en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

CS Kendek: Başqort | Башҡорт

CS Kendek: Başqort | Башҡорт

Open in Telegram

Show more
The country is not specifiedThe category is not specified
557
Subscribers
No data24 hours
+17 days
+230 days
Posts Archive
был ребуста ниндәй һүҙ йәшерелгән? ярҙам, шул һүҙҙе түбәнге әйтем эсенә ҡуйып була ҡуллана белмәһәң, ...ға үпкәләмә #ребус
был ребуста ниндәй һүҙ йәшерелгән? ярҙам, шул һүҙҙе түбәнге әйтем эсенә ҡуйып була ҡуллана белмәһәң, ...ға үпкәләмә #ребус
25 Nov, 09:18

+1
мин күптән күренмәйем, ғәфү итегеҙ - эшем өйөлөп ята. ләкин мин бөгөн һеҙгә бер ҡыҙыҡлы нәмә килтерҙем
HOW TO TRAIN YOUR DRAGON беренсе видео: башҡортса икенсеһе: инглизсә был минең яратҡандарҙың береһе. башҡортса тулы версияһын ҡарап сыҡтым да кире йәш көндәремә ҡайтҡан һымаҡ булдым йәнһүрәткә көслө идея һалынған. нисек тә булһа, үҙемә бик яҡын. башҡаларға оҡшмаған, ләкин атаһының һәм ҡәбиләһенең ғорурлығы булырға тырышҡан (шаяртам, үҙенә ҡыҙ табыу тураһында хыялланған) йәш викинг бөтә системаны түңкәрә һәм.. аҡылы, тәүәкәллеге өсөн барыһын да зиһен юлына ҡуя миңә нимә оҡшай, шул бер кемдән дә танылмаған "хәлһеҙ" йәш егеттең үҙ юлынан төшмәйенсә башҡаларға айырым торған көсөн күрһәтеүе ә видеола әле йәнһүрәт башы ғына. күрмәгән булһағыҙ, мин һеҙгә ҡарауығыҙҙы боҙмайым * тәржемә буйынса бер нисә генә иҫкәрмә: отмель - һайлыҡ (һыуҙың тәрән булмаған урыны) олжа (ҡаҙаҡ) - улъя (иҫкергән һүҙ, тағы ла ғәнимәт йә трофей) йәнһүрәтте башҡортса ҡарарға теләк булһа - бына һылтанма
24 Nov, 15:59

ҡулса: түңәрәк формаһында бешерелгән ашамлыҡ eng. bread ring рус. баранка һүҙлектә ҡулса эргәһендә [рус. кольцо] тип яҙылған,
ҡулса: түңәрәк формаһында бешерелгән ашамлыҡ eng. bread ring рус. баранка һүҙлектә ҡулса эргәһендә [рус. кольцо] тип яҙылған, шуға күрә беренсенән мин ҡулса кольцо һүҙенән барлыҡҡа килгән тип уйланым ләкин эҙләнә торғас Әхмәтйәновтың татар этимологик һүҙлегендә кулча - кул, йәғни ҡул, һүҙенән сыҡҡан тип ишеттем. spoiler был мәғлүмәт дөрөҫ булып килеп сыҡманы, шулай ҙа мин инде эҙләнә башланым ҡулса төрлө түңәрәк нәмәләргә ҡарай. мәҫәлән, гимнастика ҡулсалары бочка ҡулсалары ҡояш ҡулсаһы (ҡояш тирәләй яҡтылыҡ ҡаймаһы) һ.б. артабан тағы ла ҡыҙығыраҡ: төрөк телендә kolcak тигән төшөнсә бар икән. хәҙерге көндә ул ҡулға бәйләй торған туҡыма остоғон аңлата (armlet, нарукавная повязка) ә боронғо ваҡыттарҙа яугирҙарҙың ҡулдарын һаҡлаусы тимер еңсәләрҙе белдергән (gauntlet, наручи). Колчак фамилияһы ошо әйбергә килеп сығышы менән бәйле
бөтәһе лә тап килә һымаҡ, ҡулға кейер өсөн әйберҙең түңәрәк ауыҙы булырға тейеш. ләкин әйтеүемсә, был версия үтә бәхәсле
башҡорт телендә тағы ла ҡулсаҡ тигән этнографизм бар. ул аттың алғы тояҡтарының тиреһенән эшләнгән ҡымыҙ һауыты ә кольцо һүҙе айырым тора һәм башҡа Һинд-Европа телдәре менән бәйле. мәҫәлән, wheel һәм чакра һүҙҙәре менән, тик был инде бөтөнләй икенсе һорау ә һеҙҙә ниндәй мәғлүмәт бар?
16 Nov, 16:22

