БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 982
Suscriptores
-124 horas
-27 días
-1530 días
Archivo de publicaciones
1 982
Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре менән барҙы
Беренсел медицинаға заманса инфраструктура. Рәсәй Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге илдең дүрт төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда милли проект буйынса төҙөлгән яңы дауалау учреждениелары эшенә старт бирҙе. Атап әйткәндә, Асҡын үҙәк район дауаханаһында яңы поликлиника сафҡа инде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында быйыл асылған мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеге менән дә танышты.
1 982
Баймаҡта «Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..» осрашыуы үтте
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханыһында «Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..» тип исемләнгән осрашыу үтте. Кисә ижадсылар өсөн ысын оҫталыҡ майҙанына әйләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 982
Өфөлә «Урал батыр» ҡобайыры-башҡорт халҡынынң рухи мираҫы«китабының исем туйы үтте
Уҡытыусылар ғилми-ғәмәли конференция нигеҙендә ойошторолған презентацияла башҡорт милли эпосының рухи ҡиммәте, әһәмиәте һәм киләсәге тураһында ла һүҙ барҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 982
Республика Профсоюздар ойошмаһы шыршы байрамы ойошторҙо
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы сағыу байрамға профсоюз ойошмаһы ағзалары балаларынан тыш, социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырылды.
1 982
Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөлә педагогтар тәбрикләнде
Республика мәғариф учреждениеларынан йөҙҙән ашыу уҡытыусыға дәүләт, ведомство һәм йәмәғәт ойошмаһы наградалары тапшырылды. Профессиональ эшмәкәрлек һәм төбәктә мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыларына шулай уҡ 50-шәр мең һум күләмендә премия ла бирелде. Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен 5 меңдән ашыу кеше уҡыта.
1 982
Рәсәй субъекттарын Башҡортостан тәьмин иткән ауыл хужалығы продукцияһы күләме артҡан
Йыл башынан республиканан 600 мең тоннанан ашыу иген оҙатылған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, күләм 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға күберәк. Айырыуса, Башҡортостан бойҙайына, арпа менән көнбағышҡа ихтыяж ҙур
1 982
«Башҡорт йәштәре» фестивале Өфөлә ете йәҙҙән ашыу йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы
Йәштәр ойошмаһының 35 йыллығына әҙерлек сиктәрендә уҙғарылған тантанала «Йәштәр ваҡыты» республика премияһы лауреаттары тәбрикләнде. Премияға Башҡоростандың креатив, әүҙем йәштәренән 300-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Эксперттар улар араһынан 19 номинантты бүләкләне.
1 982
Өфөлә Республика Йәмәғәт палатаһы аппаратының «Ресурс үҙәге» йыл йомғаҡтарын барланы
Киңәйтелгән ултырышта төбәк һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәт активистары, коммерция булмаған ойошма етәкселәре ҡатнашты. Дүрт сәғәтлек марафон форматында ойошторолған эшлекле программала «2030 йылға ҡараш», «PRO диалог» оҫталыҡ дәресе лә уҙғарылды.
1 982
Шишмә районында йәшәүсе Ғәббәсовтар ғаиләһе яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй
Күмәкләгән-яу ҡайтарған. Шишмә районында йәшәүсе Ғәббәсовтар ғаиләһе яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй, шеврондар тегә. Йүнселдәр әлеге шөғөл серҙәренә балаларын да өйрәтә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 982
Бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар ике аҙна ялда булған, ғаиләләренә йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткән. Өфөнән юлға сыҡҡан төркөм ҙур түгел, ҡалған яугирҙар автобусҡа республиканың ҡалған ҡалаларынан ултырасаҡ. Хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре менән хеҙмәттәштәренә посылкалар ҙа алған. Яугирҙарҙы алғы һыҙыҡҡа туғандары һәм дуҫтары оҙатты.
1 982
Илдә 1 ғинуарҙан пенсиялар 7,6 процентҡа индексациялана
Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисад мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Аталған һан инфляциянан юғары. “Беҙгә хаҡлы ялдағыларҙың килемен арттырыу буйынса системалы эш алып барырға кәрәк. 2024 йылғы май указдарында билдәләнеүенсә, пенсиялар инфляциянан кәм булмаған тиҙлектә артырға тейеш”, - тине дәүләт башлығы.
