был ребуста ниндәй һүҙ йәшерелгән?
ярҙам,
шул һүҙҙе түбәнге әйтем эсенә ҡуйып була
ҡуллана белмәһәң, ...ға үпкәләмә
#ребус
25 Noy, 09:18
мин күптән күренмәйем, ғәфү итегеҙ - эшем өйөлөп ята. ләкин мин бөгөн һеҙгә бер ҡыҙыҡлы нәмә килтерҙемHOW TO TRAIN YOUR DRAGON беренсе видео: башҡортса икенсеһе: инглизсә был минең яратҡандарҙың береһе. башҡортса тулы версияһын ҡарап сыҡтым да кире йәш көндәремә ҡайтҡан һымаҡ булдым йәнһүрәткә көслө идея һалынған. нисек тә булһа, үҙемә бик яҡын. башҡаларға оҡшмаған, ләкин атаһының һәм ҡәбиләһенең ғорурлығы булырға тырышҡан (шаяртам, үҙенә ҡыҙ табыу тураһында хыялланған) йәш викинг бөтә системаны түңкәрә һәм.. аҡылы, тәүәкәллеге өсөн барыһын да зиһен юлына ҡуя миңә нимә оҡшай, шул бер кемдән дә танылмаған "хәлһеҙ" йәш егеттең үҙ юлынан төшмәйенсә башҡаларға айырым торған көсөн күрһәтеүе ә видеола әле йәнһүрәт башы ғына. күрмәгән булһағыҙ, мин һеҙгә ҡарауығыҙҙы боҙмайым * тәржемә буйынса бер нисә генә иҫкәрмә: отмель - һайлыҡ (һыуҙың тәрән булмаған урыны) олжа (ҡаҙаҡ) - улъя (иҫкергән һүҙ, тағы ла ғәнимәт йә трофей) йәнһүрәтте башҡортса ҡарарға теләк булһа - бына һылтанма
бөтәһе лә тап килә һымаҡ, ҡулға кейер өсөн әйберҙең түңәрәк ауыҙы булырға тейеш. ләкин әйтеүемсә, был версия үтә бәхәслебашҡорт телендә тағы ла ҡулсаҡ тигән этнографизм бар. ул аттың алғы тояҡтарының тиреһенән эшләнгән ҡымыҙ һауыты ә кольцо һүҙе айырым тора һәм башҡа Һинд-Европа телдәре менән бәйле. мәҫәлән, wheel һәм чакра һүҙҙәре менән, тик был инде бөтөнләй икенсе һорау ә һеҙҙә ниндәй мәғлүмәт бар?
бәлки Born from Culture челленджы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. был бер кешенең яҡты уйы шул хәтлем күңелемә ята, хатта әйтеп бөткөһөҙәлбиттә, был видеолар elevator pitch* кеүек ассоциациялар тыуҙыра, ләкин миңә, бөтә халыҡтарҙы һәм уларҙың телдәрен һәм мәҙәниәттәрен яратҡан кешегә, был иң ләззәтле нәмә Башҡортостан: видеола данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм проектты продюсер Софья Ялалова менән режиссер Руслан Римович тормошҡа ашырҙы юғары кимәлдә тырышҡандары күренеп тора, шуға күрә эш бик оҡшаны. беҙгә үҙебеҙ тураһында донъяға күп нәмә асыуы бар әле, беҙ уны тулыһынса төшөнөп етмәгәнбеҙ. авторҙарға рәхмәт! ләкин, минең personal favourites - икенсе эштәр. мине ныҡ ғәжәпләндергән энергия, манифестация кимәле һәм (нисек әйтергә белмәйем, ярай булһын) геометрияһы буйынса лидерҙар - ошолар: Грузия: "Апхазети" дәүләт ансамбле һәм BDC Stage бейеү коллективы һәм, иң һоҡландырғаны, Level Six компанияһы, бигерәк тә Австралия хореографы Джеймс Митчелл Фенвик һәм режиссер Уилл Персилье, - трендтың авторҙары (!) Бурятия: "Байкал" бурят дәүләт милли йыр һәм бейеү театры һәм режиссерҙары Жалсан Жалсанов һәм Галмандах Баттулга, хореограф Дандар Бадлуев. көслө видео килеп сыҡты, минеңсә! тағын бер видео йәтеш кенә (so cute). ҡарағандан һуң, ошо халыҡ вәкилдәре менән дуҫлашып киткеһе килде - саф вайб: Эстония: Таллин университетының "Совельдая" (Solvedaja) халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм хореограф студент Эло Унт
ниндәй видео миңә эләгә, ниндәй генә халыҡ булмаһын - бөтәһенә лә лайыҡ ҡуям, сөнки был бик иманлы, игелекле тенденция*elevator pitch: үҙеңдең иң яҡшы яҡтарың тураһында бер-ике минутлыҡ ҡыҫҡа презентация һеҙ ошо трендты беләһегеҙме? яратҡандарығыҙ ниндәй?
