БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 970
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-47 أيام
-1630 أيام
أرشيف المشاركات
1 970
Өфөлә Ағиҙел аша һалынған аркалы күперҙе тоташтырҙылар
«Алтын киҫелеш». Өфө халҡы өсөн мөһим ваҡиға- төҙөүселәр Ағиҙел аша һалынған күпер ярҙарын тоташтырҙы. «Алтын киҫелеш» - капиталь ремонттың иң ҡатмарлы этаптарының береһе. 1956 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә була һәм күптән яңыртыуҙы талап итә. Ҡала халҡы өсөн был төп инеү һәм ҡаланан сығыу юлы. Яңыһы төҙөлгәндән һуң 2022 йылда иҫке аркалы күперҙә капиталь ремонт башлана.
1 970
Башҡортостанда «Проффест» вакансиялар йәрминкәһе 700-ҙән ашыу ойошманы берләштерҙе
Башҡортостанда йәшәүселәргә яңы вакансиялар һәм карьера буйынса үҫеш мөмкинлеге. «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» тип исемләнгән эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабында ете йөҙҙән ашыу предприятие-ойошма ҡатнашып, хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәр буйынса консультациялар алып барҙы. Шулай уҡ сарала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн профориентация майҙансыҡтары эшләне.
1 970
Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре сиктәрендә эшҡыуарҙар менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре сиктәрендә эшҡыуарҙар менән осрашты. Төбәк етәксеһе менән асыҡ һөйләшеү барышында урындағы бизнес вәкилдәрен борсоған тиҫтәләгән һорау хәл ителде. Көн тәртибендә Радий Хәбиров Салауат Юлаев музейын төҙөкләндереү, «Янғантау» геопаркы инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләренә бағышланған ултырышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ҡарары менән Дыуан күп профилле колледжын төҙөкләндереү пландары билдәләнде.
1 970
Башҡортостанда быйыл 428 кеше талпан ҡаҙалып табипҡа күренгән
Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Ведомство белгестәре тәбиғәткә сыҡҡанда, баҡса эштәре барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Республикала халыҡ күпләп йөрөгән урындар талпанға ҡаршы препарат менән эшкәртелә.
1 970
Баш ҡалала янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Өфө беренселеге үтте
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ярыш баш ҡала янғын һағы идаралығының Чесноковка ҡасабаһындағы уҡыу полигонында ойошторолдо. Унда Өфөнөң янғынға ҡаршы көрәш бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре көс һынашты.
1 970
Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәрби парад репетицияһы уҙҙы
Унда ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был ваҡиға барыбыҙ өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә, шуға ла әҙерлек айырыуса етди бара. Ғәҙәттәгесә, репетиция «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте.
1 970
Ҡоролтайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы депутаттар тураһында күргәҙмә асылды
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда масхус хәрби операцияла ҡатнашҡан төрлө кимәл депутаттарға арналған күргәҙмә асылды. Экспозиция Республиканың Хәрби дан музейы менән берлектә ойошторолған. Стендта масхус хәрби операцияла ҡатнашҡан 84 депутат тураһында мәғлүмәт бирелгән.
1 970
Өфөнән Павловкаға илткән трассала асфальт яңыртыла
Әле Нуриман районының Красный Ключ ауылы аша үткән юл ремонтлана. Төҙөкләндереү эше «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы башҡарыла.
1 970
Башҡортостан халыҡтары милли кейем көнөн билдәләй
Бөгөн - Башҡортостан халыҡтары милли кейем көнөн билдәләй. Рәсми рәүештә 2020 йылдан башлап уҙғарылған сара быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
1 970
Дыуан районы Ярославка ауылынан тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне
Урындағы хакимиәт вәкилдәре йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотланы. Лидия Степановнаның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, меңләгән тыл эшсәндәре кеүек, ул да Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Алты йәшенән умарталыҡта ярҙамсы, һуңынан колхозда эшләй. Әле ветеранға туғанының ғаиләһе ярҙам күрһәтә.
