БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 026
订阅者
无数据24 小时
-17 天
-530 天
帖子存档
2 026
Илдә 1 ғинуарҙан пенсиялар 7,6 процентҡа индексациялана
Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисад мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Аталған һан инфляциянан юғары. “Беҙгә хаҡлы ялдағыларҙың килемен арттырыу буйынса системалы эш алып барырға кәрәк. 2024 йылғы май указдарында билдәләнеүенсә, пенсиялар инфляциянан кәм булмаған тиҙлектә артырға тейеш”, - тине дәүләт башлығы.
2 026
Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктар селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә
Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте.Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә геопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә,тап беҙҙең төбәк Рәсәйҙә ЮНЕСКО проекттарын ғәмәлгә ашырыу флагманы булып тора.Беҙҙең илдә ике геопарк ЮНЕСКОның глобаль селтәренә ингән. Уларҙың икеһе лә -"Янғантау" һәм "Торатау" Башҡортостанда урынлашҡан.
2 026
Башҡортостанда ҡаргиҙәрҙәрҙә ҙур экспедиция була
Ул киләһе йылдың ғинуарында ойошторола. Төп маҡсат - Урал тауҙары буйлапкөньяҡтан төньяҡҡа табан 4 мең километр үтеү. Был маршрутта күҙәтелгән,теркәлгән мәғлүмәттәр белешмәләр һәм юлъяҙмаларға инә. Командала 21 кеше була, ул сәйәхәтселәр, блогерҙар һәмтәжрибәле ҡаргиҙәрҙә йөрөү оҫталарынан туплана. Экспедиция 13 ғинуарҙа стартала һәм 29-ына тиклем дауам итә. Маршрут Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһынанбашлана, тип хәбәр итәләр Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
2 026
Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктары селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә
Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә геопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, тап беҙҙең төбәк Рәсәйҙә ЮНЕСКО проекттарын ғәмәлгә ашырыу флагманы булып тора. Беҙҙең илдә ике геопарк ЮНЕСКОның глобаль селтәренә ингән. Уларҙың икеһе лә - "Янғантау" һәм "Торатау" Башҡортостанда урынлашҡан.
2 026
БДМУ табиптары, пациенттары һәм студенттары араһында мини футбол буйынса ярыш үтте
Башҡорт дәүләт медицина университетында табиптар, пациенттар һәм студенттар араһында мини футбол буйынса ярыш үтте. Уны юғары уҡыу йорто «Нефро-лига» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғарҙы. Турнир трансплантация буйынса операция кисергән пациенттарҙы дәртләндереү, уларҙы ябай тормошҡа ҡайтарыу маҡсатында үтә.
2 026
Өфөнән «Лики» театры Волга буйы федераль округы фестивалендә республика исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә булды
«Башҡортостан» дәүләт концерт залының ижади төркөмө һайлап алыу туры аша үткән икенсе коллектив. Балалар араһындағы номинацияға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы ла дәғүә итә. Улар «Волга буйы театры» балалар һәм йәштәр театр коллективтарының VII миҙгелендә ҡатнашасаҡ.
2 026
Башҡортостанда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса 203,5 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алынған
Проекттың «Балаларға иң яҡшыһы» төбәк программаһы сиктәрендә хеҙмәт , хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау кабинеттары йыһазландырыла. Был тәңгәлдә республика илдә дүртенсе Һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
2 026
Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды
«Һанлы спецназ». Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды. Заманса виртуаль лаборатория майҙанында кибератакаларға ҡаршы тороу өсөн махсус ғәмәли белем алырға мөмкин. Виртуаль лаборатория дәүләт һәм шәхси эшҡыуарлыҡ партнерлығы ярҙамында булдырылған.
2 026
Өфөлә киберхәүефһеҙлек тураһындағы видеороликтар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында үткән сара БСТ телеканалы һәм Рәсәй банкының Башҡортостандағы бүлексәһе менән берлектә ойошторолған. Конкурсҡа йәмғеһе дүрт тиҫтәнән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы баһалама ағзалары тарафынан ентекле ҡаралған. Еңеүсе тип Өфө тармаҡ технологиялары колледжының студенттар командаһы танылды.
2 026
Әбйәлил районындағы «Салауат» ятҡылығына күҙәтеү советы ағзаларының эш сәфәре
Уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе етәкләне. Яңы ресурстар эҙләү барышы ҡәнғәтләнерлекме, экологияға тәьҫире нисек?
2 026
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Махсус хәрби операция яугиры Вилдан Ғәзин рухына спорт ярышы үтте
Батырҙар хаҡында иҫтәлек мәңге йөрәктә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Махсус хәрби операция яугиры Вилдан Ғәзин рухына спорт ярышы үтте. Тулырыҡ киләһе яҙмала.
2 026
Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны
Бөгөн билдәле бард-йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Хәрби-патриотик концерт программаһы махус хәрби операция геройҙарына ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар концертҡа Пушкин картаһы буйынса инә алды. Сәхнәнән махсус хәрби операция геройҙарының батырлығын һәм Тыуған илде, ғаилә ҡиммәттәрен данлаған йырҙар яңғыраны.
2 026
Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды
Хәтер мәңгелек. Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында хәрби бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Скульптура «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы сиктәрендә ҡуйылды. Тантанала беҙҙең ижади төркөм дә булып, Ватан һаҡсыларының яҡындары менән аралашты.
2 026
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бәләғә тарыған граждандарҙы ҡотҡарыусыларҙы ҡотланы
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бәләғә тарыған граждандарҙы ҡотҡарыусы балаларҙы, өлкәндәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. Янғын ваҡытында йәки һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыусыларға миҙалдар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән журналистар ҙа билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2 026
Шаран районында ГТО нормативтарын тапшырыу айлығы дауам итә
Тест үтеү район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә ойошторолған. Нормативтарҙы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү һәм мәҙәни учреждениелар вәкилдәре - барлығы 900-ләп кеше тапшырған. Сараға шулай уҡ 60 йәштән өлкәндәр ҙә йәлеп ителгән. Тест барышында ветерандар етеҙлек һәм ихласлыҡ күрһәтеп, барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.
2 026
Баймаҡта “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте
Сирек быуат кескәйҙәр тураһында хәстәрлек. Баймаҡ ҡалаһының “Әкиәт” ҡатнаш төр балалар баҡсаһында “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 026
Өфөлә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте
Башҡорт тел ғилеменә һөйөү менән. Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле ғалимә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Форумда шулай уҡ замандашыбыҙҙың 30 йыллыҡ фәнни хеҙмәт юлына байҡау ҙа яһалды.
2 026
Өфө программисы Илгиз Фазлыев инвалид коляскаларын ремонтлай
Өс ай элек баш ҡала берҙән-бер инвалид коляскаларын ремонтлаусы компания ябылыу сәбәпле, бындай проблема менән осрағандар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Илгиз Фазлыев мәсьәләне үҙ аллы хәл итергә һәм бәләгә осрағандарға ярҙам итергә була. Ихатаһындағы гаражда ул оҫтахана булдырған.
2 026
Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй
Традицияларҙан - фәнни асыштарға. Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй. Бында башҡорт тоҡомло бейәләрҙе үрсетеп мал ҡанынан дарыуҙар өсөн мөһим шыйыҡса етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2 026
Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы. Йыйылышта Конституцияны ҡабул итеү, төп закондар тураһында һүҙ барҙы.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
