдәләнә
Иҫтәлекле дата көнө осраҡлы һайланмаған. Был көндө СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы Константин Станиславский тыуған. Артист көнө уңайынан республика сәхнәләрендә мәҙәни саралар үтә, фильмдар күрһәтелә, йәш актерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Байрам көнөндә артистарға ярҙам итеүсе ирекмәндәр ҙә бүләкләнде.
1 984
Ауырғазы районында ҡышҡыһын балыҡтарҙы ҡотҡарыу акцияһы үтте
Ҡышҡыһын һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡтар етди һынауға дусар була. Ҡалын боҙ ҡатламы һыуға һауа инеүенә ҡамасаулай. Был һыу аҫты донъяһында йәшәүсе тереклеккә хәүеф тыуҙыра. Айырыуса һай һыулы быуа-күлдәрҙә кислород етмәүҙән балыҡтарға тонсоғоу хәүефе янай. Ауырғазы районында ойошторолған балыҡтарҙы ҡотҡарыу сараһында
