es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 980
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-1330 días
Archivo de publicaciones
Башҡортостан таможняһы Шишмә районы ирекмәндәре менән бергә фронтҡа гуманитар йөк йыя Фронтҡа пилотһыҙ осоу аппараттары комплекттары, рациялар, окоп шәмдәре, йылы ойоҡбаш, маскирвка селтәрҙәре оҙатыла. Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре өсөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ылау йыйыу бик яуаплы эш. Улар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең заявкалары буйынса эшләйҙәр, һәм йыл башынан алып ярты миллион һумдан ашыу суммаға 15 партия гуманитар йөк оҙатҡандар.

Башҡортостан каратэсылары «Столыпин кубогы»нда лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте Республикның каратэ федерацияһы ветерандары Һарытауҙа «Столыпин кубогы» халыҡ-ара турнирында яҡшы һөҙөмтәләр менән сығыш яһаны. Халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан вәкилдәре тәжрибәле көрәшселәр араһында лайыҡлы сығыш яһаны, 35 йәштән өлкән спортсылар өсөн категорияларҙа юғары оҫталыҡ кимәлен күрһәтте.

Башҡортостанда Спорт ветерандары көнө тантаналы рәүештә билдәләнде Бөгөн Рәсәйҙә Спорт ветерандары көнө билдәләнә. Был байрам спорт йүнәлешендә 15 йылдан ашыу эшләп юғары һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән ветерандарҙы тәбрикләү маҡсатында ойошторола. Байрам уңайынан Өфөлә «Родина» кинотеатрында республика спорты үҫешенә күп көс һалған шәхестәр, тренерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.

Өфөлә Эльвира Ғәйфуллинаның юбилей бенефисы үтте Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Эльвира Ғәйфуллинаның 75 йәшлек юбилей бенефисы үтте. Эльвира Хәйретдин ҡыҙы опера сәнғәтен күтәреүгә һәм уның үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. 1980 йылдан Башҡорт хор йәмғиәтенең өлкән хорына етәкселек итә, шул уҡ ваҡытта уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дә алып бара. 4 тиҫтә йылдан ашыу ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй, хор дирижерлығы кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. Эльвира Ғәйфуллина 55 сығарылыш уҡыусылары араһында ете аспирант тәрбиәләүгә лә өлгәшкән. Уларҙың күбеһе донъя кимәлендә танылыу алған.

Милли китапханада халыҡ шағиры Рауил Шаммасҡа арналған хәтер кисәһе үтте Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ижад кисәһе үтте. Рауил Шаммас әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең тыуған илгә, тормошҡа һөйөү менән һуғарылған шиғырҙары аша ғына түгел, тәржемәләре, журналист яҙмалары буйынса ла яҡшы таныш. Ул киң ҡырлы, тынғыһыҙ ижадсы, ике тиҫтәнән ашыу китап авторы.

Өфөлә йәшәүсе Лилия Евдокоимова ихатаһында үҫкән шыршыны Ленин районына тапшырҙы Тыуып үҫкән ҡалаға бүләк. Өфөлә йәшәүсе Лилия Евдокоимова ихатаһында үҫкән шыршыны Ленин районына тапшырҙы. Ылыҫлы ағасты ҡатындың өләсәһе 5 тиҫтә йыл самаһы элек ултыртҡан булған. Мәңге йәшел һылыуҡайҙың бейеклеге 22 метрға етә, ә олононоң диаметры метрҙан күберәк. Йылдан-йыл ҡартая барған ағас урындағы халыҡта хәүеф тыуҙыра, сөнки уның көслө ел ваҡытында ҡолау ихтималлы арта.

«Башҡортостан геойҙары» төбәк иҡтисадын һәм ресурстар менән идара итергә өйрәнә Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле дауам итә. Проекттың беренсе этабы «Патриот» паркында үтте. Унда ҡатнашыусылар лекциялар тыңланы, тренингтар үтте һәм эксперттар менән осрашты. Хәҙер иһә парта артында алынған белем ғәмәлдә һынап ҡарала.