төплө: етди, эшлекле Ул бик төплө кеше, уның һүҙенә ышанырға була They are a very grounded person, you can trust their word т
төплө: етди, эшлекле Ул бик төплө кеше, уның һүҙенә ышанырға була They are a very grounded person, you can trust their word тағы ла, төплө егет: булдыҡлы, ышаныслы егет eng. reliable guy рус. серьёзный парень төплө кәңәш: файҙалы, тормош үҙгәртер кәңәш eng. solid advice рус. дельный совет төплө итеп һөйләү: кәрәкмәгән мәғлүмәт таратмайынса тура итеп һөйләү eng. talk to the point рус. говорить по делу eng. grounded, serious, reliable, solid #һүҙлек #vocab #A1
11 Nov, 15:18

кем йәшелсә ярата? кто любит овощи? ЙӘШЕЛСӘЛӘР овощи кишер - морковь ҡыяр - огурец һуған - лук ҡабаҡ - тыква йәшелсәләрҙе аша
+5
кем йәшелсә ярата? кто любит овощи? ЙӘШЕЛСӘЛӘР овощи кишер - морковь ҡыяр - огурец һуған - лук ҡабаҡ - тыква йәшелсәләрҙе ашар өсөн әҙерләгәндә ошо ҡылымдарҙы әйтегеҙ говорите эти глаголы, когда подготавливаете овощи к обеду әрсеү - очищать от шкурки турау - крошить, резать тоҙлау - солить бешереү - готовить - Мин һуған әрсегәндә гел илайым! - Илама! Бысаҡты беренсе һалҡын һыуға һал, шунан һуң әрсе - Когда я чищу лук, я всегда плачу! - Не плачь! Сначала положи нож в холодную воду, а потом чисти һалҡын һыу ысын ярҙам итәме икән? неужели холодная вода реально помогает? #башланғыс #beginner #A1A2
10 Nov, 15:28

ҠОРҒАН ҠОРОУ нисек тәржемә ителә? 😉
Anonymous voting
06 Nov, 15:54

әрем: әсе тәмле, аҡһыл йәшел ҡый үләне Әсе әремдең еҫе бик көслө Bitter wormwood's smell is really strong ҡыҙыҡ-мыҙыҡ, әрем,
әрем: әсе тәмле, аҡһыл йәшел ҡый үләне Әсе әремдең еҫе бик көслө Bitter wormwood's smell is really strong ҡыҙыҡ-мыҙыҡ, әрем, йә Йәшел Фея, 19-сы быуатта Парижда абсент тигән яңы хит эсемлегенә уның йәшерен ингредиенты булып киң танылыу биргән төрки халыҡтары өсөн ошо ҡырҡыу еҫле дала үләне туған яҡ хәтере булып торған eng. wormwood рус. полынь #һүҙлек #vocab #B2
02 Nov, 08:35