1 970
Башҡортостан пенсионерҙарына саф һауала фитнес менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр
"Икенсе һулыш. Өлкәндәр өсөн фитнес" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Ул 5 майҙан уҙғарыла. Өфөнән 30 кеше саф һауала тренер менән бушлай шөғөлләнә. Күнекмәләр Яҡутов исемендәге паркта аҙнаһына ике тапҡыр була.
1 970
Бөгөн Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт әҙерлеге үҙәгенә 25 йыл
Ул Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионы базаһында спорт клубы булараҡ асыла. Үҙәк янында мотоспорт буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт техник мәктәбе эшләй. Боҙҙа мотоциклдарҙа уҙыш буйынса “Башҡортостан” командаһы - ил беренселегендә, үҙәк тәрбиәләнеүселәре- Дмитрий Буланкин, Николай Красников, Андрей Шишегов, Николай Акимов, Борис Самородов донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттарында күп тапҡырҙар еңеүсе булды.
1 970
"Рәсәй буйлап сәйәхәт" проектында Башҡортостандан экспозиция күрһәтелгән
Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Күргәҙмәнең Урал төбәгенә бағышланған өлөшөндә Башҡортостандың матурлығын күрергә мөмкин. Турахан кәшәнәһе, Шүлгәнташ музей комплексы, Салауат Юлаевҡа, Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәлдәр урын алған. Күргәҙмә Мәскәүҙә "Рәсәй" милли үҙәгендә ойошторолған.
1 970
«Еңеү рухы йөрәктә»: Өфөлә «Тамыр» телеканалының концерты үтте
Еңеү рухы йөрәктә. Ошо исем аҫтында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Тамыр» телеканалы ойошторған концерт ошо исем аҫтында үтте. Сарала илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йыр-моң яңғыраны, донъя кимәлендә танылған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ данланды.
1 970
Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында хәбәрселәрҙе уҡытыу курсы тамамланды
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының белем биреү үҙәгендә хәбәрселәр, блогерҙар, мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләүселәр, зшҡыуарҙар белемен камиллаштырҙы. Улар араһында телевидение һәм радиола эшләүсе хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. 8 апрелдән 17-һенә тиклем дауам иткән интенсив курстарҙа 30 кеше белем эстәгән. Уҡыу һуңында хәбәрсе эшенең нескәлектәрен өйрәнеп, төп эш алымдарын үҙләштереүселәргә танытмалар тапшырылды.
1 970
Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операция биләмәһенә 15-се гуманитар конвой оҙатылды
Ҡара мэры Эмиль Шәймәрҙәнов етәкселегендәге төркөм Луганск халыҡ республикаһына барып етте. 40 тонна йөк тейәлгән ике фура менән коптерҙар, юғары үтеүсән техника, махсус саралар, генераторҙар, 4 автомобиль һәм мотоцикл килтерелде. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, медикаменттар, шәхси посылкалар һәр гумконвойҙың традицион өлөшө булып тора. Ярҙамды ойоштороуҙа Стәрлетамаҡ хакимиәте, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм ҡаланың битараф булмаған халҡы ҡатнашты.
1 970
Баймаҡ районында «Анюта» носилкаларын әҙерләйҙәр
Баймаҡ районының «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ир-егеттәре махсус хәрби операция биләмәһендә яралыларҙы сығарыу өсөн кәрәкле булған «Анюта» носилкаларын әҙерләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 970
Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә 136 кешегә иҫәпләнгән икенсе торлаҡ корпусы асылды
Һайлап алыу пунктында йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Кандидаттар ошонда уҡ консультация ала, медицина комиссияһын үтә, документтарҙы тергеҙә. Барыһы ла оператив рәүештә хәл ителә. Яңы корпустың асылыуы Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең артыуы менән бәйле.
1 970
Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө юлланды
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙна ял иткәндән һуң, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө юлланды. Ғәҙәттәгесә, ил һаҡсыларын оҙатыу «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Яугирҙар ялдарының күпселек өлөшөн өйҙә яҡындары менән уҙғарған.
1 970
Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш көсәйтелә
Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия һалым хеҙмәтенән мәғлүмәт ярҙамы аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың спорт министры Руслан Хәбибов етәкселегендәге ведомство-ара комиссия ултырышында республикала легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар тикшерелде.