1 982
Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктар селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә
Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте.Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә геопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә,тап беҙҙең төбәк Рәсәйҙә ЮНЕСКО проекттарын ғәмәлгә ашырыу флагманы булып тора.Беҙҙең илдә ике геопарк ЮНЕСКОның глобаль селтәренә ингән. Уларҙың икеһе лә -"Янғантау" һәм "Торатау" Башҡортостанда урынлашҡан.
1 982
Башҡортостанда ҡаргиҙәрҙәрҙә ҙур экспедиция була
Ул киләһе йылдың ғинуарында ойошторола. Төп маҡсат - Урал тауҙары буйлапкөньяҡтан төньяҡҡа табан 4 мең километр үтеү. Был маршрутта күҙәтелгән,теркәлгән мәғлүмәттәр белешмәләр һәм юлъяҙмаларға инә. Командала 21 кеше була, ул сәйәхәтселәр, блогерҙар һәмтәжрибәле ҡаргиҙәрҙә йөрөү оҫталарынан туплана. Экспедиция 13 ғинуарҙа стартала һәм 29-ына тиклем дауам итә. Маршрут Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһынанбашлана, тип хәбәр итәләр Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
1 982
Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктары селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә
Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә геопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, тап беҙҙең төбәк Рәсәйҙә ЮНЕСКО проекттарын ғәмәлгә ашырыу флагманы булып тора. Беҙҙең илдә ике геопарк ЮНЕСКОның глобаль селтәренә ингән. Уларҙың икеһе лә - "Янғантау" һәм "Торатау" Башҡортостанда урынлашҡан.
1 982
БДМУ табиптары, пациенттары һәм студенттары араһында мини футбол буйынса ярыш үтте
Башҡорт дәүләт медицина университетында табиптар, пациенттар һәм студенттар араһында мини футбол буйынса ярыш үтте. Уны юғары уҡыу йорто «Нефро-лига» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғарҙы. Турнир трансплантация буйынса операция кисергән пациенттарҙы дәртләндереү, уларҙы ябай тормошҡа ҡайтарыу маҡсатында үтә.
1 982
Өфөнән «Лики» театры Волга буйы федераль округы фестивалендә республика исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә булды
«Башҡортостан» дәүләт концерт залының ижади төркөмө һайлап алыу туры аша үткән икенсе коллектив. Балалар араһындағы номинацияға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы ла дәғүә итә. Улар «Волга буйы театры» балалар һәм йәштәр театр коллективтарының VII миҙгелендә ҡатнашасаҡ.
1 982
Башҡортостанда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса 203,5 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алынған
Проекттың «Балаларға иң яҡшыһы» төбәк программаһы сиктәрендә хеҙмәт , хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау кабинеттары йыһазландырыла. Был тәңгәлдә республика илдә дүртенсе Һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
1 982
Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды
«Һанлы спецназ». Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды. Заманса виртуаль лаборатория майҙанында кибератакаларға ҡаршы тороу өсөн махсус ғәмәли белем алырға мөмкин. Виртуаль лаборатория дәүләт һәм шәхси эшҡыуарлыҡ партнерлығы ярҙамында булдырылған.
1 982
Өфөлә киберхәүефһеҙлек тураһындағы видеороликтар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында үткән сара БСТ телеканалы һәм Рәсәй банкының Башҡортостандағы бүлексәһе менән берлектә ойошторолған. Конкурсҡа йәмғеһе дүрт тиҫтәнән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы баһалама ағзалары тарафынан ентекле ҡаралған. Еңеүсе тип Өфө тармаҡ технологиялары колледжының студенттар командаһы танылды.
1 982
Әбйәлил районындағы «Салауат» ятҡылығына күҙәтеү советы ағзаларының эш сәфәре
Уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе етәкләне. Яңы ресурстар эҙләү барышы ҡәнғәтләнерлекме, экологияға тәьҫире нисек?