+3
бәлки Born from Culture челленджы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. был бер кешенең яҡты уйы шул хәтлем күңелемә ята, хатта әйтеп бөткөһөҙ
әлбиттә, был видеолар elevator pitch* кеүек ассоциациялар тыуҙыра, ләкин миңә, бөтә халыҡтарҙы һәм уларҙың телдәрен һәм мәҙәниәттәрен яратҡан кешегә, был иң ләззәтле нәмә Башҡортостан: видеола данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм проектты продюсер Софья Ялалова менән режиссер Руслан Римович тормошҡа ашырҙы юғары кимәлдә тырышҡандары күренеп тора, шуға күрә эш бик оҡшаны. беҙгә үҙебеҙ тураһында донъяға күп нәмә асыуы бар әле, беҙ уны тулыһынса төшөнөп етмәгәнбеҙ. авторҙарға рәхмәт! ләкин, минең personal favourites - икенсе эштәр. мине ныҡ ғәжәпләндергән энергия, манифестация кимәле һәм (нисек әйтергә белмәйем, ярай булһын) геометрияһы буйынса лидерҙар - ошолар: Грузия: "Апхазети" дәүләт ансамбле һәм BDC Stage бейеү коллективы һәм, иң һоҡландырғаны, Level Six компанияһы, бигерәк тә Австралия хореографы Джеймс Митчелл Фенвик һәм режиссер Уилл Персилье, - трендтың авторҙары (!) Бурятия: "Байкал" бурят дәүләт милли йыр һәм бейеү театры һәм режиссерҙары Жалсан Жалсанов һәм Галмандах Баттулга, хореограф Дандар Бадлуев. көслө видео килеп сыҡты, минеңсә! тағын бер видео йәтеш кенә (so cute). ҡарағандан һуң, ошо халыҡ вәкилдәре менән дуҫлашып киткеһе килде - саф вайб: Эстония: Таллин университетының "Совельдая" (Solvedaja) халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм хореограф студент Эло Унт
ниндәй видео миңә эләгә, ниндәй генә халыҡ булмаһын - бөтәһенә лә лайыҡ ҡуям, сөнки был бик иманлы, игелекле тенденция
*elevator pitch: үҙеңдең иң яҡшы яҡтарың тураһында бер-ике минутлыҡ ҡыҫҡа презентация һеҙ ошо трендты беләһегеҙме? яратҡандарығыҙ ниндәй?
29 Oct, 12:08

остоҡ: нимәнеңдер бик бәләкәй өлөшө Был ҡағыҙ остоғонда йәшерен код яҙылған The secret code is written on this scrap of paper
остоҡ: нимәнеңдер бик бәләкәй өлөшө Был ҡағыҙ остоғонда йәшерен код яҙылған The secret code is written on this scrap of paper тағы ла, ирония менән һөйләгәндә ниндәйҙер тулы формаһына кемдер йә нимәлер тап килмәгәндә әйтелә. мәҫәлән, ир ҡорона етмәгән бәләкәй малайҙарға - ир остоғо тиҙәр. шулай уҡ, бәләкәй ҡыҙ балаларға - ҡатын остоғо бар eng. srcap, little piece, fragment #һүҙлек #vocab #B2
28 Oct, 07:21

нисек һеҙгә оҡшай? 👀
Anonymous voting
27 Oct, 13:56

💡мин бына нимә таптым: уғыҙ (төрөк, әзербайжан) һәм ҡарлуҡ (үзбәк, уйғыр) телдәрендә “Stories” терминын "хикәйәләр" тип тәржемә итәләр ҡыпсаҡ (ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ) телдәрендә - "тарихтар" башҡортсаға, ҡыпсаҡ теленә, килгәндә, ҡалай яҡшыраҡ тип уйлайһығыҙ? түбәндә тауыш бирегеҙ! ⤵
27 Oct, 13:53

