БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше1 963
Підписники
+124 години
Немає даних7 днів
-630 днів
Архів дописів
1 963
Баймаҡ агросәнәғәт колледжы «Агропрофессионалитет» федераль программаһына инде
Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Икәүһе Башҡортостандан. Улар иҫәбендә Баймаҡтың Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ла бар.
1 963
Өфөлә 96-сы йәшендә Марат Муллағәләмовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны
Башҡортостан йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе. Өфөлә 96-сы йәшендә Башҡортостан ветерандар советының элекке рәйесе Марат Муллағәләмовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
1 963
Мәләүез халҡы МХО биләмәһендәге яҡташтарына оҙатҡан сираттағы гуманитар ярҙам барып етте
Мәләүез халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына оҙатҡан сираттағы гуманитар ярҙам барып етте. Был юлы йөк ике машинаға тупланды. Ылауға аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ яугирҙарҙың көнкүрешен яҡшыртыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар тейәлгән. Уны оҙатыуҙа Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты. Ул да гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индергән.
1 963
Башҡортостан ауыл хужалығында автоматлаштырылған комплекстар ҡуллланыла
Һөтсөлөк тармағында 37 робот системаһы бар. Уларҙың 20-еһе 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл тағы 20 ошондай комплексты сафҡа индереү планлаштырыла, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Башҡортостан предприятиеларында уҙған йылда һатыу өсөн 780 мең тонна һөт етештерелгән.
1 963
Бөрөлә күлгә батҡан һарыҡ кәүҙәләре Алабуға ҡалаһына оҙатылған
Улар махсус предприятиела эшкәртелә, тип хәбәр итәләр Ветеринария буйынса дәүләт комитетынан. Был хәл уҙған йылдың декабрендә була. Бөрө районында һарыҡтар боҙға сыға һәм һыуға бата. Күлдән 1 мең 340 үлек алына. Көтөүҙәге бер генә һарыҡ иҫән ҡала.
1 963
«Юлдаш»тар концерт менән Әбйәлилдә сығыш яһаны
Тамашаға төбәктең Ишбулды ауылы радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған «Атайсалға изге эштәр» конкурсында еңеү яулауҙары сәбәпсе булды. Ике көнлөк ижади сәфәр барышында юлдаштар шулай уҡ урындағы «Ахай» хоккей командаһы менән иптәштәрсә матч та уҙғарҙы. Сара махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ишбулды ауылы ир-егеттәре иҫтәлегенә арналды.
1 963
Өфөлә «Бәхетле көмөш» проектының дүртенсе төркөмө асылды
Республикала 60 йәштән өлкәндәр өсөн проект 2024 йылдан алып уҙғарыла. Былтыр программа конкурста ҡатнашып Өфө ҡалаһы башлығы грантын отҡан. Сираттағы төркөмдә иллегә яҡын оло быуын кешеһе иҫәпләнә.
1 963
Ҡоролтайҙа либерал демократтар мәғариф мәсьәләләре буйынса асыҡ һөйләшеү уҙғарҙы
Либерал демократтар менән асыҡ һөйләшеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа партия ағзалары мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Осрашыуға иҫке ятаҡтарға урындар, уҡытыусылар етешмәүе, уҡыу йортон тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу проблемалары сығарылды.
1 963
Халыҡ һайланыусылары студенттар алдында яуап тотто
Баш ҡалала республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты. Һорауҙар төрлө. Буласаҡ идарасыларҙы етәкселек эше, халыҡ менән мөнәсәбәттәр һәм ил кимәлендә эшләгән федераль проекттар үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Әңгәмә барышында депутаттарға бирелгән иң ҡыҙыҡлы өс һорау һайлап алынды. Уларҙы биреүсе студенттар Мәскәүгә Федераль йыйылыштың түбәнге палатаһы эшмәкәрлеге менән танышырға саҡырылды.
1 963
Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы мәктәп асылды
1225 урынға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһы баш ҡалала иң ҙур мәктәптәрҙең береһе һанала. Миловка урамындағы объект «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән. Заманса бинала бөтә кабинеттар ҙа интерактив таҡталар менән йыһазландырылған, Интернет үткәрелгән. Йылдам үҫешкән микрорайонда сафҡа ингән белем усағында уҡыусыларға барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған.