мин алмаш-гендер темаһын яңы өйрәнә башланым, шуға күрә хаталарым булһа йә берәй нимәне әйтеп үтмәгән булһам, зинһар, комментарийҙарҙа иҫкәртеп ҡуйығыҙтағы башҡа телдәр, биерәк тә бөтә төрки йә кавказ йә ҡытай телдәре, буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәт булһа, бүлешеүегеҙҙе үтенәм 24 октябрь минең каналда "Ул" алмашы - ҡатын менән ир араһында тиңлек? тигән тема буйынса һөйләшеү клубы осрашыуы үтте. килгән дуҫтарыма ҙур рәхмәт, беҙҙең әңгәмә йылы, иркен атмосферала үтте. тағын бер аҫылташ шул осршыуҙан һуң мин күп алмаштар тураһында уйландым һәм башҡа уникаль телдәрҙә хәлдәр нисек икән тип ҡыҙыҡһына башланым мәҫәлән, вьетнам теле: улар бөтөнләй "ул" тигән алмашты ҡулланмайҙар икән. ниндәйҙер оҡшаған һүҙҙәре бар ул, тик уның урынына кешенең йәмәғәт эсендә статусын билдәләйҙәр йә кешенең исемен ҡушып әйтәләр әгәр беҙ башҡорттар улар һымаҡ һөйләшһәк, "ул" урынына ошолай тип йышыраҡ әйтер инек: "Булат ҡусты таксиға ултырып ҡайтты" йә "Зифа апай иртәгә киләсәк" һ.б. пираха теле: был Амазонка буйында йәшәгән бәләкәй халыҡ теле. лингвистар буйынса, уларҙа бөтөнләй "ул" алмашы булмаған. улар яңы ғына ниндәйҙер күрше халыҡтан бер ярашлы һүҙ алған булғандар ҙа ул, тик барыбер ҡулланймайҙар. уларға кәрәкмәй, сөнки тормошта улар контекст эсендә генә аралашалар әгәр башҡорттар ҙа шулай йәшәһә, беҙ ҡылымдар ғына ысҡындырыр инек, уларҙы ла бөтәһенә лә аңлайышлы булған осраҡтарҙа ғына - "ашай" йә "йоҡлай" һ.б. бик үк тиҙ аңлашылмағанда - "һунарсы ашай" йә (исемдәре менән) "Азат йоҡлай" тип кенә йөрөр инек дирбал теле: был минең иң яратҡаным. дирбал телендә Австралиялағы халыҡ һөйләшә һәм уларҙың ҡараштары шул хәтлем үҙенсәлекле! үҙегеҙ хәл итегеҙ: улар алмаш урынына кешенең ниндәй алыҫлыҡта тороуын тасуирлайҙар башҡортса ошолай булыр ине - "уң яғымда торған кеше кино ҡарай" йә "ана алыҫта, һин уны күрмәйһең, торған кеше бөгөн тышҡа сыҡмай" тағы ла, улар бөтә донъяларын дүрт киҫәккә бүләләр: йәнле нәмәләр һәм ирҙәр ут, һыу, хәүефле нәмәләр һәм ҡатын-ҡыҙҙар (миңә оҡшай, бик хәтәр) ашарға яраған емеш-еләк һәм йәшелсә башҡа нәмә ошоларҙан ниндәй ҙә булһа телдең эсендә сағылған донъяға ҡараштарҙы бер планетаға таратһаң, нисек булыр ине, йә?
