БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 021
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-830 days
Posts Archive
2 021
Дыуан районы Ярославка ауылынан тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне
Урындағы хакимиәт вәкилдәре йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотланы. Лидия Степановнаның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, меңләгән тыл эшсәндәре кеүек, ул да Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Алты йәшенән умарталыҡта ярҙамсы, һуңынан колхозда эшләй. Әле ветеранға туғанының ғаиләһе ярҙам күрһәтә.
2 021
Башҡортостан пенсионерҙарына саф һауала фитнес менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр
"Икенсе һулыш. Өлкәндәр өсөн фитнес" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Ул 5 майҙан уҙғарыла. Өфөнән 30 кеше саф һауала тренер менән бушлай шөғөлләнә. Күнекмәләр Яҡутов исемендәге паркта аҙнаһына ике тапҡыр була.
2 021
Бөгөн Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт әҙерлеге үҙәгенә 25 йыл
Ул Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионы базаһында спорт клубы булараҡ асыла. Үҙәк янында мотоспорт буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт техник мәктәбе эшләй. Боҙҙа мотоциклдарҙа уҙыш буйынса “Башҡортостан” командаһы - ил беренселегендә, үҙәк тәрбиәләнеүселәре- Дмитрий Буланкин, Николай Красников, Андрей Шишегов, Николай Акимов, Борис Самородов донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттарында күп тапҡырҙар еңеүсе булды.
2 021
"Рәсәй буйлап сәйәхәт" проектында Башҡортостандан экспозиция күрһәтелгән
Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Күргәҙмәнең Урал төбәгенә бағышланған өлөшөндә Башҡортостандың матурлығын күрергә мөмкин. Турахан кәшәнәһе, Шүлгәнташ музей комплексы, Салауат Юлаевҡа, Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәлдәр урын алған. Күргәҙмә Мәскәүҙә "Рәсәй" милли үҙәгендә ойошторолған.
2 021
«Еңеү рухы йөрәктә»: Өфөлә «Тамыр» телеканалының концерты үтте
Еңеү рухы йөрәктә. Ошо исем аҫтында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Тамыр» телеканалы ойошторған концерт ошо исем аҫтында үтте. Сарала илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йыр-моң яңғыраны, донъя кимәлендә танылған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ данланды.
2 021
Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында хәбәрселәрҙе уҡытыу курсы тамамланды
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының белем биреү үҙәгендә хәбәрселәр, блогерҙар, мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләүселәр, зшҡыуарҙар белемен камиллаштырҙы. Улар араһында телевидение һәм радиола эшләүсе хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. 8 апрелдән 17-һенә тиклем дауам иткән интенсив курстарҙа 30 кеше белем эстәгән. Уҡыу һуңында хәбәрсе эшенең нескәлектәрен өйрәнеп, төп эш алымдарын үҙләштереүселәргә танытмалар тапшырылды.
2 021
Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операция биләмәһенә 15-се гуманитар конвой оҙатылды
Ҡара мэры Эмиль Шәймәрҙәнов етәкселегендәге төркөм Луганск халыҡ республикаһына барып етте. 40 тонна йөк тейәлгән ике фура менән коптерҙар, юғары үтеүсән техника, махсус саралар, генераторҙар, 4 автомобиль һәм мотоцикл килтерелде. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, медикаменттар, шәхси посылкалар һәр гумконвойҙың традицион өлөшө булып тора. Ярҙамды ойоштороуҙа Стәрлетамаҡ хакимиәте, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм ҡаланың битараф булмаған халҡы ҡатнашты.
2 021
Баймаҡ районында «Анюта» носилкаларын әҙерләйҙәр
Баймаҡ районының «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ир-егеттәре махсус хәрби операция биләмәһендә яралыларҙы сығарыу өсөн кәрәкле булған «Анюта» носилкаларын әҙерләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә 136 кешегә иҫәпләнгән икенсе торлаҡ корпусы асылды
Һайлап алыу пунктында йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Кандидаттар ошонда уҡ консультация ала, медицина комиссияһын үтә, документтарҙы тергеҙә. Барыһы ла оператив рәүештә хәл ителә. Яңы корпустың асылыуы Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең артыуы менән бәйле.
2 021
Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө юлланды
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙна ял иткәндән һуң, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө юлланды. Ғәҙәттәгесә, ил һаҡсыларын оҙатыу «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Яугирҙар ялдарының күпселек өлөшөн өйҙә яҡындары менән уҙғарған.