Өфө хужожество-сәнәғәт колледжында мөмкинлектәре сикләнгән студенттар маляр һөнәрен үҙләштерә ала Былтыр колледж «Профессионалитет» федераль программаһы буйынса еңеүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә уҡыу йортоның 70 миллион һумға матди-техник базаһы яңыртыла. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 50 миллион һумға капиталь ремонт яһала. «Профессионалитет» федераль проекты республикала 2022 йылда старт алды.

Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводына 300 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтелә Төбәк предприятиеларына Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 60 миллиард һумға яҡын инвестиция бүленгән. Уларҙың 300 миллион һумы Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводына йүнәлтелгән. Был аҡсаға ҡорамалдар һатып алына, предприятиела өҫтәмә технологик линия йыйыла. Модернизациялау һөҙөмтәһендә төҙөлөш материалдарын етештереү яҡынса ике тапҡырға артасаҡ.

Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирәсәк 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә. Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы бер нисә юл менән ебәрә алаһығыҙ.

Башҡортостанда меңләгән күпер авторы Павел Рабухин юбилейын билдәләй Башҡортостандағы меңдән ашыу күпер һәм юл үткәргесте Павел Рабухин төҙөгән. Был легендар шәхескә 82 йәш тулды. Уның тураһында Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында яҙҙы.

Рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына дәғүә итә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы ижадсыларға тапшырыласаҡ. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге абруйлы премияға дәғүә итеүселәр араһында Башҡортостан рәссәамдар союзы ағзаһы Гөлназ Мирхәйҙәрова ла бар.

Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмә төҙөкләндерелә Өфөлә Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янында йәмәгәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмәне төҙөкләндереү Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла.

Өфөлә Октябрь революцияһының 107 йыллығы билдәләнде Октябрь социалистик революцияһының 107 йыллығы билдәлән көндө Өфөлә Рәсәй Коммунистар партияһы вәкилдәре Ленин һәйкәленә сәскә һалды. 90-сы йылдарҙан башлап 7 ноябрь рәсми тантана булыуҙан бөтөнләй туҡтаны. Хәҙер был көндө тик коммунистар ғына ҡыҙыл әләмдәр тотоп үҙҙәренең маршруты буйынса үтә.

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асылды Яңы майҙансыҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Ляонин университеты араһында тиҫтә йыллап алып барылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә булдырылды. Үҙәктә мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм оло быуын вәкилдәре өсөн ҡытай телен, шулай уҡ каллиграфия, декоратив сәнғәт төрҙәрен өйрәнеү буйынса ла махсус дәрестәр үтәсәк.

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививка яһатыу миҙгеле дауам итә Әле республика дүртенсе партия вакцина ҡабул итте. 700 меңгә яҡын препарат медицина учреждениеларына таратылған. Билдәле булыуынса, вакцина һалдырыу-киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса төп һәм иң һөҙөмтәле сара. Прививка иммунитет булдыра һәм өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә, тип иҫкә төшөрә табиптар.

Башҡортостанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала билдәләнеүенсә, төбәк аграрийҙары йыл һайын республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш индерә. Быйылғы күрһәткестәр ҙә ҡыуандырырлыҡ. Үҫтерелгән мул уңыш, мал аҙығының тейешле күләмдә тупланыуы һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүҙәге ҡаҙаныштар ҙа аграр йылдың уңышлы тамамланыуына ишаралай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров «Мин АГРО-ла» һөнәрҙәр ҡалаһы эшмәкәрлеге менән танышты Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһын өс көн эсендә генә 100-ҙән ашыу мәктәбенән мең ярымлап уҡыусы ҡараған. Ул Рәсәйҙең үҙ аграр университеты булған 13 ҡалаһында тормошҡа ашырылған күләмле проект. Уның эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты.

Иң яҡшы механизаторҙарға «Лада Нива»: Башҡортостанда хеҙмәт алдынғылары билдәләнде Иң яҡшы механизаторҙарға «Лада Нива». Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы уҙған тантаналы йыйылышта хеҙмәт алдынғыларына автомобиль асҡыстары тапшырылды.Еңеүселәрҙе Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров ер хужаларына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, бурыстарҙы билдәләне.

Өфөлә академик Зиннур Ураҡсиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «2-се Ураксин уҡыуҙары»фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар һанлаштырыу дәүерендә гуманитар белемдең мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.