башҡорт телендә зат (гендер) алмаштары юҡ. ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, батшамы әллә хеҙмәтсеме - барыһы өсөн дә бер генә һүҙ бар: "ул"ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, телдең гендерһыҙ структураһы - осраҡлы лингвистик күренеш түгел, ә йәмғиәттең әүҙем иҫән-һау ҡалыуына йүнәлтелгән, ҡәтғи һәм яһалма иерархиялар өсөн урын ҡалдырмаған боронғо донъяға ҡарашы әйткәндәрҙе иҫәпкә алып, мин һеҙҙе әңгәмә ҡорорға саҡырам, һәм беҙҙең тема: "Ул" алмашы - ҡатын менән ир араһында тиңлекме? әңгәмә ике бүлектән торасаҡ беренсе бүлек: бер подкасттың бәләкәй өлөшөн тыңлайбыҙ һәм комментарий бирәбеҙ. ул подкастта ҡаҙаҡ тарихсыһы күсмә халыҡтарҙың гендер тиңлегенә үҙенсәлекле мөнәсәбәттәрен асыҡлай икенсе бүлек: һорауҙар "ул" тип әйткәндә ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы абруй балансын һиҙәгеҙме? һеҙҙең өсөн "ир-атлыҡ" йә "ҡатын-ҡыҙлыҡ" төшөнсәләренең ниндәй өлөшө эске асылдан килә, ә ҡайһылары - йәмғиәт таҡҡан тамға ғына? һеҙ ҡасандыр һүҙ ҡорбаны булғанығыҙ бармы? мин сәйәси амбицияларҙы ситкә ҡуйып, эскерһеҙ фекер алышыу урынын асам. күңелегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ ҙа һөйләшергә килегеҙ ҡасан: 24 октябрь, шәмбе, 21:00 (Өфө ваҡыты) ҡайҙа: Zoom кем өсөн: 16+ (башҡортса иркен һөйләшеүселәр өсөн) саҡырыу алыр өсөн комментарийҙарҙа "ҡатнашам" тип яҙыуығыҙ етә
миңә башҡорт әйтемдәрен йыйырға бик оҡшай, сөнки уларҙың үткер мәғәнәһе уй-фекерҙе бер урынға йыйыштырып алған һымаҡтәмле ашҡа ҡалаҡ кәрәкмәй: (әйтем) тура мәғәнәһе буйынса аш артыҡ тәмле итеп бешерелһә уны былай ҙа (мәҫәлән, ҡалаҡһыҙ) ашап бөтәсәктәр тигән һүҙ икенсе мәғәнә лә өҫтәп була тигән уйым бар, сөнки тәмле аш урынында сифатлы тауар йә файҙалы хеҙмәт (хатта вируслы TikTok видеоһы) булыуы мөмкин ошо ыңғай менән, һатып алыусы барыбер өйөр-өйөр килеп нимә бар бөтәһен дә эләктереп китер eng. a good thing speaks for itself рус. хороший товар в рекламе не нуждается #әйтем
был яҙма өҫтөндә эшләп ултырғанда илтеү хеҙмәтенә былау заказы нисектер бирелде лә ҡуйҙы - һеҙ ҙә һаҡ булығыҙбылау: (фарсы) дөгө менән иттән бешерелгән аш, Үзбәкстандың милли аш-һыуының иң танылған төрө бер нисә ҡыҙыҡтар тәҡдим итәм: Әбүғәлисина (тағы ла Ибн Сина йә Авиценна) былау рецептын уйлап сығарған тиҙәр. легенда буйынса, Бохара батшаһының улы ғишыҡтан һарғая башлаған. Әбүғәлисина уға калориялы бомба ашатып аяҡҡа баҫтырған. хәҙер нимә эшләргә беләһегеҙ, рәхмәт тимәгеҙ үзбәк телендә "palov" тип әйтәләр һәм был һүҙ үҙе - ингредиенттар исемлеге Piyoz (үзбәк/фарсы) = һуған Ayoz (үзбәк диалект) = кишер Lahm (ғәрәп) = ит Olio (латин) = май Vet (согдий) = тоҙ + Ob (тажик/фарсы) = һыу Sholi (үзбәк) = дөгө PALOV-OSH - ошолай Әбүғәлисина үҙенең дарыуының рецептын яҙып ҡалдырған тигән ышаныуҙар бар. был, әлбиттә, матур легенда ғына. ләкин Бөйөк Ебәк юлы кеүек төрлө халыҡтарҙың телдәрен бергә ҡушҡан Төркиәлә фәс баш кейеме былау ашына яңы форма биргән. perde pilavi дөгө, тауыҡ ите һәм тәмләткестәр менән тултырылған бәлеште хәтерләтә. тыш яғын баҙам (миндаль) менән биҙәкләйҙәр Бөйөк Искәндәр Мараканд (хәҙерге Сәмәрҡәнд) ҡалаһын баҫып алғанда үҙенсәлекле бешерелгән дөгөнө (рис) тәмләп ҡараған да техникаһын үҙе менән Юнанистанға (Греция) алып киткән тиҙәр. ул техника дөгөнө йомшаҡ, ләкин бер-береһенә йәбешкән хәленә еткермәйенсә бешереүҙә булған
һәр бер легендала дөрөҫлөк тамсыһы бар. был яҙма уйланыр өсөн эшләнде һәм тағы ла башҡортса һөйләшергә бик уңайлы булды. һеһгә лә ҡыҙыҡ булды тип ышанамeng. pilaf, pilau