es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 984
Suscriptores
Sin datos24 horas
-17 días
-1430 días
Archivo de publicaciones
Башҡортостанда йәшәүсе федераль телетамашала машина отҡан Межгорьенан Людмила Мельникова Леонид Якуовичалып барған программағ
Башҡортостанда йәшәүсе федераль телетамашала машина отҡан Межгорьенан Людмила Мельникова Леонид Якуовичалып барған программаға башҡорт балы, ҡайнатма менән килгән. Сектор"Приз" тура килгәс 170 мең һумаҡсанан баш тартып призды һайлаған һәм автомобиль отҡан.

Тау саңғыһы спортсыһы Тәнзилә Исраилова өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булды Ил чемпионаты Красноярск ҡалаһында уҙғарылды. Белоретт
Тау саңғыһы спортсыһы Тәнзилә Исраилова өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булды Ил чемпионаты Красноярск ҡалаһында уҙғарылды. Белореттан Тәнзилә Исраилова параллель слалом төрөндә еңеү яуланы, тип хәбәр итте Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов. Уҙған йылда Республика спортсыһы Рәсәй чемпионатында ике тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ булды.

Опера һәм балет театрында «Мөғжизәләр календары» исемле үҙенсәлекле спектакль үтте «Мөғжизәләр календары». Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә һәүәҫкәр артистар спектакле. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле балет йондоҙо Гүзәл Сөләймәнованың йыл миҙгелдәре хаҡындағы үҙенсәлекле проектында өлкәндәр һәм балалар ҡатнашты.

ӨФТУ-ның Хоҡуҡ институтында асыҡ ишектәр көнө суд процесы форматында үтте Мәктәп партаһынан ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә. Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында ғәҙәти булмаған форматта «асыҡ ишектәр» көнө үтте. Буласаҡ абитуриенттар суд ултырышын һәм тикшереү эшен сәхнәләштереүҙә ҡатнашты.

Стәртетамаҡта Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыу тантанаһы уҙҙы Ҡала мәҙәниәт һарайына күп балалы ғаиләләр, хеҙмәт династиялары, махсус хәрби операция ветерандарының ғаиләләре, оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән юбилярҙар йыйылды. Сарала шеврон эшләргә, яугирҙарға хат яҙырға, шашка һәм шахмат уйындарында, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин булды. Ошо уҡ көндө 13-сө республика халыҡ ижады коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестивале лә асылды. Тамашала төрлө милләт вәкилдәре үҙ йолаларын күрһәтте.

Радий Хәбиров Өфөнөң 2-се поликлиникаһында капиталь ремонт һөҙөмтәләрен ҡараны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Медицина учреждениеһында төбәк программаһы буйынса капиталь ремонт уҙғарылып, яңы мебель һәм медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән һанлы маммограф һатып алынған. Төҙөкләндереү эштәренән һуң бинала кабинеттар арттырылған, пациенттар уңайлығы өсөн ихтыяж менән файҙаланылғандары беренсе ҡатҡа күсерелгән.

Баш ҡалала «Толоп» фестивале үтте Толоп фестивале Өфө халҡын йыйҙы. Ҡышҡы һабантуй башҡаланың «Нефтехимик» паркында ойошторолдо. Сара Башҡортостанда иғлан ителгән «Ҙур һәм татыу ғаилә» йылына арнала, халҡыбыҙҙың боронғо кейемен, милли уйындарын пропагандалауҙы, йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Ғафури районында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы уңайынан «Бәйге» башҡорт күпалыш ярыштары үтте 2020 йылдан тормошҡа ашырылған спорт сараһы төбәктең Түбәнге Ташбүкән ауылында ойошторолдо. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Архангел райондарынан килгән командалар суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, бүрәнә ауҙарыу кеүек һәм башҡа бәйгеләрҙә көс һынашты.

Рәсәйҙә спиртлы эсемлек ҡулланыусылар һаны кәмегән Уҙған йыл күрһәткестәре буйынса 67 төбәктә хәмер эсеүселәр һаны кәмеүе теркәлгән. Шулай ҙа дөйөм статисканан башҡа алкоголизм йәмғиәттә киң таралған хәүефле күренеш булып тора. Уның менән көрәштә медицина учржедениеларынан тыш төрлө ойошмалар эш алып бара. Был йүнәлештә Аноним алкоголиктар иң һөҙөмтәле йәмғиәт һанала.

Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн туризм трендтары буйынса өс көнлөк уҡыуҙар үтте Мәскәүҙә туристик кластерҙар ойоштороу компанияһы етәксеһе Ирина Хомутова ҡатнашылығында үткән оҫталыҡ дәресендә республикала туризм тармағын тағы ла үҫтереү өсөн проекттар ҡаралды. Башҡортостан туристарҙың иғтибарын йәлеп иткән иң матур төбәктәрҙең береһе. Республика уҙған йылда бөтә Рәсәй туристарҙы йәлеп итеү индексында 9-сы урынға сығып, илдең ТОП-10 төбәге исемлегенә ингән.

Башҡортостанда етештерелгән дрондар яуҙа үҙҙәрен яҡшы күрһәтә Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Ряба» ҡушаматлы яугир гуманитар ылау составында ебәрелгән квадрокоптерҙарҙың сифатын юғары баһаланы. Яҡташыбыҙ Александр Доставалов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы командиры

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 10 гуманитар йөк оҙатылды Уны ойоштороуҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, шулай уҡ Хөкүмәт ағзалары һәм республика халҡы ҡатнашты. Составында һәр ваҡыттағыса иң кәрәкле әйберҙәр. Тәү сиратта яугирҙар өсөн йылы кейемдәр, техника, дрондар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек. Исемлек яугирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән.

«Башҡортостан продукты» брендына ҡараған тауарҙарға талаптар арта Республика парламенты депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Эксперттар Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамә эмоциаль һәм илһөйәрлек рухында булды тип баһалай Эксперттар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә эмоциаль һәм илһөйәрлек рухында булды тип баһалай. Йөкмәткеле сығышында төбәк етәксеһе Ватан һаҡсыларына һәм уларҙың ғаиләләренә оло рәхмәтен белдерҙе. Яугирҙарҙың әсәләре тураһында һүҙ барғанда залда ултырыусылар Радий Хәбировты баҫып тыңланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе киң мәғлүмәт сараларында байтаҡ тезистарға алынған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе төбәк социаль-иҡтисади үешенең төплө нигеҙе булып тора.

БСТ каналы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды БСТ каналы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды! Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы 2025 йыл һөҙөмтәләрен иғлан итте. 21-се кнопкала эфирға сыҡҡан төбәк телеканалдары араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы номинацияларҙың барыһында ла еңеү яуланы.

Өфө дәүләт нефть техник университетта төрлө етештереүселәрҙән мультивентор лаборатория асылды Унда шарттар нефть һәм газ сәнәғәтенең индустриаль технология компанияларындағы кеүек.Студенттар һәм йәш белгестәр һанлы инструменттар менән эшләү өлкәһендә ғәмәли күнекмәләр аласаҡ. Үҙенсәлекле проект сәнәғәттә айти - белгестәр өсөн киң билдәле эш биреүселәрҙең береһе «Газпром нефть»компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Мультивендор лабораторияһы Рәсәйҙең Астра, BPMSoft Һәм Р7 төркөмдәренең алдынғы технологияларын берләштергән уникаль белем биреү системаһы.

Өфө республика умартасыларын бергә йыйҙы Кәсепселәрҙе, ғилми учреждение белгестәрен һәм власть вәкилдәрен берләштергән форум бал ҡорттарын легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ тармаҡ үҫешенә бәйле, донъя баҙарына бал продукцияларын сығарыу һорауы ла ҡаралды.

Баш ҡалала «Өйҙә» фестивале үтте Һин Башҡортостанға кәрәк! Өфөлә республикала тыуған, әлеге ваҡытта төрлө ҡалаларҙа белем алған студенттар өсөн «Өйҙә» фестивале үтте. Сарала Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк башлығы әле тыуған төйәгенән ситтә уҡыған студенттарҙы сәләмләп, уларға әүҙем ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә вәғәҙәләне.

Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты Мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты. Унда ул үҙенең сығышындағы төп темаға, йәғни «Барыһа ла еңеү өсөн» девизына аңлатма бирҙе. Республика өсөн дүртенсе йыл инде төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.

«Барыһы ла Еңеү өсөн»: Радий Хәбиров Ҡоролтайҙа төп маҡсаттарҙы билдәләне Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.