ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 026
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-430 أيام
أرشيف المشاركات
Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирәсәк 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә. Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы бер нисә юл менән ебәрә алаһығыҙ.

Башҡортостанда меңләгән күпер авторы Павел Рабухин юбилейын билдәләй Башҡортостандағы меңдән ашыу күпер һәм юл үткәргесте Павел Рабухин төҙөгән. Был легендар шәхескә 82 йәш тулды. Уның тураһында Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында яҙҙы.

Рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына дәғүә итә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы ижадсыларға тапшырыласаҡ. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге абруйлы премияға дәғүә итеүселәр араһында Башҡортостан рәссәамдар союзы ағзаһы Гөлназ Мирхәйҙәрова ла бар.

Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмә төҙөкләндерелә Өфөлә Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янында йәмәгәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмәне төҙөкләндереү Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла.

Өфөлә Октябрь революцияһының 107 йыллығы билдәләнде Октябрь социалистик революцияһының 107 йыллығы билдәлән көндө Өфөлә Рәсәй Коммунистар партияһы вәкилдәре Ленин һәйкәленә сәскә һалды. 90-сы йылдарҙан башлап 7 ноябрь рәсми тантана булыуҙан бөтөнләй туҡтаны. Хәҙер был көндө тик коммунистар ғына ҡыҙыл әләмдәр тотоп үҙҙәренең маршруты буйынса үтә.

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асылды Яңы майҙансыҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Ляонин университеты араһында тиҫтә йыллап алып барылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә булдырылды. Үҙәктә мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм оло быуын вәкилдәре өсөн ҡытай телен, шулай уҡ каллиграфия, декоратив сәнғәт төрҙәрен өйрәнеү буйынса ла махсус дәрестәр үтәсәк.

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививка яһатыу миҙгеле дауам итә Әле республика дүртенсе партия вакцина ҡабул итте. 700 меңгә яҡын препарат медицина учреждениеларына таратылған. Билдәле булыуынса, вакцина һалдырыу-киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса төп һәм иң һөҙөмтәле сара. Прививка иммунитет булдыра һәм өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә, тип иҫкә төшөрә табиптар.

Башҡортостанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала билдәләнеүенсә, төбәк аграрийҙары йыл һайын республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш индерә. Быйылғы күрһәткестәр ҙә ҡыуандырырлыҡ. Үҫтерелгән мул уңыш, мал аҙығының тейешле күләмдә тупланыуы һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүҙәге ҡаҙаныштар ҙа аграр йылдың уңышлы тамамланыуына ишаралай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров «Мин АГРО-ла» һөнәрҙәр ҡалаһы эшмәкәрлеге менән танышты Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһын өс көн эсендә генә 100-ҙән ашыу мәктәбенән мең ярымлап уҡыусы ҡараған. Ул Рәсәйҙең үҙ аграр университеты булған 13 ҡалаһында тормошҡа ашырылған күләмле проект. Уның эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты.

Иң яҡшы механизаторҙарға «Лада Нива»: Башҡортостанда хеҙмәт алдынғылары билдәләнде Иң яҡшы механизаторҙарға «Лада Нива». Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы уҙған тантаналы йыйылышта хеҙмәт алдынғыларына автомобиль асҡыстары тапшырылды.Еңеүселәрҙе Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров ер хужаларына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, бурыстарҙы билдәләне.

Өфөлә академик Зиннур Ураҡсиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «2-се Ураксин уҡыуҙары»фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар һанлаштырыу дәүерендә гуманитар белемдең мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

«Һәнәк» журналының 100 йыллығына арналған китап-антологияның исем туйы үтте Көлә-көлә «Һәнәк» килә. Республика сатира һәм юмор журналының 100 йыллығы уңайынан донъя күргән китап-антология шулай тип атала. Баҫманың исем туйы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында үтте.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары пациенттың бауырын үҫтергән Колоректаль яман шеш диагнозы менән дауаланған 66 йәшлек пациентҡа уникаль операция яһалған. Тикшереү ваҡытында уның бауырының уң өлөшөндә метастазалар табыла. Хирургтарҙың тәжрибәле командаһы бауырҙы ике өлөшкә бүлә һәм зарарланған яғын алып ташлай. Унан һуң ағзаның һау өлөшө кәрәкле ҙурлыҡта үҫкән. Пациент химия терапияһы ала.

Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында Эҫем урамына асфальт түшәлгән Ауыл халҡы оҙаҡ йылдар машиналар үткәндән һуң туҙанға зарланған. Дөйөм йыйылышта улар Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насироваға проблеманы хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Юлды ремонтлауға өҫтәмә аҡса Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика бюджетынан бүленгән.

Республикала йәш депутаттарҙы уҡытыу программаһы дауам итә «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты сиктәрендә 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар сәйәси тармаҡ нескәлегенә төшөнә. Дәрес барышында депутаттарҙың остаздары булып юғары партия мәктәбе филиалы спикерҙары сығыш яһай. Улар йәштәргә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы аныҡ эштәр башҡарыу мөһимлеген аңлата, йәмғиәт менән власть тығыҙ бәйләнешт булдырыу юлдары менән таныштыра.

Башҡортостанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән билдәләнде Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ил мәктәптәрендә ҡыңғырау сыңын патриотик йырҙар алмаштыра Ноябрҙә “Ҡыңғырау урынына көйҙәр” тигән Бөтә Рәсәй проекты тормошҡ
Ил мәктәптәрендә ҡыңғырау сыңын патриотик йырҙар алмаштыра Ноябрҙә “Ҡыңғырау урынына көйҙәр” тигән Бөтә Рәсәй проекты тормошҡа ашырыла. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала. Белем усаҡтарында дуҫлыҡ, Тыуған илгә һөйөү темаһына бағышланған йырҙарҙан өҙөктәр яңғырай.

Өсөнсө балалар фольклориадаһы логотибына конкурс иғлан ителде Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Был сара киләһе йылда Өфөлә уҙғарыла. Ил төбәктәренән йыр, бейеү һәм уйын ҡоралдары коллективтары килә. Логотип әҙерләү конкурсында профессиональ дизайнерҙар, вуз һәм колледж студенттары, мәҙәниәт учреждениеһы белгестәре, шулай уҡ ижади коллективтар ҡатнаша ала. Заявкалар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға була. Бәйгелә еңгән логотип Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡулланыуға тәҡдим ителә.

Өфөлә режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте Кино сәнғәтендә үҙенсәлекле премьера. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте. Көйефте күтәрә, йөрәккә ҡағыла, уйландыра, күңелдә яҡты эҙ ҡалдыра. Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмы тап шундай.

Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсының Гала-концерты үтте «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсының Гала-концерты үтте. 2025 йылда телепроекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Сорғот, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашҡан.