ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 026
Подписчики
Нет данных24 часа
-17 дней
-530 день
Архив постов
М-12 «Көнсығыш» трассаһының Дүртөйлө-Әшит участкаһы беренсе ҡышты тулы әҙерлек менән ҡаршы алған «Автодор» компанияһы белгестәре һалҡын осорҙа транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса миҙгелле эштәр башҡарған. Башҡортостанда һәм Пермь крайында 27 мең тоннанан ашыу боҙлауыҡҡа ҡаршы материал тупланған, шулай уҡ 60 берәмек самаһы техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.

Башҡортостан башлығы Белоретта йылытыу мәсьәләһен системалы хәл итергә ҡушты Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала ҡаланың ике биҫтәһе, шул иҫәптән социаль объекттар йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалғайны. Республика етәксеһе билдәләүенсә, ошондай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн системалы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ бар,-тине Радий Хәбиров.

Республикала уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 12 көн дауам итә Башҡортостан мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял 31 декабр
Республикала уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 12 көн дауам итә Башҡортостан мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял 31 декабрҙә башлана һәм 11 ғинуарға тиклем була. 12-еһенән өсөнсө сирек башлана. Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин каникул ваҡытында балаларҙың хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүлергә кәңәш итте.

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында машина йөрөшө сикләнә Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18, 19 һәм 23 д
Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында машина йөрөшө сикләнә Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18, 19 һәм 23 декабрҙә төнгө сәғәттәрҙә Салауат Юлаев проспектынан, М-5 трассаһынан һәм Федоровка ауылы янынан инеү урындары ябыла. Бында юл хәрәкәте менән идара итеү системаһы ҡоролмалары урынлаштырыла.

Башҡортостанда яңы йыл каникулында янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә була Төп маҡсат - хәүефһеҙлек тәьмин итеү, байрам бары
Башҡортостанда яңы йыл каникулында янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә була Төп маҡсат - хәүефһеҙлек тәьмин итеү, байрам барышында янғындарға юл ҡуймау. Билдәләнгән талаптарҙы боҙоусыларға икеләтә күләмдә штраф һалына. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә. Янғынға ҡаршы махсус режим 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем ғәмәлдә була.

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың ижад кисәһе үтте Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың ижад кисәһе үтте. Сағыу темпераментҡа һәм юғары башҡарыу оҫталығына эйә музыкант Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. Соло музыкаль проекттары менән тамашасы һөйөүен яулаған Азат Биксурин ижади экваторында репертуарының иң уңышлы композицияларын тәҡдим итте.

Өфөлә «Тамыр селтәре» башҡорт мәктәптәре студияларының йәш тележурналистары бүләкләнде Республика мәктәптәрендә телестудиялар алты йыл элек «Башҡортостан дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән интенсив-тренинг, медиаконтент булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, йөҙҙәрсә видеояҙмалар һәм айырым тапшырыуҙар төшөрөлә.

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырусылар арта Табиптар әйтеүенсә, йоғошло сирҙең таралыуы быйыл иртәрәк күҙәтелә, сөнки ноябрҙә көн йылы тороп һауа торошо декабрҙә ҡапыл үҙгәрҙе. Халыҡты бигерәк тә яңы инфекция-Гонконг киҙеүе борсоуға һала. Сирҙән ҡурҡырға кәрәкме һәм уның билдәләре ниндәй?

Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Әле пунктта контракт хеҙмәткә махсус бүлеккә ир-егеттәр ҡабул ителә. Пилотһыҙ осоу ҡоролмалары менән идара итеүсе яугирҙарға айына 350 һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Алғы һыҙыҡта махсус заданиеларҙы үтәгән хәрбиҙәргә 500 мең һум түләнәсәк.

Өфө районы Николаевка ауылы ирекмәндәре МХО биләмәһенә 1220-се маскировка селтәре оҙата Өфө районы Николаевка ауыл биләмәһенең «Бергә» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция биләмәһенә 1220-се маскировка селтәре оҙата. Өс йыл элек ойошторолған хәрәкәттә егермеләп кеше иҫәпләнә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының фиҙаҡәрлеге тураһында репортаж.

Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре менән барҙы Беренсел медицинаға заманса инфраструктура. Рәсәй Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге илдең дүрт төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда милли проект буйынса төҙөлгән яңы дауалау учреждениелары эшенә старт бирҙе. Атап әйткәндә, Асҡын үҙәк район дауаханаһында яңы поликлиника сафҡа инде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында быйыл асылған мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Баймаҡта «Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..» осрашыуы үтте Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханыһында «Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..» тип исемләнгән осрашыу үтте. Кисә ижадсылар өсөн ысын оҫталыҡ майҙанына әйләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә «Урал батыр» ҡобайыры-башҡорт халҡынынң рухи мираҫы«китабының исем туйы үтте Уҡытыусылар ғилми-ғәмәли конференция нигеҙендә ойошторолған презентацияла башҡорт милли эпосының рухи ҡиммәте, әһәмиәте һәм киләсәге тураһында ла һүҙ барҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Республика Профсоюздар ойошмаһы шыршы байрамы ойошторҙо Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы сағыу байрамға профсоюз ойошмаһы ағзалары балаларынан тыш, социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырылды.

Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөлә педагогтар тәбрикләнде Республика мәғариф учреждениеларынан йөҙҙән ашыу уҡытыусыға дәүләт, ведомство һәм йәмәғәт ойошмаһы наградалары тапшырылды. Профессиональ эшмәкәрлек һәм төбәктә мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыларына шулай уҡ 50-шәр мең һум күләмендә премия ла бирелде. Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен 5 меңдән ашыу кеше уҡыта.

Рәсәй субъекттарын Башҡортостан тәьмин иткән ауыл хужалығы продукцияһы күләме артҡан Йыл башынан республиканан 600 мең тоннанан ашыу иген оҙатылған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, күләм 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға күберәк. Айырыуса, Башҡортостан бойҙайына, арпа менән көнбағышҡа ихтыяж ҙур

«Башҡорт йәштәре» фестивале Өфөлә ете йәҙҙән ашыу йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы Йәштәр ойошмаһының 35 йыллығына әҙерлек сиктәрендә уҙғарылған тантанала «Йәштәр ваҡыты» республика премияһы лауреаттары тәбрикләнде. Премияға Башҡоростандың креатив, әүҙем йәштәренән 300-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Эксперттар улар араһынан 19 номинантты бүләкләне.

Өфөлә Республика Йәмәғәт палатаһы аппаратының «Ресурс үҙәге» йыл йомғаҡтарын барланы Киңәйтелгән ултырышта төбәк һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәт активистары, коммерция булмаған ойошма етәкселәре ҡатнашты. Дүрт сәғәтлек марафон форматында ойошторолған эшлекле программала «2030 йылға ҡараш», «PRO диалог» оҫталыҡ дәресе лә уҙғарылды.

Шишмә районында йәшәүсе Ғәббәсовтар ғаиләһе яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй Күмәкләгән-яу ҡайтарған. Шишмә районында йәшәүсе Ғәббәсовтар ғаиләһе яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй, шеврондар тегә. Йүнселдәр әлеге шөғөл серҙәренә балаларын да өйрәтә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар ике аҙна ялда булған, ғаиләләренә йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткән. Өфөнән юлға сыҡҡан төркөм ҙур түгел, ҡалған яугирҙар автобусҡа республиканың ҡалған ҡалаларынан ултырасаҡ. Хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре менән хеҙмәттәштәренә посылкалар ҙа алған. Яугирҙарҙы алғы һыҙыҡҡа туғандары һәм дуҫтары оҙатты.