мин алмаш-гендер темаһын яңы өйрәнә башланым, шуға күрә хаталарым булһа йә берәй нимәне әйтеп үтмәгән булһам, зинһар, комментарийҙарҙа иҫкәртеп ҡуйығыҙ
тағы башҡа телдәр, биерәк тә бөтә төрки йә кавказ йә ҡытай телдәре, буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәт булһа, бүлешеүегеҙҙе үтенәм 24 октябрь минең каналда "Ул" алмашы - ҡатын менән ир араһында тиңлек? тигән тема буйынса һөйләшеү клубы осрашыуы үтте. килгән дуҫтарыма ҙур рәхмәт, беҙҙең әңгәмә йылы, иркен атмосферала үтте. тағын бер аҫылташ шул осршыуҙан һуң мин күп алмаштар тураһында уйландым һәм башҡа уникаль телдәрҙә хәлдәр нисек икән тип ҡыҙыҡһына башланым мәҫәлән, вьетнам теле: улар бөтөнләй "ул" тигән алмашты ҡулланмайҙар икән. ниндәйҙер оҡшаған һүҙҙәре бар ул, тик уның урынына кешенең йәмәғәт эсендә статусын билдәләйҙәр йә кешенең исемен ҡушып әйтәләр әгәр беҙ башҡорттар улар һымаҡ һөйләшһәк, "ул" урынына ошолай тип йышыраҡ әйтер инек: "Булат ҡусты таксиға ултырып ҡайтты" йә "Зифа апай иртәгә киләсәк" һ.б. пираха теле: был Амазонка буйында йәшәгән бәләкәй халыҡ теле. лингвистар буйынса, уларҙа бөтөнләй "ул" алмашы булмаған. улар яңы ғына ниндәйҙер күрше халыҡтан бер ярашлы һүҙ алған булғандар ҙа ул, тик барыбер ҡулланймайҙар. уларға кәрәкмәй, сөнки тормошта улар контекст эсендә генә аралашалар әгәр башҡорттар ҙа шулай йәшәһә, беҙ ҡылымдар ғына ысҡындырыр инек, уларҙы ла бөтәһенә лә аңлайышлы булған осраҡтарҙа ғына - "ашай" йә "йоҡлай" һ.б. бик үк тиҙ аңлашылмағанда - "һунарсы ашай" йә (исемдәре менән) "Азат йоҡлай" тип кенә йөрөр инек дирбал теле: был минең иң яратҡаным. дирбал телендә Австралиялағы халыҡ һөйләшә һәм уларҙың ҡараштары шул хәтлем үҙенсәлекле! үҙегеҙ хәл итегеҙ: улар алмаш урынына кешенең ниндәй алыҫлыҡта тороуын тасуирлайҙар башҡортса ошолай булыр ине - "уң яғымда торған кеше кино ҡарай" йә "ана алыҫта, һин уны күрмәйһең, торған кеше бөгөн тышҡа сыҡмай" тағы ла, улар бөтә донъяларын дүрт киҫәккә бүләләр: йәнле нәмәләр һәм ирҙәр ут, һыу, хәүефле нәмәләр һәм ҡатын-ҡыҙҙар (миңә оҡшай, бик хәтәр) ашарға яраған емеш-еләк һәм йәшелсә башҡа нәмә ошоларҙан ниндәй ҙә булһа телдең эсендә сағылған донъяға ҡараштарҙы бер планетаға таратһаң, нисек булыр ине, йә?
26 Oct, 14:51

сәләмдәр! 👋 миңә stories (хикәйәләр) өсөн 1️⃣ буст етмәй 🥺 бәлки берәй кемдә эшһеҙ яталыр. бирегеҙ минең каналға, зинһар өсөн (Premium-яҙылыу кәрәк) https://t.me/boost/cs_kendek
23 Oct, 08:24

бесәйҙәр талашһа, юғары материя тураһында әлбиттә
22 Oct, 15:55

ошо яҙманың дауамы продолжение этого поста АЛМАШТАР: урын-ваҡыт килеш местоимения: пространственно-временной падеж миндә - у
+5
ошо яҙманың дауамы продолжение этого поста АЛМАШТАР: урын-ваҡыт килеш местоимения: пространственно-временной падеж миндә - у меня Миндә яңы күлдәк бар - У меня есть новое платье һиндә - у тебя - Һиндә бөгөн нимә бар? - Бер нәмә лә, ял итәм. - Что у тебя есть на сегодня? (в значении какие дела нужно сделать) - Ничего, отдыхаю. унда - у него / у неё Ниңә унда беренсе урын? - Почему у него /неё первое место? беҙҙә - у нас Беҙҙә байрам! - У нас праздник! һеҙҙә - у вас Һеҙҙә бик яҡшы - У вас очень хорошо (в значении, что дома у кого-то уютно и весело) уларҙа - у них Уларҙа өс йөрәк бар - У них три сердца (имеются ввиду осьминоги) тағы ла, һигеҙаяҡтарҙа ҡан зәңгәр төҫлө также у осьминогов кровь голубая уңыштар! удачи! #башланғыс #beginner #A1A2
21 Oct, 16:00

беҙ телдә һөйләшмәйбеҙ. тел беҙҙең аша һөйләй йәшермәйек: ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат тиңлеге тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ ғәҙәттә инте
беҙ телдә һөйләшмәйбеҙ. тел беҙҙең аша һөйләй йәшермәйек: ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат тиңлеге тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ ғәҙәттә интернеттағы яттан өйрәнелгән шаблонлы бәхәстәргә һәм үпкәләштәргә батып ҡалабыҙ. шул уҡ ваҡытта, бер уйлап ҡарағыҙ: әгәр беҙ һөйләшкән тел мәсьәләне күптән үҙенсә хәл итеп ҡуйған булһа?
башҡорт телендә зат (гендер) алмаштары юҡ. ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, батшамы әллә хеҙмәтсеме - барыһы өсөн дә бер генә һүҙ бар: "ул"
ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, телдең гендерһыҙ структураһы - осраҡлы лингвистик күренеш түгел, ә йәмғиәттең әүҙем иҫән-һау ҡалыуына йүнәлтелгән, ҡәтғи һәм яһалма иерархиялар өсөн урын ҡалдырмаған боронғо донъяға ҡарашы әйткәндәрҙе иҫәпкә алып, мин һеҙҙе әңгәмә ҡорорға саҡырам, һәм беҙҙең тема: "Ул" алмашы - ҡатын менән ир араһында тиңлекме? әңгәмә ике бүлектән торасаҡ беренсе бүлек: бер подкасттың бәләкәй өлөшөн тыңлайбыҙ һәм комментарий бирәбеҙ. ул подкастта ҡаҙаҡ тарихсыһы күсмә халыҡтарҙың гендер тиңлегенә үҙенсәлекле мөнәсәбәттәрен асыҡлай икенсе бүлек: һорауҙар "ул" тип әйткәндә ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы абруй балансын һиҙәгеҙме? һеҙҙең өсөн "ир-атлыҡ" йә "ҡатын-ҡыҙлыҡ" төшөнсәләренең ниндәй өлөшө эске асылдан килә, ә ҡайһылары - йәмғиәт таҡҡан тамға ғына? һеҙ ҡасандыр һүҙ ҡорбаны булғанығыҙ бармы? мин сәйәси амбицияларҙы ситкә ҡуйып, эскерһеҙ фекер алышыу урынын асам. күңелегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ ҙа һөйләшергә килегеҙ ҡасан: 24 октябрь, шәмбе, 21:00 (Өфө ваҡыты) ҡайҙа: Zoom кем өсөн: 16+ (башҡортса иркен һөйләшеүселәр өсөн) саҡырыу алыр өсөн комментарийҙарҙа "ҡатнашам" тип яҙыуығыҙ етә
21 Oct, 05:37

сәләм, дуҫтар! 🥰 бөгөн стрим булмаясаҡ, сөнки миндә ребрендинг, lol 😄
20 Oct, 12:42

миңә башҡорт әйтемдәрен йыйырға бик оҡшай, сөнки уларҙың үткер мәғәнәһе уй-фекерҙе бер урынға йыйыштырып алған һымаҡ тәмле аш
миңә башҡорт әйтемдәрен йыйырға бик оҡшай, сөнки уларҙың үткер мәғәнәһе уй-фекерҙе бер урынға йыйыштырып алған һымаҡ
тәмле ашҡа ҡалаҡ кәрәкмәй: (әйтем) тура мәғәнәһе буйынса аш артыҡ тәмле итеп бешерелһә уны былай ҙа (мәҫәлән, ҡалаҡһыҙ) ашап бөтәсәктәр тигән һүҙ икенсе мәғәнә лә өҫтәп була тигән уйым бар, сөнки тәмле аш урынында сифатлы тауар йә файҙалы хеҙмәт (хатта вируслы TikTok видеоһы) булыуы мөмкин ошо ыңғай менән, һатып алыусы барыбер өйөр-өйөр килеп нимә бар бөтәһен дә эләктереп китер eng. a good thing speaks for itself рус. хороший товар в рекламе не нуждается #әйтем
19 Oct, 06:46

