БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 982
Suscriptores
-124 horas
-27 días
-1530 días
Archivo de publicaciones
1 982
Республика сауҙа үҙәктәрендә 28 декабргә тиклем мобиль һалым офистары эшләй
Хеҙмәткәрҙәр уларға мөрәжәғәт итеүселәргә һалым бурыстарын асыҡларға һәм федераль һалым хеҙмәтенең электрон сервистары аша түләргә ярҙам итәсәк, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк. Һалым түләүселәргә үҙҙәре менән шәхес таныҡлыҡтарын килтереү мотлаҡ.
1 982
Башҡортостанда 2030 йылға тиклем 930 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
2019 йылдан алып Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса 806 йәмәғәт биләмәһе яңыртылған. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә район-ҡалаларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.
1 982
Радий Хәбиров Данияр Абдрахмановтың яңы вазифаға тәғәйенләнеүен иғлан итте
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһына Данияр Абдрахманов тәғәйенләнде. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте. Данияр Абдрахманов Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры булды, философия фәндәре кандидаты, доцент. Шулай уҡ 2023 йылдың 13 декабрендә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланды.
1 982
Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә йыл һөҙөмтәләрен атаны
Республика Волга буйы федераль округында Ватанды һаҡлаусылар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса беренсе урында. Башҡортостан заманса етештереү майҙансыҡтарын булдырыу өлкәһендә алдынғы позицияла. Фән һәм технологиялар үҫеше рейтингында беҙ етенсе. Декабрь уртаһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә йыл уңыштары һәм бурыстар билдәләнде.
1 982
Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хакимы менән хеҙмәттәшлек проекттарын тикшерҙе
Бөгөн Радий Хәбиров менән Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев видеоэлемтә аша ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында Үзбәкстан менән Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылғайны.
1 982
Башҡортостанда 100 йәшлек Ғәфиәтулла Хәбибуллинды тәбрикләнеләр
Ул-Дүртөйлө районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улына «Дүртөйлө районының почетлы гражданы» исеме бирелде. Ғәфиәтулла Хәбибуллин 17 йәшенән үк Ватан һағына баҫа.
1 982
Өфөлә йәштәр пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеүгә йәлеп ителә
Ҡалдыҡтарға ҡаршы көрәш. Өфө дәүләт нефть техник университетының ДоброЦентр командаһы пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашыра.
Проектты ойоштороусылар уҡыусылар һәм студенттарҙы интерактив һәм оҫталыҡ дәрестәрендә экологияға һаҡсыл ҡарашҡа өндәй. Йәштәр пластик шешәләр ҡапҡастарын эшкәртеү өсөн махсус пункттарға тапшырырға өйрәнә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.
1 982
Бөрө районында 200-ҙән ашыу һарыҡ боҙ аҫтына киткән
Ғәҙәттән тыш көндө ваҡ мал ныҡлап туңып өлгөрмәгән күлгә төшә. Ҡапыл боҙ ярылып йорт хайуандары һыуға бата. Уларҙың барыһы ла бер хужаға ҡарай. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Экологик һәләкәткә юл ҡуймаү өсөн бөгөн һәләк булған хайуандарҙы һыуҙан сығарыу планлаштырылған.
1 982
Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында бүреләр этте ашаған
Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙмала урман эргәһендә торған йорт янында бүреләрҙең эҙҙәре асыҡ күренә. Хужа әйтеүенсә, йыртҡыстар бер нисәү булған, уларҙың аттарға ла һөжүм итеүе ихтимал. Иртән малдарға бесән һалып йөрөгәндә ғаилә башлығы ҡурҡыныс табышҡа юлыға.
1 982
Әбйәлил халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты
Яңы йылға берҙәм көс менән. Әбйәлил халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был дүрт йөк машинаһынан һәм шунса еңел автомобилдән торған иң ҙур ылау. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙенең сығышында урындағы халыҡтың берҙәмлеген, фронттағы ауылдаштарына ярҙам итеү теләге ҙур билдәләне.