2 021
Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш көсәйтелә
Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия һалым хеҙмәтенән мәғлүмәт ярҙамы аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың спорт министры Руслан Хәбибов етәкселегендәге ведомство-ара комиссия ултырышында республикала легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар тикшерелде.
2 021
Архангел районында 621 миллион һумлыҡ яңы ял базаһы төҙөлә
Башҡортостанда яңы ял базалары, сәнәғәт предприятиелары һәм логистик үҙәктәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Радий Хәбиров үткәргән «Инвестиция сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә миллиард һумдан ашыу инвестиция проекттары тәҡдим ителде.
2 021
Башҡортостан юлдаш телеканалының Республика лайф проектының бер меңенсе программаһы эфирға сыҡты
Башҡортостан юлдаш телеканалының Республика лайф проектының бер меңенсе программаһы эфирға сыҡты. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров Республика йортонда проекттың ижади коллективы менән осрашты.
2 021
Радий Хәбиров төбәктә йәшәгән милли диаспора вәкилдәре менән осрашты
Фекер алышыу барышында диаспоралар менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу, сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыу мәсьәләләре күтәрелде. Башҡортостан башлығы Рәсәй Президентының йыл аҙағына тиклем миграция сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләргә ҡушыуын иҫкә төшөрҙө. Уның төп йүнәлештәре йәмғиәттең һәм халыҡтың именлеге, мәҙәни үҙенсәлекте, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты һаҡлау. Республикала диаспоралар һәм мигранттар менән ошо өлкә өсөн яуаплы ведомстволар линияһы буйынса системалы эш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта һорауҙар кәмемәй. Киреһенсә, уларҙың һаны арта, - тине Радий Хәбиров.
2 021
Рәсәй ҡарабойҙай һатыуҙы арттырған
Быйыл ғинуар-март айҙарында экспорт ике тапҡырға күбәйгән. Ситкә 110 мең тонна оҙатылған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Ҡарабойҙайҙы күпләп Ҡытай ала. Шулай уҡ Рәсәй был ярманы Төркиә һәм Ираҡҡа һата. Башҡортостан ҡарайбойҙай үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Уҙған йылда беҙҙең республикала 567 тонна ярма экспортлаған.
2 021
Ринат Рамаҙановҡа — Ҡоролтай миҙалы
«Әй йола» төркөмө йырсыһы Ринат Рамаҙановҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да, нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырғандар.
Шулай уҡ уға үҙенсәлекле сувенир бүләк иткәндәр.
2 021
Бөгөн «Спартак» менән «Салауат Юлаев» командалары араһындағы серияла дүртенсе уйын үтә
Һуңғы осрашыуҙа дәғүәселәр 4-2 иҫәбе менән еңеү яулап серияла алға сыҡты. Был көндө юлаевсыларҙан уңышҡа Шелдон Репмал менән Егор Сучков өлгәште. Илдең баш ҡалаһындағы уйынды Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин. Тура трансляция төнгө сәғәт 10-сы 20 минутта башлана.
2 021
Хәйбулла районында «Быуындар хәтере» тип Еңеү фестиваленең беренсе туры уҙҙы
Хәйбулла районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан «Быуындар хәтере» тип Еңеү фестиваленең беренсе туры уҙҙы. Фестивалдә Хәйбулла районының барлыҡ ауыл советы биләмәләре ҡатнашты. Маҡан, Федоровка, Таналыҡ, Сиҙәм ауыл советы биләмәләренең үҙешмәкәр артистары башҡарыуында һуғыш темаһына арналған йыр, бейеү, тамашалар күрһәтелде.
2 021
Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы хөрмәт: фронтовиктар һәм тыл эшсәндәренә миҙалдар
Ветерандарға рәхмәт йөҙөнән. Шишмә районында Солтан Хәйҙәровҡа Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә юбилей миҙалы һәм почетлы гражданин исеме тапшырылды.
Юбилей миҙалына Новотроицк ауылынан Риза Вәлиев та эйә булды. Һуғыш башланғанда уға 13 йәш кенә була.
2 021
Башҡортостанда етештерелгән продукция «Окей» гипермаркетында һатыла башлаясаҡ
Өфөлә федераль сауҙа селтәре вәкилдәре һәм республика етештереүселәре ҡатнашлығында сауҙа-һатып алыу конференцияһы уҙҙы. Унда аҙыҡ-түлектән алып йорт кәрәк-яраҡтарына тиклем етештереүсе 50-нән ашыу ойошма коммерция тәҡдимдәре һәм продукция өлгөләре менән таныштырҙы.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
