en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 027
Subscribers
-124 hours
-27 days
-730 days
Posts Archive
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 10 гуманитар йөк оҙатылды Уны ойоштороуҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, шулай уҡ Хөкүмәт ағзалары һәм республика халҡы ҡатнашты. Составында һәр ваҡыттағыса иң кәрәкле әйберҙәр. Тәү сиратта яугирҙар өсөн йылы кейемдәр, техника, дрондар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек. Исемлек яугирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән.

«Башҡортостан продукты» брендына ҡараған тауарҙарға талаптар арта Республика парламенты депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Эксперттар Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамә эмоциаль һәм илһөйәрлек рухында булды тип баһалай Эксперттар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә эмоциаль һәм илһөйәрлек рухында булды тип баһалай. Йөкмәткеле сығышында төбәк етәксеһе Ватан һаҡсыларына һәм уларҙың ғаиләләренә оло рәхмәтен белдерҙе. Яугирҙарҙың әсәләре тураһында һүҙ барғанда залда ултырыусылар Радий Хәбировты баҫып тыңланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе киң мәғлүмәт сараларында байтаҡ тезистарға алынған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе төбәк социаль-иҡтисади үешенең төплө нигеҙе булып тора.

БСТ каналы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды БСТ каналы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды! Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы 2025 йыл һөҙөмтәләрен иғлан итте. 21-се кнопкала эфирға сыҡҡан төбәк телеканалдары араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы номинацияларҙың барыһында ла еңеү яуланы.

Өфө дәүләт нефть техник университетта төрлө етештереүселәрҙән мультивентор лаборатория асылды Унда шарттар нефть һәм газ сәнәғәтенең индустриаль технология компанияларындағы кеүек.Студенттар һәм йәш белгестәр һанлы инструменттар менән эшләү өлкәһендә ғәмәли күнекмәләр аласаҡ. Үҙенсәлекле проект сәнәғәттә айти - белгестәр өсөн киң билдәле эш биреүселәрҙең береһе «Газпром нефть»компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Мультивендор лабораторияһы Рәсәйҙең Астра, BPMSoft Һәм Р7 төркөмдәренең алдынғы технологияларын берләштергән уникаль белем биреү системаһы.

Өфө республика умартасыларын бергә йыйҙы Кәсепселәрҙе, ғилми учреждение белгестәрен һәм власть вәкилдәрен берләштергән форум бал ҡорттарын легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ тармаҡ үҫешенә бәйле, донъя баҙарына бал продукцияларын сығарыу һорауы ла ҡаралды.

Баш ҡалала «Өйҙә» фестивале үтте Һин Башҡортостанға кәрәк! Өфөлә республикала тыуған, әлеге ваҡытта төрлө ҡалаларҙа белем алған студенттар өсөн «Өйҙә» фестивале үтте. Сарала Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк башлығы әле тыуған төйәгенән ситтә уҡыған студенттарҙы сәләмләп, уларға әүҙем ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә вәғәҙәләне.

Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты Мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты. Унда ул үҙенең сығышындағы төп темаға, йәғни «Барыһа ла еңеү өсөн» девизына аңлатма бирҙе. Республика өсөн дүртенсе йыл инде төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.

«Барыһы ла Еңеү өсөн»: Радий Хәбиров Ҡоролтайҙа төп маҡсаттарҙы билдәләне Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде Йылдың тәүге айы тамамланып та килә. Ошо көндәрҙә Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә йәш рәссам Сәлимә Кинйәбаеваның беренсе шәхси күргәҙмәһе асылды Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле рәссам Азамат Ғариповтың уҡыусыһы экспозицияға 16 картинаһын сығарған. Ҡыл ҡәләм оҫтаһы гуашь, тушь һәм пастель кеүек төрлө материалдарға өҫтөнлөк бирә. Ижади эштәрендә йәмәғәт транспорты салонынан күренештәр, семәрле йорттар, ҡала урамдары сағылыш тапҡан.

Түрҫәгәҙелә Бөйөк Ватан һуғышы һәм МХО яугирҙарына арналған обелиск яңыртыла Ауырғазы районы Түрҫәгәҙе ауылында халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса обелискты яңыртырға ниәтләй. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары менән бергә, локаль һуғыштарҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнала.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша. Был юлы йыйылыш Сиҙәм ауыл биләмәһендә үтте. Бындай осрашыуҙар урындағы проблемалар менән яҡындан танышырға, һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостанда «Әсәлек капиталы» автоматик рәүештә индексациялана 1 февралдән Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе «Әсәлек капиталы»н 5,6 процентҡа индексациялай. Индексация сертификаттарын өлөшләтә йәки тулыһынса һаҡлаған барлыҡ ғаиләләр өсөн дә үткәрелә. Бының өсөн социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, процесс автоматик рәүештә атҡарыла.

Нефтекамала 91 йәшлек ҡатын автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булған Ваҡиға Ленин урамындағы йәйәүлеләр үткәүелендә теркәлгән. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, «Лада Гранта» водителе юл аша сығып барған оло йәштәге ханымдыбәрҙерә. Ҡазаға тарыусы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла, әммә табиптар уның ғүмерен ҡотҡара алмай. 52 йәшлек автомобиль хужаһы ҡулға алынған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Өфөлә махсус хәрби операция ветеранының фатиры «Аҡыллы йорт» системаһына яраҡлаштырылды Ватанды һаҡлаусылар фондының төбәк филиалы Өфөлә йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Иван Щербаковтың фатирын Аҡыллы йорт системаһына яраҡлаштырҙы. Республикала бындай системалар 51 яугир йортона ҡоролған, әле 40 хәрбиҙең торлағы йыһазландырыла.

Республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә медицина һәм туризм өлкәһендәге проекттар яҡланды Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры рәйеслегендә үтте. Осрашыу башында Салауат ҡалаһы бизнес-шерифының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелде. Әле ҡалала 96 миллиард һумлыҡ 101 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, бизнес муниципалитет тормошонда әүҙем ҡатнаша.

«Барыһы ла Еңеү өсөн»: Радий Хәбиров Ҡоролтайҙа төп маҡсаттарҙы билдәләне Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Радий Хәбиров уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Обращаюсь с этим Посланием к депутатам Государственного Собрания – Курултая не только как Глава Республики Башкортостан. В не
Обращаюсь с этим Посланием к депутатам Государственного Собрания – Курултая не только как Глава Республики Башкортостан. В нем – и мои личные убеждения, мои личные чувства как гражданина и как мужчины.

Асҡын районы Яңы Ҡушкилде ауылы халҡы Төй йылғаһы аша күперҙе яңыртырға ниәтләй Ауылға күпер кәрәк. Асҡын районының Яңы Ҡушкилде ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында» ҡатнашып, Төй йылғаһы аша күперҙе төҙөкләнедерегә теләй. Проектҡа ярашлы, яһалма конструкцияның яндауҙарын алмаштырыу, йәйәүлеләр өсөн юлды төҙөкләндереү күҙаллана.