был яҙма өҫтөндә эшләп ултырғанда илтеү хеҙмәтенә былау заказы нисектер бирелде лә ҡуйҙы - һеҙ ҙә һаҡ булығыҙ былау: (фарсы)
+5
был яҙма өҫтөндә эшләп ултырғанда илтеү хеҙмәтенә былау заказы нисектер бирелде лә ҡуйҙы - һеҙ ҙә һаҡ булығыҙ
былау: (фарсы) дөгө менән иттән бешерелгән аш, Үзбәкстандың милли аш-һыуының иң танылған төрө бер нисә ҡыҙыҡтар тәҡдим итәм: Әбүғәлисина (тағы ла Ибн Сина йә Авиценна) былау рецептын уйлап сығарған тиҙәр. легенда буйынса, Бохара батшаһының улы ғишыҡтан һарғая башлаған. Әбүғәлисина уға калориялы бомба ашатып аяҡҡа баҫтырған. хәҙер нимә эшләргә беләһегеҙ, рәхмәт тимәгеҙ үзбәк телендә "palov" тип әйтәләр һәм был һүҙ үҙе - ингредиенттар исемлеге Piyoz (үзбәк/фарсы) = һуған Ayoz (үзбәк диалект) = кишер Lahm (ғәрәп) = ит Olio (латин) = май Vet (согдий) = тоҙ + Ob (тажик/фарсы) = һыу Sholi (үзбәк) = дөгө PALOV-OSH - ошолай Әбүғәлисина үҙенең дарыуының рецептын яҙып ҡалдырған тигән ышаныуҙар бар. был, әлбиттә, матур легенда ғына. ләкин Бөйөк Ебәк юлы кеүек төрлө халыҡтарҙың телдәрен бергә ҡушҡан Төркиәлә фәс баш кейеме былау ашына яңы форма биргән. perde pilavi дөгө, тауыҡ ите һәм тәмләткестәр менән тултырылған бәлеште хәтерләтә. тыш яғын баҙам (миндаль) менән биҙәкләйҙәр Бөйөк Искәндәр Мараканд (хәҙерге Сәмәрҡәнд) ҡалаһын баҫып алғанда үҙенсәлекле бешерелгән дөгөнө (рис) тәмләп ҡараған да техникаһын үҙе менән Юнанистанға (Греция) алып киткән тиҙәр. ул техника дөгөнө йомшаҡ, ләкин бер-береһенә йәбешкән хәленә еткермәйенсә бешереүҙә булған
һәр бер легендала дөрөҫлөк тамсыһы бар. был яҙма уйланыр өсөн эшләнде һәм тағы ла башҡортса һөйләшергә бик уңайлы булды. һеһгә лә ҡыҙыҡ булды тип ышанам
eng. pilaf, pilau
14 Oct, 09:07

🪩 һәр шишәмбе - беҙҙә стрим!!! (22:00 Өфө ваҡыты) бөгөн мөмкин тема: насар һыҙаттарыбыҙҙың яҡшыраҡ игеҙәктәре / the better d
🪩 һәр шишәмбе - беҙҙә стрим!!! (22:00 Өфө ваҡыты) бөгөн мөмкин тема: насар һыҙаттарыбыҙҙың яҡшыраҡ игеҙәктәре / the better doubles of our worst traits (мәҫәлән, иң яҡшы профессионалдар йыш Ялғансы синдромынан сыға) 📱 бөтә стримдар HelloTalk мобиль ҡушымтаһында үткәрелә, сайттарында QR-код аша йөкләтеп була ⚠️ ҡушымтаны бушлай ҡулланырға мөмкин, ләкин көнөнә бер генә сәғәт бирелә ➡️ минең ник: Irish (Voiceroom битендә башҡа стримдар араһында эҙләгеҙ) ❤️ комментарийҙарҙа ултырып ҡына ҡатнашып була, оялмағыҙ - әйтегеҙ 🤩 рус һүҙҙәрен ҡушып булһа ла башҡортса һөйләргә һәм яҙырға тырышығыҙ 🤩 әгәр башҡорттар булһа - башҡортса һөйләшәбеҙ; булмаһа - инглизсә 🤩 әҙәпте өҫтөн ҡуйығыҙ - был бик мөһим!
13 Oct, 12:53