1 982
М-12 «Көнсығыш» трассаһының Дүртөйлө-Әшит участкаһы беренсе ҡышты тулы әҙерлек менән ҡаршы алған
«Автодор» компанияһы белгестәре һалҡын осорҙа транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса миҙгелле эштәр башҡарған. Башҡортостанда һәм Пермь крайында 27 мең тоннанан ашыу боҙлауыҡҡа ҡаршы материал тупланған, шулай уҡ 60 берәмек самаһы техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.
1 982
Башҡортостан башлығы Белоретта йылытыу мәсьәләһен системалы хәл итергә ҡушты
Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала ҡаланың ике биҫтәһе, шул иҫәптән социаль объекттар йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалғайны. Республика етәксеһе билдәләүенсә, ошондай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн системалы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ бар,-тине Радий Хәбиров.
1 982
Республикала уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 12 көн дауам итә
Башҡортостан мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял 31 декабрҙә башлана һәм 11 ғинуарға тиклем була. 12-еһенән өсөнсө сирек башлана. Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин каникул ваҡытында балаларҙың хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүлергә кәңәш итте.
1 982
Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында машина йөрөшө сикләнә
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18, 19 һәм 23 декабрҙә төнгө сәғәттәрҙә Салауат Юлаев проспектынан, М-5 трассаһынан һәм Федоровка ауылы янынан инеү урындары ябыла. Бында юл хәрәкәте менән идара итеү системаһы ҡоролмалары урынлаштырыла.
1 982
Башҡортостанда яңы йыл каникулында янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә була
Төп маҡсат - хәүефһеҙлек тәьмин итеү, байрам барышында янғындарға юл ҡуймау. Билдәләнгән талаптарҙы боҙоусыларға икеләтә күләмдә штраф һалына. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә. Янғынға ҡаршы махсус режим 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем ғәмәлдә була.
1 982
Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың ижад кисәһе үтте
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың ижад кисәһе үтте. Сағыу темпераментҡа һәм юғары башҡарыу оҫталығына эйә музыкант Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. Соло музыкаль проекттары менән тамашасы һөйөүен яулаған Азат Биксурин ижади экваторында репертуарының иң уңышлы композицияларын тәҡдим итте.
1 982
Өфөлә «Тамыр селтәре» башҡорт мәктәптәре студияларының йәш тележурналистары бүләкләнде
Республика мәктәптәрендә телестудиялар алты йыл элек «Башҡортостан дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән интенсив-тренинг, медиаконтент булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, йөҙҙәрсә видеояҙмалар һәм айырым тапшырыуҙар төшөрөлә.
1 982
Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырусылар арта
Табиптар әйтеүенсә, йоғошло сирҙең таралыуы быйыл иртәрәк күҙәтелә, сөнки ноябрҙә көн йылы тороп һауа торошо декабрҙә ҡапыл үҙгәрҙе. Халыҡты бигерәк тә яңы инфекция-Гонконг киҙеүе борсоуға һала. Сирҙән ҡурҡырға кәрәкме һәм уның билдәләре ниндәй?
1 982
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә
Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Әле пунктта контракт хеҙмәткә махсус бүлеккә ир-егеттәр ҡабул ителә. Пилотһыҙ осоу ҡоролмалары менән идара итеүсе яугирҙарға айына 350 һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Алғы һыҙыҡта махсус заданиеларҙы үтәгән хәрбиҙәргә 500 мең һум түләнәсәк.
1 982
Өфө районы Николаевка ауылы ирекмәндәре МХО биләмәһенә 1220-се маскировка селтәре оҙата
Өфө районы Николаевка ауыл биләмәһенең «Бергә» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция биләмәһенә 1220-се маскировка селтәре оҙата. Өс йыл элек ойошторолған хәрәкәттә егермеләп кеше иҫәпләнә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының фиҙаҡәрлеге тураһында репортаж.