1 963
Өфөлә Евразия кампусы 2027 йылда студенттар өсөн асылыуы көтөлә
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус 2027 йылда тәүге студенттарын ҡабул итәсәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Күләмле объект төҙөлөшө график буйынса бара. Быйыл төп төҙөлөш-тышҡы һәм эске эштәр тамамланырға тейеш. Өфө үҙәгендәге был кампус студентар өсөн иҫ киткес урын булырына ышанам тигән төбәк етәксеһе.
1 963
Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта
Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта. Былтыр республика Рәсәйҙең туристик йәлеп итеүсәнлек рейтингында 9-сы урынға күтәрелде. Башҡортостан ил кимәлендә ваҡиғалар туризмы төбәге булараҡ та танылыу алды. Властарҙың иғтибарын һәм ярҙамын күреп, эшҡыуарҙар глемпингтар, кэмпингтар аса. Юл буйы сервисында яңы объекттар сафҡа индерелә.
1 963
Башҡортостанда МХО яугирҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса системалы эш башлана
Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙарының һәм тыл ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү башлана. Был турала Республика етәксеһе бөгөн Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров быйыл Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон проекталауҙы ла башларға ҡушты. Был эшмәкрлекте финанслау бурысы «Өфө» аэропортына йөкмәтелә. Оператив кәңәшәмлә ҡаралған ошо һәм башҡа темалар тураһында репортаж.
1 963
Өфө районында радиоидаралы моделдәрҙә уҙыш буйынса асыҡ ярыштар үтте
Сарала республика район-ҡалаларынан 20-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Өфө районың Михайловка мәктәбендә ойошторолған уҙышты үткәреү өсөн спорт залына махсус ковролин түшәлгән. Пульт менән идара ителгән машиналарҙа ярышта өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Уларҙан техника менән идара итеү оҫталығы, бар кәртәләрҙе тиҙ һәм аварияһыҙ үтеү талап ителә.
1 963
Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә яңы мәсет төҙөлә
Әле иман йортоноң стеналары күтәрелгән, ҡыйығы ябылып манараһы күтәрелгән. Изге башланғысҡа урындағы халыҡ ҡына түгел, сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтар, бағыусылар ҙа дәррәү ҡушылған. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр төҙөлөш материалдары, техника, ҡул көсө менән ярҙам итә. Ураҙа Ғәйетендә мәсеттә тәүге аҙан тауышы яңғырар тип көтөлә.
1 963
Бәләбәй районының Максим Горький ауыл советы Бөтә Рәсәй «Ҡаҙаныштар шыршыһы» акцияһында ҡатнашҡан
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програмаһы республикала ун йылдан ашыу эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә районда инфрастуктураны яҡшыртыу буйынса байтаҡ эштәр атҡарылған.
1 963
Баймаҡ районы халҡы инфраструктураны үҫтереү буйынса дәүләт программаһына ҡушылды
Төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, йәмәғәт саралары өсөн урындар булдырыу. Баймаҡ районы халҡы үҙҙәренең проекттары менән йәнә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ҡушылды. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
1 963
Росреестр иҫкәртә: кадастр документтары электрон форматта ғына ҡабул ителәсәк
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ҡайһы бер коммерция булмаған ойошмалар кадастр иҫәбенә документтарҙы тик электрон форматта ғына бирергә бурыслы. Был үҙгәреш баҡсасылыҡ, гараждар, торлаҡ кооперативтарына һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә ҡағыла.
1 963
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты инновациялы фильтр уйлап сығарған
Һыуҙы ул таҙартып ҡына ҡалмай, ә иммунитетты көсәйтеү өсөн витамин һәм минералдар менән байыта ала. Был проект авторы «Студенттар стартабы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренең береһе һәм 1 миллион һумлыҡ грант аласаҡ.
1 963
Архангел районы үҙәгендә иғтибарлы граждан иҫерек водителде ҡулға алырға ярҙам иткән
Ул полицияның дежур бүлегенә шылтыратып Ульяновтар урамында «Лада Гранта» автомобиле менән эскән ир идара итеүе тураһында хәбәр итә. Урынға шунда уҡ уҡ юл-патруль хеҙмәте экипажы сыға. Шаһиттың мәғлүмәте тулыһынса раҫлана. Алкотестер һөҙөмтәһе Ейәнсуранан 55 йәшлек водителдең эскән булыуын күрһәтә.
